Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кәрт уйыныӨйҙөң ишеге асылыу менән йәш Буян, ике күҙен мөлдөрәтеп, ниҙер һиҙенгәндәй тыпырлап ҡуйҙы. Уның йөрәге, әйтерһең, бына-бына күкрәк ситлегенән сығып осор кеүек. Ашҡына, һарай ишеген ҡайырып сығырҙай алға талпына. Хужа кеше, бар донъяһын онотоп, аҡһай-аҡһай, сабыйҙай һөйөп үҫтергән, ике аҙна күрмәгән малҡайы янына ашыҡты. Буяны әле бер, әле икенсе алғы аяғын күтәреп, үҙенсә генә тауыш бирҙе. Башын юғары тотоп бышҡырып ҡуйғас, муйынына таҡҡан еҙ ҡыңғырауы саң ҡаҡты. Хужабикәгә байрам ҡыңғырауҙары йырлап ҡаршы алғандай тойолдо. Марияның күңеле тулып китте. Күҙҙәрен ҡаплаған шатлыҡ йәштәрен яулыҡ осо менән һөрттө лә: "Йә, Хоҙайым, был матур көндө лә күрергә яҙған бит! Рәхмәт, раббым, — тип аты янына килде. — Буяным минең! Аҡыллым! Нисек кенә көн һәм төндәреңде үткәрҙең? Юҡһындыңмы мине? Ә миңә һинең хаҡта уйҙарым көс бирҙе. Ике аҙна үҙеңдән айырылып, дауаханала яттым. Аллаһыға шөкөр, күрәһең, аҡһап ҡына йөрөһәм дә, иҫәнмен әле. Шөкөр, Буяным! Ана теге, таш бәғер, нисегерәк мине яфаланы! Ахыр сиктә бысаҡ, күҫәктәр күтәреп енләнде! Ул бит Аллаһыҙ бәндә! Тәүбә-тәүбә, бер тапҡыр ҙа сиркәүгә барып, иманына ҡайтып суҡынғаны ла юҡ. Барыһын да һин һиҙәһең кеүек, аҡыллым! Мине уның кеүек танының, биттәремә ҡағылып, тынып ҡалдың. Ярат һәм тоғро бул, минең Буяным! Хәҙер беҙ икәү донъя көтәсәкбеҙ. Теге "ғазраил"ды изоляторға япҡандар буғай. Әйҙә ятһын, ул бик тә хәйләкәр, аҡланырға юлын табыр. Табыр ҙа, кемде лә булһа ғәйепләп, үҙен аҡлар ул!" Мария тынып ҡалды.
Буян, әйтерһең дә, Марияның сер бүлешкәнен аңланы, оҙон керпекле ҙур ҡуңыр күҙҙәрен йоммайынса тыңлап торҙо ла, ҡатындың ҡулындағы хуш еҫле икмәк киҫәктәрен ауыҙына алғас, йәнә бышҡырып, бейеп алды. "Аңланым, Буяным, һин мине һағынғанһың, шатланаһың! Шатлан, беҙ иҫән! Бына тәмле күстәнәсем, — тип ҡатын икенсе ҡулы менән кеҫәһенә үрелде һәм шәкәр шаҡмаҡтары алды. — Яла, ал усымдан! Бына бер аҙнанан һиңә бер йәш тула, ниндәй аҫыл булып үҫеп киләһең, күҙ теймәһен, кәүҙәләрең ялтырап тора, бәғеркәйем! Әлдә һин бар, мине аңлаусым, ҡолонҡайым!..
Мин бит һине донъяға тартып алдым, арт аяғың менән тыуҙың һин! Арғы ос Мансур саҡырғас, барҙым инде, әммә доктор ялда, тинеләр. Ә минең өсөн дүрт аяҡлы бәпәйҙәрҙе ҡулға алыу, ярҙам итеү беренсе тапҡыр түгел бит, ә һин аяғыңа баҫа алманың. Артҡы аяғың һелкенеп тора ине, мин урынына ултырттым, һин белмәйһең шул".
Шул ваҡыт Буян аҡрын ғына үрелеп, хужабикәһенең еңенән тартып ҡуйҙы һәм, ҡанаттарын йәйеп осорға әҙерләнгәндәй, ҡолаҡтарын төшөрөп алға ынтылды. Мария, уның муйынына башын ҡуйып: "Вәт, тилекәйем, ашыҡма! Үҙеңде йәй буйы ат көтөүенә сығарырмын, әле яҙғы тамсылар тама, ҡоштарыбыҙ ҡайта. Шулай шул, тыуған ер ғәзиз һәм ҡәҙерле, әле ике аҙнала тыуған өйөмдө бер күреүгә зарыҡтым, ә киткән ҡоштарға, Хоҙайым, ярҙам бир!" — тип суҡынып алды. Ваҡыт үткәнен дә һиҙмәне ул. Хәйерле көн теләп, рәхмәтен әйтеп, шатлыҡ йәштәрен йота-йота һарайҙан сыҡҡас, ҡулындағы таяғына таянып, аҡһай-аҡһай сиркәү яғына йүнәлде.
* * *
Марияның ире Николайҙы изоляторға килтерҙеләр. Ул кереү менән камералағы ир-егеткә баш ҡағып ҡына тәүләп сәләмен бирҙе лә үҙенә күрһәтелән түшәккә барып ултырҙы:
— Привет, ребята! Как здесь, а? — тип һүҙ ҙә башланы.
Күршеһендәге урта йәштәрҙәге егет, Николайҙың койка өҫтөнә һалған әйберҙәренә күҙ ташлап:
— Отлично! На завтрак — черная икра, кофе, красная рыба. В общем, нимә теләйһең, шул бар, брат! Кормят отлично, тағы ниндәй һорауҙар булыр, Толстяк?! — тип көлөмһөрәне. Шулай Николайға беренсе көндән үк "Толстяк" тигән ҡушамат тағып ҡуйҙылар.
Ә ҡаршыһындағы оҙон һәм ҡаҡса буйлы егет, ҡулындағы бәләкәй ҡәләме менән ниҙер һыҙғылап, һорауҙарын, талаптарын теҙеп алып китте:
— Һин бында ни өсөн килеп ҡунаҡланың? Ҡайҙан, ҡайһы тарафтан? Капиталың бармы? Баҡсаңда ниҙәр үҫә? Мәк түтәлдәрең нисегерәк, ә? Беҙҙең төркөмгә килеп керҙең, һин беҙгә буйһонорға тейешһең, вәт! Ниндәй гонаһ эшләп бында кергәнең беҙгә мәғлүм, можешь аҡланмаҫҡа, Толстяк. Аҡланып, иреккә сығыу тураһында хыялланма әле!
Николай тәрән һулап, шешкән аяҡтарын, ауыр кәүҙәһен көскә күтәреп, койкаға менеп ятты. Йөрәге ситлектәге ҡоштай тыпырсынды, бар көсөнә дөбөрҙәтеп тибергә тотондо. Ир, аҡрын ғына ҡулын күкрәгенә ҡуйып: "Был бөтөнләй шашты, шул ғына етмәгән! Ҡан баҫымы күтәрелә. Вәт, ҡәһәр һуҡҡыры! Бер ағас аяҡ, таҡта оса өсөн! Кем минең өҫтән яҙҙы икән? Ярай, асыҡларбыҙ, ваҡыт ҡына үтһен. Әммә уныһы оҙаҡ үтә, ҡәһәрең", — тип эске донъяһын, ҡара уйҙарын аҡтарҙы ла, үҙе лә һиҙмәҫтән иҙәнгә төкөрҙө, аҙаҡ йоҡомһорап китте. Әммә шунда уҡ: "Беҙҙә төкөрмәйҙәр! Нисек төкөрҙөң, шулай ялап ал!" — тигәнгә күҙҙәрен асты һәм: "Аңлашылды", — тип уларса эшләне.
Төшкө ашҡа кәбеҫтә һурпаһы, һоло бутҡаһы менән бер киҫәк хек балығы һәм уның өҫтөнә икешәр киҫәк ҡара икмәк бирҙеләр. Николай ашты ҡалаҡ менән һоҫоп торманы, күтәреп эсеп ҡуйҙы, тимер тәрилкәләгеһен бөтөнләй ашаманы. Ә күршеләге егет тиҙ генә сеүәтәһен ялап ҡуйҙы ла:
— Толстяк, һин миңә второй блюдоңды көн дә биреп тор, йәме! Һинең былай ҙа ҡорһағың ҙур, — тип мыҫҡыллы йылмайҙы.
Көндәр, аҙналар үткәне һиҙелмәне лә. Һәр береһенә туғандары, яҡындары килтергән әйберҙәрен тапшырҙылар, өс аҙна тулыуға, Николайға ла ҡатыны Мария ебәргән күстәнәстәрҙе килтерҙеләр. Ҡаҡланған колбаса, сало, өс ҡап сәй, тәмәке һәм ике ойоҡ, ә уның аҫтында — асыҡ хат.
Күстәнәстәрен алып койкаһына ҡуйыу менән, күршеһе уларҙы өҫтәлгә күсерҙе лә:
— Хорошее сало! — тип ҡорһағын һыйпап ҡуйҙы. Николай уға иғтибар итмәйенсә, ҡатынынан алған хатты уҡырға тотондо. "Хәйерле көн, Николай! Беҙ элеккесә йәшәп ятыуҙа. Мин дә, Наташа ла дауахананан сыҡтыҡ, яраһындағы ептәрҙе алдылар, төҙәлә, төнәтмәләр бик ярҙам итте, минең дә аяғым йөрөрлөк, үҙеңдең хәлдәрең нисек? Яныңа бара алмайым, хәҙергә йыраҡ йөрөргә ҡушмаЮйылмаҫ эҙ ҡалдырҙыны табиптар..."
(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566