Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәсәне бар халыҡ йәшәр
Сәсәне бар халыҡ йәшәрРеспублика мәктәптәрендә мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙы яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе йыл да үткәрелә. Еңеүселәр республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Сибайҙа был йәһәттән эш күптән яйға һалынған. Ҡалала билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселегендә сәсәндәр мәктәбе уңышлы эшләй. Балаларҙа халҡыбыҙҙың ижадына, ғөрөф-ғәҙәтенә ҙур һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар уларҙың һәләтен асыуға һәм үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Шуға күрә лә “Урал батыр” эпосын башҡарырға теләгән йәш сәсәндәр йыл һайын арта бара. Быйыл бәйгелә ҡаланың 14 мәктәбенән көс һынаштылар. Жюри рәйесе Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, барыһы ла етди әҙерлек менән килгән. Костюмдар араһында махсус тегелгәндәре лә булған. Декорацияға, музыкаль биҙәлешкә ҙур иғтибар бирелгән.
— Бәйгеселәрҙең сәхнәлә үҙен ышаныслы тотоуына, ҡобайырҙы ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, дөңгөргә уйнап биҙәп ебәрә алыуына һоҡландыҡ, — ти Асия Солтан ҡыҙы. — Йәш сәсәндәр бәйгегә йыл да ниндәйҙер яңылыҡ индерә, ғәҙәти булмаған темаларға мөрәжәғәт итә, урындағы йолаларға таянып, легендаларҙың, риүәйәттәрҙең тарихын сәхнәләштерә. Быйылғы сығыштарҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ер мәсьәләләре өҫтөнлөк итте.
“Урал батыр” эпосын сит телдәрҙә башҡарыу ғәҙәткә инә бара. Әлеге сарала ла уны татар, ҡаҙаҡ, сыуаш, төрөк, әрмән һәм башҡа телдәрҙә һөйләнеләр. Сәсәне бар халыҡ йәшәрБындай осраҡта бала тарафынан әҫәрҙең йөкмәткеһе боҙолоу ихтималлығын күҙ уңында тотоп, эпосты киләсәктә тик башҡортса, урыҫса һәм инглизсә ятлау бурысы ҡуйылды.
Бәйгелә Сибай гимназия-интернаты, Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт, “Ирәндек” лицейҙары, ҡаланың 1-се, 7-се, 9-сы, 11-се мәктәптәре уҡыусылары ихлас ҡатнашты, юғары кимәлдә сығыш яһаны. Төп бүләк Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейынан Әлиә Ибраһимоваға бирелде. Ул тиҙҙән республика бәйгеһендә ҡаланың намыҫын яҡлаясаҡ. Эпосты сит телдә башҡарыусылар араһында 9-сы лицейҙан Ләйсән Алламоратоваға тиңләшеүсе булманы. Әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереүҙә иһә 1-се мәктәп уҡыусылары еңеүсе булып танылды. Викторина һорауҙары буйынса иң күп мәрәйҙе Сибай гимназия-интернатынан Гөлназ Ильясова йыйҙы.
“Сәсәне бар халыҡ йәшәр” тигән мәҡәл бар. Рухлы төбәктә Урал батыр вариҫтары йылдан-йыл арта икән, тимәк, милләтебеҙҙең тамыры ла, киләсәге лә ныҡлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545