Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер күҙендә, ҡояш күҙендә
Ер күҙендә, ҡояш күҙендәИлемә
Мин киткәстен ниҙәр булыр илдә,
Нисек белмәк уны гүрҙәрҙә?
Һаҡланырмы ата-бабам рухы
Йәнгә төйәк ғәзиз ерҙәрҙә?

Балалар бит ҡала... Тик иң алда
Һине, илем, һине уйлайым.
Иле ныҡтың ғына биле ныҡ бит,
Өҙмә юлдың үҙеңә ҡулайын.

Әгәр золом быумаҡ булып иркең,
Атмаҡ булһа һиңә йәберен,
Ҡорал тотҡан һалдатыңа, илем,
Окоп булһын йылы ҡәберем.

* * *
Шиғырҙа — һүҙ моңо. Уҙа китһә,
Күңелдән ул ҡыуа ҡырауҙы.
Ә ҡуялар ҡай саҡ — атҡарырға
Үҙ көсөнән килгән һорауҙы.

Һәр береһе белә мәнфәғәтте,
Һәр кемеһе ҡуя талапты.
Талап ҡуйған һәр берәүҙән, гүйә,
Ул бурысҡа алған талантты.

Телде бына, моңдо бына һаҡлар,
Яҡлар өсөн оран кәрәкме?!
Уйлап шуны, осрашыуҙан ҡай саҡ
Мин һыҙлатып ҡайтам йөрәкте.

* * *
Өлкәнәйгәс, ҡайтышланғас тауыш,
Һин ҡысҡырып йырлауҙарҙан һағай.
Ә бит йырлай инем... Тыңлай ине
Йәшкәҙәтеп күҙен Рәми ағай.

Эстән генә көйләп йәшәү хәҙер,
Сабырлыҡҡа сорнап сор ҡурайҙы.
Ә бит гүйә күкрәй ине күкрәк,
Йырлай инем хатта “Буранбай”ҙы.

Ғәм алдында йырлар саҡтар үтте,
Тиң түгел шул хәҙер йырға тауыш.
Йыр ул мәңге йәшәр. Бер сың булып
Ҡалыр унда минең дә бит һағыш.

Етмәй
Етмәй ваҡыт — ҡырҡ эш
ҡырылып ята,
Йә ҡул етмәй, йәки бол етмәй.
Ҡаҙна ҡаҙанында ҡайнамағас,
Йәшәмәк һуң нисек интекмәй?!

Һемәйтеп, гел хаҡтар тешләшкәндә,
Әмәл менән ғәмәл тап килмәй.
Осон-осҡа ялғап, халыҡ түҙә.
Халыҡ күндәм. Халыҡ төңөлмәй.

Илгә ҡот ҡайтарыр фарман, дарман
Ҡайҙа һуң ул — уйлап, баш етмәй.
Дөрөҫлөктәр — үткәндәргә генә,
Бөгөнгөнө тарих фаш итмәй.

Нисек һуң ул шулай — күҙ алдында
Ил байлығын ҡармап, бурҙайҙар
Ялыныста тота мең ғәләмде,
Күптәр күктән ярҙам һорайҙар.

Ә сафсата... Һәр кем аҡыл һата,
Мөнбәренән төшһә, кем инде?
Етмәй ҡөҙрәт — шәхестәр бит етмәй,
Иламаһаң, әйҙә, көл инде.

Нисек булыр иртәгәһе илдең?
Ни тип әйтмәк быға — күҙ етмәй.
Етлекмәгәнде һәм етмәгәнде
Әйтеп бөтөр өсөн һүҙ етмәй.

Яҙҙым был юлдарҙы теләк менән —
Табылыр, тип, хаҡ юл ярыусы.
...Үҫендереү, әллә һиҫкәндереү —
Ниҙә, шағир, алғы бурысың?

Ниҙә сәбәп?
Ниҙә сәбәп — әй, илаһи сәнғәт,
Көнлөксөлә бөгөн көндәрең.
Заһир, Мөбәрәк һәм Мәғәфүрҙәй
Күтәрелер икән кемдәрең?

Беҙ, булғаны менән байрам, тиеп
Хушһынабыҙ, хуплап әрһеҙҙе.
Һөнәрселек менән кәсепселек,
Ҡараһана, ниндәй бер һүҙле.

Ниҙә сәбәп — әй, илаһи сәнғәт,
Ҡасан күкрәр тағы күктәрең?
Бәйгеләрҙә ҡайҙа арғымаҡтар,
Бәйгеләрҙә — һәүеректәрең.

Замандан бит уҙып, тапһам яуап,
Мин кем булыр инем үҙем дә!
Ҡалыр инем сағыу бер нур булып
Ер күҙендә, ҡояш күҙендә.

Әҙип асылы
Ҡотло ла ул, һутлы ла ул
Ноғман Мусин әҫәрҙәре.
Ул үҙе лә ҡарағастай,
Һис бер ваҡыт бәҫәрмәне.

Урманы уның — мәңгелек,
Ғәм менән сәм урманы ул.
Бәхет — хәләл көс, тип, һәр саҡ
Көнгә тура ҡараны ул.

Уйлаһам әҙип асылын,
Иҫкә төшә Ноғман Мусин.
Үҙе лә уның, һүҙе лә —
Барыһы тәбиғи, ысын.

Һүҙ ҡәҙере
Төнөн төштә шиғыр тыуҙы,
Һәр һүҙ гәүһәрҙәй булды.
Уянғас иҫләй алманым,
Ул төн һымаҡ юйылды.

Аһ, был ғүмер ҙә төштәге
Гәүһәрҙәй бер һемәйтә.
Сикле ғүмер... Үкенестәр...
Был моң үҙәккә үтә.

Сыңратыр күңелде ул моң,
Йәшәй алған ҡәҙәре.
Көнөмдә шул, өнөмдә шул
Гәүһәрҙәй һүҙ ҡәҙере.

Әрләр ине...
Донъя бит ул — йәне үртәлгәндә,
Тәҡәтһеҙ ҙә йәки ҡаламы,
“Суҡынғыры, суҡынып киткере!” —
тип
Әрләр ине әсә баланы.

Бала саҡта, булды, шул һүҙҙәрҙән
Ҡала инем мин дә шымтайып.
Ошо ғәр-ғәм ғүмер буйы ҡурсып,
Юғалтманы үҙен башҡайым.

* * *
Ҡаныҡтылар уға. Әҙәмгә хас
Гонаһтары бөттө йолҡоноп.
Ҡалды хәҙер ул төп асылында,
Бейегерәк тағы ҡалҡынып.

Ул ҡалҡынып ҡына ҡалырлыҡмы?!
Бөркөт хәс тә, ғәме — ҡаяла.
Ә йолҡҡостар — аҫта, гонаһ йыйып,
Күтәрелә алмай ҡыяла.

Олоғайғас
Хәл генәмдәнме был һүҙҙәр,
Халыҡ хәтеренәнме.
Уй-хыял үренәнме ул,
Йөрәгем түренәнме.

“Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” —
Етмеш тә йәтеш икән.
“Иҫке йөрәк, яңы дәрт” тип,
Һаман күҙ төшмөш икән.

Тыштан һиҙҙертмәһәм дә мин,
Эстән торам өлтөрәп.
“Көндөҙ йөрөһәң, кеше күрә,
Төндә йөрөһәң, эт өрә”.

Һайрармын кеүек түгелеп,
Һүҙҙәр — көмөш тамсылар:
“Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар,
Йәш ҡулында ҡамсы бар”.

Әй, иҫәр! Ҡайҙан был һүҙҙәр,
Тормош хәтеренәнме.
Уй-хыял үренәнме ул,
Йөрәгем түренәнме.

Тик барыбер шуныһы раҫ:
Йөрәк ҡартаймай икән.
“Ҡартайған да тыртайған” ти,
Юҡҡа тыртаймай икән.

Шөкөр ит шуға ла, тим, әле
Ҡыҙҙарға ҡарарлыҡһың.
Ғишыҡ-ғишрәтте йырларға
Һин әле ярарлыҡһың.

Хәсән Назар




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566