Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла үҙебеҙҙән тора
“Иң ҡурҡынысы — битарафлыҡ. Ул үлтермәй ҙә, һатмай ҙа, ләкин уның өнһөҙ ризалығы арҡаһында ерҙә һатлыҡ һәм ялған йәшәй...”
Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә осрашыуҙар үткәргән һайын бер аҡыл эйәһенең ошо һүҙҙәре йышыраҡ иҫкә төшә. Юҡҡа түгел был. Кешеләрҙең вайымһыҙлығын, үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын, тип йәшәүен күреп йөрәк яна. Заманында Рәсәйҙе дер һелкеткән Батыршалары, Салауаттары, Аҡмуллалары, Зәкиҙәре, Бабичтары, Рәмиҙәре... булған халыҡтың балалары ғәфләт йоҡоһонан ҡасан арыныр икән?
Йәнем көйөп, күңелем һыҙлап әйтәм быны! Сөнки республикабыҙҙың төп милли гәзите, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырыу өсөн генә лә күпме өгөтләргә, хатта инәлергә тура килә — ошо түгелме ни вайымһыҙлыҡ, ошо түгелме ни милләт яҙмышына битарафлыҡ!?

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап сәфәргә юлланғанда ла күңелде ошондайыраҡ уйҙар игәне.
Юл ебенең осо Ҡыйғы районы хакимиәтендә башланып китте. Хакимиәт башлығы Рафиҡ Хафиз улы Харисов яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршыланы беҙҙе. Барыһы ла үҙебеҙҙән тораВаҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, осрашыуҙа үҙе лә ҡатнашты.
— Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең йөҙө ныҡ үҙгәрҙе, — тине ул. — Мауығып уҡырлыҡ, файҙалы мәҡәләләр донъя күрә. Үҙем гәзитте өйҙә лә, эштә лә алдырам.
Ҡыйғы районында 7 924 башҡорт йәшәй, әммә ни бары 142 гәзит алдыралар. Маҡтанырлыҡ түгел, әлбиттә. Бында етәкселекте ғәйепләп тә булмай. Гәзит-журналдарға яҙылыу — һәр кемдең шәхси эше. Ләкин ил, халыҡ, милләт мәнфәғәтен шәхсиәттән юғары ҡуйған кешенең “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡымауын күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Мәғлүмәт саралары күп, Интернет, телевидение, радио тип аҡланырға ла булалыр, тик, нимә генә тиһәк тә, “Башҡортостан” гәзите биттәрендә донъя күргән мәҡәләләрҙе башҡа бер ҡайҙан да табып булмаясаҡ. Көн дә сығып торған гәзитебеҙҙә халҡыбыҙҙың һәр һулышы, уй-фекере, өмөт-хыялдары сағылыш таба. Урыҫ әйтмешләй, “Минән һуң хет туфан ҡалҡһын” тип йәшәүсе генә халыҡты борсоған мәсьәләләргә битараф булырға мөмкин. Ләкин ул мәсьәләләр бер килеп һәр кемебеҙҙең боғаҙынан аласаҡ!
Тағы ла йыш ҡына аҡса юҡлыҡҡа һылтанабыҙ. Һуң, ағай-эне, ярты йылға гәзит-журналдарға яҙылыр өсөн бер-ике мең һум аҡса таба алмаҫлыҡ хәлдә Барыһы ла үҙебеҙҙән торайәшәйбеҙме ни?! Заман ауыр тип зарланырға ғәҙәтләнеп киттек. Ә ихатабыҙ тулы мал-тыуар, техника... Ниндәй генә ауыр заманда ла халҡыбыҙ матбуғаттан айырылмаған, бөгөнгө бөтөнлөктә “аҡса юҡ” тип ултырыу — оят һәм меҫкенлек! 1953 йылдан бирле “Башҡортостан”дан айырылмаған Раян Даянов ағайҙың осрашыуҙа әйткәндәре әле лә ҡолаҡ төбөндә сыңлап торғандай: “Ошондай күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү күптән кәрәк ине. Һәр ваҡыт өҫтән бойороҡ көтөп күнеккәнбеҙ. Үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ хәл итмәһәк, беҙгә берәү ҙә килеп ярҙам итмәйәсәк. Хәтерегеҙҙәме, элек тә ҡулайлаштырыу тип, бик күп башҡорт ауылдары бөттө, хәҙер килеп башҡорт мәктәптәре ябыла. Йоҡлап ятмайыҡ, туғандар!”
Ҡыйғы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәбирйән Таһиров ерҙәрҙе һаҡлау тураһында борсолоп һөйләне, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Илгиз Һаҙыев иһә туған телгә ҙур иғтибар бирелеүе, уҡытыусыларҙың гәзиткә яҙылыуы хаҡында бәйән итте.
Кисә аҙағында сәхнәгә китапханасы Раушания Мәхмүтова (һүрәттә) сыҡты һәм, Инга Илембәтованың “Күндәмлек” тигән шиғырын уҡып, күҙҙәргә йәш төйөлдөрҙө. Ысынлап та, халҡыбыҙға оран булып яңғыраған был шиғыр берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр.
Артабанғы сәфәребеҙ Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Салауат райондарында дауам итте. Һәр ерҙә лә халыҡты мәктәптәр ҡыҫҡартылыуы, эшһеҙлек, дауаханаларҙың ябылыуы, юл булмауы кеүек бер үк мәсьәләләр борсой. Мәсетле районының Йонос мәктәбенән башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфиә Мөнирова йәне әсеп: “Депутаттар килһә, вәғәҙә биреп, халыҡты алдап китә. Күптәр эшһеҙ йөрөй. Халыҡҡа эш урыны булдырырға кәрәк. Шулай уҡ ер мәсьәләһендә лә ни ҡылырға белмәйбеҙ. Пай ерҙәрен алһаҡ та, алмаһаҡ та ҡыйын. Уны эшкәртергә техникаһы, яғыулығы кәрәк”, — тине.
Әнүзә апай Сираева ла йөрәген өйкәгәнде әйтмәй ҡалманы: “Дауахананы яптырмаҫ өсөн хат яҙҙыҡ. Хатта Башҡортостан телевидениеһынан килеп төшөрөп киттеләр, ләкин хәл үҙгәрмәне. Ябай халыҡтың мәнфәғәтен бар тип тә белмәйҙәр. Дауахана бит беҙҙә хатта һуғыш осоронда ла ябылмаған”.
Мәсьәләләр... Мәсьәләләр... Мәсьәләләр... Әлбиттә, зарланып ятып ҡына уларҙы хәл итеп булмай. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, “Башҡортостан” гәзите аша уртаға һалып һөйләшәйек, хәл итеү юлдарын эҙләйек. Тик бына Балаҡатайҙа үткән осрашыуҙағы бер башҡорт теле уҡытыусыһы (исемен әйтеп тормайым) кеүек: “Әй, Президент килһә, юл йүнәтәләр. Ҡоро күҙ буяу! Шулай булды, шулай буласаҡ. Матбуғаттың да әһәмиәтен күрмәйем, Интернетта хәҙер бөтә нәмә бар”, — тип ҡул һелтәп ултырһаҡ, ысынлап та, милләтебеҙ киләсәгенә хәүеф янауы көн кеүек асыҡ. Эйе, заман технологияһы иҫ киткес тиҙлек менән үҫешә. Ләкин башҡорт халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртҡан материалдарҙы “Башҡортостан” кеүек баҫмаларҙан башҡа бер ҡайҙан да табып булмаясаҡ.
Хәҙер сағыштырып ҡарайыҡ: Балаҡатай районында 8 588 башҡорт иҫәпләнә, “Башҡортостан” гәзитен 30 дана ғына алдыралар! Мәсетлелә — 14 926 — 143, Дыуанда — 6 288 — 22, Салауатта — 17 646 — 297. Йә, әйтегеҙ, ошо түгелме беҙҙең битарафлыҡ сағылышы?!
Сәфәрҙә ҡатнашҡан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге фонд директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Әлтәф Ғәйфуллин бына нимә тигәйне: “Башҡортостанды ғына түгел, башҡорттар йәшәгән Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен дә йөрөп сыҡҡан кеше булараҡ әйтәм. Бәғзе ата-бабаларыбыҙ борон ерҙәрен һатҡан, хәҙер шуларҙың ейәндәре, бир әле бер тоҡ бойҙай, тип килмешәктәргә инәлеп, бил бөгөп йөрөй. Йоҡлайбыҙ, һаман уяна алмайбыҙ. Күктән төшкәнен көтөп ятабыҙ. Үҙегеҙ һайлап ҡуйған депутатты күргәнегеҙ бармы? Ниңә талап итмәйһегеҙ? Улар бит мәсьәләләрегеҙҙе хәл итер өсөн һеҙҙең тарафтан һайланған. Мәктәптәр ябыла, тибеҙ. Уйлап ҡараһаң, мәктәпте ябып, башҡа ауылға йөрөтөп уҡытыу икеләтә артыҡ сығым талап итә. Автобус алырға, шоферға түләргә кәрәк, яғыулыҡ сығымы, ҡыш айҙарында һәр саҡ юл таҙартып тороу һәм башҡалар. Бына ошолар хаҡында уйларға кәрәк беҙгә. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора”.
Мәсәғүт педагогия колледжындағы осрашыуҙа III курс студенты Ранис Шәрәфетдинов былай тигәйне: “Әйҙәгеҙ, алға, башҡорттар!” тип әйтеүселәр юҡ”. Үкенескә ҡаршы, кемдеңдер әйткәнен, бойороҡ биргәнен көтәбеҙ шул. Милләттең киләсәге һеҙҙең ҡулда бит, егеттәр! Ситтән килгән оранға ҡарағанда, үҙ йөрәгеңдән сыҡҡаны ҡеүәтлерәк була ул!.. Ә инде “Башҡортостан” гәзите — үҙе үк халҡыбыҙҙың ораны. Башҡорт теле уҡытыусыһы Венера Минһажева дөрөҫ әйтә: “Башҡортостан” гәзите һәр башҡорттоң өҫтәлендә булырға тейеш!”
Сәфәрҙә күргәндәрҙең һәр береһен бәйнә-бәйнә һөйләп булманы. Ләкин ҡайҙа ғына барһаҡ та, гәзитте алдырасаҡбыҙ, тип ҡалдылар. Быға тиклем “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррирен бер тапҡыр ҙа осрашыуҙарҙа күргәнебеҙ юҡ ине. Яңы мөхәррир килгәс гәзиттең йөҙө үҙгәрҙе, халыҡҡа яҡынайҙы, тине күптәр. Баш мөхәррир Нияз Сәлимов иһә артабан да бер-беребеҙгә терәк булып йәшәргә, күрешеп-һөйләшеп торорға вәғәҙә бирҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566