Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан” яҙмышы — һеҙҙең ҡулда
Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

Был көндәр — ваҡытлы матбуғат өсөн үҙенә күрә сәсеү осоро. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына «Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың» тимәгән бит. Беҙ ҙә ошо үтә лә яуаплы һәм мөһим кампанияны һеҙҙең менән бергәләп тиҙ арала атҡарып сыҡһаҡ ине. Бураҙналарыбыҙға бөгөн төшкән тос орлоҡтар киләһе йылда «Башҡортостан»дың уңыш-тиражында сағылмай ҡалмаҫ тигән өмөттәбеҙ.
Матбуғат – ул заман йылъяҙмаһы, тормошобоҙ көҙгөһө, тибеҙ. Йәмғиәт үҙен даими һуғарып тороусы матбуғатһыҙ, рухи аҙыҡһыҙ йәшәй алмай. Дөрөҫ, заман технологиялары ныҡ үҫешкән бөгөнгө дәүерҙе уҙған быуаттың 80 — 90-сы йылдары менән сағыштырыу бөтөнләй мөмкин түгел. Ул саҡтарҙа, Интернет тигән ғәләмәттең “и” хәрефе лә ишетелмәгән осорҙа, тағы 20 — 30 йылдан виртуаль донъяға башкөллө кереп китерен, моғайын, бер кем дә күҙ алдына килтерә алмағандыр. Ә хәҙер күптәр, быға тиклем заман ҡаҙаныштарын ҡулланмайынса, йәғни телевизорһыҙ, компьютерһыҙ, кеҫә телефонһыҙ нисек көн иттек икән, тип аптырап ҡуя.
Эйе, барлыҡ тормошобоҙҙо, аң-зиһенебеҙҙе яулап алған Интернет ауы беҙҙе башҡа мәғлүмәт донъяһына – китапҡа ла, гәзит-журналдарға ла — йөҙ менән боролорға мөмкинлек бирмәй. Бәғзеләр Интернет-донъяла аҙашып йөрөй торғас, ысынбарлыҡҡа күҙ һирпеп тә ҡарай алмау дәрәжәһенә барып етте, шикелле. Шулай булмаһа, гәзит-журнал баҙары әүәлгесә гөрләп торор, һәр ғаилә, исмаһам, кәмендә өс-дүрт дана матбуғат баҫмаһы алдырып, ҡыуанып йәшәр ине. Бөгөн иһә ауыл-ҡалаларҙа гәзит-журналды күпләп алдырыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара түгелме? Был – Интернет менән телевидениеның кеше аңына көслө һөжүм итеүенең бер касафаты. Һүҙ ҙә юҡ, улар ваҡытлы матбуғаттың бик етди конкуренттарына әйләнде. Бының шулай булып китеүенә кем ғәйепле һуң? Әлбиттә, заман алдатҡыстарынан, арзан әүрәткестәрҙән баш тарта алмаған үҙебеҙ. Иң ныҡ борсолдорғаны һәм әсендергәне: беҙҙең битарафлыҡ ышығында Интернет ҡолона әүерелә барған, бөгөн гәзит-журналды ғына түгел, хатта китапты ла ҡулына тотоп ҡарарға теләмәгән йәш быуын яҙмышы…
Йәшерен-батырын түгел, республикабыҙҙың төп баҫмаһы иҫәпләнгән “Башҡортостан” гәзитен дә күп ғаиләләр байтаҡ йылдар буйы алдырмай. Ә бит бынан сирек быуат элек уның тиражы йөҙ меңдән ашыу ине, төп гәзит һәр өйҙә көтөп алынған ҡунаҡҡа бәрәбәр була торғайны. Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, бөгөн хатта ҙур-ҙур башҡорт ауылдарына ла ул бер-ике дана ғына килә. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Ҡолсора, Учалы районының Рәсүл ауылдарында һәм башҡа бихисап төбәктә гәзитебеҙҙе берәр дана ғына алдыралар! Бәғзеләр һаман да, матбуғатҡа яҙылыу өсөн аҡса юҡ бит, тип зарлана, шул уҡ ваҡытта кемдәргәлер «йәшел йылан» өсөн ул анһат табыла… Меҫкенлектән ҡасан арынып, үҙ мәртәбәбеҙҙе ҡасан үҙебеҙ үк күтәрербеҙ икән, йәмәғәт?!
Аңлашыла, был сараһыҙлыҡтың сәбәптәре тәрәндә ята. Илебеҙ оҙаҡҡа һуҙылған иҡтисади тетрәнеүҙәрҙән һуң һаман ныҡлап аяҡҡа баҫа алмай интегә. Күптәр эшһеҙлектән, аҡсаһыҙлыҡтан яфа сигеүен дауам итә. Әммә хәҙер бит республикабыҙҙың сәнәғәт тармағында ғына түгел, малсылыҡ менән игенселектә лә тотороҡло үҫеш күҙәтелә. Булдыҡлы ғаиләләр дәррәү эшҡыуарлыҡҡа тотондо, уңғандар крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ойошторҙо, күптәр иһә шәхси ярҙамсы хужалығында ишле мал-тыуар аҫрай, тиҫтәләгән умарта тота, йәшелсә-емеш үҫтерә. Өҫтәүенә, күпме ир-азамат Себерҙә аҡса “һуға”. Ауылдарыбыҙҙа, ҡалаларыбыҙҙа өр-яңы йорттар ҡалҡа, өй беренсә берәр, хатта икешәр машина. Бына ошо матди байлыҡ янында матбуғат баҫмалары иш янына ҡуш булһын ине лә бит…
Юҡ, беҙгә һаман да нимәлер ҡамасаулай, гәзит-журналға яҙылмау өсөн төрлө һылтау табабыҙ. Һөҙөмтәлә балаларыбыҙ ҙа ваҡытлы матбуғатты уҡыу түгел, хатта бөтөнләй күрмәй үҫә. Был инде — рухиәтебеҙҙең көндән-көн ярлылана, киләсәгебеҙҙе билдәһеҙлек томаны баҫа барыуының күңелһеҙ күренеше.
Тағы ла бер хәл аптырата: күп кенә мәктәптәрҙә, шул иҫәптән юғарыла әйтеп кителгән ауылдарҙағы урта мәктәптәрҙә лә, бер гәзит-журнал да алдырмаған уҡытыусылар бар. Ә бит бөгөн һәр белем усағы – мәҙәни-мәғрифәтселек үҙәге, нәҡ ошонда милли матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләнергә тейеш. Мәғлүмәти яҡтан сикле кеше нисек итеп уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүгә өлгәшә икән? Айырым директор әфәнделәр ҙә битарафлыҡ һаҙлығына батҡан кеүек. Ә бит һәр гәзит-журнал – алдынғы ҡарашлы мәктәп етәкселеге һәм ижади эшләгән уҡытыусы өсөн ҡиммәтле әсбап та, тәрбиә сығанағы ла.
“Башҡортостан” гәзитен мин үҙ дәрестәремдә һәр ваҡыт уңышлы ҡулланам, ундағы тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәтле, фәһемле мәҡәләләр эшемдә ҙур файҙа бирә,” — тип билдәләгән айырым уҡытыусылар йөҙ тапҡыр хаҡлы. Ысын мөғәллим фәҡәт шулай эшләргә тейеш тә! Мәгәр республикабыҙҙағы мең ярымдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ғына ла “Башҡортостан”ға яҙылһа, уның тиражы күпмегә артасағы көн кеүек асыҡ.
Йәнә статистика мәғлүмәттәренә мөрәжәғәт итәйек: Башҡортостанда барлығы 1700-ҙән ашыу мәктәп, ошо тиклем үк китапхана (әйткәндәй, был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә — беренсе), 2408 мәҙәниәт усағы иҫәпләнә. Бынан тыш, күпме предприятие, төрлө кимәлдәге власть органдары бар. Республикалағы бихисап ойошма-учреждениеларҙың яртыһы ғына төп баҫманы берәр дана алдырһа ла, тираж нисек үҫер ине!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер район-ҡала етәкселәре ведомство подпискаһын уҙғарғанда “Башҡортостан”ды күрмәмешкә һалыша. Бындай сәйәси күрәшлек менән яфаланыусылар шуны аңлаһын ине: “Башҡортостан” – республиканың төп ижтимағи-сәйәси гәзите – Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең көндәлек эшмәкәрлеген даими яҡтыртыусы баҫма ғына түгел, ул алып барған сәйәсәтте халыҡҡа төшөндөрөүсе йоғонтоло ҡорал да. Президент ҡул ҡуйған указдар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән закондар, Хөкүмәт сығарған ҡарарҙар ҙа халыҡҡа гәзит аша үҙ ваҡытында барып етергә тейеш. Үҙ сиратында уҡыусылар үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы, тәнҡит мәҡәләләрен етәкселек хөкөмөнә нәҡ ошо баҫма аша сығара ала. Ҡыҫҡаһы, власть менән халыҡ араһындағы йәнле күпер, тура бәйләнеш ролен үтәүсе матбуғат күптәр өсөн әүәлгесә төп трибуна ғына түгел, фекер алышыу майҙансығы ла, рухи таяныс та, дуҫ-серҙәш тә булып ҡала.
Алда торған мөһим сәйәси кампанияларҙың уңышы – 4 декабрҙә үтәсәк Дәүләт Думаһына һайлау, киләһе йылдың мартында уҙасаҡ Рәсәй Президентын һайлау – ауыл, район, ҡала кимәлендәге етәкселәрҙең һайлаусылар менән нисек эшләүенә, халыҡтың рухи ихтыяжын нисек ҡәнәғәтләндереүенә лә бәйле буласаҡ. Йәғни алдағы һайлауҙар — буласаҡ депутаттар өсөн генә түгел, урындағы власть вәкилдәре өсөн дә үтә яуаплы имтихан.
Һынауҙарҙа һынмаҫ өсөн бөгөнгө мөһим сарала – гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда – ҡала, район, ауыл хакимиәте башлыҡтарына “Башҡортостан” гәзитенең һәр предприятие, ойошма, мәктәп, китапхана, мәҙәниәт усағына килеүен тәьмин итеүҙе, халыҡ араһында уны күберәк яҙҙырыуға өлгәшеүҙе иң яуаплы бурыс тип ҡарарға кәрәктер.
Киләһе йылда 95 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк “Башҡортостан” гәзите бөгөн икенсе һулыш кисерә: йөкмәткеһе генә түгел, биҙәлеше лә шаҡтай үҙгәрә төштө. Иң мөһиме — үҙ уҡыусылары мәнфәғәтен күҙәтеү, уларҙың хәстәре менән йәшәү әүәлгесә баҫмабыҙҙың төп ҡиблаһы булып ҡала. Әммә матбуғат бер урында ғына тапанырға тейеш түгел, юғиһә, был аяуһыҙ донъяла үҙен тапап китеүҙәре ихтимал. Ә милли матбуғатҡа бындай хәүеф янамай тип бер кем дә әйтә алмаҫ.
Ҡыҫҡаһы, был ҡатмарлы осорҙа мөхәрририәт уҡыусыларға бары тик юғары сифатлы тауар – уҡымлы баҫма тәҡдим итергә бурыслы. Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн гәзиттең өр-яңы концепцияһы эшләнде. Уға ярашлы “Ете тарафтан ете хәбәр”, “Халыҡ тауышы”, “Юрист кәңәштәре”, “Ялыу кенәгәһе”, “Ижтимағи мөнбәр”, “Аҙна ҡаҙнаһы”, “Иҡтисади күҙәтеү” кеүек өр-яңы рубрикалар донъя күрҙе, “Эшҡыуарлыҡ”, “Мең дә бер кәңәш”, “Матур үтһен ялығыҙ!” һымаҡ махсус биттәр барлыҡҡа килде, даими уҡыусыларыбыҙҙың яратҡан рубрикаһы — “Өлгөрбай яҙмалары” тергеҙелде. Донъяның төрлө тарафтарында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең тормошон яҡтыртыу маҡсатында ошо көндәрҙә генә “Башҡорт донъяһы” исемле махсус ҡушымта нәшер ителде. Гәзиттең йөҙөн билдәләгән “Аҡмулла”, “Тубырсыҡ”, “Тәгәрмәс”, “Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде”, “Дуҫлыҡ тирмәһендә”, “Йәнтөйәк” кеүек махсус биттәр, “Көн ҡаҙағында”, “Көн һайын ошо урында”, “Борсоулы хат эҙенән”, “Хаттар яҙҙым”, “Нисек йәшәйһең, ауыл?”, “Дин үә заман” , “Тормош һабаҡтары” рубрикалары бөгөн дә һәр кемдең күңеленә хуш килә.
Мөхәрририәт гәзиттең һәр һаны бай йөкмәткеле, мәҡәләләр уҡымлы ла, ҡыҙыҡлы ла булһын өсөн бар көсөн һала, яңынан-яңы конкурстар иғлан итә, акциялар уҙғара. Мәҫәлән, гәзиттең йөкмәткеһен аналитик мәҡәләләр менән тағы ла байытыу һәм башҡорт публицистикаһын үҫтереү маҡсатында “Ҡәләмгир” конкурсы иғлан ителде. Ижади бәйгелә ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙы борсоған социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни мәсьәләләрҙе генә түгел, ер-һыуыбыҙ яҙмышы, эскелек, наркомания, әхлаҡ проблемаларын да тәрән яҡтыртҡан төплө һәм фәһемле мәҡәләләре менән һөйөндөрөр, тип ышанам.
Бөгөн редакция коллективы гәзиттә баҫылған материалдарҙың барыһы ла һәр кемгә файҙалы ла, кәрәкле лә булһын өсөн тырыша. Анкета уҙғарғанда һәм осрашыуҙарҙа гәзит уҡыусылар еткергән барса иҫкәрмәләр, кәңәштәр, тәҡдимдәр иғтибарға алына һәм ныҡлап өйрәнелә. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки «Башҡортостан» — ул халыҡ, ғаилә гәзите. “Тубырсыҡ”ты уҡыған 6 йәшлек баланан алып 60 йәшлек олатай-өләсәйгә тиклем төрлө ҡатлам вәкилдәренең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, уларҙың зауығына тап килгән бай жанрлы мәҡәләләр әҙерләү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе.
Гәзит – ул коллектив хеҙмәт емеше, бер матбуғат баҫмаһын да авторҙарһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Был йәһәттән “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәте үҙ авторҙарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтте: уларҙың исемлеге төҙөлдө, һәр кем тураһында тулы мәғлүмәт тупланды, штаттан тыш хәбәрселәребеҙ менән хәбәрләшеп тороу ғәҙәти күренешкә әүерелде. 28 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙғарыласаҡ матбуғат байрамында иң әүҙем авторҙарыбыҙға рәхмәт хаттары тапшырыу күҙ уңында тотола.
Мөхәрририәт ҡарамағында кәңәшселәр ҡоро төҙөүҙе гәзиттең тематик йүнәлештәрен билдәләүҙә, уҡыусыларҙың уй-фекерен сағылдырыуҙа отошло алым һәм файҙалы эш тип баһаларға мөмкин. Танылған публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов рәйеслегендә йәмәғәтселек башланғысында эшләүсе ҡор ағзалары бына кемдәр: академик Марат Аҙнабаев, “Аҡ тирмә” клубы рәйесе Ләлә Бейешева, күренекле шағир Хәсән Назар, матбуғат ветераны, ғалим Сәлимйән Ғүмәров, билдәле эшҡыуар Иршат Аҫылғужин, БДУ доценты Фәнзил Санъяров. Улар – төрлө йүнәлештә эшләүсе арҙаҡлы шәхестәребеҙ – гәзиттең йөкмәткеһен яҡшыртыу юлдары тураһында кәңәштәрен биреп кенә ҡалмай, үҙ теләктәре менән төрлө ҡала-райондарҙа, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында һәм башҡа ойошмаларҙа булып, “Башҡортостан”ға яҙылыусылар иҫәбен арттырырға, айырыуса “тел бөтә бит” тип зарланып та, милли матбуғатты алдырмаусы зыялыларыбыҙҙың намыҫын уятып, сәменә тейергә һүҙ бирҙе.
Әгәр гәзитебеҙҙең ысын дуҫтары, юғарыла телгә алынған ил ағалары, ил инәләре кеүек, үҙе йәшәгән урында, тыуған төбәгендә “Башҡортостан”ды пропагандалауҙа тилберлек күрһәтһә, күрше-күләне, туған-тыумасаһы, дуҫ-ише араһында 5 — 10 данаға булһа ла яҙҙыртыуға өлгәшһә йәки уны яҡын кешеләренә бүләк итһә, милләт, тел һәм ил алдында ошонан да ҙурыраҡ хеҙмәт һәм хөрмәт булмаҫ ине.
Шуныһы ла мәғлүм булһын: хәҙерге көндә гәзитебеҙҙең дөйөм тиражы 27,5 мең булһа ла (77 проценты тирәһе – әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм ветерандарға бушҡа яҙҙырылған йома һанының тиражы), төп индекс буйынса тираж бик түбән — халыҡ үҙ аҡсаһына түләп яҙылған өлөш ни бары 6,5 мең дана самаһы тәшкил итә. Күреүегеҙсә, тәрән уйҙарға һалырлыҡ һан…
Республиканың төп баҫмаһы тиражын киләсәктә йомарт бағыусылар ярҙамында ғына “эшләп-яһап” булмаясаҡ. Уны бары тик уҡыусылар үҙ аҡсаһына яҙылып ҡына йәшәтә ала. Халҡыбыҙ гәзитебеҙгә дәррәү яҙылған осраҡта ғына “Башҡортостан” бөгөнгө упҡын ситенән тайшанып ҡала аласаҡ.
Килеп тыуған сетерекле хәлдән нисек сығырға һуң? Нисек итеп республика йөҙөн билдәләүсе баҫмабыҙҙы, рухи ҡәлғәбеҙҙе, аяҡҡа баҫтырырға? Әйҙәгеҙ, уйлашайыҡ һәм үҙебеҙ үк эшкә тотонайыҡ! «Башҡортостан» гәзите журналистары тап шулай эшләне лә: үҙ гәзиттәрен үҙ ғаиләләренә генә түгел, туған-тыумасаһы, дуҫ-ише өсөн дә көнэлгәре Яңы йыл, тыуған көн бүләге итеп яҙҙырып ҡуйҙы! Шуныһы ҡыуаныслы: редакция коллективының был башланғысын башҡалар ҙа дәррәү күтәреп алды. Иң беренселәрҙән булып «Барлыҡ коллектив менән – «Башҡортостан»ға!» акцияһына Архангел районының Тирәкле, Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин, Ғафури районының Яугилде мәктәптәре һәм «Табын» гәзите редакцияһы, Илеш районының Һеңрән мәктәбе коллективтары ҡушылды. Иң мөһиме – «Башҡортостан»ға хеҙмәттәштәр менән бергә яҙылыу хәрәкәте көндән-көн киңәйә һәм әүҙемләшә бара. Ысын рух тантанаһы, ватансылыҡ тойғоһо бына ошо дөйөм ынтылышта асыҡ күренә.
Нияз СӘЛИМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545