Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Fәзиз ҡарт үҙ күҙенә үҙе ышанманы, нишләп әле был джип уның янына килеп туҡтаны? Тегенең тәҙрәһенән Йәлпәшкән Марстың башы күренгәс, аптырауының сиге булманы.
— Ауылдаш, ни хәлдә? Минең малайҙың машинаһы был! Ҡалғандары йылға буйында балыҡ тота. Эйе, минең малайҙар! Уха бешерергә йөрөйҙәр. Һине, шәп балыҡсыны ла, күргеләре килә. Уларҙың табышына ни әйтерһең?
Fәзиз ҡарт, менеп ултырғас, киң яурынлы йөрөтмәнгә күҙ һалды.
— Ҡайһы улың?
Марс ҡарт ғорур ҡарап алды.
— Себерҙәге малай. Рәшит.
"Себер малайы" машинаһын оѕта ғына итеп яр буйлатып алып китте.
Килеп төшкәс үк Fәзиз тегеләрҙең табышына күҙ һалды. Эйе, балыҡ тотҡандар ғына былар! Ярыш ойошторғандар, тиерһең. Уйын һиҙгәндәй, Марстың көр тауышы һауаны телде.
— Артығы кәрәкмәй, тиһең дә ул. Артығын кем үлсәгән, Fәзиз? Һәр кемдең үҙ өлөшө, шулай бит! Беҙҙең өлөш мул, ҡалъябыҙ арыу, донъябыҙ ҙур.
"Эйе, донъяң ҙур, — тип уйланы Fәзиз ҡарт. — Ошо эргәмдә торған "донъя"ны бағам тип, арманһыҙ булды Миңзәлә. Тик һине ҡарап бөтөрөндө. Һинең нәфсең арҡаһында иртәрәк китте…"
Өндәшмәне. Ваҡыт уны өндәшмәѕкә, телде тыйырға ла өйрәткәйне.
— Ә хәҙер — сүрприз! Минең малайҙар Бөрмәсәнең иң өлкән "януарын" эләктерҙе бит, әй! Күпме йәшәп, ундайҙы төшөңдә лә күргәнең юҡтыр әле! Перәме аждаһа! — тине ауылдашы, хәйләкәр йылмайып.
Марстың улдары япманы асты. Шул саҡ Fәзиздең йөрәген нимәлер телеп үткәндәй булды. Был йәйенде ул әллә ҡайҙан, әллә ниндәй һыу төбөнән, әллә ниндәй ҡумырыҡ эсенән, әллә ниндәй тамырҙар араһынан таный!
Марс ҡарт унан тантаналы ҡарашын алманы. Был мәлдә ул ысынлап тороп ләззәт кисерә ине. Нисек ҡыуанмаѕҡа, нисек маһаймаѕҡа, нисек ғорурланмаѕҡа — ул бит улдарына ҡайҙан ниндәй йәйенде тоторға ярҙам итешеүсе. Йәғни кемдең йәйенен тоторға икәнен күрһәтеүсе! Бына хәҙер бергәләп ауыҙ итерҙәр! Башта эсен ярырҙар, таҙартырҙар, бешерерҙәр. Ә Fәзиз ҡарт бөтәһен дә күҙәтеп ултырыр…
Fәзиз Марсты элекке һымаҡ тотоп бәргесләй алмай, хатта янап һүҙ ҙә әйтә алмай. Әзмәүерҙәй улдары эргәһендә. Fәзиз ҡарт ҡапыл бәләкәсәйеп ҡалғандай булды, башы аѕҡа эйелде. Бер аҙҙан ул ҡалҡынып ултырҙы. "Ярар, йәйенде тоттоң, ти. Ләкин һинең тамағыңа тороуы ла бар бит әле ул нәмәѕтәкәйҙең. Бешерегеҙ-бешерегеҙ, унан мин һиңә нисек һоғондорорға белермен…"
— Ҡарағыҙ әле! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Рәшит улы. — Бына йәйендең эсенән нимә килеп сыҡты? Балдаҡ!
Ике ҡарт та бергә ҡалҡынды. Ике ҡарт та берҙәй булып Рәшиттең усына төбәлде. Ике ҡарттың да уң ҡулы балдаҡҡа үрелде. Тик береһенең көслө, ҡәтғи тауышы икенсеһен хәрәкәтһеҙ итте.
— Был минең балдаҡ!
Икенсе ҡарт, өшөгән кеше һымаҡ, муйынын эскә тартты. Һуҙылған ҡулы һәленеп төштө. Тауыш биреүсе ҡарт балдаҡты һаҡ ҡына тотто, усына һалды. Һағыш, ҡыуаныс, наҙ менән өѕтәне:
— Әсәйемдеке… — Йылмайғандай итте, шунан Рәшиткә кире һуҙҙы. — Мин юғалтҡан балдаҡ. Эс яғын ҡара, улым. "Әсмә" тип сүкелгән, яҙыуы күренәме?
Рәшит баш ҡаҡты. Fәзиз ҡарт хәҙер Марсҡа боролдо.
— Рәхмәт һиңә, ауылдаш! Был балдаҡты ғүмер буйы эҙләй инем. Инде тапмам, мәңгегә юғалттым, тиһәм, юҡ икән! Мин диуанаға бөгөн ниндәй ҙур шатлыҡ бүләк иттең.
Марс күҙҙәрен ҙур асҡан килеш тора бирҙе, ә йөҙө ап-аҡ ине.
— Уландар, — тине Fәзиз ҡарт. — Хәҙер был йәйенде ҡалай бешереп ашаһағыҙ ҙа ашағыҙ. Эъе… Ашығыҙ тәмле булһын!
Марс нимәлер әйтергә тырышты, теле әйләнмәне. Балдаҡты тартып алырға итте, аяғы ҡыбырламаны.
…Fәзиз менән Миңзәләне ул Бөрмәсә йылғаһы буйында тап иткәйне. Егеттең ҡулында ҡалдау. Бына ул ҡалдауҙы ҡыҙға тоттора. Үҙенсә тырышып нимәлер аңлата. Миңзәлә тартынып, аѕтан һөҙөп кенә егеткә ҡарап ала, йылмая, баш ҡаға. Ошо оялсан, наҙлы ҡараш, гүйә, Марстың йөрәгенә үтеп инә. Балыҡ ҡармаҡлаусылар уға иғтибар ҙа итмәне. Юҡ, теге икәү берәүҙе лә күрмәй. Улар икәү генә ине был донъяла. Быға тиклем Марстың Миңзәләгә илтифат биргәне юҡ ине. Тап шул мәлдә ул ғашиҡ булды. Оло мөхәббәт барлығын аңланы. Ошо мөхәббәтте тартып алғыһы, ҡыҙҙың тик уға ғына төбәлеүен, уға ғына ҡарап йылмайып, уға ғына баш ҡағыуын теләне. Был донъяла Марс былай ҙа күп нәмәне тартып алды, күп нәмәне үҙенеке итте. Мөхәббәтте тартып алып булмай икән. Кешене буйһондороп та, ҡурҡытып та була. Мәжбүр итеп тә, ләкин мөхәббәтте буйһондороп булмай икән.
Fәзиздең күҙҙәре ҡалай янып китте. Яратҡан. Һаман яратҡан. Һаман бер-береһен яратҡандар.
Ошо көмөш балдаҡты әбейе ғүмер буйы таҡты. Һалмай таҡты. Ә яҙыуы барлығын Марс белмәй ине. Тимәк, теге ваҡыт Миңзәлә уны йәйенгә тапшырған. Шуның өсөн генә килгән. Бик кәйефләнеп, имшеп ҡайтты шул. Һауығыр, йәшәр кеүек ине. Ниңә ошо йәйенде тоторға тип, балаларын ҡотортто һуң үҙе?!
— Атай, һиңә нимә булды?
Ҡарт ултыра төштө, торорға итте, хәле етмәне.
Fәзиз ҡарт йәйен төйәк иткән ергә бармай түҙмәне. Элекке урынды танымайынса бер талай иѕ-аҡылы китеп торҙо. Йә инде, ниңә былай йыртҡыстарса ҡыланырға? Эргә-тирәләге таштарына тиклем ҡуптарып алып ташлағандар. Быныһы бөтөнләй артыҡ ине.
Кем үҙ өйөн болартыуҙарына риза булһын, ти инде? Ташы таш, барыбер туҙышып ятмаһындар. Бабай яр буйын рәтләне. "Ни ҡәҙәр эре ҡыланһаҡ та, һәммәбеҙ ҙә ошо тәбиғәткә ҡайтабыҙ. Йоҡларға. Әле бәләкәсендә ҡунып ҡына йөрөйбөҙ. Эъе, ҡунаҡбыҙ. Олоһона мәңгегә ҡайтасаҡбыҙ. Өлкәненә нығыраҡ иғтибар кәрәк. Ә монафиҡтар бәләкәсен мәңгелек йәшәү урыны тип уйлай".
Эшен бөтөргәс, ултырып хәл алды. Әллә ойоно, әллә ысынында шулай булды — бер аҡ һын эргәһенә килде. Ел булып битенә ҡағылып үтте.
"Бөтә яратышҡандар ҙа ҡауыша алмай. Һөйгәнеңде һаҡлау ҡауышыу теләгенән юғарыраҡ. Һин дә, мин дә фани. Был донъя фани. Ә мөхәббәт ҙур. Ул юҡҡа сыҡмай. Ваҡыт уны ҡартайтмай. Мин бит һине мәңгелек донъяла ҡаршы алып торасаҡмын. Әҙерләнеп көтөп торор өсөн киттем унда. Мин бит беләм, һин минең ҡаршы алыуымды ғына теләйһең. Ҡапҡаһын асып торормон. Был һинең мәңгелек изге, яҡты хыялың. Нишләп хыялдар бойомға ашмаһын? Хыялдар бойомға аша, Fәзиз. Мөхәббәттең көсө лә шунда". Ҡарт тирә-йүнгә күҙ йүгертте. "Һе, — тип уйланы. — Ҡайҙан был тиклем матур һүҙҙәр? Миңзәлә улай әйтә алмай. Мәрхүмә нисек әйтһен, ти инде?" Төш күрҙеме әллә? Юҡ, күҙгә йоҡо эленмәне. Берәй кино-фәләндә геройҙар шулай һөйләшкәндер ҙә шул иѕкә төшкәндер. Юҡ, Fәзиз кино ҡарарға яратмай. Бәлки, китапта уҡығандыр? Матур һүҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡала бит ул. Ҡалай булһа ла, шифалы һүҙҙәр былар. "Бәлки, үҙемде йыуата торған һүҙҙе үҙем уйлап сығарғанмындыр? Шулай йәшәүе лә еңелерәк тә баһа… Юҡ, нишләп минеке булһын ти инде? Минме һуң шундай һүҙҙе әйткән кеше?.."
Кәрим улы ҡайтып киткәс, ҡарт бөтөнләй күңелһеҙләнде. Ейәне хәҙер көҙгө каникулға ғына киләсәк. Уға тиклем кем менән шулай бирелеп, иркенләп һөйләшеп булыр икән? Ауыҙ асып уны тыңлаусы Кәриме кәрәк. Юҡһыныуын баѕыр өсөн, йылға буйын ҡыҙырырға сығып китте. Әллә ниндәй серле һиллек биләп алды тирә-йүнде. Ҡандай таҙа, саф уның Бөрмәсәһе! Эйе, ана, Fәзизде генә көткәндәй, бәрҙеләр емелдеге сыға. Ҡарт ҡыуанды. Бар әле бәрҙе, бар. Быйыл хатта күбәйгән дә һымаҡ. Ул яңғыҙ түгел өлкән йортта!
Йылғалар ҡорорға тейеш түгел, улар диңгеҙҙе үҙ ағышында, үҙ тәбиғилегендә тулыландырһын. Ә диңгеҙ уларҙың баһаһын белһен, ҡәҙерләһен. Йылғалар ҡоромаһа, тормош та булыр. Ауылдар ҙа бөтмәѕ. Мәктәпте ябабыҙ, уныһын-быныһын күсереп алып китәбеҙ, имеш. Көсләп күсерәләр, көсләп бәхетле итәләр… Хәлдәренән килһә, халыҡтың йәнен дә теләгән ваҡытта алып, теләгән ваҡытта биреп, ә теләмәгән ваҡыттарында бөтөнләй бикләп кенә ҡуйырҙар ине. Аллаһының бөйөк ҡөҙрәте — быныһын булдыра алмайҙар. Ә халыҡ бит күптән тыуған. Халыҡ мең йәште үткән. Яңыраҡ тыуғандар унан үҙҙәрен ғилемлерәк тип уйлаймы? Вазифа мәңгелек түгел, иң оҙаҡ тигәндә лә, бер нисә тиѕтә йыл ғына. Ләкин шул арала күпме зыян яһап өлгөргәндәр ҙә бар. Бөтмәѕ әле ауыл, бөтмәѕ. Ҡайҙа йәшәргә яҡшыраҡ икәнен өйрәтеүселәр килә тора, китә тора, ә халыҡ ҡала…
Ҡасандыр йәйен дуѕы йәшәгән ҡумырыҡҡа ҡарап, ҡарт шулай уйланды. Ҡапыл тертләне.
Ике антеннаһын ҡуйып, уның уйҙарын йәш йәйен тыңлай ине.
— Һаумы, Йәйен!
Ҡарт башындағы түбәтәйе менән битен һөртөп алды. Кипкән, кипшегән иренен, төк баѕҡан сикәһен һыпырҙы. Был мәлдә уның күҙ тирәһендәге бөтөн сырыштары ла көлә ине.
(Аҙағы. Башы 13, 17, 18-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573