Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухлы ерҙең тамыры ныҡ
“Ни сыҡһа ла, шул Күсейҙән сыға!” тигән лаҡап йөрөй күсейҙәр тураһында. Тәбиғәттең хозур төбәгендә урынлашыуы ғына түгел, ә изге күңелле, эшсән халҡы менән дә айырылып тора улар.

Беренселек — ҡандарында

Бәрәкәтле Күсей ерендә тыуып үҫкән шәхестәрҙең исеме күптәргә яҡшы таныш. Бирғәле сәсән, мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, ғалим-педагог, “Әлифба”ның тәүге авторы Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Таңсулпан Ғарипова, билдәле хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова, күренекле рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Байрамғолов һәм башҡа арҙаҡлы кешеләр сыҡҡан Күсей ауылынан. Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың яҡты иҫтәлеге лә ауылдаштары күңелендә мәңге һаҡлана.
1837 йылда бында алтын приискылары асыла. Күсей ауылы янында Рәсәйҙәге иң ҙур “Солтан” ятҡылығы табыла. Унда йылына дүрт тоннанан ашыу алтын йыуалар. Был тирәләрҙә ҡиммәтле таш 160 йылдан ашыу сығарыла. Әйткәндәй, иң ҙур алтынды — “Ирәндек айыуы”н — Күсей тракторсыһы Радик Үтәғолов тапҡан.
Баймаҡ районында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдарын да улар башлап үткәрҙе. Һүҙемде ҡеүәтләгәндәй, күптән түгел Сибай ҡалаһында “Башҡортостан” гәзитенең 95 йыллыҡ юбилейына арнап ойошторолған кисәлә Күсей ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина районда ғына түгел, республикала беренселәрҙән булып “Барлыҡ ауыл менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһын үткәреү тәҡдимен күтәреп алды.
“Гәзиткә киләһе йылға яҙылыуҙы башланыҡ, килеп сығығыҙ!” тигән хәбәр алыу менән Күсейгә юлландым. Ауыл халҡы мине ихлас ҡабул итте.

Ҡулайлаштырыу рухты һүндерә алмаған

Сәфәремде Күсей урта мәктәбенән башлауым юҡҡа түгел. Бында беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ эшләй — былтыр улар, ғәҙәтенә тоғро ҡалып, “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына районда тәүгеләрҙән булып ҡушылғайны. Был юлы ла гәзиткә коллектив менән яҙылып та ҡуйғандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулайлаштырыу тулҡыны Күсей мәктәбен дә урап үтмәгән: кластарҙы ҡушҡандар, ҡайһы бер уҡытыусылар ҡыҫҡартылған. Һөҙөмтәлә әле коллективта ни бары 11 кеше эшләй. Уҡыусылар иһә — 62. Беренсе класта ете бала белем алһа, киләһе уҡыу йылында ла ошо сама булыр тип күҙаллана. Тимәк, ауылдың киләсәге бар.
Күсей тулы булмаған урта мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов әйтеүенсә, татыу коллективта тәжрибәле, ата-әсәнең, балаларҙың ҙур ихтирамын яулаған белгестәр эшләй. Улар араһынан Фәтхиә Үтәғолова, Клара Уйылданова, Рәхимә Кинйәбаеваны айырым әйтеп үтергә мөмкин. Нурзиә Үтәғолова менән Мөхәмәт Әбсәләмов иһә Башҡортостандың мәғариф отличнигы исемен йөрөтә.
Быйылғы уҡыу йылында IX класс уҡыусылары өсөн умартасылыҡ дәресе индерелгән. Йәштәрҙең араһынан киләсәктә был шөғөлгә ныҡлап тотоноусылар булырына ышаныс бар.
Мәктәп коллективы уҡыусыларҙы ауылдан сыҡҡан шәхестәрҙең тормош юлы һәм ижады менән таныштырыуға ҙур иғтибар бүлә, уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша. Музейҙа ауыл тарихына бәйле бихисап мәғлүмәт урын алған.
Уҡыусылар район олимпиадаларында, төрлө ярышта призлы урындарҙы йыш яулай. Спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй улар — волейбол, бокс буйынса районда күсейҙәргә етеүсе юҡ.

Өлкәндәрҙең фатихаһы менән

Халҡыбыҙҙа элек-электән шундай йола бар: дөрөҫ юлды билдәләү өсөн, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр йыйылып кәңәшләшә. Рухи ҡиммәттәр юғала барған саҡта уларҙың аҡыллы һүҙенә айырыуса мохтажбыҙ. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу мәсьәләһе буйынса өлкән быуынға мөрәжәғәт итеп, Күсей ауылы биләмәһе башлығы Сәриә Йыһаншина бер ҙә яңылышмаған. Ололар көнөндә улар өсөн гәзиткә яҙылыу ойошторолған, бүләктәр уйнатылған.
Гөлнур Әхмәтова, Сәйҙә Баймөхәмәтова, Фәрзәнә Үтәғолова, Бибинур Игебаева, Вәлимә Шәрипова, Фәтхиә Әбдрәхимова һәм башҡа инәйҙәр — ауылдаштары өсөн өлгө лә, кәңәшсе лә. Ошондай дәртле инәйҙәрҙе туплап, ансамбль ойошторһондар ине. Уларҙың араһында оҫта бейегән, матур йырлаған, таҡмаҡ сығарғандар ифрат күп бит.

Иман нуры юлдан яҙҙырмаҫ

Күсейҙә элек-электән мәсет булған, мәҙрәсә эшләгән. Тәүге иман йортон ауылға нигеҙ һалған Күсей ҡарт төҙөтә башлаған. Ул вафат булғас, изге эшен улдары тормошҡа ашырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәсет ниндәйҙер сәбәп менән янып юҡҡа сыҡҡан. Шул осорҙа билдәле Рәмиевтәр Күсей эргәһендә алтын тапҡан. Тап улар ауылда яңынан мәсет һалдырған.
Архив материалдарынан күренеүенсә, 1862 йылда иман йортоноң мәҙрәсәһе булған. Унда уҡытыу эшен Хөснитдин Мөхәмәтов башҡарған. Артабан төрлө йылдарҙа мәсеттең имам-хатибы итеп Мөбәрәк Исламғолов, Миңлеғәле Әхмәтов һайлана. Бөгөн уларҙың юлын Ғиниәт Игебаев дауам итә.
Әле ауыл халҡының тырышлығы менән мәсет ҡайтанан төҙөкләндерелә, унда заманса уңайлыҡтар булдырыла. Ауылдаштарына иман нуры таратып, киләсәк быуындың әҙәпле, иманлы, тәүфиҡлы булып үҫеүенә ҙур өлөш индергән Нажиә Әхмәтованы айырым билдәләп үтеү кәрәктер. Уның дин дәрестәре, ғәрәп алфавитын өйрәтеүе балаларға ғына түгел, ололар өсөн дә файҙалы. Нажиә Барый ҡыҙының тырышлығы менән уҡыусылар Баймаҡ, Сибай ҡалаларында үткәрелгән “Иман нуры” конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар ала.

Күгәрсендәрҙәй гөрләшеп...

Бер-береһен бала саҡтан белә, бергә уйнай, әммә киләсәктә сәстәребеҙ сәскә бәйләнер тип уйламайҙыр ҙа улар. Дуҫлыҡтары мөхәббәткә әүерелеп, яратышып өйләнешкән Айгизә менән Хафиздың ҡулға-ҡул тотоношоп уҙған 15 йылы, әйтерһең дә, нурлы бер миҙгел генә.
Баймөхәмәтовтарҙың татыу ғаиләһенә ауылдаштары һоҡланып туя алмай. Сәскәләй ҡыҙҙары Дилбәр менән Илсиәне тәрбиәләүҙән тыш, улар Айгизәнең яңғыҙ Клара инәһен дә үҙ янына һыйындырған. Өлгөлө ғаилә мәктәп һәм ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Сәхнәлә күгәрсендәй парлашып моңло йыр һуҙһынмы, ғаилә менән спорт ярыштарында, районда үткәрелгән йәш ғаиләләр конкурстарында көс һынашһынмы — барыһын да ҙур теләк, дәрт менән башҡара улар.
Баймөхәмәтовтар ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Был уларҙың уңғанлығын тағы ла бер раҫлай.

“Тимер ат”ты йүгәнләр килен

Ирәндек аръяғынан килен булып төшкән Нурзиә Үтәғолова беҙ барғанда ҡаҙ йолҡоу менән мәшғүл ине. Уңған хужабикәнең йортона аяҡ баҫҡас, үҙебеҙҙе гөл-баҡса донъяһында кеүек хис иттек. Ниндәй генә гөл юҡ бында, һушың китерлек! Ошондай матурлыҡты тыуҙырған гүзәл затҡа нисек һоҡланмаҫһың?!
Йәшләй яратып ҡауышҡан ире Рафаэлде юғалтҡас, оҙаҡ ваҡыт йәненә тыныслыҡ таба алмай ҡатын. Ярай әле, ҡыҙҙары Зөлфиә менән Әлфиә, улы Рәдиф гел янында була.
— Донъяның матурлығын күрә белеү, балаларыңа терәк һәм кәрәкле булыу, туғандарыңдың ярҙамын тойоу тормошто ҡайтанан яраттырҙы, — ти Нурзиә Әшрәф ҡыҙы.
Бөгөн ул — уңған килен генә түгел, ә хәстәрлекле ҡәйнә, һөйөклө өләсәй. Ейәндәренә ойоҡ-бейәләй бәйләй, уларҙың килеүен һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Эшендә абруй ҡаҙанған уҡытыусы ла Нурзиә Әшрәф ҡыҙы — Күсейгә килен булып төшкәндән бирле физкультуранан уҡыта, балаларҙың ғына түгел, ауылдаштарының да сәләмәт тормош алып барыуына булышлыҡ итә. Ситтән тороп юғары уҡыу йортон да тамамлай ул.
Кәрәк икән, “тимер ат”ты йүгәнләгән булдыҡлы ҡатынды олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә, уның тырышлығына, егәрлелегенә һоҡлана.
* * *

Күсейҙәрҙең һәр ҡайһыһы күңелдә матур эҙ ҡалдырҙы, тырышып донъя көтөүҙәре хайран итте. “Башҡортостан”ға тотош ауыл менән яҙылырға теләк белдереүҙәре дәртләндереп ебәрҙе. Рухлы, иманлы ерҙең тамыры ныҡлы була — Күсейҙең киләсәктә тағы ла күркәмерәк булырына, яңы йорттар ҡалҡырына, уларҙа балалар тауышы тынмаҫына ышаныс ҙур.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566