Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хазиналар утрауында
Хазиналар утрауындаАяуһыҙ йәлләт балтаһы. Билдә һалыу өсөн хәреф-тамғалар. Бармаҡтарҙы ҡыҫыу өсөн ҡулайлама. Ҡул, аяҡ бығауҙары. Ошо имәнес язалау ҡоралдарын күргәс, тәнем земберләп китте. Ажарланған Балтик диңгеҙенең һалҡын тулҡындары йәнде ҡорошторҙо кеүек. Алыҫтағы ваҡиғалар, халҡыбыҙҙың аяныслы яҙмышы, азатлыҡ өсөн көрәше бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Батырыбыҙ Салауаттың һынамсыл ҡарашы сағылғандай тойолдо…

Республикабыҙҙың Милли музейында бер мин генә ошондай тойғолар кисермәгәнмендер. Был илаһи йорттоң тупһаһын ашатлап үтеү менән гүйә һинең алда бындағы һәр ҡомартҡы үҙе тарих һөйләй, үткәндәрҙе бәйән итә.
Йәнә шуныһы иғтибарға лайыҡ: илдә көн дә эш сәғәтен үҙ гимны менән башлаған берҙән-бер ойошма ул. Был хаҡта музейҙың генераль директоры Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин шулай ти:
— Гимн яҙыу идеяһы Милли музейҙың үҫеш тарихы хаҡында китап әҙерләгәндә тыуҙы. Шунда уҡ һүҙҙәрен яҙып ҡуйҙым да композитор Илшат Хәлиловҡа көй һалырға бирҙем…
Тәбиғәтте, тарихты, матди һәм рухи-мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау, өйрәнеү, халыҡҡа танытыу эшен алып барған бина 1864 йылда Өфө губерна музейы булараҡ ойошторола. Тиҙҙән айырым кешеләрҙән, губернаның урындағы дәүләт һәм йәмәғәт учреждениеларынан бихисап экспонат килә башлай. Бөгөн иһә ул илдә иң оло музейҙарҙан һанала. Залдарҙың ҙурлығы, ҡомартҡыларҙың күплеге буйынса уға еткәндәр юҡтыр.
Музейҙың тәбиғәт, археология, тыуған яҡ тарихы, этнография буйынса дүрт бүлеге бар. Уларҙағы бөтә хазинаны һанап бөтөрөү мөмкин түгел. 103 “йәшлек” ҡара ҡауҙы толобо, бынан 20 – 30 йыл элек йәшәгән мәмерйә айыуы һөлдәһе лә уйланырға мәжбүр итә. Баҡһаң, ғалимдар Белорет урмандарында мәмерйә айыуҙары ҡалдыҡтары менән тулы бер мәмерйә тапҡан. Хатта Уралда табылған ике тәгәрмәсле һуғыш арбаһы ла – оло тарих шаһиты. Белгестәр был экспонат Мысырҙың ике тәгәрмәсле һуғыш арбаһынан 600 йылға иртәрәк яһалған тигән ҡарашта.
— Һәр ҡомартҡы – ул беҙҙең тарих, – тип һүҙен дауам итә Ғәли Фәйзрахман улы. – Ваҡыт үҙгәреп тора, беҙ эҙләнергә, кәштәләрҙе яңы экспонаттар менән байытып торорға тейеш. Шуға ла йыл һайын археологик, этнографик экспедициялар ойошторабыҙ. Үкенескә ҡаршы, хәҙерге көндә йөҙ йыллыҡ этнография әйберҙәрен табыуы ауыр.
Был араларҙа башҡорт ауылдары хаҡында мәғлүмәттәр йыябыҙ, ғилми тикшеренеүҙәр алып барыла. Ауылдарыбыҙҙың тарихын өйрәнеү – иң мөһим бурысыбыҙҙың береһе.
– Әлбиттә, бындай сәйәхәттәр эҙһеҙ үтмәйҙер…
– Дөрөҫ, сәфәр һайын ниндәй ҙә булһа әһәмиәтле табышҡа юлығабыҙ. Мәҫәлән, Баймаҡ районында Иранда XIII быуатта уҡ эшләнгән ҡара һауыты табылды.
– Ун өсөнсө быуатта? Уныһын нисек асыҡланығыҙ?
– Тәүҙә нимә икәнлеген аныҡ ҡына белмәгәндәр, шуға ла атрибуция үткәрә алмағандар. Бер саҡ Эрмитаждағы кәңәшмәлә китап бүләк иттеләр, шуны ҡарап ултырһам, ошондай уҡ ҡара һауытына юлыҡтым. Ныҡлап тикшереп ҡараһам, бөтә үлсәмдәре тап килә. Эрмитажға шылтыратҡайныҡ, аптырап киттеләр. “Һеҙ ысын асыш яһағанһығыҙ. Был ҡара һауыты 1225 – 1245 йылдарҙа Иранда ни бары дүрт мең данала ҡулдан эшләнгән, бөгөнгә ҡәҙәр Эрмитажда, Англияла һәм Иранда ғына һаҡланған. Тимәк, дүртенсеһе – һеҙҙә”, – тинеләр.
– Ҡиммәт торалыр?
– Әлбиттә! Алтын, көмөш, бронза ҡушып эшләнгән. Әлеге хаҡы 30 мең доллар самаһы.
– Шул тиклем ерҙән беҙҙең яҡтарға нисек килеп юлыҡты икән?
– Әүәл Көньяҡ Урал аша сауҙагәрҙәр юлы үткән, тимәк, Ирандан да каруандар йөрөгән. Минең фаразлауымса, улар араһында хандың йәки әмирҙең яҙыусыһы ла булған. Сәфәр ваҡытында ниндәйҙер ваҡиғаға, бәрелешкә юлыҡҡандарҙыр тип уйлайым. Ҡайһы берәүҙәр борон башҡорт белемһеҙ, наҙан булған тигән хата фекерҙә. Әлеге табыш бындай ҡарашты кире ҡаға. Тимәк, шул замандарҙа уҡ беҙҙең халыҡ ниндәйҙер белемгә эйә булған.
– Иң ҡиммәтле ҡомартҡы тип нимәне әйтер инегеҙ?
– Музей хеҙмәткәрҙәренә бындағы һәр экспонат ҡәҙерле. Ә бына башҡорт халҡы өсөн иң әһәмиәтлеһе – Салауат батырыбыҙҙың эйәре, ҡылысы, төйәгебеҙҙең ниндәй бай булыуын раҫлаған алтын киҫәге, тиер инем.
– Баймаҡ районында табылған “Ирәндек айыуы”н әйтәһегеҙҙер…
– Эйе, уның ауырлығы 4 килограмм 788 грамм, хаҡы биш-алты миллион һум самаһы.
– Йыш ҡына “хәҙер халыҡ үҙгәрҙе, рухиәткә иғтибар кәмене” тигәндәрен ишетергә тура килә. Музейға халыҡ йөрөймө?
– Әле әйтелгән ҡараш төптө хата. Музейҙар менән уҡыусылар белем усағынан таныша. Бөгөн республикала алты йөҙҙән ашыу мәктәп музейы бар. Былар үҙ сиратында кесе йәштән балаларҙа мәҙәни, рухи байлыҡҡа мөхәббәт уятыуға булышлыҡ итә. Беҙгә төрлө быуын кешеләре эркелеп йөрөй. Сит илдәрҙән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгәндәр бындағы байлыҡҡа һоҡланып бөтә алмай.
– Әйткәндәй, Дмитрий Медведев Рәсәй Президенты вазифаһында булғанда Өфөгә килгәйне. Шул саҡ Конресс-холда күсмә күргәҙмә ойошторолғайны шикелле…
– Дөрөҫ.
– Айырыуса нимәне ҡыҙыҡһынып ҡаранылар?
– Мәғлүм булыуынса, 1813 йылда Наполеон армияһына ҡаршы көрәштә бишенсе башҡорт полкына ҡаһарманлығы өсөн байраҡ бүләк ителгән. 1918 йылда Юденичҡа ҡаршы көрәшеп, социалистик революцияны яҡлаған өсөн башҡорт кавалерия корпусына Петроград ҡалаһы Советы биргән байраҡ та һаҡлана. Күргәҙмәгә йәнә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағын ҡуйғайныҡ. Дмитрий Медведевҡа: “Был өс байраҡ та Рәсәйгә ҡурҡыныс янаған ваҡытта башҡорт халҡының үҙен аямай алышыуы, батырлығы хаҡында һөйләй. Башҡорттар һәр ваҡыт Рәсәй менән бергә булды”, – тигәс, ул “молодцы” тип ҡулды ҡыҫты. Бер аҙҙан, залға сыҡҡас: “Әле генә беҙгә байраҡтар күрһәттеләр, уларҙың тарихтағы әһәмиәтен онотоу мөмкин түгел”, – тип башланы сығышын.
– Киләһе йыл Милли музей үҙенең 150 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Был йәһәттән әҙерлек эштәре баралыр бит…
– Әлбиттә, был бәләкәй дата түгел. Республикабыҙҙағы барлыҡ халыҡтарҙың хазинаһын үҙенә туплаған утрау тиер инем мин был бинаны. Бөгөн Төркиәләге Истанбул ҡалаһының Топкапы паркында “Башҡорт халҡының тарихы һәм этнографияһы” тигән музей эшләй, Санкт-Петербургтағы Зәки Вәлиди музейынан да халыҡ өҙөлмәй. Билдәле булыуынса, Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев музейы бар ине, әммә, яңы бинаға күсеүҙәре сәбәпле, экспозиция һүтелгән. Беҙҙең алда уны тергеҙеү бурысы тора. Шуныһы ҡыуаныслы: Палдиски халҡы Салауат Юлаевты сикһеҙ ихтирам итә, ул һуңғы ғүмерен үткәргән төрмә бинаһы әлегәсә һаҡланып ҡалған, каторжандар төҙөгән сиркәү ҙә бар. Бөгөн ҡалала “Салауат Юлаев” тигән клуб ойошторолған.
– Бөтә кеше лә музейҙа эшләй аламы?
— Юҡ, әлбиттә! Музей эше күңел торошона бәйле. Әгәр ҙә һин аҡса эшләү уйы менән генә янаһың икән, тимәк, бында үҙеңә урын таба алмайһың. Тарихи ваҡиғаларҙы, ҡомартҡыларҙы халыҡҡа матур, дөрөҫ итеп күрһәтә белеү – үҙе бер ижад. Ғөмүмән, эшебеҙ ҙур яуаплылыҡ талап итә.
– Әйткәндәй, Ғәли Фәйзрахман улы, һеҙ – хәрби кеше. Афған яуында сынығыу алғанһығыҙ. Кинәт кенә бөтөнләй икенсе юҫыҡта эшләй башлауҙы нисек ҡабул иттегеҙ?
– Һеҙ шулай тип һорағас, мәктәп йылдары иҫкә төштө. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы Мостафа Хәсәнов музей ойошторайыҡ тигәс, дәртләнеп йөрөп ҡомартҡылар ташығаным, хатта шуның өсөн “бишле” алғаным хәтерҙә ҡалған. Тимәк, был йүнәлештә бәләкәйҙән әҙерлекле булғанмын тип әйтә алам. Әлбиттә, белем етешмәүе аңлашыла ине, шуға ла Силәбеләге мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында ситтән тороп белем алдым.
— Ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Изге эшегеҙҙә уңыштар насип итһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566