Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул моң йәшәй беҙҙең йөрәктә
Ул моң йәшәй беҙҙең йөрәктәБашҡортто йырһыҙ, моңһоҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Халҡыбыҙ дәртле лә, һағышлы ла, шул уҡ ваҡытта ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығын талап иткән, быуындан быуынға тапшырыла килгән йырҙарға бай. Уларҙы тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарған легендар йырсы Фәриҙә Ҡудашева, башҡорт моңона яңы яңғыраш биреп, барлыҡ нескәлектәрен дә тыңлаусыға еткереүгә өлгәшкән талантлы композитор Бәхти Ғайсиндарҙың ижад юлы һоҡландыра. Улар башҡорт мәҙәниәтен илебеҙҙең төрлө төбәгендә йәшәгән кешеләргә таратыу, халыҡ йырҙарын тергеҙеү йәһәтенән күп эшләне.

Фәриҙә Ҡудашева бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ була. Мәктәп йылдарында уҡ башҡорт халыҡ йыры “Һыуыҡ шишмә”не башҡарып, барыһын да таң ҡалдыра. Дүртөйлө районында ете класс белем алғас, Өфөгә юллана. Йәш ҡыҙ унда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Башҡорт радиоһында эшләү осоронда, йәғни 1947—1956 йылдарҙа, Фәриҙә Ҡудашева халыҡ араһында киң билдәлелек яулай. Йыр-моңға һөйөү, тамашасы менән күҙгә-күҙ осрашыу ниәтенән 1956 йылда йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күсә. Бында ул тамашасыларға илаһи, дәртле, моңло йырҙарын бүләк итеп, ғүмер аҙағынаса сәнғәткә тоғро хеҙмәт итә. Уның өс меңгә яҡын башҡорт, татар йырын белеүе билдәле. Фәриҙә апай “Ашҡаҙар”, “Азамат”, “Ҡаһым түрә”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡара.
Бәхти Ғайсин, популяр йырсы менән иңгә-иң терәшеп, башҡорт эстрада сәнғәтен үҫтереүгә һәм уны байытыуға тос өлөш индерә. Ул Ауырғазы районының Кешәнле ауылында тирә-яҡҡа билдәле гармунсылар ғаиләһендә тыуған. Бик иртә ата-әсәһеҙ ҡалыу сәбәпле, Бәхти балалар йортонда тәрбиәләнә. Бәләкәй сағынан уҡ тальян менән дуҫлаша һәм Өфөнөң 5-се интернатына уҡырға килгәс тә музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһыныуын ташламай, аккордеонды үҙләштерә башлай. 1945—1946 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында слесарь-йыйыусыға ла уҡый, ләкин йыр-моңға һөйөүе көслөрәк булып сыға. 1949—1953 йылдарҙа музыка училищеһында йыр сәнғәте серҙәрен өйрәнә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында концертмейстер булып сәнғәт юлына аяҡ баҫа. Был осорҙа көйҙәр ҙә сығара башлай. 1960 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә һәм тап ошонда үҙенең тормош юлдашын — Фәриҙә Ҡудашеваны — осрата. Ошо мәлдән алып улар ҡулға-ҡул тотоношоп, йырлы-моңло юлдарын дауам итә. Икеһенең дә ижадтары тулыланып, көсәйеп китеүе милли сәнғәтебеҙ өсөн бөйөк бер осорҙо башлай.
Бәхти Ғайсин “Яҙғы урман”, “Кермә төшкә, төшмә иҫкә”, “Һөйһә лә, һөймәһә лә”, “Мыйыҡ үҫтереп ҡара”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Торналар киткәндә” һәм башҡа йырҙар аша халыҡ хәтерендә ҡалған. Фәриҙә Ҡудашеваға һөйөү емеше булып “Ниңә гелән, иркәм?”, “Гел генә”, “Бөгөлә ҡайын”, “Һаубуллашыу йыры”, “Һары һандуғас, ҡара ҡарлуғас”, “Ярамайға — ҡарамай”, “Яратам мин һинең көлөүеңде”, “Ике аҡҡош” йырҙары тыуа. Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсин ғүмер аҙағынаса Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.
Филармония үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай, уларҙың хәтер кисәһен үткәреүҙе бер йолаға әүерелдерҙе. Быйыл да көҙҙөң матур бер көнөндә, халыҡ Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың яҡты иҫтәлегенә арналған кисәгә йыйылды. Режиссер Салауат Итбаев етәкселегендә әҙерләнгән тамашала Нәзифә Ҡадирова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡалар ҡатнашты.
Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573