Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Грамматик хата
Грамматик хатаСираттағы педагогик кәңәшмә өсөнсө сәғәткә һуҙылды. Ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар өйҙәрендәге ас ирҙәрен, дәрес әҙерләмәй, урамда сапҡан балаларын уйлап көрһөнә, ирҙәр иһә бөгөн дә һуң ҡайтҡан өсөн әрләйәсәк ҡатындарын тынысландырырға һүҙҙәр эҙләй, йәш-елкенсәк иһә дискотекала һөйгәндәре менән осрашыуҙан мәхрүм булғандарына ауыр һулай ине.
Кисә генә завуч Таһира Мифтаховна “Баҙар шарттарында һөйләмдә өтөр ҡуйыу проблемаһы” тигән темаға доклад һөйләп, өс сәғәтләп дискуссия ойошторҙо. Ә йома кис мәғариф бүлегенән килеп, “Тәнәфес өсөн ҡыңғырау биреүҙең әһәмиәте” тигән темаға әңгәмә үткәрергә тейештәр. Арттағы рәттә йоҡлаған биология уҡытыусыһы, 69 йәшлек Хәмит Ғәлиевич, инде өсөнсө төшөн күрә. Уның үҙен ни балалар, ни уҡытыусылар яратмай. Алдында һүҙ әйтмәһәләр ҙә, үҙе юҡта ныҡ ҡына “сәйнәлә” пенсионер. Мәктәп директоры Вәли Хәмитович бик әҙәпле генә әйтеп тә ҡуйған инде үҙенә:
— Хәмит Ғәлиевич, әллә лайыҡлы ялға ҡуҙғалаһығыҙмы, үҙегеҙгә лә ауыр бит, тантаналы оҙатыр инек.
Әммә ветеран бирешергә теләмәне:
— Үҙемде йәштәр кеүек һиҙәм, хатта сабыйҙар кеүек. Аҡыл тешем сыға башланы, йәнә бер ун йыл эшләр инем әле. Ә пенсияға ебәрә алмайһығыҙ — законы юҡ. Суд алдында йөрөгөгөҙ килмәһә, мине йылмайып ҡаршы алып, йылмайып оҙатығыҙ.
Педсоветта ла ҡурҡмай йоҡлай икеләтә ветеран. Педагогик ултырышта, йәғни педсоветта директор бөтөн темаға ла ҡағылып үтте лә, ҡыҙып китеп, ахыры, фәлсәфәгә тотондо:
— Дәресте заман менән бәйләп алып барырға кәрәк, — тине ул, ауыҙ ситен ҡулъяулығы менән һөртөп. — Мәҫәлән, Әлфиә Әхмәтовна, һеҙ математика дәресендә шундай миҫал килтергәнһегеҙ. Имеш, А пунктынан сыҡҡан поезд Б пунктына нисә сәғәттә килеп етә? Ул ниндәй А пункты, ул ниндәй Б пункты? Бала башта шул билдәһеҙлек тураһында баш вата, мәсьәләнең елегенә керә алмай. Ә ниңә тормоштан миҫал килтермәҫкә? Мәҫәлән, Ғәлиев биш саҡрым арала ятҡан Түбән Ҡышҡы ауылынан мәктәпкә килә. Ике саҡрым үткәс, уның күҙенә бүреләр күренә. Ғәлиевкә мәктәпкә ҡәҙәр нисә саҡрым йүгерәһе ҡала? Бына беренсе класҡа мәсьәлә. Тормошсан да, ҡыҙыҡлы ла.
Директор башҡа предмет уҡытыусыларына ла миҫал килтерҙе. Бигерәк тә тел уҡытыусыларына ҡаныҡты.
— Ну, күпме шулай дәреслектәге һөйләмдәрҙе файҙаланып була инде. “Мәрйәм мәктәпкә бара”, “Беҙ мәктәптә уҡыйбыҙ...” Ғәфү итегеҙ, ҡоҫҡо килтерә торған үрнәктәр бит былар. Үҙегеҙ һөйләм уйлай белмәйһегеҙме ни, Сания Сәмиевна?
Йәш уҡытыусы Сания Сәмиевна өндәшмәне. Етәксе кеше гел дөрөҫ һөйләй бит ул.
Иртәгәһенә дәрестә балалар менән эйә, хәбәр темаһын үткәндә, кисәге педсоветтағылар хаҡында уйлап ултырҙы. Директор һүҙе хәтеренән сыҡмағанғалыр инде, балаларға әйтеп ҡуйҙы:
— Директорҙың кәзәһе үлгән.
Класс бер аҙға тын ҡалды, сөнки бындай тормошсан һөйләм мәктәп тарихында беренсе тапҡыр ишетелде, артҡы өҫтәлдән тауыш килде:
— Эйәһе — директор, сөнки кәзә — уныҡы.
Сания Сәмиевна ауыҙын асҡансы, ике-өс бала ҡысҡырып өлгөрҙө.
— Директорҙың кәзәһе юҡ бит!
— Уның ҡатыны кәзә түгел, һыйыр ҙа һауа белмәйҙер әле.
— Һөйләмдең эйәһе кем?
— Һөйләмдең эйәһе — һеҙ, Сания Сәмиевна.
Эйе, һөйләмдең эйәһе Сания ине. Теләһә ниндәй һөйләмдең дә эйәһе була. Уның өсөн яуап бирергә кәрәк.
Һүҙең бөтөн ауылға таралһын тиһәң, мәктәпкә барып уны берәйһенең ҡолағына һөйлә, киске яҡҡа ул хәбәр ҡойроҡтары, тармаҡтары менән үҙеңә әйләнеп ҡайтасаҡ. Был юлы ла шулай килеп сыҡты. Иртән уҡытыусыны директор саҡырып алды:
— Был ниндәй хәл, Сания Сәмиевна, директорҙы һеҙ шул юл менән дискредитировать итергә, йәғни абруйын төшөрөргә уйланығыҙмы?
— Вәли Хәмитович, Хоҙай шаһит, бер ниндәй эскерһеҙ уй менән әйткәйнем.
— Улай булғас, ниңә завуч Харис Хәнәүиевичте миҫалға килтермәнегеҙ, уның эте өсөнсө көн астан үлде. Ҡатыны ла ҡаҡ һөйәк. Тем более минең кәзәм булғаны юҡ.
— Ғәфү үтенәм, Вәли Хәмитович.
— Ғәфү һүҙен ҡабул итәм. Әммә һеҙҙе быйыл юғары категория алырға лайыҡ тип иҫәпләмәҫ инем.
Уҡытыусылар бүлмәһендә ишетте Сания Сәмиевна директорҙың ҡушаматы “кәзә” икәнен. Эй, Хоҙайым, кем инде уны белһен, икенсе йыл ғына уҡыта бит әле. Ваҡиға бының менән генә тамамланманы, иртәгәһенә мәктәпкә директор ҡатыны Хәлимә килеп керҙе:
— Балалар алдында минең һыйыр һауа белмәгәнде обсуждать итергә кем һеҙгә права бирҙе?
Сания Сәмиевна уҡытыусылар бүлмәһендә юҡ ине, бәхете булғандыр, күрәһең. Өлкән йәштәге уҡытыусылар түрә ҡатынын саҡ тынысландырҙы. Бер сәғәт зыулап: “Мин быны былай ғына ҡалдырмайым”, — тип сығып китте ул.
Был хәлдәрҙең бер ыңғай яғы булды. Директор педсоветтарҙы ҡыҫҡараҡ үткәрә башланы. Алтмыш уҡытыусы ла эстән генә һөйөндө. Сания Сәмиевнаға директорҙың кем икәнлеген аңлатҡаны өсөн рәхмәт әйттеләр.
Рәзиф ЗИЯТДИНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573