Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йола тотҡан хур булмаҫ
Йола тотҡан хур булмаҫХалҡыбыҙ борон-борондан һәр эште матур йолаға әйләндереп, ябай ғына күренештән дә ҙур байрам яһап йәшәй белгән. Тик шуныһы үкенесле: заманалар үҙгәргән һайын, ошо күркәм йолаларыбыҙ ҙа юҡҡа сыға бара.

Шуға ҡарамаҫтан, һуңғы ваҡытта онотолған ҡайһы бер боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә тырышҡан ауылдар ҙа бар. Шуларҙың береһе — яҙҙы ҡаршылауға бәйле “Баш ашы” байрамы — Стәрлетамаҡ районында уҙҙы. Ул яҙғы сәсеү алдынан уҙғарылыр булған. Ҡышҡылыҡҡа һуғым һуйып, түшкәнең баш-тояғы тороп ҡалғас, баш итенән аш бешереп, һалма һалып, ҡоротлап һурпа әҙерләгәндәр. Уның янына баш-тояҡ итенән дерелдәүек һәм башҡа һый-ниғмәттәр ҙә ҡуйғандар. Был көндә ауыл халҡы, күрше-күлән бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырып һыйлар булған.
Ә бына өс ҡаланың эре нефть химияһы предприятиелары солғанышында ҡалған Стәрлетамаҡ районының төп башҡорт ауылдары — Айыусы, Мырҙаш, Мәҡсүт — халҡының әле лә ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, йолаларыбыҙҙы юғалтмаҫҡа тырышып йәшәүе — үҙе бер ҡыуаныс. Онотолоп барған “Баш ашы” байрамының Айыусы ауылы мәҙәниәт йортонда гөрләп уҙыуы тап ошо хаҡта һөйләй. Был матур йоланы данлыҡлы “Юрматы” халыҡ фольклор ансамбле күрһәтте.
Йола тотҡан хур булмаҫ...Сәхнә уртаһындағы һикелә борлап самауыр ҡайнап ултыра, асығауыҙ, ҡаҙы, ҡорот кеүек ризыҡтар менән тулы табын. Күҙҙең яуын алып торған милли кейемдәрҙәге апайҙар, инәйҙәр, йәш ҡыҙҙар таҡмаҡтар әйтә-әйтә уйнап-бейеп, күңелдәрҙе рухландырып ебәрҙе. Хужабикәнең һый-хөрмәтенән ауыҙ иткәндән һуң улар, Тәңребеҙгә рәхмәттәр әйтеп:
Елберҙәшеп торһондар,
Ҡотто һаҡлап торһондар,
Яман күҙҙән һаҡлаһындар,
Татыулыҡты маҡтаһындар.
Йоҡмаһын беҙгә сирҙәр,
Имен килһендәр йылдар.
Сырхау-зәхмәт юҡ булһын,
Бала-саға туҡ булһын,
— тип һамаҡлай-һамаҡлай йорт алдында үҫеп ултырған ағас ботаҡтарына тәңкәле таҫмалар таҡты.
“Баш ашы” йолаһы күрһәтелгәндән һуң концерт дауам итте. Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙары был ауылдарҙа ни тиклем ғәмле, көслө рухлы халыҡ йәшәүе тураһында һөйләй. Рәхим Шафиҡов күкрәк киреп башҡарған “Ҡара урман”ды, “Оҙон көй” конкурсы лауреаты Шәкирә Байғотлинаның “Илсе Ғайса”һын, Миңнур Ихсанова башҡарған “Шәүрәкәй”ҙе йотлоғоп тыңланы тамашаға килеүселәр. Флүс Сәғиҙуллин, Гөлнәзирә Биккинина, Зөлфиә Аҙнаеваларҙың сығышы ла күңелдәргә хуш килде.
Дәртле лә инде Айыусы халҡы! Мәҙәниәт йорто директоры Илмир Туйгилдиндың ҡурайҙа һыҙҙырып ебәреүе булды, залдағылар араһынан ойотоп бейергә төшөп китеүселәр ҙә табылды.
“Баш ашы”на Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Сәйҙәш Сәсәнбаев та килгәйне. “Бындай байрам һуңғы ваҡытта бер ҡайҙа ла үткәрелгәне юҡ ине. Бөгөнгө матур башланғыстың дауамлы булырына ышанам. Күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә Интернет аша күреп ҡалыр, һәм уларҙа ла, “Ҡарға бутҡаһы”, “Ҡаҙ өмәһе” менән бер рәттән, “Баш ашы” йолаһы ла тергеҙелер тип уйлайым”, — тине Сәйҙәш Ләбиб улы. Ул шулай уҡ “Юрматы” ансамблендә тиҫтәләгән йылдар әүҙем ҡатнашып килгән Зәлифә Йәләеваны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Ә һуңынан инде тамашаны ойоштороусы Наилә Хәйбуллина барыһын да “Баш ашы”на саҡырҙы. Мәҙәниәт һарайы фойеһындағы табында ултырыусы өлкән ағайҙар, апайҙар бала саҡтарына ҡайтҡандай булды. “Әсәйем бешергән һалмалы ашты иҫкә төшөрҙө был”, — тине бер ағай, күҙҙәре йәшләнеп.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 055

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571