Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләтебеҙҙе төптән күрә беләйек
Танылған, тамашасы яратып өлгөргән һәм уның аңында “эйе, бик матур спектакль ине” тип төпләнгән әҫәрҙе яңынан сәхнәләштереү, әлбиттә, еңелдән түгелдер. Тамашасы нисек ҡабул итер, актерҙар “еренә еткереп” уйнай алырмы?
Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын яңынан сәхнәләштереүгә баҙнат иткән Айрат Абушахмановҡа маҡтау һүҙҙәрен генә еткерге килә. Был оло эште ремейк тип атарға ла баҙнат итә алмайым.
Театрыбыҙҙың танылған оло быуын һәм талантлы йәш актерҙары башҡарыуында, халҡыбыҙҙың яҡшымы-яманмы, ләкин ысынбарлыҡта булған тарихын тамашасыға еткерә алыу — ҙур эш.
Премьера бик матур үтте. Аншлаг булыуы тураһында икеләнмәҫкә лә мөмкин ине. Спектакль ныҡ тәьҫир итте һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙарға ла һалды.
Төп образдар — Аҡъегет (йәш актер Руслан Хайсаров) менән Зөбәржәттең (йәш актриса Римма Сәлмәнова) ролдәре иҫ киткес оҫта ҡуйылған. Улар, Көнсығыш шағирҙары йәки У. Шекспир, Л. Украинка шиғриәте геройҙары кеүек, бер-береһе менән шиғыр юлдары аша аралаша. Ысындан да уларҙы тыңлап, аҙ ғына уйҙар менән ситкә киткәндә, сәхнәлә Ромео менән Джульетта йәки Лукаш һәм Мавка кеүек образдар күҙ алдына баҫа. Эйе, ысын мөхәббәттең теле — шиғыр. Йәш актерҙарыбыҙ, ролдәрен тулыһынса асып биреп, халҡыбыҙҙа ҡасандыр булған әсендергес йолаларҙың кеше яҙмышына нисек тәьҫир итеүен йөрәге аша үткәреп күрһәтә алды.
Был юлы Дәрүиш роле бик оҫта башҡарылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров үҙенә генә хас актер оҫталығы менән был ролде башҡарыу мөмкинлеге “сиктәренән үтеп” уйнаны, тиһәк тә хата булмаҫ. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән Аҡъегет менән Зөбәржәтте бергә итеү өсөн Дәрүиш, башҡорттарҙы мәжүсилек ғөрөф-ғәҙәт ҡоллоғонан сығарыу, улар араһында ислам динен таратыу өсөн хатта үҙе инанған динде инҡар итеү юлына баҫа. Иң һуңғы күренеште иҫкә төшөрәйек. “Малдар” Дәрүиште күтәреп ала, һәм ул әсе тауыш менән үҙенең еңеүе тураһында бөтә донъяға еткерә. Ошо әсе тауышында, ҡурҡыныс итеп янып торған күҙҙәрендә беҙ уның иблискә әйләнеүен дә күрәбеҙ. Кемде еңде Дәрүиш? Традицияларҙың, ғөрөф-ғәҙәттең аңдарҙы томалауынмы, әллә?.. Быны төрлөсә аңларға була. Режиссер тамашасыны уйландырырға, һәр кемгә, үҙенең ҡабул итеү һәләтенә ҡарап, һығымта яһарға тип ҡалдырған, күрәһең.
Трагедияла Тәңкәбикә (Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева) — төп ролдәрҙең береһе. Бында ырыу проблемаларын үҙ өҫтөнә алған үткер, көслө ихтыярлы ҡатын-ҡыҙ, улдарын яратҡан әсә, шул уҡ ваҡытта, ғөрөф-ғәҙәт “тупһаһы” аша аҙым яһай алмаған ҡол ролен башҡарыу, Тәңкәбикәнең әсе яҙмышын күрһәтеү еңелдән түгел. Был ролде ҡасандыр СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова башҡарып, тамашасыға образдың бөтә трагедияһын нисек итеп еткерә алыуын иҫкә төшөрһәк, режиссерға ла, актрисаға ла образ өҫтөндә эшләү кәрәктер.
Етмешенсе йылдарҙа ҡуйылған фильмда олпат, халыҡ араһында абруй яулаған ҡалын тауышлы бейҙәрҙең: “Һин бай бисә генә түгел, һин — Бей-бисә”, — тип әйтеүе әле һаман күҙ алдында һәм бик ныҡ тәьҫир ҡалдыра ине. Яңыса ҡуйылған спектаклдә, бер һында “ҡатып ҡалған өс әбей” образы тамашасыға тәьҫир итә алманы, тип әйтһәм дә, яңылыш булмаҫ. Ҡасан башҡорт халҡында ирҙе уҙған ҡатын-ҡыҙ башбаштаҡлығын күргәнегеҙ бар?
“Ил инәһе” тигән күренеш башҡорт халҡына хас түгел. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын амазонкаларға тиңләү, башҡорт ирҙәрен бер нимәгә яраҡһыҙ “йәндәр” итеп күрһәтеп, уларҙың баһаһын, бәҫен төшөрөү килешеп етмәй. Хәҡиҡәткә, ысынбарлыҡҡа тура килмәгән бындай сағыштырыуҙы беҙ беренсе тапҡыр Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” трилогияһында күрҙек. Унда ла башҡорт ирҙәре йә булмаһа төңөлгән эскеселәр, йә булмаһа “бисә ҡурайына бейегән”, балта үткерләргә лә эшкинмәгән йүнһеҙҙәр. Был юҫыҡта бер һорау тыуа. Башҡорт халҡында ҡасандыр матриархат хөкөм һөргән икән, Ҡараһаҡал, Кинйә, Салауат, Батырша кеүек ир-уҙамандар йыһандан килдеме икән? Улай булғас, ниңә Зөлхизә, Таңһылыу “амазонкалар” яу күтәреп, халҡыбыҙ азатлығы өсөн көрәшмәгән?
Милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған иң матур, иң ҙур театрҙа ҡуйылған һәр спектакль, концерт, йә булмаһа ижади кисәләрҙең ижтимағи-сәйәси резонансын күҙ уңында тотоп, был проблемаға иғтибарлыраҡ булырға кәрәктер.
Ысынлап та, телевидениела, концерттарҙа күп ир-егеттең ҡатын-ҡыҙ күлдәген кейеп уйнауы бөгөн аптырашта ҡалдырмай, ләкин был күренеште бөтә донъяла матриархат еңә тип аңларға кәрәкмәй. Башҡорт халҡы — ғорур, үҙ баһаһын белгән, ҡунаҡсыл халыҡ. Был сифаттар уға ислам динен ҡабул иткәндән һуң ғына түгел, быуаттар буйы хас булған һәм әле лә шулай булып ҡала.
Бөгөнгө ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, сәйәси күҙлектән ҡарағанда, спектаклгә матриархат элементтарын индереү дөрөҫ түгел тигән фекерҙә ҡалам. Милләтебеҙ тураһында тарихта ялған фекер ҡалдырмайыҡ, төптән күрә беләйек.
Самат ҒӨБӘЙҘУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 052

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 457

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 668

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571