Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Поэма

"Ат биреп тор әле, ағай..."
Мохтажлыҡ ине атҡа.
Күпме тапҡыр мин ат һорап,
Йөрөнөм бала саҡта.

Дәрәжәһен белеп, көлөп,
Эре сиртә ағабыҙ:
"Ҡатынды, ана, алығыҙ,
Атымды һорамағыҙ".

И, бала саҡ... Атай ҙа юҡ,
Атай булмағас — ат та.
(Әле лә йөрәк теленә
Уйлаһам ошо хаҡта).

Көнләштем атлы, атайлы
Үҙемдең тиҫтерҙәрҙән.
(Башҡаһынан көнләшергә
Танауға еҫ кермәгән).

Көнләштем, тик үсләшмәнем —
Мәкер юҡ ине уйҙа.
Шатландым ат атланғандай,
Еңһәләр һабантуйҙа.

Шул ат менән йәшәнек беҙ,
Шул атта ине өмөт.
Ҡанатландыҡ — урамдан бер
Үтеп китһәк ат менеп.

Йырлап ебәргән булабыҙ:
"Ир ҡанаты — ат була..."
Ҡыҙлы йорттар тәҙрәһенә
Ҡырын ҡарап саҡ ҡына.

Йәнәһе, беҙ ҙә үҫербеҙ,
Онотмағыҙ был хаҡта:
Урлап алып ҡайтасаҡбыҙ
Һеҙҙе лә ошо атта.

...Уйҙар, уйҙар!.. Хәтерләтеп,
Тышауын өҙгән атты,
Минең бөтә булмышымды
Үткәнгән алып сапты.

* * *
Бер саҡ беҙҙә атты бөтөрҙөләр, —
Юғарынан әмер булған ҡаты.
Совет ҡушҡас, ҡаршы тороп ҡара, —
Һәр береһе атын һуйып һатты.

Тик колхозда ғына ҡалды аттар.
Тағы берәү ҡалды — Шәһит ҡартта.
Үҙ атына ҡулын күтәрмәне —
Ҡаршы торҙо совет ҡуйған шартҡа.

Рәйес килеп, башта өгөтләне,
Ярты ултыртып та ҡылын тартты.
Ахырыһы, сабырлығы һынғас,
Закон, төрмә менән ҡыҫты ҡартты.

Ныҡ торҙо ҡарт: "Мә, һуй мине, — тигән, —
Ләкин әле башым иҫән саҡта,
Һин был хаҡта бүтән ауыҙ асма,
Ҡағылаһы булма, — тигән, — атҡа".

Хата булғанда ла, закон — закон,
Шул хатаға тотош халыҡ күнә.
Халыҡ та шул бер еп ише генә,
Власть инде — һабаҡланған энә.

Һәм тегелә шулай яңы күлдәк.
Ғәйеп кемдә? Ептә, энәләме?
Ҡайҙа барып морон төртәйем тип,
Епкә инде энә инәләме?!.

Рәйес килде ҡартҡа дүрт ир менән,
"Һә" тигәнсе улар йыҡты атты.
Бер сараһыҙ ҡалған Шәһит ҡарттың
Күҙҙәренән бары йәше аҡты.

Ат күҙе лә йәшкә тулған ине,
Тойҙом уның йыш-йыш һулағанын.
Шул саҡта мин тәүге тапҡыр күрҙем
Ат менән ир бергә илағанын.

Бына бысаҡ!.. Бына!.. Бына!.. Шул саҡ
Ҡарт ирҙәргә табан атынды бит.
"Туҡтатығыҙ! Зинһар, туҡтатығыҙ!
Үҙем саласаҡмын атымды", — тип.

Бысаҡ алып, оҙаҡ ҡайраны ул:
"Үткер булһын, — тине, — закон кеүек.
Килер бер көн: бысаҡ аҫтарында
Улар ҙа бер ятыр атым кеүек!.."

"Туҡтатығыҙ!" Юҡ, мин ҡысҡырманым,
Тик йөрәкте ошо һөрән телде.
Ҡысҡырыр ҙа инем, ошо бысаҡ
Киҫте микән әллә минең телде!?

...Ал ҡан аҡты. Ҡан атылды ҡапыл.
Үҙ хужаһы атын үҙе салды.
Салды ла ул, кинәт усы менән
Ергә аҡҡан ҡанды услап алды.

"Ҡаныҡҡайның, мә, эс, рәйес, — тине, —
Ҡан да етмәҫ власть эттәренә!.."
Һәм усына һоҫоп алған ҡанды
Һибеп ебәрҙе ул биттәренә.

Күҙ алдымда донъя ҡыҙарҙымы,
Әллә алланыпмы ҡояш бата?!.
Ҡанлы йөҙлө рәйес... Ерҙә лә ҡан...
Ҡан эсендә тулап, күк ат ята...

Ә аҙаҡтан, аҙна үткәс, буғай,
Ҡырҙар буйлап, тотоп йүгәнен,
Йыш күргәндәр икән Шәһит ҡарттың
Һаман да ат эҙләп йөрөгәнен.

Тамам йомолдо ҡарт үҙ-үҙенә,
Кермәҫ булды кеше өйҙәренә.
Һәм мәңгегә киткән тиҙәр уны,
Башын һалған килеш эйәренә...

* * *
Бына минең тыуған ерем.
Бышҡырып ҡуя юрға,
Әйтерһең, мин юрға түгел,
Атланып киләм йырға.

Тел шартлатып ҡуя ҡоштар,
Һоҡланалар — беленә.
Гүйә, атым тояҡтары
Баҫа гармун теленә.

Моң ағыла тояҡтарҙан
Тыпыр-тыпыр... Тыпыр-тыпыр...
Эх!.. Ат йәнле ир-аттарға
Шунан моңло көй ҙә юҡтыр.

Тыпыр-тыпыр... Тыпыр-тыпыр...
Ҡасан ғына ошо яҡтан
Ауылымдың күпме ире
Ат эйәрләп, яуға сапҡан.

Мин уйлаһам ул саҡтарҙы
Бәғерҙәрем аҡтарыла.
Аттар менеп сапҡан улар —
Ҡыҙылдары, аҡтары ла.

Ауылымдың күпме атын
Талап алып киткән улар.
Яуҙа күпме толпарҙарҙың
Баштарына еткән улар!

Тағы һуғыш... Тағы аттар...
Күсимовтар, Шаймораттар...
Быуаттарҙан-быуаттарға
Аттар саба... Сабар аттар...

Хәҙер заман башҡа төрлө,
Ҡылыс түгел, янай атом.
Ләкин, ана, ихатала
Егер йөрөй егеп атын.

Шөкөр, хәҙер борсолоу юҡ,
Ҡайҙан, тиеп, ат табырға.
Башҡорт үҙе әйләнгәндәй
Әкиәттәге кентаврға.*

...Уйҙар!.. Уйҙар!.. Мин тағы ла
Бала саҡҡа остом атта.
Бөгөнгөләй күҙ алдымда,
Ҡалһа ла ул бик йыраҡта.

* * *
Ятып сирләй атай. Балнис йыраҡ.
Алып барыр инең — аты юҡ.
Ҡараңғы төн. Тышта буран олой.
Тәҙрәләрҙә тамсы яҡты юҡ.

Сараһыҙҙан, ни ҡылырға белмәй,
Әсәй әйтә инде аптырап:
"Конюх бабайыңа барып, улым,
Ҡарайһыңмы әллә ат һорап".

Ялан аяғыма ҡата ҡатып,
Сығып саптып конюх өйөнә.
Күңелемдән әллә ниндәй төйөр
Тамағыма килеп төйөлә.

"Ете төн уртаһы. Бынау саҡта
Ҡайҙан һиңә мин ат табайым!?
Төн тимәйҙәр, оят юҡ кешелә..." —
Сығырынан-сыҡты бабайым.

Ҡайтып киттем башты түбән эйеп:
"Ат юҡ, атай! Ат юҡ! Тапманым!.."
Һәм иланым, оҙаҡ иланым мин,
Күкрәгенә уның ҡапланып.

Атай әйтте: "Теге донъяла ла
Үкендерер инде был хатам:
Эх! Мираҫҡа һиңә ат ҡалманы,
Мәхрүм иттем һеҙҙе мин аттан!"

Иртәгәһен... Атайымды һалып
Ишек алдындағы саптара,
Алып китте халыҡ... Алып китте
Кире ҡайтмай торған яҡтарға...

* * *
"Ат биреп тор әле, ағай,
Ҡапылда ат кәрәкте".
Әгәр берәү һорап килһә,
Тотторормон йөрәкте.

Уйламағыҙ, маҡтана тип,
(Маҡтанһам да, хаҡым бар!)
Йөрәгемдә сапсып торған
Ауыҙлыҡһыҙ атым бар.

Башҡорт атһыҙ буламы ни! —
Мираҫ ул быуаттарҙан.
Батыршалар, Салауаттар
Яуға сапҡан саҡтарҙан.

Париждарҙы, Берлиндарҙы
Яулағанбыҙ аттарҙа.
Һәм үтербеҙ ат атланып,
Быуаттан-быуаттарға!
________
*кентавр — кеше башлы, ат кәүҙәле мифик зат.

Салауат Әбүзәров




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567