Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Уйнарбыҙ, беҙҙән ҡалмаҫ!..”
“Уйнарбыҙ, беҙҙән ҡалмаҫ!..”Ҡояшлы сентябрь айында Өфөлә төрки телле театрҙарҙың V халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестиваленән алған тәьҫораттар әле лә һүрелмәгән. Ошо ҙур сараның Башҡортостан ерендә уҙыуы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының фестивалдә уңышлы сығыш яһауына шатланыу хисе ваҡыт үтеү менән арта ғына кеүек.

Фестивалдең иң тулҡынландырғыс өлөшө — уны асҡан көн — төрлө тарафтан килгән туғандаш халыҡтар театрҙарының тантаналы парады. Улар, оло мәртәбә менән үҙ республикаларының дәүләт флагын күтәреп, майҙандан үтте. Ана, ныҡлы, ышаныслы баҫып, Башҡортостаныбыҙ — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры вәкилдәре килә. Иң алда — республикабыҙ флагын юғары тотҡан Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова! Тәңкәләре сыңлап торған, күҙҙең яуын алыр милли кейемдә. Берсә күңелле башҡорт моңона бейеп киткәндәй, берсә тантаналы ритмға баҫа төҫлө ул. Ә йөҙө! Ҡояшмы ни, бар донъяны сәләмләй! Актрисаның мәртәбәле ҡунаҡтарҙы тәбрикләгәндәге айҙай йөҙөнән бөркөлгән нур, ысынлап та, йәндәрҙе иретерлек ине. Гүзәл Маликова, ошо минуттарҙа үҙенең ижад ялҡынына ҡушып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һылыулығын, ғорурлығын, затлы тәбиғәтен бар тулылығында алып сыҡҡайны оло майҙанға.
Киң ҡоласлы, һутлы, талантлы уның ижады, сөнки ғүмеренең дә шундай миҙгеле — алтын уртаһы. Бөгөн Гүзәл Маликова — Өфө дәүләт сәнғәт академияһынан һуң (Р. Исрафилов курсы) килгән коллективында эште “төптән егелеп тартҡан” (ундайҙар хаҡында шулай ти халыҡ) сәхнә оҫталарының береһе. Ролдәре бихисап һәм улар төрлө-төрлө: башҡорт, урыҫ, татар, донъя драматургтарының ижад өлгөләре, классик әҫәрҙәр.
Тәүге роле И. Юзеев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан” спектаклендә (режиссеры — Р. Исрафилов) Зөбәйҙә-Прайс булһа, аҙаҡ “Йәрем минең алиһәм”дә (Р. Байбулатов) — Ляля Моисеевна, “Юлдарым — һағышлы моңдарым”да (С. Айытматов) — Әсә, “Ҡыпсаҡ ҡыҙы”нда (А. Йәғәфәрова) — Аҡһылыу, “Яралы яҙмыш”та (Н. Асанбаев) — Файка-Фәйрүзә, “Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..”дә (Ф. Бүләков) — Сәлимә, “Мәһәре — байҙан”да (Ю. Болат) — Фәрештә, “Артур менән Нэнси”ҙа (Ә. Дилмөхәмәтова) Әсә һәм башҡа бик күп ролдәре тамашасы һөйөүен яуланы.
Г. Маликованың әлегә тиклемге ижад емештәре араһында иң әһәмиәтлеһе ҡырғыҙ драматургияһының һәм театрының ғәжәйеп талантлы вәкиле, режиссер һәм философ Нурлан Абдыҡадыровтың “Тылсымлы сәңгелдәк” әҫәрендәге Ҡарсыҡ образы булды. Әйткәндәй, актрисаның был роле 2003 йылда Салауат ҡалаһында уҙғарылған “Театр яҙы” республика фестиваленең “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңде. Н. Абдыҡадыров спектаклдәрендә (ул үҙе үк пьеса авторы ла) геройҙарҙың барыһы ла гел сәхнәлә, уларҙың һәр ҡайһыһы тамашасының иғтибарын бер минутҡа ла ебәрмәй. Шулай итеп, геройҙар, сәхнәне сәңгелдәктәй кимәлдән ғаләмдәй киңәйтеп, Ерҙә Кеше рухы хаҡында мауыҡтырғыс гәпләшә. Исемдәре лә юҡ, сөнки улар — ерҙәге инсандарҙың дөйөмләштерелгән образы — символик заттар: егет, ҡыҙ, ҡарсыҡ. Тормош яралтҡан, йәшәткән, ҡаҡҡан-һуҡҡан, бәхетле йә бәхетһеҙ иткән ҡатын-ҡыҙ заты. Уның йөҙө — тупраҡ төҫө, күҙҙәре — үҙе бер яҙмыш китабы. Көмөрәйгән кәүҙәһе, бер туҡтауһыҙ ниҙер һамаҡлауы — һыҡтаумы, йырлаумы… Кәүҙәһенең һәр күҙәнәге уйнай, тәне үҙенә түгел, ниндәйҙер бер ят көскә буйһона кеүек күпте күргән Ҡарсыҡтың. Актриса тамашасыны ошондай кисерештәргә һала, “сихырлай” — хатта залдағылар шаңҡып ҡалғандай бер килке: ошо уйын аша үҙ яҙмыштары сөңгөлдәрен байҡай, уйлана, һығымта яһай. Актриса һөнәренә яҙған төп бурыс тап ошонан ғибәрәт түгелме ни?
“Тылсымлы сәңгелдәк”тәге Ҡарсыҡ роле эстетик һәм художество әһәмиәте менән Гүзәл Маликованың сәхнә мөмкинлектәрен бар тәрәнлегендә күрһәтте; актрисаның уйланыуҙары, ижад темаһы бик киң булыуын, сәхнәлә бер асылдан икенсеһенә күсеү алымдарының шәхсән үҙенсә, һис һүҙһеҙ, ышандырғыс икәнен иҫбатланы.
“Ҡоҙаса” (Б. Бикбай, З. Исмәғилев) музыкаль комедияһындағы Шәмсиә — Гүзәлдең бөгөнгө иң сағыу ролдәренең береһе. Бында актрисаға Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегендә алған белеме лә бик ярап ҡала — композитор Заһир Исмәғилев яҙған Шәмсиә партияһын “тере“ башҡара ул, йөҙөп уйнай. Әйткәндәй, Гүзәлде күберәк комик ролдәрҙә күрә тамашасы, сөнки актриса үҙе лә — асыҡ күңелле, алсаҡ, оптимист кеше. Йылмайыуы, әйтеп киткәнебеҙсә, ҡояш ише! Йырлау, йылмайыу ғына түгел, гармун күректәрен дә һуҙып ебәрә Гүзәл! Кеше күңеленә дәрт өҫтәүҙең бигерәк тә хәҙерге заманда ни тиклем кәрәкле һәм изге эш булыуын, бының өсөн ниндәй ҙур рухи көс талап ителгәнде актрисаға ҡарап тулыраҡ аңлайһың.
Гармунлы ролдәре лә күп булды Гүзәл Хәсән ҡыҙының. Мәҫәлән, режиссер Борис Манджиев (Элиста) ҡуйған “Һөйөү сәғәте һуҡҡанда” (Ф. Бүләков) спектаклендәге Медсестра-гармунсы роле менән ул республикала иң яҡшы сәхнә әҫәрҙәре буйынса “Матбуғат-2008” рейтингының “Иң яҡшы эпизод роле өсөн” призына лайыҡ булды.
Гүзәл Маликованың сәхнәләге ҡыйыулығы “Ҡатынымдың исеме Морис” (Р. Шарт, режиссеры — Ф. Бикчәнтәев) комедияһындағы Мадам Труабал кеүек нәзәкәтле француз ҡатыны, “Яралы яҙмыш”тағы (Н. Асанбаев, режиссеры — Р. Хәкимов) йыйыштырыусы Файка-Фәйрүзә ролдәрендә лә асыҡ сағыла. Уларҙың барыһы ла берҙәй оҫталыҡ менән уйнала. Тамашасы Гүзәл Маликованы тәүге башҡорт телесериалы “Ай ҡыҙы”нда (Ф. Бүләков, Ә. Нурмөхәмәтов) Ғайсарҙың әсәһе Йәмилә ролен башҡарыусы булараҡ та таный, күптәр, яратып, уны ошо героиняның исеме менән йөрөтә.
Уйнар сағы, сәхнәләрҙе иңләр мәле Гүзәл Хәсән ҡыҙының. Хәйер, актриса тәүҙән үк, йәш ҡыҙҙар образын тыуҙырыу менән бер рәттән, төрлө йәштәге, характерҙағы ролдәрҙе лә еңел башҡара. Кәрәк икән, 10–15 йәште “алып ташлап”, донъяла үҙ һуҡмағын эҙләгән “Минең ғаиләм”дәге (Т. Дәүләтбирҙина, режиссеры — А. Абушахманов) Маринка-Мөғлифә булып китә ул, кәрәк икән, киреһенсә, 15–20 йәште өҫтәп, “Хыялый”ҙағы (С. Әбүзәр, режиссеры — А. Йәнбәков) Шәрифә инәй ролендә бабайы менән бергә йондоҙҙарға ҡарап хыялланырға ла әҙер. “Тәүге пьесаһы менән үк сәпкә тейгән С. Әбүзәр кеүек драматургтар яҙһын ғына үҙ әҫәрҙәрен, беҙ уйнарбыҙ, беҙҙән ҡалмаҫ”, — ти актриса. Эйе, уйнар актриса, уйнар сағы, алтын сағы! Әлегә Гүзәл Маликова өсөн иң юғары пьеса яҙылмаған, алтынға тиң роле тыумаған. Барыһы ла алда әле!..
Рәмилә ЙӘҺҮҘИНА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571