Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң ҙур мираҫ — хеҙмәт тәрбиәһе
Иң ҙур мираҫ — хеҙмәт тәрбиәһеРеспубликабыҙҙағы матбуғат баҫмаларында милләтебеҙҙең, йәштәребеҙҙең йәшәү рәүеше һәм көнкүрешенә арналған яҙмалар иғтибарҙы йәлеп итә. Олатай-өләсәйҙәребеҙҙең быуыны нисек ыҙа сигеп йәшәгән, тормош ауырлыҡтарына түҙгән икән тип аптырайбыҙ. Һәр заманда ла йәштәргә хеҙмәт тәрбиәһе биреү, эшкә ылыҡтырыу ҙур әһәмиәткә эйә булған.

Белем генә етмәй

Хеҙмәт кешене хасил иткән, тигән фекер беҙҙә аксиомаға әүерелгән инде. Ә шәхестең формалашыуы нигеҙендә унан тыш йәнә ике тәбиғи-тарихи сәбәп ята: ут һәм аң. Уларҙың приматтарҙан кеше яралыуы процесындағы ғәйәт ҙур ролен фәҡәт хәҙер генә иҫбатлай алдылар. Генетика, биохимия, биофизика, психология, антропология, нейрохирургия һәм башҡа фәндәрҙәге асыштар быға этәргес булды. Кешенең хеҙмәт эшмәкәрлеге тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә, ер аҫты байлыҡтарына һиҙелерлек тәьҫир итә башлаған осорҙо антропоцен дәүере тип атайҙар. Кеше хеҙмәт менән шөғөлләнеүгә күсә, ҡырағай үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы үҙенең файҙаһына яраҡлаштыра, ер эшкәртә, мал-тыуар аҫрай, ахыр килеп, һөнәрселеккә тотона.
Нәҡ ошо ваҡытта әҙәм балаһының тәбиғәткә, ергә, тирә-яҡ мөхиткә тәьҫире ифрат ныҡ арта, кеше донъяла етештереүсе көстөң иң мөһименә, әммә иң һуңғыһына әүерелә. Был дәүер 5-7 мең йыл самаһы элек башланған. Ғалимдарҙың раҫлауынса, хәҙерге заман кешеһенең мейеһе лә тап шул осорҙа формалаша. Бөгөн дә тикшеренеүселәребеҙҙе мейе һәм аң кимәле үҫеше, киләсәктә нисек үҙгәреү мөмкинлеге ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Шәхестең биологик тәбиғәтен өйрәнеүсе фән — антропология — тураһында ишетеп беләһегеҙҙер.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге — тәбиғәттең матди көстәрен файҙаланыуҙы камиллаштырырға мөмкинлек биреү менән бергә, шәхестең аңын, рухи донъяһын даими үҫтереүсе берҙән-бер ысул да. Хеҙмәт — берҙән-бер ысын уҡытыусы һәм тәрбиәсе, һөнәргә эйә булыу өсөн белем алыу ғына етмәй, тәжрибә лә, оҫталыҡ та кәрәк. Эш кешелә маҡсатҡа ынтылыш, ныҡышмалылыҡ, отҡорлоҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләй. Ялҡаулыҡ, мәғәнәһеҙ тормош алып барыу шәхесте емерә, үҫешен тотҡарлай. Айырыуса йәштәрҙең һәләтен, булмышын асыҡлау, ынтылышын билдәләүҙә ул — бик ышаныслы ысул. Маҡсатһыҙ кеше ел ҡайҙа иҫә, шул тарафҡа оса. Бала кешегә нисек итеп үҙенең киләсәген күҙалларға һуң? Бында ла бары хеҙмәт эшмәкәрлеге ярҙам итә ала. Үҙ-үҙеңде раҫлау өсөн төп сара ул. Һөҙөмтәле, уйланылған хеҙмәт булмышыңды раҫлау, ғаилә мираҫын, ырыу-зат традицияларын байытыу һәм үҫтереү шарты булып тора.
Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләүҙең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында һүҙ йөрөткәндә билдәле урыҫ педагогы К. Ушинскийҙың фекере иҫкә төшә: “Хеҙмәт итеү мөмкинлеге һәм хеҙмәтте һөйөү — кешенең балаларына ҡалдырырлыҡ иң гүзәл мираҫы, ярлының да, байҙың да”. Ниндәй алтын һүҙҙәр!

Тәбиғәт әҙәм балаһынан башҡа нисек йәшәр?


Кешенең үҙаңы үҫеүе антропоцентризм тигән феноменды ла тыуҙырған. Ул психологияла өйрәнелгән эгоцентризм төшөнсәһенә яҡын (эгоцентризм — үҙеңде ғаләм үҙәге итеп тойоу, башҡалар менән бөтөнләй иҫәпләшмәү). Һәр кемдә лә эгоислыҡтың ниндәйҙер бер бөртөгө булырға тейештер. Үҙ-үҙен яратмаған, хөрмәт итмәгән кеше үҫешә алмай. Быныһы — психология ҡануны. Антропоцентризм (кешелек донъяһының үҙаңы, үҙҡиммәтле булыуы) үтә мөһим әһәмиәткә эйә, сөнки ул милләт-ара мәсьәләләргә лә ҡағыла. Уртасыл этноцентризм тойғоһо һәр милләт вәкиленә лә хастыр Башҡа милләт халыҡтарын хөрмәт итһәм дә, миндә үҙ башҡортома, үҙ ҡәүемемә айырыуса яҡынлыҡ, йылылыҡ, шәфҡәтлелек тойғолары йәшәй. Дингә ылығып киткән, ҡалыплаштырылған идеяларға тоғролоҡ һаҡлаған инсандар шәхестең тарихтағы, ғөмүмән, ысынбарлыҡтағы урынын һәм ролен инҡар итергә тырыша.
Беҙҙә тағы ла шундай бер ҡалып нығынған: йәнәһе, Тәбиғәт, Йыһан кешелеккә тиклем уңышһыҙ йәшәгән, әҙәм балаһын тәбиғи-тарихи үҫештең иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға күнеккәнбеҙ. Ләкин фани донъя кешеһеҙ ҙә йәшәгән, бының яҡшымы-түгелме икәнлеге генә беҙҙең өсөн билдәһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фәндә ғүмерҙә лә сиселмәҫлек мәсьәләләр байтаҡ, улар төрлө хөрәфәттәргә һәм диндәргә ныҡлы нигеҙ булып тора.
Телевидение каналдарының береһендә “Кешенән һуң донъя” тигән ҡыҙыҡлы фәнни-популяр фильмды йыш ҡына күрһәтәләр. Бәғзеләр уны фантастика, кемдәрҙер фәнгә ҡаршы сығыш тип ҡабул итте. Минеңсә, бик фәһемле фильм. Һуңғы осорҙа ғилми тикшеренеүҙәрҙәге яңы алымдар, моделләү ысулдары бөтә фәндәргә үтеп инде, шул иҫәптән тарих һәм антропологияға ла. Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле: ҡапыл кешелек Ер шарынан юҡҡа сыҡты икән, ти. Тәбиғәт нисек йәшәр? Был хәлде моделләү һис зыян итмәҫ ине. Буласаҡ экстремаль, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, булдырмау өсөн дә.

Кеше үҙен кеше иткән

Антропологияла тәбиғи факторҙарҙың ролен күренекле башҡорт ғалимәһе Розалия Солтангәрәева урыҫ телендә баҫылған “Великая сила чистого огня” тигән мәҡәләһендә аныҡ күрһәткән (Ватандаш. 2011, № 7). Башҡорт халыҡ йолаларында Уттың һәм Ҡояштың таҙартыусы, тергеҙеүсе, сафлаусы, үҙгәртеүсе көс-ҡеүәт сығанағы булараҡ сағылыуын ул шундай төплө, оҫта тасуир иткән. Ҡояш, Ер, Һауа йыл миҙгелдәре менән бәйләнгән һәр йоланың башланғыс рухи нигеҙен тәшкил итәлер. Бигерәк тә Ут (Ҡояш) һәм Ер боронғо йолаларҙа ғәйәт ҙур урын алып тора, тип иҫбатлай фольклорсы. Быныһы менән һис килешмәй булмай. Ер темаһы календарь тибындағы барса башҡорт байрамдарына, мәҫәлән, “Ҡарғатуй”, “Һабантуй”, “Ураҡтуй” кеүек йола байрамдарына ла хас. Әйткәндәй, нәҡ ошо миҙгелдәрҙә башҡорт кешеһенең хеҙмәт эшмәкәрлеге экстремаль көс-ҡеүәт һәм ғәҙәттән тыш көсөргәнешлек, иҫ киткес ҙур тырышлыҡ талап иткән.
Ә бына Ут темаһы йәйге ҡояш торошона бағышланған байрамда ғына ҙур урын алған. Донъяуи диндәр хакимлығы арҡаһында Ҡояш менән бәйле йолаларҙы халыҡ хәтеренән сығарырға тырыштылар, һәм улар бөтөнләй өйрәнелмәне. Ә беҙҙең көндәлек тормошта был боронғо ғөрөф-ғәҙәттәр һаман һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, мин ХIХ быуаттың ахырында тәрбиә һәм белем алған өләсәйемдең әйткәндәрен әле лә иҫләйем. “Утҡа төкөрмә — телең ҡорор”, — ти торғайны ул. Усаҡ алдында, ут янған мейес эргәһендә насар, яман һүҙҙәр әйтеү тыйылды. Ҡыҙыҡ, һыу менән уттың ҡапма-ҡаршылығы архаик бер тыйылыуҙа сағыла: башҡорттарҙа утҡа һыу һибеү ҡәтғи тыйылған булған. Өләсәйем беҙҙе, малай-шалайҙарҙы, “урманда йә яланда ут яндырмағыҙ, ә утҡа һыу һибә күрмәгеҙ”, тип киҫәтә торғайны. Утҡа һыу ҡойһаң, имеш, ҡоролоҡ була, тигән ҡалып, дөрөҫөрәге, хөрәфәт ҡалдырған боронғолар.
Ысынлап та, усаҡ (урыҫса очаг) — ут + саҡ (боронғо төрки телдә) — уттың барлыҡҡа килгән һәм һаҡланған урыны. Иң изге урын. Яңы тарих осоронда тыуған илде “милли усаҡ” тип юҡҡа ғына атамағандарҙыр. Уның хужабикәһе ҡатын-ҡыҙ затынан — Ана, Инәй, Әсәй. Башҡорттар шуның өсөн дә Утҡа, Ҡояшҡа, ҡатын кешегә — иң башта Әсәгә, Анаға — табынған. Заманында Ислам диненә күсһәләр ҙә, башҡорттар боронғо, традицион, архаик, халыҡсан инаныстарын һаҡлап ҡалған. Бөйөк урыҫ халҡы ла Европала, хатта бар донъя кимәлендә үҙенең тарихи мин-минлеген, рухи һәм матди ҡиммәттәрен борон-борондан һаҡлап алып килә. Сит-ят ҡәүемдәр, бүтән цивилизациялар ҡанундарына буйһонмайынса, уларҙың ыңғай, үҙенә яраҡлы ҡаҙаныштарын үҙләштереп, Ер шарында иң ҙур, иң ҡеүәтле күп милләтле дәүләт төҙөлгән. Урыҫ һәм башҡорт халыҡтарының тарихи-тәбиғи берләшеүенең төп сәбәбе уларҙың бик боронғо бер тамырҙан, Салауат Ғәлләмов иҫбатлауынса, һинд-иран-герман-балт-славян-фин-уғыр-төрки берлеге осоронан, дөйөм генетик-раса үҫешендәлер ул.
Ошо ыңғайҙан яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның фекерен килтермәйенсә булмай: “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡоронда Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында билдәле ғалим-антрополог Ринат ағай Йосоповтың сығышын иҫемә төшөрөп ултырҙым: “Башҡорт халҡының генетик коды, иң боронғо архитибы беҙҙең ҡатын-ҡыҙыбыҙҙа һаҡлана. Тикшеренеүҙәр ваҡытында бынан биш мең йыл элек йәшәгән ҡатын-ҡыҙ заты баш һөйәгенең бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың баш һөйәге менән бермә-бер тап килеүе асыҡланды. Ә башҡорт ир-егеттәренең генетик коды быуат һайын үҙгәреп, ҡырҡҡа төрләнеп бөткән...” — тигәйне ул. Тимәк, беҙ, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, меңәр йылдар буйы башҡорт милләтен һаҡлаусы булып торғанбыҙ”. Әлбиттә, шулай. Аҫыл зат вәкилдәрен беренсе урынға ҡуйған, уларҙың мәнфәғәттәренә өҫтөнлөк биргән йәмғиәт кенә бөгөн иҡтисади һәм технологик яҡтан үҫешә ала. Был — кире ҡаҡҡыһыҙ факт.
Дини тәғлимәттәр кеше эволюцияһы тарихын инҡар итә, тимәк, утты файҙалана башлауының иҫ киткес прогрессив әһәмиәтен, ут таба алыуға оҫталығын, кешелектең тарихи ҡаҙаныштарын танымай ҙа, таный ҙа алмай. Сөнки һәр күренешкә, һәр тарихи феноменға дини тәғлимәттә бер яуап — көллө бар нәмә, бар донъя тотошлай Аллаһ тарафынан яратылған, унда ниндәй үҫеш, ниндәй үҙгәреш булыуы мөмкин?! Материализм тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Быны немец философы Гегель үҙенең “Фәлсәфәүи фәндәр энциклопедияһы”нда, минең өсөн ғәйәт ҙур роль уйнаған “Рух феноменологияһы” тигән әҫәрҙәрендә ике йөҙ йыл элек инандырырлыҡ итеп дәлилләгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Вадим Ә.
    Вадим Ә. от 27.05.2013, 12:01
    Рияз Нияз улы беҙгә "Тарих фәлсәфәһе" тигән махсус курс уҡыны. Немец классик философияһын немец телендә һөйләп туранан тура руссаға тәржемә итеүсе берҙән бер уҡытыусы. Ышандырырлыҡ итеп аңлата. Бигерәк тә, Фридрих Ницше әҫәрҙәрен күп белә.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545