Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Поэма
I
...Әсәй, әсәй...
Ошо һаран йомарт һүҙҙәреңдә
Йылылығы күпме йөрәктең!*
Һин бит мине оло юлға илттең,
Кеше булыу фәнен өйрәттең.
Ошо йөрәк ерҙең бар йөктәрен
“Эһ” тә итмәй барған күтәреп,
Бәхетен дә илдең, ҡайғыһын да
Үҙе аша ғорур үткәреп...
Ул да һалдат булған. Ябай һалдат.
Иң ҙур кеше булған ерҙәге...
Шуға күрә бөгөн мин дә һалдат,
Миндә лә бит уның йөрәге.
Мин һалдатмын. Ҡайҙа бала сағым?
Малайлыҡтың сая уйҙары?
Тыуып килгән таңым — Ҡыҙыл тауым,
Тере йырым — Өршәк буйҙары?
Әй бала саҡ — наҙлы ҡасаҡ!
Аҙмы йырым һине йырлаған.
Кем ҡыумаған һине тотормон тип,
Сал һаҡалын йолҡоп ҡыумаған!
Миндә ине бит ул кисә генә,
Шундай уйнаҡ, шундай шуҡ ине,
Күҙҙәренә баҡһаң, гүйә, уға
Тоғролоҡта тиңдәш юҡ ине...
Ҡасан киткән, ҡайһы юлдан киткән,
Ҡалғанмы һуң эҙе, исмаһам?!
Һаубуллашыр инем... Өндәшмәне...
Осрашмаҫҡа, ахыры, һис ҡасан...
Эй бала саҡ — шаян, наҙлы ҡасаҡ!
Кемгә һуң ул ҡағылып уҙмаған,
Йәшнәп ҡуйған алыҫ йәшен кеүек,
Кем күҙенән сағылып уҙмаған...
Кем һуң уны һағынып һыҙмаған...
Үҫтем бына, оло кеше булдым,
Аҡылландым инде тамам мин.
Ташлаһаң да үҙең, бала сағым,
Хыялыңа тоғро һаман мин...
Хыялға һуң кем һуң хыянат итһен,
Үҙе генә әгәр биҙмәһә,
Яҙғы бөрө — көҙгө емеш бит ул,
Әрһеҙ елдәр генә өҙмәһә...
Мин дә бөрө инем, тере инем,
Һыймай йөрөй инем урамға,
Күкрәк киреп бер һулаһам, һауа
Ҡалмаҫ кеүек ине Уралда,
Һыуын эсһәм, Өршәк ҡорор һымаҡ,
Тауҙар ауыр һымаҡ — ҡысҡырһам...
Был мин — йәй ҙә, ҡыш та пилотканан...
Хуш, бала саҡ!
Хуш, дуҫ!
Хуш, туған!
Йылдар, йылдар! Донъя, көрәш өсөн
Йөрәк әллә шулай ҡомһоҙмо?
Ярты ауыл беҙҙә ҡайыш быуған,
Ярты ауыл һалдат — йондоҙло.
О, беҙ һалдат — даулы йылда тыуып,
Ялҡын һулап үҫкән егеттәр!
Кемдер үҫкәс һалдат була, ә беҙ —
Һалдат булып тыуҙыҡ — ҡырҡ дүрттәр.
Ер йөҙөндә үлем шашынғанда,
Бар Европа дөрләр ут саҡта
Ябай сабый итеп тыуҙырҙы ла
Һалдат итеп алды ҡосаҡҡа
Донъя беҙҙе...
Беҙ һалдаттар инек!
Иң ҙур кеше — тормош һалдаты.
Беҙҙең сабый ҡул да һындырышты
Күктә йөҙгән үлем ҡанатын.

Ерем көйҙө, күк тә ҡара янды,
Тормош ҡалды, асыл үҙгәрмәй.
Беҙ йәшәнек үлемгә үс итеп,
Ҡуҙ өҫтөндә үҫкән гөлдәрҙәй.
Бала сағым, алыҫ бала сағым!
Йөрәгемдең бәхете, һағышы.
Һинең хыял минең яҙмыш һаман.
Минең менән һалдат ҡайышы.

Мин һалдатмын. Илдең бер һалдаты.
Янда дуҫтар — бөркөт кеүектәр.
Кемдер үҫкәс һалдат була, ә беҙ
Һалдат булып тыуҙыҡ — ҡырҡ дүрттәр.

II
Күктә атылып-атылып уйнай,
уйнай йондоҙҙар,
Миңә һарылып һөйләй ниҙер яҙғы ел генә.
Автомат та, уйҙарымдай һағайып,
тынған, —
Мин постамын, мин постамын.
“Туҡта!.. Кем килә?!”
Мин постамын.
Тауҙан тауға яңғырай һөрән,
Бар урманды айҡап сыға, уҙа болондо.
Әйтерһең дә, бар тәбиғәт ҡушыла миңә,
Ҡабатлай күк, ҡабатлай ҡыр: “Туҡта! Ҡулыңды!..”
Йәнә тынлыҡ. Шундай тынлыҡ.
Ер иҙерәп йоҡлай.
Төнгө был сер, татлы моңдай,
наҙлай уйыңды.
Дошман шыуа шәүлә булып,
төнгә һыйынып,
Ләкин һалдат уяу, уяу:
“Туҡта! Ҡулыңды!..”
Тыныслығы булып Ерҙең, имен таң булып,
Ел тынына ҡушылып ҡалҡа
һалдат өнө лә —
Йәки унда, йәки бында,
көндөҙ ҙә, төнөн дә,
Тауҙан тауға, ҡырҙан ҡырға:
“Туҡта! Кем килә?!”
Эй, кем килә?! Мин постамын.
Был — минең Илем!”
Дошман өсөн һәр юл — упҡын, тере ут —
һауа,
Икмәгем — ҡуҙ уның өсөн, бомба —
һәр алма,
Һәр бер тау бында —
дошмандың өҫтөнә ауа.
Төнөм — ҡәбер дошман өсөн,
көндәрем — кәфен,
Ерем үҙе һалдат, һалдат хатта гөлө лә.
Ерҙә тормош — көрәш барҙа —
ҡалыр ул, ҡалыр,
Йылдар аша яңғырап барыр:
“Туҡта! Кем килә?!”
Ят табандың эҙе ятмаҫ, ятмаҫ ҡырыма...
Ана, нисек көлә донъя, күк, офоҡ көлә!
Ләкин ҡапыл, һиҫкәндереп шундай саф моңдо,
Яңғырай өн, һалдат өнө:
“Туҡта! Кем килә?!”
Юҡҡа түгел һалдат өнө.
Был — минең тауыш...
Үрмәләй, күр, тағы һағыш —
боронғо таныш,
Ҡара йылан — шик шыуыша,
йылыша ҡайғы...
Сиратта кем? Мин постамын.
Кем батыр тағы?
Ваҡ-ваҡ баҫып, ваҡ тойғолар
килмәксе була,
Ҙур хистәрҙең ҙурлығынан көлмәксе була.
Шыуа, шыуа... йөрәк аша уҙып посыма,
Икеһен дә бер ыңғайҙан телмәксе була.
Шуға күрә, һиҫкәндереп тағы болондо,
Яңғырай өн, һалдат өнө:
“Туҡта! Ҡулыңды!..”

III
“Ҡулдарыңды!..” Мин һаҡтамын! Һаҡта!
Минең менән — халҡым, Илем, Ер.
Кемдәр үтер минең посым аша? —
Миңәме ни һуң был барыбер?!
Һаҡламайыммы ни Мәңгелекте,
Киләсәктең ғорур ишеген?!
Посым аша — бәхет, ал таң үтһен,
Кешелеге үтһен кешенең.
Оло йөрәк, керһеҙ һөйөү үтһен,
Нәфрәт үтһен, нәфрәт — ваҡлыҡҡа.
Сәскә тотҡан сабый! Үт, һөйөклөм!
Һинең өнөң һәр саҡ — шатлыҡҡа!
Ярыш уҙһын, күкрәп-шаулап уҙһын,
Мәңгелеккә бөркөп сафлығын,
Хеҙмәт уҙһын, мәңге хужа булһын,
Аҡ күгәрсен осһон талпынып.
Күпме гүзәллек бар, яҡшылыҡ бар —
Барыһы үтһен: төндөң ҡараһы,
Ҡояш нуры, йондоҙ серлелеге,
Ир ныҡлығы, ҡыҙҙар ҡарашы...
Тик урын юҡ унда ҡайғы өсөн,
Түбәнлектәр өсөн урын юҡ.
Һуғыш елен мин юҡ итер инем
Минең посҡа етмәҫ борон уҡ!
Ә киләләр улар ҡасып-боҫоп —
Шаҡшылыҡ та, үс тә, үлем дә...
Тыныс таңды һиҫкәндереп, шуға
Һөрән яңғырай: “Туҡта! Кем килә?!”
Шуға күрә, һалдат өнөнә ҡушылып,
Тауҙан тауға, айҡап болондо,
Бар тәбиғәт, тормош күкрәп китә,
Күкрәп китә: “Туҡта! Ҡулыңды!..”

IV
Мин һалдатмын. Кем һуң һалдат түгел!
Һалдат хатта һәр тау, гөл, диңгеҙ.
Барыһы — туҙа, уҙа... Һалдат — тере,
Һалдат ҡына ерҙә үлемһеҙ!
Ерҙә барыһы — һалдат: ҡош та, таш та...
Әллә һалдат кеше генәме?
Был тормошто төҙөү, биҙәү, һаҡлау
Кешеләрҙең эше генәме?
Был донъяла барыһы атакала,
Ер үҙе лә йәшел шинелле,
Күр, Ҡош юлын биленә быуған ғаләм,
Ҡайыш быуған һалдат шикелле,
Ҡояш йөрөй орбитаһын урап,
Күҙен йоммай йәй ҙә, ҡыш та ул:
Мәңгелеккә тормош һағында ул,
Мәңгелеккә, эйе, поста ул.
Иҫке менән иҫәп-хисабы бар,
Бара тормош, атһа — яҙа атмай.
Ваҡыт саба! Бары алға, алға,
Атакаға уҙған һалдаттай.
Бары ла һалдат, һалдат был донъяла,
Һалдат булып һәр гөл ер тишә.
Бары ла һалдат Ерҙәй, Ҡояш кеүек,
Орбиталар ғына төрлөсә:
Ҡасан — бейек, ҡасан — тәпәшерәк,
Йә киңерәк, йәки тарыраҡ,
Йә яҙ яһап үтә, ҡояш төҫлө,
Йә ҡыш яһай, һалҡын ҡар һымаҡ...

Донъя буйлап ғүмерем орбитаһы
Ҡайҙан үтер? Ҡайһы юл аша?
Тар ҙа булыр, ләкин ул барыбер
Халҡыма бит барып тоташа.
Ә һуң халҡым ҡояш түгелме ни,
Төҙөмәйме тормош, ҡояштай!
Уның яҙы — минең иң ҙур яҙым —
Бар донъяны бөгөн ҡоласлай!
Мең ҡояштың нурын, бейеклеген
Һыйҙырғанда һинең орбитаң,
Һинең юлың минеке түгелме ни?!
Тиңһеҙ атакала, Партиям!
Һин — Еремде уттан һаҡлар өсөн,
Ҡурсар өсөн гөлдө, тормошто —
Күтәргәндә Илде, Кешелекте,
Беҙ үтәйбеҙ бер үк бурысты!
Орбиталар беҙҙең бер үк, бер үк,
Ғүмерем дә түгел ергә йөк.
Мин һалдатмын һәм ҡалырмын шулай —
Ташламаһа ошо бейеклек.
1964.
Рәшит Назаров.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545