Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан”дың һүҙе үтте
Башҡортостандың Матбуғат көнө тураһындағы фекерҙе тәүләп “Башҡортостан” гәзите күтәреп сыҡты. 1996 йылдың 12 июлендә “Проекты бар ҙа ул... йәки Тағы ла Матбуғат көнө тураһында” тигән мәҡәләлә әйтелде был тәҡдим: СССР тарҡалып, “Правда” гәзитенең беренсе һаны сығыуына бәйле 5 майҙа билдәләнгән Матбуғат көнө бөтөрөлгәс тә, Башҡортостандың Журналистар союзы республиканың үҙ Матбуғат көнөн булдырыуҙы юллай башлағайны. Быға ерлек тә бар һымаҡ ине.

Башҡортостанда сығып килгән 251 ваҡытлы баҫмала, шул иҫәптән 211 гәзит һәм 26 журнал редакцияларында, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында, урындағы телерадиостудияларҙа бөгөн ике меңгә яҡын журналист ижад итә. Шуларҙың 500-ҙән ашыуы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы. Әгәр уға полиграфистарҙы, типография, нәшриәт һәм редакцияларҙағы техник хеҙмәткәрҙәрҙе лә ҡушһаҡ, биш меңгә барып баҫа. Көн һайын, сәғәт һайын республиканы өр-яңы хәбәрҙәр менән таныштырып торған, Президентыбыҙҙы, демократик реформаларҙы яҡлап сығыш яһаған, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән, Башҡортостандың сәйәси, иҡтисади һәм социаль тормошона тос өлөш индергән ошо ҙур корпустың намыҫлы хеҙмәтен күрмәү, уның ихтыяждарына власть күҙлегенән генә ҡарау һис тә аҡылға һыймай. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде булдырыуға аяҡ салыусыларҙы ла аңлауы ҡыйын.
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ихлас ризалығы менән “Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн булдырыу тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде булдырыу тураһында”ғы Указ проекттары ҡыш уҡ Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы тарафынан әҙерләнеп, тейешле ойошмаларға тапшырылғайны. Үкенескә ҡаршы, улар һаман үтмәй ята.
Указ проектында әйтелгәнсә, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат көнөн 14 июндә, йәғни 1917 йылдың 14 июнендә “Мөхбир” гәзитенең тәүге һаны сығыуына бәйле билдәләргә ҡарар ителде. Ысынлап та, Башҡортостан матбуғатының тыуған көнө тип 14 июнь иғлан ителергә тейеш, беҙҙеңсә. Ул — Әхмәтзәки Вәлиди нигеҙ һалған, Февраль революцияһынан һуң башланып киткән милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге уңышы — “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” (“Известия башкирского областного бюро”) — сыға башлаған көн.
Гәзиттең беренсе һанына күҙ һалайыҡ. Тәүге биттә “Идаранан” тигән баш менән 25 июндә Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа I дөйөм башҡорт съезы асыласағы хаҡында хәбәр ителә һәм башҡорттар йәшәгән һәр биш губернанан (Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар һәм Вятка) делегаттар һайлап ебәрергә саҡыра.
Шул уҡ биттә Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Башҡорттар алдында торған эштәр” тигән мәҡәләһе лә урын алған. Уның тәүге өлөшөндә Вәлиди башҡорттарҙың бөгөнгө дөйөм хәленә баһа бирә. “Ике миллион ҡәҙәр булған башҡорт, — ти ул. — Иҫке Хөкүмәт ваҡытында дини һәм милли хосусиәттәрҙә ул башҡа мосолмандар менән бер тигеҙ золом күрҙе. Әммә иҡтисади яҡтан хосуси ер тураһында үҙенең нисә йөҙ йыл буйы күргән золомдары башҡа мосолмандарға ҡарағанда дәхи дә артыҡ ине. Шунлыҡтан был халыҡ, төрки тарихына иң яҡшы сәхифәләрҙе алып килгән хәлдә, һуңғы замандарҙа үҙенең шөһрәтен, данын бөтөнләй юғалтҡан. Тарихта мөһим урынды тотҡан бер халыҡ булыу мәсьәләһе менән башҡорт халҡы күҙҙән төштө, хатта ул үҙенең башҡорт исеменән дә ояла башланы. Инде был бөйөк хөрриәт дәүерендә үҙенең кем икәнлеген белдереүгә ғәйрәт итһә булмаймы?
Башҡорт, һинең ихтыяждарыңды иң муафиҡ сүрәттә үтәр өсөн ниндәй ысул бар? Мәмләкәт ниндәй ысулда идара ителергә тейеш тип, Рәсәй халҡы ла башҡорттарҙан һорай...” Автор халыҡтың тормошон яҡшыртыу, уның ижтимағи әүҙемлеген күтәреү өсөн иң тәүҙә белемгә эйә булырға, мәҙәниәтте үҫтерергә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә, хужалыҡ мәсьәләләренә әүҙемерәк тотонорға саҡыра.
Гәзиттең был һаны башҡорттар бюроһы башҡарған эштәр тураһында киң генә мәғлүмәт, бюро ултырыштарынан отчеттар бирә, мосолмандарҙың Мәскәүҙә булып үткән I съезына байҡау яһай, Башҡортостандың эске эштәре хаҡында хәбәрҙәр урынлаштыра.
Шулай итеп, “Мөхбир” башҡорт халҡын уятыуға, сәйәси йәһәттән уның күҙен асыуға, берләштереүгә тос өлөш индерә. Гәзит биттәрендә аңлатыу эштәрен йылдам һәм ихлас алып барыу һөҙөмтәһендә башҡорттарҙың Ырымбурҙа үткән I съезы үҙ алдына ҡуйған бурыстарҙы ыңғай башҡарып сыға алған һәм Өфөлә үтәсәк яңы ҡоролтайҙы бер ай эсендә әҙерләп өлгөрткән. Уның алдынан, йәғни 1917 йылдың 15 июлендә, “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” гәзите “Башҡорт” исеме менән сыға башлай. Ләкин, нисек кенә булмаһын, “Мөхбир” Башҡортостанда милли-азатлыҡ хәрәкәтенә юл асыусы, Башҡортостанда йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың тиң хоҡуҡлылығы, республиканың үҙаллылығы өсөн көрәшеүсе тәүге гәзит була һәм уның тәүге һаны сыҡҡан көн, 14 июнь, Башҡортостандың Матбуғат байрамы булып законлаштырылырға хаҡлы. Тик уны оҙон-оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәк. Журналистарҙы яҡлау йәһәтенән Президент указдары ла тиҙерәк ҡабул ителһен ине.
Дәүләт МӘҺӘҘИЕВ,
Ризван ХАЖИЕВ.


Бына ошондай мәҡәлә баҫылғайны “Башҡортостан” гәзитендә бынан 13 йыл элек, һәм тиҙҙән 14 июнь Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө тип иғлан ителде.
Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән исем булдырылды. Тик “Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәрен хоҡуҡи һәм социаль яҡлау тураһында”ғы закондың әлегә тиклем ҡабул ителмәүе генә бөгөн дә эсте ҡырып тора.
Ризван ХАЖИЕВ,
Журналистика ветераны,
республиканың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.
(“Башҡортостан”, 2009 йыл, 13 июнь)




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545