Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мәрйәм әсәйХоҙай үҙ бәндәһен яралтып, донъялыҡҡа тыуҙырғанда уға бихисап бурыстар, атҡарасаҡ ғәмәлдәр йөкмәтеп, кешелеккә ебәрә, тиҙәр. Бурыстарҙың иң мөһимдәре: Аллаһы Тәғәләнең бөйөк һәм берҙән-бер икәнен таныу, атай-әсәйеңде, туғандарыңды, бауырҙаштарыңды хөрмәт итеү, уларға илтифат күрһәтеү, үҙеңдән һуң лайыҡлы тоҡом — балалар ҡалдырыу, кешене яратыу, үҙ асылыңа, иманға тоғро булыу, тәбиғәтте һаҡлау һәм уны исрафламау һ.б. Бурыстар һәм ғәмәлдәр һанһыҙ, бихисап, әммә быларҙан тыш Хоҙай һәр бәндәһенә донъялыҡта башҡарасаҡ төп бурысын да йөкмәтә. Уны икенсе төрлө «тәғәйенләнеш» тип тә атайҙар.
Минеңсә, әле ил инәһе йәшенә еткән, етмешен тултырған күренекле яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, милләтебеҙҙең һәр балаһын үҙ балаһындай яҡын күреүсе уҡытыусы-новатор, милләтебеҙ балҡышы Мәрйәм Бураҡаеваның бындай тәғәйенләнеше — әсә булыуҙыр ул. Юҡҡа ғынамы боронғо йәһүд телендә Мәрйәм исеме әсә тигәнде аңлатмай.

Мәрйәм апай менән бик күп тапҡыр сәфәрҙәш булырға тура килде. Ул сәфәрҙәрҙең иң онотолмаѕ миҙгелдәре, әлбиттә, оҙон-оҙон юлдарҙы ҡыѕҡартып, апай менән ҡорған бәхәстәргә һәм әңгәмәләргә ҡайтып ҡала. Уның менән ниндәй генә темаға һөйләшһәң дә, һәр ваҡыт үҙеңә күңелеңде балҡытыр яңы мәғлүмәт, зиһенеңде яҡтыртыр кинәйәле фекер алаһың. Мин, үҙемсә, ул бәхәстәрҙе һәм әңгәмәләрҙе, “Мәрйәм Бураҡаева дәрестәре” йә халыҡ педагогикаһы буйынса яҙған китаптары кеүек, “Тормош һабаҡтары” тип атар инем.
Мәрйәм апай менән сәфәрҙәш булыуы бик күңелле. Ул һәр ваҡыт юлда килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе, ҡаршылыҡтарҙы онотолмаѕ байрамға, ғүмер буйы хәтереңдә һаҡланыр зауыҡлы һәм көлкөлө ваҡиғаға әүерелдерә лә ҡуя. Бер ваҡытта ла юлдаштарына күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә юл ҡуймай ул.
Шундай ваҡиғаларҙың береһе Хәйбулла районында командировкала йөрөгәндә булды. Ул саҡта Мәрйәм апай беҙҙең “Киске Өфө” гәзите редакцияһында эшләй ине. Беҙ ошо райондың Мәмбәт ауылында үткән сарала ҡатнаштыҡ та, артабан дала буйлап туп-тураға тартып, юлһыҙ ерҙән Ергән ауылына табан юл алдыҡ. Далала йөрөгән кеше беҙҙе аңлайҙыр, дүрт яғың да сикһеҙлеккә һуҙылған ерҙә китеп барғанда күңелгә шунда уҡ шул сикһеҙлектең үҙе кеүек тойолған шомланыу килеп инә. Тоѕҡалып йүнәлеш алырлыҡ бер генә юл да, йылға ла, тау ҙа, хатта йомран да күренмәй. Шулай итеп, даланың ҡап уртаһында ҡайҙа барырға белмәйенсә, аҙашып туҡталып ҡалдыҡ. Бер нәмәгә лә ҡарамайынса, алға, тик алға барыр инек, бының менән күңелдәге шом ҙурая ғына төшә. Ярай, һис юғы телефон тота икән, ярҙам һорап Ергәндә беҙҙе көтөп тороусы кешегә шылтыраттыҡ. Хәлебеҙҙе аңлатыуыбыҙ булды, ул: “Һеҙ ҡайһы ерҙә тораһығыҙ һуң?” — тип һорай ҡуйҙы. Мин ян-яғыма ҡаранып, ыҡ-мыҡ иттем, шул саҡ Мәрйәм апай ярҙамға килде. Ул баш особоҙҙағы ҙур ҡара болотҡа ишаралап: “Ҡаршыбыҙҙа крокодилға оҡшаған болот тора, тип әйт”, — тине. Мин был һүҙҙе теге кешегә әйтеүем булды, ул: “Аңлашылды, улай булғас, килгән яғығыҙға 180 градусҡа боролоғоҙ ҙа, шунан бер яҡҡа ла боролмай тура атлаһағыҙ, бер саҡрымдан йылғаға барып сығырһығыҙ. Шунан йылға үренә табан китһәгеҙ, Ергәнгә лә килеп етерһегеҙ”, — тип беҙгә юл өйрәтте.
Һөҙөмтәлә нимә булды тиһегеҙме? Беҙ тап шул кеше өйрәткәнсә иттек һәм ярты сәғәттән Ергән ауылына барып та керҙек. Баҡтиһәң, дүрт яғы икһеҙ-сикһеҙ һуҙылған дала күгенең болото әллә ҡайҙан күренеп тора икән дә. Әлбиттә, Мәрйәм апай, килеп тыуған сетерекле хәлдән үҙенсә “крокодилға оҡшаған болот” образын уйлап сығарҙы. Бының менән ул беҙҙең күңелде лә күтәрҙе, бер юлы аҙашыуҙан да ҡотҡарҙы. Тик халҡының рухи халәтен яҡшы тойған, тарихын яҡшы белгән, уның ижады ҡеүәтен үҙендә балҡытҡан кеше генә ошондайын ваҡиғалар шауҡымында ла юғалып ҡалмайҙыр, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйҙер. Был ваҡиға хәҙер инде Хәйбулла яғында лаҡап булып йөрөй.
1987 йылдың көҙ айы. Яҙыусы Мәрйәм апай Бураҡаева, педагог-ғалим Рафаэль ағай Аҙнағолов һәм беҙ, ул саҡтағы йәш журналистар — «Йәншишмә» гәзитенән Ғәбиҙулла Зарипов (мәрхүм инде), «Башҡортостан» гәзитенән Тәлғәт Шаһманов һәм мин — Силәбенең тимер юл вокзалында Өфөгә поезд килгәнен көтәбеҙ. Ҡурған өлкәһенең Әлмән, Сафакүл райондарының башҡорт ауылдарында булып, уларҙа туған тел уҡытыу мәсьәләһен өйрәнеп, командировканан ҡайтып килеүебеҙ. Тимер юл вокзалының икенсе ҡатындағы буфетта аяҡ өѕтө тороп тамаҡ ялғайбыҙ. Шул саҡ яныбыҙға апаруҡ ҡына таушалған кейемдәге, ҡиәфәтенә ҡарағанда байтаҡ ҡына ваҡыт тәғәм дә ризыҡ ҡапмағаны һәм йыуынмағаны, йоҡламағаны беленеп торған ҡаҡса ир килде лә, беҙгә ҡарап:
— Ҡайһындай ҙа бәхетле әсәй менән бәхетле атай һеҙ. Шундай ҙур үѕкән, итәғәтле, аҡыллы улдарығыҙ бар. Улдарығыҙ үҙегеҙгә оҡшаған, — тип, тота килеп беҙҙе маҡтай башламаһынмы.
Бер аҙҙан ул күптән түгел төрмәнән сығыуы, күптән ашамағаны хаҡында ла әйтеп ысҡындырҙы. Беҙҙе уның ни өсөн маҡтауының маҡсаты ла аңлашыла төштө. Уның күп мәғәнәле һәм кинәйәле һүҙҙәренә яуап итеп, Мәрйәм апай уға ашарға ризыҡ, эсергә сәй алып бирҙе. Ул арала беҙҙең әүҡәтләнеү ҙә тамамланды, диктор Өфө тарафына поезд килеүен хәбәр итте. Беҙ перронға ашыҡтыҡ. Ә алдына көтөлмәгән ризыҡ килеп ултырып, оло мәрхәмәтлеккә юлыҡҡан теге ир Мәрйәм апайға һәм беҙгә ҙур бәхеттәр юрап, үҙ дине лөғәтендә Хоҙайға мөрәжәғәт итеп тороп ҡалды.
Ул ваҡиғаға ике тиѕтәнән ашыу ваҡыт үтһә лә, беҙ һаман да Мәрйәм апай менән Рафаэль ағайҙы шаяртып «әсәй», «атай» тип атап йөрөтәбеҙ. Миңә, бигерәк тә үҙ әсәйемдең исеме Мәрйәм булған кешегә, Мәрйәм апайҙың исеме янында «әсәй» тигән һүҙҙең йәнәш тороуы исем һәм есем бәйләнештәрен бермә-бер нығыта кеүек. Улай ғына ла түгел, улар икеһе лә бер үк мәғәнәне аңлата төѕлө. Әгәр ҙә боронғо йәһүдтәр телендә Мәрйәм исеме әсәй тигәнде аңлатҡан икән, был да юҡтан ғына булмағандыр. Был — беренсенән, икенсенән, Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһенең исеме лә Мәрйәм булған (Мать Мария) бит. Ошоларҙан сығып, боронғо заманда йәшәгән кешеләрҙең әсәйҙе Мәрйәм тип атауын да инҡар итеп булмай. Исем менән есем тап килеүе, тимәк, ҡан, генетика кимәлендә аңлашылған хәҡиҡәт. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың яратҡан уҡытыусыһы Мәрйәм Ғималоваға ихтирам, уға ҡарата йылы мөнәсәбәт һаҡлауы миѕалы ла Мәрйәм исеменең асылын бермә-бер раѕлап торғандай.
«Исеменә күрә — есеме», тиҙәр. Был осраҡта беҙ «Есеменә күрә — исеме» тип тә әйтә алабыҙ. Халыҡта тағы ла «Кеше булараҡ үҙ исемен лайыҡлы аҡланы» тигән һүҙбәйләнеш тә бар. Шуға күрә Мәрйәм апай Бураҡаеваның исеме ишетелеүе була, аңымда һәм телемдә «әсәй» һүҙе һәм төшөнсәһе барлыҡҡа килә, күҙ алдыма баҡыйлыҡҡа күскән үҙ әсәмдең изге һыны килеп баѕа. Теге саҡта Силәбе тимер юлы вокзалындағы ирҙең, үҙе лә белмәѕтән, бәлки, һиҙептер ҙә, яңылыш хәбәр һөйләмәгәнен дә аңлағандай булам был саҡта. Мәрйәм апай үҙе мине ҡиәмәтлек улым тип атап йөрөтә.
Мәрйәм Бураҡаеваның милләтебеҙ өсөн ниндәй ҡаһарман шәхес икәнлеген, ниндәй һоҡланғыс хеҙмәттәр күрһәткәнен иѕбатларға ла, уларҙы һанап сығырға ла йыйынмайым. Мәрйәм апай быларға мохтаж да түгел. «Ысын батырлыҡ матур маҡтауҙарға мохтаж түгел» тиҙәр. Шулай ҙа уның ниндәй генә эштәргә тотоноп та, уны мөҡәддәс бурыстай күреп тормошҡа ашырыуының төп нигеҙен, этәргес көсөн, илһам, дәрт-дарман сығанағын уның ысын әсә булыуында күрәм. Үҙ балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә, тыуа-тыуасарҙарына киләсәктә тик ҡот, ырыѕ һәм бәхет теләгән һәм шулай булырына булышлыҡ иткән әсәй, өләсәй һәм ҡартәсәй кеше генә шундай була алалыр ҙа, шундай ирҙәр эшләй алмаѕлыҡ ғәмәлдәрҙе атҡара алалыр ул.
Бөгөн Мәрйәм апай менән Диҡҡәт ағай Бураҡаевтар (ағайҙың гүре яҡты булһын) биш балаға әсәй, 10 ейән-ейәнсәргә һәм бер бүләсәргә өләсәй һәм ҡартәсәй. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һәм бүләсәренең исемдәрен генә атап китеү ҙә күп нәмә хаҡында һөйләй: Гөлназ, Илгизәр, Зөһрә, Гөлнур, Таңсулпан, Сурағол, Айгиз, Нәркәс, Мортаза, Мораҙым, Айназа, Айсулпан, Юрматы, Әмилә, Рамаҙан, Сәлимә...
Исемлектең аҙағына мин күп нөктә ҡуйҙым. Әлбиттә, исемлек ана шундай үҙебеҙҙең матур яңғырашлы башҡорт исемдәре менән дауам ителеренә һәм унда, һис шикһеҙ, милли рух эстафетаһы ла быуындан быуынға тапшырыла килеренә иманым камил. Был йәһәттән Мәрйәм апайҙың үҙ фекерҙәре һәм был мәсьәләгә ҡарата үҙ инанысы бар. Милли бурыс үҙ рухыңдағы балалар ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр тәрбиәләгәндән һуң ғына үтәлә.
Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр тигәндән, бында һүҙ Мәрйәм апайҙың тик үҙ балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, тыуа-тыуасарҙары хаҡында ғына бармай. Милләтебеҙҙең һәр ағзаһына ҡарата ла Мәрйәм апай үҙ балаһына ҡараған әсә кеүек ҡарай алыусы заттан. Шундай әсә ул. Мәрйәм әсәй бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: тик уның милләтенең, уның миллионлаған ағзаларының киләсәге яҡты булғанда ғына, милләте һаҡланып ҡалғанда ғына, уның балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә, бүлә-бүләсәрҙәре лә, тыуа-тыуасарҙары ла бәхетле була аласаҡ. Мәрйәм Бураҡаеваның әсә булараҡ донъялыҡтағы тәғәйенләнеше лә, ошо изге бурысты оло фиҙакәрлек менән атҡарып йәшәүе лә уның исеменең дә, есеменең дә йөкмәткеһен тәшкил итә бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566