Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шайморатовта — ҡышҡы һабантуй
Шайморатовта — ҡышҡы һабантуйЙолаға әүерелгән был байрамдың яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас үткәрелеүенә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ә Шайморатов ауылы халҡы һабантуйҙы ҡыш ойошторҙо.

Их, бар ине колхоздарҙың гөрләп торған сағы, тип һағынып һөйләргә генә ҡалды. Эйе, уҙған быуат аҙағындағы үҙгәртеп ҡороуҙар күмәк хужалыҡтарҙы ситләп үтмәне. Элек ауыл халҡының төп өлөшө колхозда мәшғүл булһа, хәҙер, техника заманында, баҫыуҙағы, фермалағы эште ни бары бер нисә тиҫтә кеше башҡара.
Ваҡытында даны киң таралған Шайморатов исемендәге колхоз нигеҙендә ойошторолған яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә Артур Нурғәлиев етәкселек итә. Уның бар эште оҫта ойоштороуы арҡаһында донъя иҡтисадында хөкөм һөргән финанс көрсөгө лә, тәбиғәттең көйһөҙләнеүе сәбәпле һуңғы йылдарҙа булған ҡоролоҡ та әллә ни бәкәлгә һуҡманы. Һыйырҙар һаны, мал аҙығы әҙерләү, һауым һәм башҡа күрһәткестәр буйынса шайморатовтар районда — алдынғылар рәтендә. Ҡыш уртаһында һәр һыйырҙан тәүлегенә 20-шәр литр һөт алыу үҙе генә ни тора! Элегерәк йәйләүгә сыҡҡас ҡына һауым арта торғайны.
Әлбиттә, бының нигеҙендә — Варшавка һәм Шайморатов ауылдарындағы алдынғы технологиялы фермаларҙың уңышлы эше. Хәҙер унда һигеҙ кешене бер оператор алмаштыра. Һауынсылар Наилә Мәғзүмова, Эльвира Хәмзина, Илүзә менән Гөлсинә Әминеваларҙың тырышлығы бушҡа түгел. Малсылар Сабит Хәсәнов, Рәфис Әминев тә күп көс һала, ветеринария белгестәре Елена Ғилметдинова менән Әнүзә Фәхрисламова малдың һаулығын даими күҙәтә. Былтырғы һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ: иген культуралары гектарынан 16-шар центнер уңыш бирһә, шәкәр сөгөлдөрөнөкө 432 центнер тартты. Яңы төр үлән сәсеү ҙә малсылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙән йылына бер нисә тапҡыр уңыш алып була. Беренсе һәм икенсе ураҡ бесән, сенаж өсөн ҡулланылһа, көҙ алынғаны малға йәшел килеш ашатыла.
Бөгөнгө йәмғиәт етәксеһе алдына ҡуйған бурыстарын да, пландарын да тулыһынса үтәй, шул уҡ ваҡытта ауыл халҡының мәнфәғәттәрен дә күҙәтә. Мәҫәлән, иң мөһим проблема булған һыу мәсьәләһе хәл ителде. Ә нисәмә йыл һыуһыҙ интеккәйнек! Күп кенә ауылдарҙа кешеләрҙең биҙрәләп, феләкләп һыу ташыуына юлығабыҙ. Пай ерҙәрен дә хужалыҡҡа тулы ышаныс менән тапшырҙыҡ. Уның өсөн халыҡҡа иген, һалам бүленә. Ҡоролоҡ булыу сәбәпле, бурыстары түләнеп бөтмәгән, әлбиттә, әммә мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип ышанабыҙ. Юҡҡа ғына Артур Нурғәлиевте халыҡ бер тауыштан район Советы депутаты итеп һайламаны – уның бар эште лә атҡарып сығырына иманыбыҙ камил. Ҡыш уртаһы ғына, әммә бөтә техника яҙғы сәсеүгә әҙер.
Ауыл ерендә ҡышҡы юл гелән хәүеф тыуҙыра. Беҙҙә иһә был йәһәттән дә тәртип. Йәмғиәттең «Т-150» тракторы урамдарҙы “һә” тигәнсә таҙартып ҡуя.
Был сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға ауыл хакимиәте башлығы Илвир Моратшиндың ветерандар ойошмаһы менән килешеп эшләүе лә булышлыҡ итә. Байрамдарҙы, мәҙәни сараларҙы ойошторғанда, берҙәмлек, теләктәшлек ифрат мөһим.
Мәҙәниәт йорто алдында ҡышҡы һабантуй үткәреү ауыл өсөн ҙур сара булды. Артур Ирек улының ниәте менән уҙғарылған байрамға йәше лә, ҡарты ла ихлас килде. Баш ҡаланан саҡырылған сәнғәт оҫталары халыҡҡа күңелле ял бүләк итте.
Моңло көйҙәр, боҫрап торған былау, шашлыҡ еҫе әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо. Спорт ярыштарында халыҡ әүҙем ҡатнашты: тоҡ менән һуғышыу, туп тәгәрәтеү, сана шыуыу кеүек бәйгеләрҙә балалар ғына түгел, оло йәштәгеләр ҙә үҙҙәрен һынап ҡараны, еңеүселәр иҫтәлекле бүләк алды.
Саф һауала күңел асҡандан һуң, тамаша мәҙәниәт йортонда дауам итте. Йәмғиәттең генераль директоры, экрандан фотоһүрәттәр менән аңлатмалар биреп, хужалыҡтың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Артабан тамашасылар Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары әҙерләгән бай йөкмәткеле концертты тын да алмай ҡараны.
Ҡышҡы һабантуй юғары кимәлдә уҙҙы. Халыҡ унан рухи көс, дәрт алды. Ошондай матур йолаларҙы артабан да дауам итһәк ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 561

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 589

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 501

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 394

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564