Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көндәрҙән, гөлдәрҙән бөйөклөк асҡансы
Көндәрҙән, гөлдәрҙән бөйөклөк асҡансыЙомабикә Ильясова... Ижадында ла, тормошта ла ихлас һәм тәрән кеше, шағирә, баш мөхәррир, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
– Юбилей айҡанлы әңгәмә ҡороу ҡатмарлы ғына шөғөл икән. Заман һәм ижад, инде байтаҡ ҡына үтелгән ғүмер юлы, бәхет, юғалтыуҙар – барыһын бергә туплап, ошо һөйләшеү аша асып бирә алырбыҙмы, тип бер аҙ баш ватҡандан һуң телгә килгән ябай ғына һорауҙан башларға булдым. Һеҙ бит шағирә. Ни өсөн журналист һөнәрен һайланығыҙ?
– Беҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә байтаҡ яҙыусылар матбуғатҡа хеҙмәт итә. Тәү ҡарашҡа, был ике шөғөл бер-береһенә оҡшаш кеүек. Тәүҙәрәк тап ошонда ижадсы өсөн хәүеф йәшеренеүен абайламайһың. Гәзит өсөн көн һайын тигәндәй яҙа торғас, һәр нәмәгә дөйөмләштерелгән күҙлектән ҡарай башлайһың да әйләнә-тирәне тик үҙеңсә генә күреү һәләтен юғалтаһың. Ә шағир йәшәйеште үҙенсә асырға бурыслы. Был хаҡта “Донъя миңә яңы яраламы” тип башланған шиғырым да бар. Һәр әҙип өсөн донъя өр-яңынан ярала.
Мин, ғәҙәттә, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлектәрен етәкләнем. Баҫырға әҙерләрлек кимәлдәме, юҡмы, редакцияға килгән һәр яҙманы мотлаҡ уҡырға кәрәк. Күңелең тартылған юғары кимәлдәге әҫәрҙәргә ваҡытың ҡалмайынса, осраҡлы әйберҙәрҙе зиһенеңә тултырыу ҙа фекер нескәлегенә хилафлыҡ килтерә.
Ошоларҙы аңлау менән, “Башҡортостан” гәзитенән “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яуаплы секретарь булып күсә һалдым. Был вазифала мәҡәлә яҙыу мотлаҡ Көндәрҙән, гөлдәрҙән бөйөклөк асҡансытүгеллеге бигерәк тә арбаны.
Шулай ҙа “Башҡортостан пионеры”на, “Йәшлек”кә, республикабыҙҙың төп ижтимағи-сәйәси баҫмаһы “Башҡортостан”ға бағышлаған йылдарыма үкенмәйем.
– “Һәр әҙип өсөн донъя өр-яңынан ярала”, – тинегеҙ. Бөтә шағирҙар ҙа шундай юғары ынтылыш менән ижад итәме бөгөн?
– Һәр кем үҙенсә йәшәй, яҙа... Берәүҙәргә һоҡланаһың, бәғзеләрҙән ғибрәт алаһың.
Ә үҙемә эске талабым һәр саҡ көслө. Мәҫәлән, университетта уҡығанда, бер ҡасан да имтихандарҙы күсереп бирмәнем. Шул уҡ ваҡытта күсереүселәргә күңелемдә тамсы ла хөкөм булманы. Был бит үҙенә күрә бер студент шуҡлығы ла. Әммә минең булмышыма тап килмәй.
Донъяның өр-яңынан яралыуы, йәғни үҙенсәлеклек шулай уҡ ике яҡлы. Халыҡ, ғәҙәттә, бер төр шиғриәткә өйрәнә, шуға күрә, үҙенсәлеклекте тота һалып, һоҡлана алмай. Бындай ижадҡа үҙен раҫлар өсөн ваҡыт кәрәк. Үтә шымартыу ҙа шиғырҙың тәбиғилеген, самимилығын боҙа һымаҡ миңә.
Дөрөҫ кенә шиғыр ҡыҙыҡ түгел. “Тейеш-мейеш”тәрҙе күп уйлауҙан зыян ғына. Шиғыр өндәге һаташыу һымаҡ бер нәмә ул. Шул уҡ ваҡытта унда һин нисек бар, шулай сағылаһың.
– Күңелегеҙҙә баш мөхәррир булыу теләге бар инеме?
– Бейеүсе бейей-бейей оҫтара, тигәндәй, бер мәл миндә “Башҡортостан ҡыҙы”н ғына түгел, төрлө баҫмаларҙы тотош күҙаллау һәләте тыуҙы. Образлы итеп әйткәндә, бер генә музыка ҡоралында уйнау ялҡыта төштө, оркестр уҡ түгел инде, әммә бәләкәй генә ансамблдең яңғырашын көйләү теләге уянды. Бәлки, яҙмыштыр, баҙнатһыҙ ниәтем журналды оҙаҡ йылдар етәкләгән Гөлфиә Иҙелбаева-Юнысованың республикабыҙ парламентының Закондар сығарыу Палатаһына даими нигеҙҙә эшләүсе депутат булып һайланыуына тап килде.
– Һеҙ 33 йылдан ашыу – матбуғатта, 13 йылдан күберәк баш мөхәррир вазифаһында. Баҫмаларҙың элекке һәм бөгөнгө йөҙө тураһында ни әйтер инегеҙ?
– Элекке гәзиттәр ҡыҙыу ураҡ осоро, дәүләткә иген тапшырыу йөкләмәләрен арттырып үтәү, яңы заводтар төҙөлөү, фәндәге асыштар һымаҡ яңылыҡтарҙан геүләп торҙо. Уларҙы уҡып, кеше хеҙмәтенең бөйөклөгөнә хайран ҡалдыҡ. Ошолар бөтәһе лә аңыбыҙға ыңғай тәьҫир иткәндер, тип уйлайым.
Совет осоронда барса һөнәрҙәр данланды. Игенсеме ул, һауынсымы, яҙыусымы, һәммәһенә ихтирам ҙур ине. Һәр кем үҙ өлкәһендә ҡаһарманға әйләнә алды. “Ялан батыры” тигән йырҙы ла хәтерләйһегеҙҙер. Минеңсә, былар барыһы ла – кешегә кеше булып ҡалырға ярҙам итеүсе ҡиммәттәр. Ул дәүерҙә яҙмышҡа бирешеп бармау, эскелеккә бирелмәү, ғүмереңә ҡул һалмау ошоға ла бәйлелер. Ватанды һөйөү, уның хаҡына фиҙаҡәр көс түгеү хас ине заманыбыҙға. Шуға ла беҙ генә түгел, бигерәк тә беҙҙән өлкәнерәк быуын вәкилдәре үҙҙәре өсөн эшләп, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып өйрәнмәгәйне. Икенсе яҡтан, граждандары хаҡында дәүләт үҙе хәстәрлек күрҙе.
Халҡыбыҙҙың үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ауыр ҡабул итеүе, бирелгән форсатты, файҙалана белмәйенсә, ҡулдан ысҡындырыуы, әле килеп, ҡаңғырып ярыҡ ялғаш эргәһендә ултырыуы – уртаҡ фажиғәбеҙ.
Эш бит тамаҡта ғына түгел. Ыңғай социаль сәйәсәт алып барып, күпселекте етеш тормош менән тәьмин иткән хәлдә кешеләр, моғайын, бындай хөкүмәткә рәхмәтле булыр. Әммә улар үҙҙәре менән ғорурланырға форсат биргән етәкселекте нығыраҡ яҡлаясаҡ. Был әҙәм балаһының тәбиғәтенә һалынған.
Тағы бер фекеремде әйтеп үткем килә. Әгәр илдең иҡтисади үҫеше уның ҡеүәтен билдәләһә, милләттең, дәүләттең йәшәүенең мәғәнәһен уның мәҙәниәте: тарихы, әҙәбиәте, сәнғәте билдәләй. Башҡорт халҡын “Урал батыр” эпосынан башҡа йәки Шәйехзада Бабичһыҙ, Мостай Кәримһеҙ, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Зәйнәб Биишеваһыҙ, Рәми Ғариповһыҙ күҙ алдына килтерә алабыҙмы? Бөгөн ошоларҙы хәтерҙә тотоу бигерәк тә ижадсылар өсөн көнүҙәк.
Һәр юғары сәнғәт, әҙәбиәт үҙенең төп сығанаҡтарынан һут ала, был сығанаҡтар – халыҡтың быуаттар дауамында тыуҙырған рухи хазинаһы. Тамыры ҡороған ағас япраҡ ярыуға һәләтһеҙ икәне – һыу өҫтөндә айҙай сағылған хәҡиҡәт. Хатта әкиәттәре менән генә лә милләт көслө, үлемһеҙ. Ерен баҫып алған хәлдә лә, йөрәгендә әкиәт кенә булғанда ла, кеше үҙенең кемлеген белә, уның йәнен яулау мөмкин түгел.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мәҙәниәтте кәйеф-сафа ҡороу, күңел асыу, ваҡыт үткәреү сиктәренә генә ҡыҫыу менән бер рәттән, уны баҙар шарттарының бер өлөшөнә, йәғни тауарға ла әйләндерҙеләр. Был капиталлаштырыу беҙҙең баҫмаларҙы ла урап үтмәҫ, моғайын. Әле Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһында матбуғат саралары буйынса яңы закон проекты әҙерләнә. Беҙҙең киләсәгебеҙҙе билдәләйәсәк был документты бер аҙ хәүефләнеү менән дә көтәбеҙ. Ә бит гәзит-журналдар – мәҙәниәтебеҙҙең бер күренеше генә түгел, ниндәйҙер дәрәжәлә уны үҫтереүсе лә. Әгәр әле кемдер “Башҡортостан” гәзитенә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙыла икән, ул милли ҡаҙаныштарыбыҙҙы һаҡлауға тос өлөш индерә. Ә бит был ҡулдан килмәҫлек эш түгел.
– Ижадсы ла, етәксе лә, сәйәсмән дә, ҡатын һәм әсәй ҙә, өләсәй ҙә булыу еңелме?
– Был вазифаларым барыһы бергә генә мине бер бөтөн итә. Ҡайһыһын ғына юғалтһам да, күңелемдең дә ниндәйҙер өлөшө өҙөләсәк. Ә шулай ҙа иң оло һөйөүем, йәшәүемдең мәғәнәһе – балаларым, ейәнсәрем.
– Ә үҙегеҙҙең бала сағығыҙ нисек үтте?
– Һөйләгәнем дә, яҙғаным да бар: үҙемде яратыуҙарын, бик ҡәҙерле икәнемде белә инем. Атайым менән әсәйемә (хәҙер улар мәрхүм инде), туғандарыма, Хәйбулла районының Аҡъюл ауылы халҡына, Өфөләге 1-се интернат-мәктәптәге һәм университеттағы уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Барыһы ла һәр ваҡыт минең өсөн өҙөлөп торҙо.
– Әҙәбиәт белгесе Фәнзил Санъяров яңыраҡ “Ватандаш” журналында донъя күргән мәҡәләһендә Һеҙҙең ижадта хис менән фекерҙең камил үрелеп барыуына һоҡлана. Шиғырҙарығыҙҙағы физиканы һәм математикаға хас логиканы ни менән аңлатаһығыҙ?
– Ошо дәрестәрҙән уҡытҡан Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина менән Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы Әхтәмоваға бурыслымын. Урыҫ теле буйынса белемем – Лена Ғәзиз ҡыҙы Арыҫланованан, тарихты Гөлкәй Мәхмүт ҡыҙы Еникеева теүәл фәндәр кеүек асыҡлыҡ менән өйрәтте. Ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәмәдйәр ҡыҙы Зайлалованы мине шәхес булараҡ бар ҡылыусы кеше тип әйтергә йөрьәт итәм.
Филология факультеты тип кенә исемләнһә лә, беҙҙең быуын өсөн әҙәбиәт институтының һәм журналистика бүлегенең кимәлен берҙәй тиң бирә алыуы – Кирәй Мәргән, Ким Әхмәтйәнов, Роберт Байымов, Тимерғәли Килмөхәмәтов кеүек остаздарыбыҙҙан.
– Һүҙҙәр... Һүҙҙәр аға
Шишмә төҫлө
сылтыр-сылтыр,
Араларҙы бәйләп,
Ялғаналар сылбыр-сылбыр.
Һүҙҙәр... Елдәр асҡан
Япраҡтарҙай тик бер көйгә
Күңелдәрҙе аса
Бер-беренә көн дә,
көн дә...
Ошо шиғырығыҙға бәйләп һорағым килә: Һеҙҙең өсөн нимә ул Һүҙ һәм нимә ул Шиғриәт?
– Шиғриәт ул – Һүҙ ҡөҙрәте менән әҙәм балаһының арыған йәнендә, мәшәҡәттән туҡылған көндәрендә йыһани тәртип урынлаштырырға маташыу.
– Ә шағир кем?
– Бер шиғырымда әйткәнсә:
Кем икән һуң шағир?
Көтөүсе, баҡсасы,
Көндәрҙән, гөлдәрҙән
Бөйөклөк асҡансы.
Шулай уҡ:
Юҡҡа ғынамы ни ҡаурый яҙа,
Шағир хеҙмәтендә осош бар,
Үҙ дәүерен ҡанатына алһа,
Мәңгелекте аса офоҡтар.
– Бәхет нимәлә?
– Кешенең бәхетле була белеүендәлер. Мин тыуғанда, Бөйөк Ватан һуғышы уҙыуға ни бары 12 генә йыл үткәйне. Өләсәйемдең берҙән-бер улы яуҙа ятып ҡалып, 17 йәшендә генә кейәүгә сыҡҡан еңгәйем тол ине. Яҙмыш нисек кенә ҡаҡҡанда ла үҙҙәренең ғүмерен бәхет күреп ҡабул иттеләр. Улай ғына ла түгел, улар биргән йылы әле лә минең күңел донъямды яҡтыртып килә. Тормош шау ҡыуаныстан торһа ла, йөрәк ярылалыр ул. Ошо уйымды шиғыр аша ла бирергә тырыштым:
Бер нәмә лә
ләкин тетрәндермәй,
Юғалтыуға күнгән күңелем:
Мин аңланым күптән
бәхеттең дә
Сикһеҙ шатлыҡ ҡына түгелен.
– 55 йәштә үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?
– Бер яҡтан, ваҡыт берәүҙе лә аямай, икенсе яҡтан, ғүмер уҙған һайын, уның бүләктәре лә күберәк. Тағы ла бер шиғырым иҫемә төштө:

Күҙ асылыу, гүйә, күк асылыу,
Түңкәрелгән офоҡ йәнәшәмдә.
Ғүмеремдең ҡайһы сигендә мин?
Үҙ йәшемдә. Бары үҙ йәшемдә...
– Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Байрамығыҙ менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Миңзифа ИЛТЕНБАЕВА әңгәмәләште.

Йомабикәнең шиғырҙары байтаҡ йылдар инде, уҡыусы булараҡ, минең күңелемә ҡағылмай үтмәй. Былай ғына ла түгел. Улар яҡты һағышҡа һабыштыра, рухты сафлыҡ менән һуғара. Үҙ тауышы менән үҙ йөрәгендә барын йырлай Ильясова. Хәҙер мин уны өлгөрөп еткән лирик шағирә тип раҫлай алам.
Мостай Кәрим (1999 йыл).

Йәшәйештең төрлө миҙгелдәрен татып, түбәндән һәм бейеклектәрҙән бағып, шағирә үҙ-үҙен танырға теләй, кеше булыуҙың асылын юллай. Уй-тойғо тәрәнлектәрен кисеп, космогоник киңлектәр аша шикләнмәй үтеп, беҙгә ғәжәйеп бер яңы шиғриәт килә.
Телдең ул үҙ фекеренә тап килгәнен һайлай, яңы донъя асам тип, яһалма метафоралар менән мауыҡмай. Образдың тап үҙенең иҫәп-самаһына тура килгәнен таба. Бындай шиғырҙарҙы бит трибунанан уҡып төшөп, ҡапылдан ғына тынып ҡалып булмай. Бындай әйберҙәр бер һүҙһеҙ рухи тәрәҡҡиәтте талап итә: фекер алышырға өндәй.
Муса Ғәли (2000 йыл).

Йомабикә Ильясованың поэзияһы, – нигеҙҙә, медитатив лириканан торған, йәғни тәрән уй-тойғолар, психологик кисерештәр менән һуғарылған ижад. Уның күпселек шиғырҙары фекер тығыҙлығы, хис-тойғолар гаммаһы, тасуири биҙәктәр уйнауы, төҫ-моңдар төрлөлөгө һәм, нигеҙҙә, асыҡ, тапҡыр һүҙ-фразаларға ҡоролошо менән характерлы.
Шул уҡ ваҡытта поэтик формаларҙа эҙләнеү, һүҙ уйнаҡлатып алыу сараларынан да баш тартмай. Ҡыҫҡа ғына поэтик парсаларҙы, ҡитғаларҙы ла күп яҙа ул, ҡыҫҡа ижекле, тапҡыр фразалы шиғыр өлкәләрендә лә тәжрибәләр яһай. Поэтика ҡаҙнаһының оригиналь сағыштырыу, эпитет, метафора, метонимия, ассоциатив тасуирлау сараларына йыш мөрәжәғәт итә. Уның поэзияһынан шиғырҙар антологияһына ғына инер шиғыр үрнәктәрен дә иркенләп һайлап алып була.
Ғайса Хөсәйенов (2006 йыл).

Йомабикә Ильясованың шиғриәте менән танышҡанда, ирекһеҙҙән атаҡлы һинд яҙыусыһы Рабиндранат Тагорҙың: “Тәбиғәт ул шундай ҡайраҡ, уның менән кешеләр үҙҙәренең рухын сарлай”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Ысынлап та, шағирә йәшәйештәге ҡәҙимге йә киҫкен хәлдәрҙе тәбиғәт, ер-һыу күренештәре аша һүрәтләй: күк йөҙө, йыл миҙгелдәре, ел, буран, йылға... Былар тураһында шиғыр яҙмаған шағир юҡтыр, шуға күрә был образдар йыш ҡына тапалып та киткеләй, ҡалыпҡа әйләнә. Шундай шарттарҙа үҙенсәлекле образ тыуҙырыу, уларға үҙеңсә йән өрә белеү анһаттан түгелдер. Бының өсөн фекер һәм тойғолар көсө, киң ҡараш, тәрәнлек кәрәк. Шағирә ижадында ундай һыҙаттарҙың бөтәһе лә бар.
Фәнүзә Нәҙершина (2011 йыл).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 678

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 049

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 572

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 773

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 666

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 404

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 568