Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сабир Шәрипов: "Иң шәп тәнҡитсе - уҡыусы үҙе"
Сабир Шәрипов: "Иң шәп тәнҡитсе - уҡыусы үҙе"Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яныбай Хамматов, Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Сабир Шәриповтың ижады Белорет тәбиғәте кеүек алсаҡ та, киң ҡоласлы ла. Уның "Тауҙарҙағы эҙ", "Хушлашмайым...", "Ҡайынлы артылыш", "Аҡ ҡулсатыр" кеүек китаптарын уҡыусылар йылы ҡабул итте. Бер нисә йыл элек кенә автор "Зәңгәр катер" романы менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе серле донъяға сәйәхәткә алып сыҡҡайны. Мауыҡтырғыс сюжетлы, үҙенсәлекле һүрәтләү алымдарына ҡоролған, геройҙарҙың эске кисерешен оҫта асып биргән әҫәр уҡыусыларҙың күңелен яуланы. Ошо көндәрҙә иһә танылған ҡәләм оҫтаһы әҙәбиәтебеҙ кәштәһен йәнә байытты — уның "Ҡолонташ" исемле һәлмәк китабы донъя күрҙе. Әҙәбиәтебеҙҙәге ниндәй күренештәр борсой яҙыусыны? Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәй? Сабир Шәрипов менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта.
— Сабир ағай, ҡәнәғәтһегеҙме яңы, йәғни унынсы китабығыҙ менән?
— Эйе лә, юҡ та. Артыҡ ҡәнәғәтләнеү ижад ҡеүәһен кәметә бит ул. Уҡыусы нисек баһалар — бына шуныһы мәсьәлә. Әммә "Китап" нәшриәтенә рәхмәт: күп йәһәттән зауыҡлы дизайн беленеп тора.
— Әҫәрҙәрегеҙ ябай ҙа, ҡатмарлы ла һымаҡ. Ни өсөн шулай икән?
— Әлләсе. Заманалар ҙа ҡатмарлы лаһа (көлә). Яҙыусының үҙ әҫәренә аңлатма биреүен талап итеү кәрәкмәйҙер, тим. Ул яҙған — шул еткән. Кем әйтмешләй, "китабым сыҡты, ул инде минеке түгел".
— Ә-һә, әҙәби тәнҡиткә ҡарашығыҙ?
— Әгәр ул ғәҙел, эшлекле икән — ыңғай, ә инде комплиментҡа, шау маҡтауға ҡоролһа — барынан юғы яҡшыраҡ. Һуңғы осорҙа "әҙәбиәт хаҡында әҙәбиәт" ишәйә бара, үкенескә ҡаршы, араларында һай фекерлеләре (Әбүс ундайҙарҙы "файҙаһыҙ әҙәбиәт" тип атаған), хатта ки тәнҡитселәрҙең авторҙың идея-фәлсәфәһен тейешенсә аңламағандары ла осрай. Бынан ниндәй фәтүә?
— Улайһа, төп тәнҡитсе — халыҡ үҙелер?..
— Халыҡ — уғата ҙур, ҡоласлы төшөнсә. Мин бары әҙәбиәт һөйөүселәрҙе күҙ уңында тотам. Кемдер һинең әҫәрҙәреңде уҡып хисләнә икән — ул инде фекерҙәш, иптәш. Ана шулар — иң шәп, иң ғәҙел тәнҡитсе. Өҫтәүенә, хат һалһалар йә шылтыратһалар, үҙеңдә кинәнес тоймай сараң юҡ.
— Хәҙер әҙәбиәт идеология йөгөн тартмай, тиеүселәр осрай. Һеҙҙеңсә нисек?
— Тәрбиә йөгөн тарта икән, нәфис әҙәбиәт барыбер идеология ҡамытынан бушай алмай. Берҙән, идеология менән идеал — тамырҙаш төшөнсәләр, сөнки юғары художестволы әҙәбиәт кешелектең етеш, татыу, һөйөнөп йәшәү ҡиблаларына хеҙмәт итә. Икенсенән, башҡорт әҙәбиәтенең тамырҙары хайран боронғо дәүерҙәрҙән һутлана. Мәҫәлән, "Урал батыр" эпосының мифик асылы (Рәсәйҙең "Иң яҡшы йөҙ китабы" исемлегенә ингән берҙән-бер китап), "Йософ үә Зөләйха" ише дастандарыбыҙ ҙа зиһендәрҙе быуаттар төпкөлөнә тоташтыра. Әгәр хаталанмаһам, "әҙәбиәт" (әҙәп, әҙәт) термины үҙе үк Сауд Ғәрәбстанында — ислам бишегендә — яралған. Шуға күрә лә барса мосолман илдәрендә әҙәбиәт бары тик "әҙәбиәт" тип йөрөтөлә. Татарҙа ла, үзбәктә лә, төрөктә лә, тажикта ла — йөҙләп мәмләкәттә шулай. Һәм был әҙәбиәттәр һис ҡасан да һуғыш көҫәмәй, фәхишәлекте, ришүәтселекте маҡтамай, ә нәфсене, ҡомһоҙлоҡто, таш бәғерлелекте, игелекһеҙлекте фашлай. Һорауыңа ҡыҫҡа ғына яуап биреүе лә ауыр. "Ҡала прозаһы", "Ҡатындар (ирҙәр) романы", "фэнтэзи" һәм башҡа һай йөкмәткеле бизнес әҫәрҙәре лә етерлек шул, ни хәл итәһең. Уҡыусылары ла етерлек. Һығымтамы? Евразеист булғанда ла абайлыҡ, сама кәрәк: эй, әҙип дуҫ, ҡара көстәр тирмәненә һыу ҡоймайһыңмы?
— Һеҙ эшләгән "Ағиҙел" журналы әҙәби тел, яҙыусы хеҙмәтен баһалау, экология темаларын йыш күтәрә. Әңгәмәсем ошо хаҡта ни уйлай?
— Уйланырһың да, әгәр һәр өсөнсө милләттәшең башҡортса белмәһә, ауылдар, милли мәктәптәр һаны наҡыҫая, әсә телендә сыҡҡан баҫмаларҙың, бигерәк тә балалар һәм үҫмерҙәр матбуғатының тиражы кәмей, стилистикаһы ҡытыршылана, популяр телетапшырыуҙарға хаҡ ҡуйылһа, күпселек чиновниктар кабинеттарында, депутаттар эргәһендә, теле-радио эфирҙарында минут һайын баҙарса лабыр-лобор яңғыраһа... Милли театрҙарыбыҙҙа ерле халыҡ үҙен һанда-һаяҡ, күберәген еңел-елпе сәхнәләрҙә генә күрһә? "Синтетик" һөйләм-телмәрҙәр... Тел — әҙәбиәттең киң донъяға алтын асҡысы ул. Осрашыуҙарҙа гелән тиерлек "мин ҡытай журналын алдырмайым, сөнки ҡытайса белмәйем" тиергә яратам. Аҡыллыға ишара был. Телде юҫыҡлап белмәүебеҙ ҙә әҙәби мөхитте тарайтыусы төп сәбәптәрҙең береһе, әйтәгүр. Аптырарһың: Кавказда ғүмер баҡый дары еҫкәп ғүмер һөргән, Толстой, Лермонтов яратып яҙған эреле-ваҡлы халайыҡтар Хоҙай биргән телдәрен күҙ ҡараһылай һаҡлай. Ә бит бынан сирек быуат элек оло әҙиптәребеҙ юрай торғайны: "Килер заман, әҙәби телде һанға һуҡмаған яңы быуын үҫеүе ихтимал", — тип. Шундай быуын үҫмәнеме ни? Әйҙәгеҙ, милләт бөтмәһә, тел дә бөтмәҫ тигән булып, юҡҡа-бушҡа йыуанмайыҡ, киреһенсә, йәштәребеҙ тағы сирек быуаттан ниндәйерәк лөғәттә аралашыр, уҡыр, милли мәктәптәрҙең ҡыҫҡарыуы, телдең бәҫһеҙләнеүе дөйөм этномәҙәниәткә нисегерәк йоғонто яһар, тип күмәкләп ғәмләнәйек. Әлбиттә, оптимистарса... Теләһәк, булдырабыҙ ҙаһа. Ана, алтаҡталарҙа хаталар һирәгәйә. Китаптар, дәреслектәр мул. Рәсәйҙә күренекле халыҡтар иҫәбендә һаналып та, ельцинистар заманында "милләтһеҙ паспорт"ҡа күсеп, валлаһи, һемәйҙек. Шул осорҙа ҡаҙаҡ зыялылары өсәр тәүлек йоҡламай протест ойоштороп, "милләт" графаларын һаҡлап ҡалған. Ҡасандыр икһеҙ-сикһеҙ дала йәйләүҙәрендә башҡорт (истәк) олатайҙарҙан әфтиәк һабағы алған ҡәрҙәштәр хәҙер күкрәк киреп ҡаҙаҡса аралаша, күп йәһәттән һәүетемсә йәшәй, ишәйә...
Экология, тигәндән, тотош Рәсәйҙә, үҙебеҙҙә экологик тәрбиә, дөрөҫөрәге, экологик рухиәт ныҡ аҡһай. Зыянын алдан белә тороп, һөрәбеҙ, һүтәбеҙ, ҡорабыҙ, ҡырабыҙ, урмандарҙы, ер-һыуҙарҙы күрәләтә тәләфләйбеҙ, аҡсаға елгәрәбеҙ, ирекһеҙҙән, "цивилизация убивает человечество" тигән һынамыш зиһенде шаңҡыта. Эштәр былай дауам итһә, бер геройым әйтмешләй, "ултырып иларлыҡ та еребеҙ ҡалмаҫ". Ошо фекерҙе рухиәт, тел өлкәһенә күсерәйек: ә ниндәй телдә иларбыҙ һуң?
Ғәжәп хәл... Ҡасандыр беҙгә әллә ҡайҙарҙан һуҡа-һабандарын һөйрәп, йөкмәнеп ағылған йә ҡыуылған ҡәүемдәр — сыуаштар, белорустар, украиндар, латыштар, мариҙар һәм башҡа тиҫтәләгән халыҡ — үҙ телдәрен, йолаларын бер ҙә йәнтөйәктәрендә ҡалдырып китмәгән, киреһенсә, бында һаҡлағандар, һаҡлайҙар. Әйтәгүр, маладистар, быға һөйөнәбеҙ генә. Үҙеңдеке үҙәктә булһа икән!
Яҙыусы ижадына баһа, тиһәк, Анна Ахматованың "премия талант өҫтәмәй" тигән ҡыйыу һынамышы хәтергә төшә. Сәнғәттең һәр төрөндә — йырсыларға, рәссамдарға, актерҙарға һәм башҡаларға — иң әүәл лайыҡлы баһаны публиканың биреүе фарыз. Үҙемә ҡалһа, был турала һәм яҙыусының ижтимағи тәғәйенләнеше хаҡында былтыр "Шоңҡар" журналының (3-сө һан) һорауҙарына төплө генә яуап бирҙем, шикелле. Материал Некрасовсараҡ аталды: "Әҙип булыуҙарың бурыс түгел..." Йәғни әҙәм булыуҙарың зарур...
— Әйҙәгеҙ, шундағы уй-тәҡдимдәрегеҙҙе гәзит уҡыусыларға ла еткерәйек.
— Ҡырҡ йылға яҡын өс кенә редакцияла эшләнем: "Совет Башҡортостаны" гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеген, "Китап" нәшриәтенең нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһын етәкләнем, әле "Ағиҙел"дә проза бүлеге мөхәрриремен. Эйе, мөхәррир, нәшир һөнәре ҡаныма һеңгән, кемдеңдер әҫәрен еренә еткереү хаҡында ла йыш уйланырға, ярайһы көс түгергә тура килә. Тәбиғәтем шауҡымылыр, булдыра алһам да, мистика йә криминал, ҡанһыҙлыҡ йә енси бәйһеҙлек темаһына күңелем тартмай. Ялғанһыҙ, баяғыса, яманатһыҙ "мин"е һиҙемләнгән, халыҡ характеры, тәүарихы төҫмөрләнгән реалистик проза йәшәһен, тимәксемен. Мотлаҡ уҡымлы, тимәк, фәлсәфәүи, социаль-психологик тоҫмаллы булырға, иң мөһиме — замандаштарҙың художестволы фекерләү ҡеүәһен, сәнғәти зауығын үҫтерергә тейеш был жанр.
Ә мөхәррир булыу — вазифанан бигерәк, һәләт һәм халәт тә. Үкенескә ҡаршы, ағымдағы быуатта һәйбәт мөхәррирҙәр сафы ныҡ кәмене. Филфактарҙа һис юғы йылына берәр "редактор" белгеслеген әҙерләүҙе хәстәрләргә күптән ваҡыт. Уларҙың авторҙарға фекерҙәш, ярҙамсы һәм яҡшы мәғәнәлә "дошман" вазифаһына ынтылыуы фарыз.
— Йәштәр ижадына ҡарашығыҙ нисек?
— Сифат яғынан — ярайһы арыу, әммә нисбәт яғынан алама. Мәҫәлән, һинең тәүге китабың — "Ҡалдырма, әсәй!" — минең "Ҡолонташ" менән бер көндә сыҡҡан. Ҡотлайым, күҙ теймәһен! Ләкин "Йәш тауыштар" серияһының алдағы сығарылышына кем дәғүә итере билдәһеҙ. Тимәк, әҙәби бәйге сәме һүрәнәйә. Әҙәби алмаштың ижад майҙанына шыйыҡ сафта, һүлпән атлауы хаҡында олпат әҙиптәрҙең хәүефтәре быуат башында уҡ, әүәлерәк тә яңғыраны. Хәҙер һәр өмөтлө ҡәләмгә йәбешеп ятырға, хатта ки шефлыҡҡа алырға кәрәк. Үҫһен, камиллашһын, һәлкәүләнмәй, танау сөймәй генә ысын оҫталыҡҡа ынтылһын ине йәштәребеҙ. Семинарҙар, конференциялар, фестивалдәр, өлкәндәрҙең төбәктәргә сәфәр ҡылып, оҫталыҡ дәрестәре биреүе — барыһы ла ярай, барыһы ла ҡулай.
Ғөмүмән, тел — туҡтауһыҙ байырға һәләтле хазина. Бәғзе төбәктәрҙә бәрәңгене "бүреңке", сәскәне "сиске", рюмканы "соҡор", мунса миндеген "сабынҡы" тиҙәр икән, тырнаҡтағы һүҙҙәр ҙә әҙәби ҡулланылышта йөрөргә хаҡлы. Тик йәтеш урынын һәм самаһын ғына белергә тейешбеҙ. Тағы... Әгәр Дим буйы геройҙары "ҫ" ҡыҫтырып, Инйәр уҙамандары "анта-мынта" тиеберәк гәпләшһә, колоритлы ышандырыу тәьҫире лә арта бит.
— Килешәм, ағай, әлеге китабығыҙҙа ла танһыҡ һүҙ-фразалар байтаҡ. Ләкин "Ҡолонташ" тигән мажаралы повесығыҙҙа ҡош-ҡорт әҙәмсә һөйләшә, етмәһә, ҡәҙимге хикәйәләү ыҡсым ғына сәхнәүи алымдар, фольклор ынйылары менән үрелеп бара. Повесть тиһәгеҙ ҙә, әҫәрҙең жанры апаруҡ ҡатмарлы, уғата романтикалы.
— Ризамын. Бындай алым халыҡ ижадында, айырыуса эпостарҙа, осраштыра, шулай булғас, ят яңылыҡ тимәйек. Эйе, Йәшәмеш ҡоҙғон, Йәш ҡоҙғон, Ҡомаҡ, тыйылған зонаға эләккән өс ат ҡәҙимге аралаша, сөнки улар ҙа — әҫәр геройҙары, улар егерь Йәнбәк, урмансы Мирза, инженер-биолог Фәрит, бейеүсе Алмагөл кеүек ер кешеләренең характерҙарын, мөхәббәт, "өсмөйөш"тәрен асығыраҡ һүрәтләргә, тәбиғәттәге хәтәр проблемаларҙы баҙығыраҡ күҙалларға ярҙам итә. Әҫәрҙең уйланмышы шулай. Ҡыҫҡаһы, китапҡа исем биргән күләмле повесым (әйткәндәй, бығаса бер ҡайҙа ла ташҡа баҫылмаған. — А.Б.) оҙаҡ ҡына яҙылды. Ғилләһе шунда: сюжеты, ҡараламаһы егерме йыл элек үк тыуғайны, гәрсә элекке һәм хәҙерге урман һәм һунар хужалыҡтары эшмәкәрлегендә ыңғай яҡҡа ла, кире яҡҡа ла проблемалы үҙгәрештәрҙең уғата күплеге ижадты берсә йәнләндерҙе, берсә тотҡарланы; биғәйбә, һөҙөмтәһенә шатмын. Пьесаларым семинар-фәләндә тикшерелгәйне, юлъяҙмаларым "Башҡортостан" гәзитендә баҫылғайны, шуларҙы тик камилыраҡ, тулыраҡ юҫыҡта бирергә теләнем. "Юл хикмәттәре" шәлкеменә хронологик һәм географик аныҡлауҙар индерергә, "Хикәйәләр" бүлегенә тик һуңғы осорҙа яҙылғандарын бирергә тырыштым. Бары менән байрам... Форсаттан файҙаланып, барса әҙәбиәт һөйөүселәргә, һәммә ҡәләмдәш дуҫтарға яҡшылыҡтар теләйем. Бөгөн дә, иртәгә лә...

* * *


"Гонаһлы" шарлама"ла бер төркөм турист егет, кәрәкмәгәнгә әрһеҙләнеп-ҡотороп, һарыҡ урлап һуя... Йәш сағында ҡылған ошо гонаһы өсөн инде алтмышҡа аяҡ баҫҡан Өфө инженеры, тотош яҙмышын барлап, зыян күреүселәрҙе эҙләп табырға һәм уларҙан ярлыҡау һорарға әҙер... Хужалар вафат, вариҫтары бар — һәм маҡсатына өлгәшеп, еңел һулап ҡуя.
Башҡорт тайгаһында ирәүән үҫкән дыуамал егерь тора-бара тормошта үҙ урынын, мөхәббәттә лайыҡлы йәрен таба, Ҡолонташтың төйәк, изге ҡомартҡы икәненә инана ("Ҡолонташ"). Афған яуын үткән уҙаман ниңә үҙ бәхетен байлыҡта түгел, ә намыҫта, ирҙәрсә ғорурлыҡта күрә ("Өйбаҫар")? Атай-олатайҙарҙың ватансылыҡ рухын "1812 йылғы хәрби уйын" ҡороп тергеҙгәндә, хәҙерге ауыл кешеләре бер-береһенең холоҡ-фиғелен, нәҫел-нәсәбен, ерһөйәрлек асылын нығыраҡ аңлай... Башҡортостан вертолетсылары Кавказдың утлы нөктәләрендә бөркөттәй айбарлы ҡатнашҡан... Ырыуҙар хәрәкәтенә хәҙер йән өрөү кәрәкме? Ғөмүмән, китаптың аннотацияһында бирелгән... "сәсмәүер, сәхнәүи әҫәрҙәрендә, фаразлы яҙмаларында, фәһемле хикмәттәрендә автор замандаштарыбыҙҙы әҙәби герой дәрәжәһенә күтәрә, һәммәбеҙҙе лә борсоған социаль-психологик хәлдәрҙе халыҡсан буяуҙарҙа һүрәтләй, фольклор һәм юмор сатҡыларын сама белеп файҙалана. Нәҡ бына ошо үҙенсәлеге менән танһыҡ һәм һиммәтле был китап" тигән баһаламаны күҙгә элергә мөмкин. Ризаһығыҙмы, юҡмы, тип йөҙәтмәйем, тик үрҙәге һынамышты ғына ҡабатлайым: иң һынсыл бизмән, йәғни иң һиҙгер тәнҡитсе — ул нәҡ уҡыусы үҙе... Эйе, күберәк уҡыусылар табыуҙан да олораҡ ҡыуаныс юҡ шул ҡәләмгиргә. Ватандаштарыбыҙҙың "супербай"ҙарға, урта хәллеләргә һәм ярлыларға аяуһыҙ бүленеше көсәйә барған заманда — бигерәк тә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ҡунаҡбикә
    ҡунаҡбикә от 08.07.2013, 08:41
    Айгиз! Хикәйәләрҙе лә, мәҡәләләрҙе лә үтемле яҙаһың, афарин.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566