Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамашаға бай Сибай
Тамашаға бай СибайБыл мәҡәләне яҙырға уйлағас, үткән быуат аҙаҡтарында барған бер фильмдың геройы әйткән һүҙҙәр хәтергә төштө: “Гәзиттәр ҙә, китаптар ҙа, кино ла, театрҙар ҙа ҡалмаясаҡ, бары тик телевидение ғына буласаҡ”. Ул көндәрҙән һуң байтаҡ ваҡыт үтеп киткән, ә шулай ҙа китаптар баҫыла, уларҙы уҡыусылар бар, башҡортса кино күбәйҙе, театрҙарыбыҙ эшләп килә, артистар әленән-әле яңы ролдәре менән ҡыуандыра.
Тормошта ниҙәр генә булмаһын, халыҡ театрға булған ҡыҙыҡһыныуын юғалтмай барыбер. Артистар, режиссерҙар, премьералар бер-береһен алыштырып тора, тамашасы спектаклдәргә йөрөүҙән туҡтамай. Берәүҙәр ролгә инеп китеп, бирелеп уйнай, икенселәре уларҙы ситтән тороп күҙәтә — бына ошолар театр тормошон алға әйҙәй ҙә инде.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бөгөн гәзит биттәрендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында 2012 йылда булып үткән ваҡиғаларҙы барлайыҡ.

Былтыр театрҙың ижади составы өс премьера әҙерләп сығарҙы. Улар — Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары” тигән комедияһы, Наил Ғәйетбаевтың “Йәне юҡтың — ере юҡ, ере юҡтың — иле юҡ” һәм Салауат Әбүзәрҙең “Ғүмерлек ғазап” исемле драмалары. Унан тыш, йәш дуҫтарыбыҙ өсөн “Яңы йыл мөғжизәләре”н сәхнәләштерҙек.
“Мөхәббәт ҡоштары”н сәхнәгә ошо уҡ театрҙа эшләүсе артист, йәш режиссер Вадим Ғилманов ҡуйҙы. Спектаклдә хәҙерге заман ғаиләһенә хас проблемалар күтәрелә: идеалдарҙың юғалыуы, мөхәббәт, уртаҡ тел таба алмау, күңелдәрҙә барған ҡапма-ҡаршылыҡтар көрәше. Быларҙың барыһы ла тамашасыға юмор, актерҙарҙың ролде ихлас башҡарыуы, яҡты, сағыу декорация, иҫ киткес матур музыка аша еткерелә.
Спектаклдә ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәдиф Яныбаев, артистар Марсель Хоҙайғолов, Венер Сөнәғәтов, Вадим Ғилманов, Зәлиә Хафизова башҡара. Режиссер менән берлектә был спектаклде Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, композитор Урал Иҙелбаев, рәссам Әлиә Йәғәфәрова биҙәне.
“Йәне юҡтың — ере юҡ, ере юҡтың — иле юҡ” спектаклен режиссер Сәлихйән Әфләтүнов сәхнәләштерҙе. Әҫәрҙең сюжеты бөгөнгө көнүҙәк проблемаға ҡоролған: элекке колхоз-совхоздар бөтөрөлөп, кешеләргә бирелгән ер пайҙары хәйлә, алдау юлы менән сит ҡулдарға күсә. Иң әсендергәне — быларҙың барыһы ла урындағы етәкселәр ярҙамында башҡарыла. Драманың мәғәнәһен бар бөтөнлөгөндә тамашасыға еткереүҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марс Итбаев, Юнир Ғәйнуллин, Фариза Хәсәнова, Әлфирә Йосопова, Айгөл Хәкимова, артистар Салауат Вәлиев, Арсен Шәйхисламов, Юнир Мансуров, Айгөл Зәйнуллина күп көс һалды.
“Ғүмерлек ғазап” — Салауат Әбүзәр менән Дамир Ғәлимовтың бергәләп эшләүҙәренең тағы бер матур һөҙөмтәһе ул. Спектаклдә уҙған быуаттың 60–70-се йылдарында барған ваҡиғалар һүрәтләнә. Әҫәрҙең төп геройы Бөйөк Ватан һуғышын үткән, Бухенвальд концлагерының бар афәтен үҙ иңендә татыған Сәлмәндең (Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин), һуғыш тамамланһа ла, татыр ғазаптары бөтмәгән булған икән. Тыуған ауылында уны һатлыҡ йән, әсир тип кенә атайҙар. Был мөһөр уның ғаиләһенә лә тынғы бирмәй. Төрлө ерҙән тикшереүҙәр менән килеп йөҙәтәләр...
Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова Сәлмәндең ҡатыны Ғәлимәнең ауыр кисерештәрен, күңел болоҡһоуҙарын тамашасыға бар тәрәнлегендә еткерә алды. Йәш кеше Шамил ролендә артистар Юнир Мансуров менән Морат Амантаев үҙҙәрен сәхнә оҫталары итеп күрһәтеүгә өлгәште. Ә йәш актриса, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, тәүге хеҙмәт йылын Сибай театрында башлаған Дания Ғөбәйҙуллинаға режиссер Дамир Ғәлимов Сәлмәндең күршеһе, бригадир Мәхмүттең әсәһе Сәкинә ролен ышанып тапшырған. Әйтергә кәрәк, Дания был ролен уңышлы башҡарып сыҡты. Алда һанап үтелгәндәрҙән тыш, әлеге драмала тағы ла артистар Илгиз Әбдрәшитов, Урал Зәйнуллин, Венер Сөнәғәтов, Салауат Вәлиев, Румия Рәхимова, Эльмира Тимерова ҡатнашты.
Театрыбыҙҙың художество етәксеһе, талантлы режиссер Дамир Мәжит улының, Аллаға шөкөр, ижади идеялары урғылып тора. Яңы йыл байрамына йәш тамашасылар өсөн “Яңы йыл мөғжизәләре” тип аталған әкиәт-спектакль дә әҙерләп сығарҙы ул. Балалар ғына түгел, хатта беҙ, ололар ҙа, рәхәтләнеп, онотолоп китеп ҡараныҡ. Артистарыбыҙҙың уйнауы һушты алырлыҡ! Заман мәскәй әбейенең нәҡ Дания Ғөбәйҙуллина күрһәткәнсә булырға тейеш икәнен беҙ, сибайҙар, хәҙер беләбеҙ! Ә Ҡыш бабай, әгәр ҙә тамашасылар “ярҙам итмәһә”, Лесовик менән Дуплянник йәшергән Ҡарһылыуҙы “таба ла алмаҫ” ине. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төшөрөп алған Яңы йыл спектаклен үҙегеҙ ҙә, моғайын, күргәнһегеҙҙер, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
2012 ике артисыбыҙ — Рәмилә Хоҙайғолова менән Нурзиә Әбдрәшитова өсөн юбилей йылы булды.
Нурзиә Әбдрәшитованың апрелдә яҡындарын, талантын үҙ иткән кешеләрҙе йыйған бенефисы күңелдәрҙә матур хәтирә булып ҡалды. Нурзиә Әхмәт ҡыҙы юбилейын тос багаж менән ҡаршы алды: ҡырҡтан ашыу роле, һөйөклө ире Риза Ғәҡиф улы менән бергәләшеп, матур тәрбиә биреп үҫтергән ике улы, кескәй ейәнсәре йәмләп тора актрисаның тормошон. Улар бар ғаиләһе менән театрға хеҙмәт итә: өлкән улы Илгиз — драма артисы, кесеһе Илнур — театр директорының маркетинг буйынса урынбаҫары, Риза Ғәҡиф улы менән килендәре Айгөл дә театрҙа эшләй.
Театр сәнғәте өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте өсөн 2012 йылда Нурзиә Әхмәт ҡыҙы Әбдрәшитоваға “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Көҙҙөң сыуаҡ көндәренең береһендә Рәмилә Хоҙайғолованың ижад кисәһен үткәреү ҙә беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс булды. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Мәжит улы Ғәлимов “Ғүмерлек ғазап” спектаклен нәҡ актрисаның юбилейына арнап сәхнәгә ҡуйҙы ла инде. Үрҙә әйтелгәнсә, унда төп ролде юбилярыбыҙ башҡарҙы.
Рәмилә Хоҙайғолова Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Сибай театрында башлай. Тормош иптәше, артист Марсель Әмин улы менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге театрҙа эшләүҙәренә, баҡһаң, тиҙҙән ярты быуат була икән! Актрисаның әле лә шулай йәш, матур, һомғол буйлы булыуының сере үҙ эшенә мөкиббән китеп эшләүендәлер, моғайын.
2012 йыл шулай уҡ хеҙмәттәшебеҙ Әлфирә Хәләф ҡыҙы өсөн дә уңышлы булды. Уның сәнғәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ тип табылды. Әлфирә Ғәлләмоваға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Быуындар күсәгилешлелеге, коллективтың йәш артистар менән тулыланыуы, яңы спектаклдәрҙең сәхнәгә ҡуйылыуы, яңы авторҙар менән хеҙмәттәшлек итеү – былар барыһы ла театр тормошон алға этәреүсе көс.
Коллективтың йәш көстәр менән тулыланыуы тураһында алдараҡ әйтә биреп ҡуйғайныҡ инде. Дания Ғөбәйҙуллинанан тыш беҙҙең ижади коллективҡа сәнғәт академияһын тамамлаған тағы ла ике һылыу ҡушылды. Улар — Румия Рәхимова менән Эльмира Тимерова. Беренсе йыл ғына эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, художество етәксебеҙ Дамир Мәжит улы йәш актрисаларға “Ғүмерлек ғазап”та Шәүрә ролен ышанып тапшырҙы, унан тыш Никита Вороновтың төрки халыҡтар легендаларына таянып яҙылған “Алтынсәс” спектаклендә төп ролде — Алтынсәсте башҡарҙылар. Ошо спектаклде ҡараған һәр тамашасы, моғайын, Алтынсәскә һоҡланып ултырғандыр, тим. Шул хәтлем сибәр, һары сәсле, үҙенсәлекле тауышлы саф ҡыҙға ғашиҡ булмау мөмкин түгел шул. Ә Эльмираның театрыбыҙ сәхнәһендәге беренсе роле “Айһылыуҙың айлы кистәрендә”ге ҡала ҡыҙы Диана булды.
Ҡалабыҙҙың бер һәүәҫкәр йырсыһы әйтмешләй, әгәр ҙә “Иң мәҙәни ҡала” бәйгеһе үткәрелһә, беҙҙең Сибай унда мотлаҡ еңеүсе булыр ине. Ысынлап та, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Г.В. Аҡназарова етәкселегендә йыл буйы бихисап мәҙәни сара үткәрелә. Шуларҙың күбеһендә беҙҙең ижади коллектив әүҙем ҡатнаша. Ҡалалаштарҙың һәм ҡунаҡтарҙың барыһына ла артист Арсен Шәйхисламов төрлө байрам сараларын алып барыусы булараҡ таныш. Үҙ тарихыбыҙҙы хәтерҙә тоторға, үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләргә лә театр коллективы ҙур өлөш индерә. Республика көнөндә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә арналған һәйкәлде асыуҙа артистарыбыҙ батыр һуғышсыларыбыҙҙы кәүҙәләндерҙе. Йыл һайын Еңеү көнөндә үҙәк майҙанда үткән тантанала ижади коллектив тамашасыларға Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын сәхнәләштерә. Төбәк-ара “Ирәндек моңдары-2012” бәйгеһе ойошторолоуы ла республикабыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо тиклем олоғара сараларҙа ҡалабыҙҙың бар мәҙәни һәм сәнғәт учреждениелары ҡатнашыуы тәбиғи, әлбиттә. Ә “мөбәрәков”сылар бәйгене ойоштороуға һәм үткәреүгә айырыуса күп көс һалды.
“Туғанлыҡ-2012” Халыҡ-ара театр фестивале — бар төрки театр донъяһы өсөн оло ваҡиға. Һәр коллектив был сараға айырыуса тулҡынланып, репертуарындағы иң шәп спектаклен тамашасылар, тәнҡитселәр хөкөмөнә сығарырға әҙерләй. Бындай саралар ижад кешеләренә һыу, һауа кеүек кәрәк: яңы танышлыҡтар булдырырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә улар. Бер режиссер әйткәнсә, “үҙең һымаҡ "театр" тип аҡылдан шашҡан, уны яратҡан һәм шунда шөғөлләнгән кешеләр менән осрашыу кеүек тағы ла нимә шулай илһамландыра ала икән беҙҙе?”
Сибай театры коллективы “Туғанлыҡ-2012” фестивалендә ҡунаҡ булараҡ сығыш яһаны. Тамашасылар иғтибарына Эсфир Йәһүҙиндең “Әллә өйләнергә инде?..” комедияһын тәҡдим итте. Театр һөйөүселәр беҙҙең спектаклдәрҙе һәр ваҡыт йылы ҡабул итә — быны, әлбиттә, инҡар итеп булмай. Ә шулай ҙа фестивалдәге сығышыбыҙҙы аяғүрә баҫып алҡышлауҙары оло мәртәбә булды! Тәнҡитселәр тарафынан режиссерыбыҙ Дамир Ғәлимовтың эшенә, артистарыбыҙҙың сығышына юғары баһа ишетеп тә һөйөндөк, ижад кешеләренә айырыуса кәрәк булған илһам алдыҡ. Ә бит бәйгелә ун өс республика-өлкәләрҙең театр коллективтары ҡатнашты, унан тыш, республикабыҙҙың алты театры ҡунаҡ булараҡ сығыш яһаны. Ошо тиклем дәғүәселәр араһында “Туғанлыҡ-2012” иңдәргә ҡанат ҡуйҙы.
Республика халҡын хеҙмәтләндереү — һәр театрҙың мөҡәддәс бурысы. Тынғыһыҙ директорыбыҙ Айгөл Альберт ҡыҙы Ғәйнуллина етәкселегендә уның урынбаҫарҙары Нурия Хәмит ҡыҙы Һөйәрғолова һәм Илнур Риза улы Әбдрәшитов коллективтың гастролдәре Башҡортостандың егерме өс ҡала һәм районында уңышлы үтеүгә ҙур тырышлыҡ һалды. Үткән йылдың ноябрендә Силәбе ҡалаһы һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ райондары буйлап бер төркөм артистарыбыҙ гастролдә йөрөп ҡайтты. Башҡортостан Республикаһының Силәбеләге даими вәкиле Амур Хәбибуллин билдәләүенсә, “Сибай театры гастролдәре Көньяҡ Уралға башҡорт сәнғәте байрамын ғына түгел, ә башҡорт теле байрамын да алып килде. Был бик тә мөһим, сөнки ата-бабалары ерҙәренән ситтәрәк йәшәүсе башҡорттар өсөн туған телен ишетеү күңелдәргә йылылыҡ өҫтәй, киләсәккә өмөт уята”.
Быйылғы йылды ижади коллектив Учалы ҡалаһындағы гастролдәре менән башлап ебәрҙе. Театр репертуарының иң аҫыл өлгөләре таусылар ҡалаһының 50 йыллыҡ юбилейына бүләгебеҙ булды. Тамашасы спектаклдәребеҙҙе көтөп алды, артистарыбыҙҙың һәр сығышын көслө алҡыштарға күмде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Альбина
    Альбина от 28.02.2013, 15:37
    Фотола "Ғүмерлек ғазап" спектакленән күренеш. Сәлмән ролендә Риф Сәйфуллин, БР-ның халыҡ артисы, Ғәлимә - Рәмилә Хоҙайғолова, БР-ның халыҡ артисы, Мәхмүт - Венер Сөнәғәтов.
    Фотоның авторы - Әлиә Йәғәфәрова.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573