Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мостай менән Рауза
Мостай менән РаузаҮҙ ғүмеремдә мин Мостай Кәрим тураһында байтаҡ яҙғанмын: китап сығарҙым, тиҫтәләгән мәҡәләләр баҫтырҙым. Быларҙың бөтәһе ул тере саҡта эшләнгән.
Мостай Кәримдең үлеме — Башҡортостандың күп милләтле халҡы өсөн сикһеҙ ҙур юғалтыу. Был юғалтыуҙың мәғәнәһен ҡапыл ғына аңлатып биреү мөмкин дә түгелдер. Мостай Кәрим феноменын бөтә тәрәнлегендә баһалау, дөйөмләштереү — киләсәк эше. Бынан ары уға бәйле һәр яңы һүҙ ана шул изге эштең бер тамсыһына әүереләсәк. Тәҡдим ителгән яҙмалар шул юҫыҡта.

Халыҡ шағиры — халҡын ҡурсалаусы

Мостай Кәрим был яҡты донъяларҙа 86 йыл ғүмер итте. Ошо ғүмеренең 42 йылы “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исемде алғас (1963) йәшәлгән. Башҡортостан тарихында, Мәжит Ғафури (1923), Рәшит Ниғмәтиҙән (1959) һуң — өсөнсө халыҡ шағиры. Әҙип был юғары исем менән күкрәк һуҡмайынса, сикһеҙ ҙур талант көсөн, аҡыл-зиһенен биреп, халыҡсан әҫәрҙәр ижад итте. Олпатлыҡ һәм дәрәжәлек менән халыҡ хәстәрен дауланы һәм ҡурсаланы.
Бөгөн икеләнмәйенсә шуны әйтә алабыҙ: айырыуса ғүмеренең һуңғы тиҫтә ярым йыл арауығында Мостай Кәрим бөтә Башҡортостанды аяҡҡа баҫтырған иң ҡырҡыу милли-сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында торҙо. Нәҡ ошо осорҙа ул милләттең аҡыл эйәһе һәм халыҡ трибуны булып күтәрелде.
Бер мең туғыҙ йөҙ туҡһанынсы — ике меңенсе йылдар башында башҡорт халҡы тарихына мәңгелеккә инеп ҡалырлыҡ илаһи, бөйөк өс ваҡиға тормошҡа ашты: Башҡортостанға суверенитет яулау, башҡорт теленә дәүләт теле статусы биреү, үҙебеҙҙең президентыбыҙҙы һайлау. Бөтәбеҙҙең дә хәтерендә: был ваҡиғаларҙың һәр береһе сәйәси-милли тотороҡлолоҡ бына-бына шартлап өҙөлөргә етешкән көсөргәнешле шарттарҙа барҙы. Көрәш, бәхәстәр иң ҡырҡыу нөктәгә еткән саҡта Мостай Кәримдең аҡыллы һәм ялҡынлы һүҙҙәре яңғыраны. Аҡһаҡалдар уйсанлығы, сәсәндәр теле ана шул өс хәҡиҡәтте асып бирҙе: башҡорт ошо ерҙә донъяға килгән, ошонда ғүмер итәсәк; башҡорт үҙаллы дәүләт төҙөп, үҙ телендә һөйләшеп, үҙ етәксеһе (президенты) ҡулы аҫтында йәшәр өсөн донъяла бер генә урын бар, ул — Башҡортостан!
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1992 йылдың 31 октябрендә “Башҡортостан президенты ике телде — урыҫ һәм башҡорт телен белергә тейеш” тигән мәсьәләне икенсе тапҡыр (беренсеһендә мәсьәлә хәл ителмәй) ҡарарға йыйылған депутаттар алдында сығыш яһап, Мостай Кәрим былай ти: “Беләһегеҙ, ер шундай нәмә — уны кем дә булһа берәү тыуҙырмаған, уны тәбиғәт үҙе бар иткән. Әммә теге йәки был ерҙе ҡайһылыр бер халыҡ үҙләштерә, ҡурсалай, һаҡлай. Ер һәр саҡ ҡәҙер итеүгә мохтаж. Беҙҙең ошо еребеҙҙе үҙләштергән һәм һаҡлаған тәүгеләр — башҡорт ырыуҙары. Тик улар, ихтимал, миллион булмағандыр. Ләкин улар күпме бар, шулай булған — аҙ ҙа түгел, күп тә түгел. Аҙаҡтан аҙсылыҡҡа ҡалғандар икән — уларҙың ғәйебе юҡ. Бөгөн теге йәки был милләттең тарихи хоҡуғын проценттар менән иҫәпләү ғәҙел булыр тип уйламайым, сөнки проценттар башҡорт халҡы файҙаһына түгел. Ләкин мин, өлкән башҡорт шағиры, ышандыра алам: башҡорт милләтенең башҡаларға бер ниндәй үпкәһе һәм дәғүәләре юҡ. Тарих менән судлашмайҙар... Тик юғарыраҡ ғәҙеллек тураһында, йәғни төп милләттең иң кәрәкле, иң мөһим, иң донъяуи хоҡуҡтары хаҡында һүҙ бара.
Әгәр, президент итеп һайланасаҡ кеше боронғо милләттең телен, тарихын, холҡон, рухи донъяһын, йолаларын, һуңғы сиктә — ысын булмышын белергә тейешме, тигән һорау тыуа икән, был һорауҙы мин урынлы итеп иҫәпләй алмайым. Ә башҡаса нисек?
Күп һүҙ һөйләп тормайынса, мин һиңә, юғары йыйылыш, бик юғары йыйылыш, бер үтенес менән мөрәжәғәт итергә теләйем: үҙ ҡулдарың менән шундай төйөн төйнәмә, һуңынан тешең менән дә һүтә алмаясаҡһың!
Уйлағыҙ, хөрмәтле туғандар һәм ҡәрендәштәр! Ҡайһы берәүҙәргә был һорау бик үк әһәмиәтле күренмәй, ә ул ябай түгел, хәҙерге телдә әйткәндә, шартлау хәүефенә эйә. Уның эҙемтәләре — һеҙҙең намыҫығыҙҙа. Минең ҡарашымса, һеҙ Башҡортостандағы бөтә милләттәрҙең, бөтә ҡатламдарҙың иң алдынғы вәкилдәре, сәйәси маневрҙар яһау оҫталығына ғына түгел, ә тарихи намыҫҡа, алдағы киләсәк көн алдында намыҫлы булыуҙы аңлауға эйә кешеләр. Шулай хәл итегеҙ, иртәгә, ун йыл үткәс, йөҙ йылдан һуң намыҫҡа тап төшөрлөк, оялырлыҡ булмаһын. Иртәгә һеҙ үҙегеҙ йәшәйәсәкһегеҙ, ун йылдан да йәшәрһегеҙ. Йөҙ йылдан һуң бала-сағаларығыҙ йәшәйәсәк. Һеҙҙең бөгөнгө яңылышлығығыҙ ул саҡта һеҙҙең яуызлығығыҙ булып әүереләсәк”.
Мостай Кәрим телмәренең тәьҫир көсөн, һөҙөмтәһен шул ултырыштың шаһиты депутат Гүзәл Ситдиҡова былай тип тасуирлай: “Мостай ағайҙың был тиклем дә тулҡынланғанын күргәнем юҡ ине... Драматизм менән һуғарылған киләсәгебеҙ хәл ителгән ошо миҙгелдә тап бына интернационалист Мостай ағайҙың һүҙе үтемле булды.
Президент ике телде — урыҫ телен һәм башҡорт телен — белергә тейешле! Яңынан тауыш биргәндә күпселек ихтыяры буйынса был төҙәтмә законға инеп китте. Тап ошо статьяға таянып һуңғараҡ телебеҙгә дәүләт статусы яуланыҡ, Башҡортостан Республикаһының Конституцияһында тейешле статья үҙ урынын алды... Хәҙер туған телебеҙ дәүләт теле статусы алып, мәктәптәрҙә өйрәнелә, ҡулланыу даирәһе киңәйә. Президент ҡына түгел, бик күп дәүләт эшмәкәрҙәре ике телде лә белә, иркен һөйләшә икән — был йәһәттән барған оҙон-оҙаҡ аҡыл көрәшендәге тәүге еңеү ташы Мостай ағай ярҙамында теге тарихи сессияла һалынды”.
Шулай итеп, республикабыҙ, халҡыбыҙ тормошондағы иң ҙур милли, ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙа — Башҡортостанға дәүләт суверенитеты, башҡорт теленә дәүләт статусы яулап алыу, президенттың ике телде — урыҫ һәм башҡорт телдәрен белеү зарурлығы тураһындағы законды ҡабул итеү — Мостай Кәримдең ныҡлы, тайпылмаҫ тормош позицияһы, иң кәрәк саҡта әйтелгән тәрән мәғәнәле, ялҡынлы һүҙе баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Ысынында был ҡаһарманлыҡҡа тиң.
Үҙенән-үҙе шундай һорау тыуа: ҡурҡыу белмәҫ бындай сая тәүәккәллеккә ҡайҙан көс алды һуң Мостай Кәрим?! Төп таяныс, әлбиттә, Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтары араһында уның тарафынан яуланған ҙур абруй. Хәреф таныған баланан алып аҡһаҡал ҡорондағыларҙың һәммәһе өсөн нисәмә тиҫтә йылдар буйына Башҡортостандың иң билдәле яҙыусыһы һәм шәхесе ине ул. Бик күптәр уны үҙенең иң яҡын кешеһе шикелле күрҙе, үтенестәре буйынса мөрәжәғәт итте, шатлыҡ-ҡайғыларын систе.
Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылы мәҙәниәт һарайында Мостай Кәрим ошондай ғәжәберәк бер хәлгә тарый. РСФСР Верховный Советына депутатлыҡҡа кандидат сифатында һайлаусылар менән осрашыу бара. Мәҙәниәт һарайы шығырым тулы. Мостай Кәрим трибунанан сығыш яһай. Шул саҡ өлкән йәштәге бер инәй (ысын исеме Әсмә Яманһарова, инде ауыр тупрағы еңел булһын), халыҡ араһынан сығып, трибуна янына килеп баҫмаһынмы. Улай ғына түгел, шымарып бөткән нәҙек таяғын трибунаға тыҡылдатып, төртөп-төртөп алмаһынмы. Телмәр тотоусы быны күреп шып туҡтай.
Президиумдағы, залдағы халыҡ, тын алырға ла ҡурҡып, нимә булырын күҙәтә. Инәй, яҡыныраҡ килеп, Мостай Кәримгә текләй.
— Мостай Кәрим туған, һин әйт: ҡайҙа иттеләр минең иремне?! Берлинтә һуғыш бөткәнгә күпме ғөмөр! Нейә һаман ҡайтармайҙар?.. Һиңә наказ: минең иремне ҡайтар!
Шул һүҙҙәрҙе әйткәс, инәй, таяғын туҡылдата-туҡылдата, урынына барып ултыра. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был хәлгә Мостай Кәрим ҡапыл ғына ни әйтергә лә белмәй. Шунан талғын тауышҡа шиғыр уҡып алып китә:
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Тимер ярсыҡ яра төбөндә.
Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә...
Икебеҙгә тейҙе бер юлы
Бер минаның ике ярсығы.
Береһе ҡалды сержант Фоминда,
Текә яр ситендә, ҡәберҙә,
Икенсеһе минең тәнемдә.
Ун ике йыл әрней шул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.
Шиғыр артынан шиғыр ағыла. Тынлыҡ, шылт иткән тауыш юҡ...
Мостай Кәрим ошо ваҡиғаны, сал сәсле әсәнең тәү ҡарашҡа бер ҡатлы күренгән ҡылығын, моғайын, һис ҡасан иҫенән сығармағандыр. Теге инәйҙең уйҙарын ул шунда уҡ аңлап алғайны бит. Инәй, бәлки, халҡы шағирын, етмәһә депутат буласаҡ кешене, үҙенең барса теләктәрен, хатта улар тормошҡа ашмаҫтай булһа ла, үтәй ала тип иҫәпләгәндер. Киң ғәләмгә танылған кешегә ышаныс ана шулай сиктән ашҡан була шул. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һөйөклө ирен көтөп-көтөп тә ала алмаған тоғро ҡатындар яҙмышын тағы бер тапҡыр ана шулай үҙ күҙҙәре менән күрҙе Мостай Кәрим. Батыр фронтовиктар иҫтәлегенә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләп, әсә күңелендәге мәңгелек өмөткә тере һыу бөркөп киткәйне бит ул...
Үрҙә тасуир ителгән ике генә ваҡиға ла Мостай Кәрим ижадының, йәмәғәтселек эшмәкәрлегенең тәрән халыҡсанлығы, ҙур яңғырашы тураһында һөйләй. Ул халҡын, Башҡортостанын хәстәрләп һәм ҡурсалап йәшәне, “халыҡ шағиры” тигән исемгә ысын-ысындан лайыҡ ижадсы һәм шәхес булды. Башҡортостандың бөтә яҙыусылары өсөн, айырыуса бөгөн “халыҡ шағиры”, “халыҡ яҙыусыһы” исемдәрен йөрөткән ҡәләмдәштәргә Мостай Кәримдең яҙыусылыҡ һәм гражданлыҡ фиҙаҡәрлеге юғары өлгөгә әүерелһен ине.

Кешегә теләктәшлек

Мостай Кәрим ижадының хәл иткес рухы — кешегә теләктәшлек. “Яңғыҙ ҡайын” (1950) драмаһының үҙәгенә ҡуйылған Мырҙахан Шәүкәтов, ваҡиғаларға ҡарағанда, кире герой булырға тейеш, сөнки ваҡ колхоздарҙы эреләтеүгә ҡаршы сыға. Тик драматург уға ҡара мөһөр һуғырға ашығып бармай. Автор Шәүкәтовты аңларға теләй: бөтә тирә-яҡта ваҡ хужалыҡтарҙы берләштереү бара, бының зарури, файҙалы икәнлеге лә ап-асыҡ, халыҡ та хуп күрә шикелле был башланғысты, ә бына Мырҙахан Шәүкәтов ҡаршылаша. Ни өсөн, сәбәп нимәлә? Баҡһаң, мәсьәлә тәрәндә ята. Ошо “Яңғыҙ ҡайын” колхозын күтәрер, районда алдынғылар рәтенә сығарыр өсөн председатель Шәүкәтов ғүмеренең иң матур йылдарын биргән. Хәҙер килеп ошо донъяны ике аяғына ла аҡһаған “Түңәрәк” колхозына ҡушырға кәрәк. Ә “Түңәрәк”те аяҡҡа баҫтырыр өсөн күпме көс түгергә тағы. Мырҙахан Шәүкәтовтың ҡаршылашыуы бына ҡайҙан килә. Был драматик характер үҙендә совет йәмғиәте үҫешендәге бөтөн бер һынылышлы дәүерҙе дөйөмләштерә. 50-се йылдарҙа партия һәм хөкүмәт ҡарарҙары буйынса ауылда ваҡ колхоздарҙы бергә ҡушып эре хужалыҡтар төҙөү үткәрелде. Быны “икенсе коллективлаштырыу” тип тә атарға мөмкин, сөнки был осраҡта ла “милек” бүлешеү, гражданлыҡ татыулығы юғалыу, берәүҙәр иҫәбенә икенселәрҙең өҫкә сығыуы һ.б. күҙәтелде. Ошо хәрәкәт меңәрләгән кешеләрҙең тормошона киҫкен һынауҙар, көтөлмәгән үҙгәрештәр алып инде. Колхоз председателдәренә таяҡтың йыуан башы төштө: үҙ донъяһы һымаҡ күреп хәстәрләгән колхозын, үҙ ғаиләһе кеүек күргән колхозсыларын башҡа ҡулдарға тапшырыу кемгә еңел? Мырҙахан Шәүкәтов “Яңғыҙ ҡайын” менән “Түңәрәк”те берләштереү заман талабы икәнлеген аңлауын-аңлай, шул уҡ ваҡытта бик яҡын, үҙеңдеке булып әүерелгән донъянан айырылыу рәхәт һәм еңелдән бирелмәй. Ошондай драматик ситуацияның ҡорбаны Мырҙахан Шәүкәтов. Тәрән уйланыуҙар, киҫкен кисерештәр аша үткәреп, драматург геройҙы аңларға тырыша. Икеләнеүсе, эҙләнеү ғазаптары кисереүсе геройға яҙыусының теләктәшлеге ярылып ята әҫәр ағышында. Мырҙахан Шәүкәтовты ана шулай тормошсан дөрөҫлөгөндә кәүҙәләндереп биргәне өсөн Мостай Кәримгә бик-бик күптәр эске күңеленән кинәнес кисергәндер. Донъяның асыһын-сөсөһөн татыған кешеләр тураһында һүҙ бара, әлбиттә.
Ҙурҙаныраҡ яҡын килһәң, Мырҙахан Шәүкәтов образы — башҡорт әҙәбиәтендәге яңы ҙур башланғыс та ул. Әле 50-се йылдарҙа ла совет әҙәбиәтендә әҙәби персонажды йә тулыһынса ыңғай, йә тулыһынса кире итеп күрһәтеү өҫтөнлөк итә. Шундай заманда, ыңғай тип әйтергә лә, кире тип тә баһалау мөмкин булмаған Мырҙахан Шәүкәтов оло әҙәби яңылыҡ ине. Социаль-сәйәси яңылыҡ, тип тә өҫтәргә мөмкиндер, моғайын.
Ошонда икенсе бер нәмә хаҡында әйтеү зарур: “Яңғыҙ ҡайын” пьесаһы менән Мостай Кәрим, беренсенән, драматургия төрөнә ныҡлап аяҡ баҫты һәм, икенсенән, башҡорт драматургияһының яңы үҫеш дәүерен башлап ебәрҙе. Сәғит Мифтахов пьесаларынан һуң ике тиҫтә йылға һуҙылған торғонлоҡтан ҡотолоп, 50-се йылдар башында ялтлап торған ике әҫәр — “Яңғыҙ ҡайын” һәм “Бажалар” (И. Абдуллин, 1951) — театр сәхнәһендә урын алды. “Яңғыҙ ҡайын” менән “Бажалар” социаль-сәйәси драматургиянан социаль-психологик драматургияға күсеүҙең тәүге ҡарлуғастары ине.
Кешегә теләктәшлек Мостай Кәримдең бөтә ижадына йән өрә. 1966 йылда меңәрләгән уҡыусыны, башҡорт әҙәбиәте донъяһын һиҫкәндереп ебәргән “Айһылыуҙың күҙ йәштәре” исемле шиғыры донъя күрә. Һиҫкәндергәне шул: үтә лә ябай тормош күренеше алынған (әҙәби тәнҡиттә быны “прозаизм” тип тә атайҙар): ҡоштар үҫтереүсе 16 йәшлек Айһылыуҙың көҙгөлөктә ике себеше тулмай, шуның өсөн Әпҡадирҙан “ауыр һүҙҙәр, яман һүҙҙәр” ишетә. Һөҙөмтә: “нурҙар сәсеп торор ике күҙҙән ике шишмә булып йәш аға”. Был хәл-әхүәлдәр, белеүебеҙсә, илдә тулып ята, уға күнегеп тә бөтөлгән. Ә Мостай Кәрим быны ҡаты бәғерлелек, “дәүләт һағында тороусы”ның үҙ вазифаһын йөҙ ҙә бер процентҡа еткереп үтәүе тип баһалай һәм юҡ-барға, кескенә ғәйеп өсөн “бысраҡ атып таплауға” ҡаршы шағир-гражданин тауышын күтәрә.
Иламасы, һылыу, туҡта инде,
Оноторға тырыш йәберҙе.
И кешеләр! Ҡайсаҡ беҙ һуң әле
Ниңә шулай ҡаты бәғерле?..
Буласағын, була яҙғандарын
Иҫәпкә беҙ теүәл алабыҙ.
Ҡаҙ юғалһа, оран таратабыҙ,
Себеш үлһә, һөрән һалабыҙ.
Иҫәптәрҙе теүәл алабыҙ.
Ә ҡырылып ҡалған кәйефтәрҙе,
Ә нахаҡҡа тамған йәштәрҙе
Иҫәпләргә ваҡыт түгел микән? —
Кемдән көтәйек был хәстәрҙе?
Айһылыуҙың түккән күҙ йәшенә
Ысын баһалар ҡуйһам мин әгәр,
Әйтер инем: был — заяға аҡҡан
Алтын шишмәләргә бәрәбәр.
Күҙ йәштәрен юҡҡа түкмәйек,
Улар ҙа бит дәүләт байлығы,
Ул байлыҡты әрәм итмәйек.
“Ай тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедияларында Мостай Кәримдәге кешегә теләктәшлек төп геройҙарҙы кәүҙәләндереү философияһында сағылыш ала. Аҡъегет, Салауат, Прометей — кешеләр бәхете хаҡына үҙен ҡорбан иткән трагик геройҙар. Аҡъегеттең ҡаһарманлығы, йола ҡанундарын тәү башлап емереп ташлап, ырыуҙаштарының яҡты киләсәккә аңын аса; Салауаттың ҡаһарманлығы батшалыҡҡа ҡаршы көрәшкә күтәрелеүҙең алдағы бәхетле тормоштоң берҙән-бер юл булыуын халыҡ аңына еткерә; Прометей, дөм-ҡараңғыла йәшәгән кешеләргә ут килтереп, уларҙы яҡтылыҡҡа алып сыға... Мостай Кәрим, шул рәүешле, кешелектең азат һәм камил киләсәге өсөн фаҙаҡәр көрәшкән геройҙарҙы данлай. Яҙыусының теләкләшлеге геройҙарына күсә, ә геройҙарҙың теләктәшлеге ырыуҙаштарына, халҡына йоға.
Шағир көндәлек тормошта ла кешеләр яҙмышына һиҙгер ине. Ҡәләмдәштәренә теләктәшлек, кәңәш йәки ярҙам кәрәк кешеләргә булышлыҡ тормоштағы һәйбәт, танһыҡ мәшәҡәт иҫәпләнде. Бәләгә тарыған, башына ауыр ҡайғы төшкән кешеләргә иң кәрәк саҡта уның теләктәшлек күрһәтеүе ҡисса итеп һөйләрлек. Мәшһүр шағир Александр Твардовский “Новый мир” журналының баш мөхәррире вазифаһынан ситләтелгәс, Мостай Кәрим уның хаҡында ҙур мәҡәлә яҙып яҙмышын еңеләйтте. Константин Симонов тураһында ла, уға ауыр көндәр тыуған саҡта, дуҫтарса һүҙе менән хәлен уртаҡлашты. Әҙәбиәткә килеүсе йәш ижади көстәргә теләктәшлегенең иң матур өлгөһө — “Ҡәләмдәш дуҫтарға хаттар” (1956–1957). Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримов, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин — дүртеһе бер юлы тормоштоң асыһын-сөсөһөн татып өлгөргән, байтаҡ әҙәби тәжрибә туплаған яҙыусының, етмәһә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең изге фатихаһын ала. Нәҡ Мостай Кәримдән күрелгән теләктәшлек ошо дүртәүҙе артабан, яуаплылыҡ йөкмәп, тынғыһыҙ ижад итергә рухландырғандыр, бәлки.
Кешегә теләктәшлек Мостай Кәрим өсөн ижад философияһы ла, көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө лә ине. Был йәһәттән дә Мостай Кәрим бөгөнгө ҡәләмдәштәргә өлгө.

Мөхәббәткә баш эйҙем


Бер саҡ Мостай Кәрим: “Батшаларға баш эймәнем, мөхәббәткә баш эйҙем”, — тигәйне. Шағирҙар — ғашиҡ йәндәр. Шулай ҙа шағирҙың ысын мөхәббәте берәү була. Пушкин — Наталья, Ғамзатов — Патимат, Мостай Кәрим — Рауза. Рауза менән бергә 62 йыл ғүмер итәләр. Раузанан һуң йәшәлгән көндәре (өс йыл) хаҡында ул “Мин уның тураһында уйланыуҙан туҡтағаным юҡ” тип таный. “Сағыу тауышлы, ҡарағусҡыл йөҙлө” (М. Кәрим яҙған һүҙҙәр) был ҡыҙҙы ул 1938 йылдың 31 декабрендә тәү тапҡыр күрә. Уларҙың осрашыу-ҡауышыуы — бер әкиәт. Уның башы былай башлана: “Бер саҡ, киске сәй ваҡытында атайым әйтә һалды:
— Былай булғас, боронғонан килгән юрау раҫҡа сыға бит. Ҡаш араһы яҡын кеше, имештер, кәләште яҡын ерҙән төшөрөр. Ана, Мортазаға ҡарағыҙ әле, ҡашы ҡашҡа тоташҡансы. — Шунан ул башын миңә табан борҙо. — Ә Мостафаның уң ҡашы — мәғриптә, һулы — мәшриҡтә. Хәләлен уға Хаҡ Тәғәлә бик алыҫтан тәғәйенләмәгәйе бит әле”. Ошоно ишетеп ултырған Мостафаға ун йәш тә тулмаған. Ә бына юраған юш килә. Хәләле ситтән яҙған: белмәгән, күрмәгән Шәрип ауылы (Кушнаренко районы) ҡыҙы Рауза инде. Тиҙ арала улар үҙҙәрен тәү күрешкән кешеләр итеп түгел, оҙаҡ айырылышҡандан һуң табышҡан кешеләр шикелле һиҙә. Ә тормош уларға артабан береһенән-береһе ҡаты һынауҙар ҡуя. Уның иң тәүгеһе — Бөйөк Ватан һуғышы. Фронтовик шағирҙың һөйөүе яу яландарында көйрәй, әммә һүрелмәй, нығыраҡ сыныға. Мөхәббәт хисе берсә үтә нескә тойғоло, берсә үтә ҡәтғи шиғыр юлдары булып сыңлай:
Ә һалдат өсөн һуғышта
Йонсоу көн һирәк түгел,
Тик һарғайыуһыҙ һағынам,
Һарғайыу кәрәк түгел.
Сөнки зәңгәр сәскә үҫә
Окобым сирәмендә,
Күгәрсен күҙе күҙле ҡыҙ
Һаҡлана йөрәгемдә.

* * *
Әгәр уттар үткән минең йөрәк
Мөмкин икән ташҡа әйләнеү,
Һиңә булған мөхәббәтем минең —
Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме.
Был юлдарҙа бер ыңғайҙан миллионлаған яугирҙең хис-тойғоһо ла кәүҙәләнмәйме ни?! Шәхси яҙмыштың Ватан, халыҡ яҙмышы менән ҡушылыуы Мостай Кәрим лирикаһын әҙәбиәтебеҙҙең оло юлына алып сыға. Ә Мостай — Рауза араһы, ғүмер миҙгелдәрен артылған һайын, үҙ-ара ихтирам, ышаныс, бер-береңде һаҡлау, ҡәҙер итеү кеүек көндәлек күренештәр менән нығытыла. Ғәйри йәшәйешендәге шикелле, мөхәббәткә сорналған геройҙар Мостай Кәрим әҫәрҙәренән туранан-тура әҙәбиәт донъяһына атлай. Улар араһында Айгөл — Ричард Ғәлин, Аҡъегет — Зөбәржәт, Гөлнәзирә — Салауат, Агазия — Прометей, Любомир Зух — Мария Тереза, Мәрәһим — Аҡйондоҙ һәм башҡалар, һәм башҡалар балҡый.
...Һуғышта алған йәрәхәттәр ҡаты үпкә ауырыуына әүерелеп, Мостайҙы быуып алғанда Раузаның, фәрештә шикелле, йәненең бөтә шифаһын биреп хәстәрләүҙәре. Кавказ тауҙары араһында автомобиль һәләкәтенә осрап, Рауза йәнтәслим килеп ятҡан саҡта Мостайҙың, пәйғәмбәр һымаҡ, ҙур йөрәгенең ҡайнар йылыһын биреүе. Һанай китһәң, мөхәббәт һәм тоғролоҡто һынаған бындай ваҡиғалар бихисап. Шулай ҙа уларҙың иң ауыры Мостай өлөшөнә төштө. Раузаны теге донъяға оҙатҡас, икәү мөхәббәтен бер үҙе йөкмәп ҡалды. Был саҡтағы әрнеүле, ҡатмарлы тойғо-кисерештәрен ул шиғырҙарға һалды. Уларҙа Раузаға табыныу ҙа, аңлатҡыһыҙ һағыш та һулҡылдай.
Кескәй генә бер күбәләк ине,
Донъялыҡта донъя йәмләтте.
Тегендә лә һоро шәүлә булмаҫ,
Йәне уның биҙәр йәннәтте.
* * *
Һинән башҡа ерем күкһеҙ, рухым үкһеҙ,
Һин өн түгел, һин төш хәҙер,
уйым ғына.
Бөгөн төндә ай нурҙары, бөгәрләнеп,
Йомарланып һыйындылар ҡуйыныма.
Йоҡом ҡасҡан ошо һалҡын аяҙ төндә
Мин йылыһын тойҙом тулған
ай нурының,
Үткәндәргә ҡайтып-килеп мең ураным,
Ҡуйынымда һинең йәнең тип юраным.
Раузанан ҡалғас үткән йылдар нисек кенә ауыр булмаһын, йыуанырлыҡ һәм һыйынырлыҡ бер ҡәғбәһе бар ине Мостай Кәримдең. Ул — Раузаның әйтеп ҡалдырған һүҙе. Шағир уны былай тип килтерә: “Үлер алдынан бер мәл миңә: “Мостай, һин һәйбәт кеше икәнһең”, — тине. Нишләп улай уйлайһың әле, тим. “Уйланым инде, һәйбәт икәнһең”, — ти. Шулай итеп, ул мине шәпкә сығарҙы. Фатиха биреп китте”.
Хәҙер инде улар тағы мәңге бергә.

* * *
Мостай Кәрим... Беҙҙең өсөн кем ул? Икенсе Мостай Кәрим тыуырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар башты зыңҡыта. Ғәҙәттә, бындай саҡта сағыштырыуҙарға төшөп китәһең. Мостайҙа Салауат, Аҡмулла, Бабичтың шағирлығы һәм ярһыулығы бар; Өмөтбаевтағы энциклопедик күп яҡлылыҡ һәм патриотлыҡ бар; Рәшит Ниғмәти менән Рәми Ғариповтың юғары намыҫсанлығы бар; Баязит Бикбайҙың бөтә төр һәм жанрҙарҙа берҙәй көс менән ижад итеү һәләте бар. Ә Мостай Кәрим — барыбер Мостай Кәрим. Халыҡ шағирына 85 йәш тулыуҙы билдәләгән тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Рауил Бикбаев һүҙен ошолай тамамлағайны: “Мостай Кәримде кем менән сағыштырып була? Мостайҙы бары тик уның үҙе менән генә сағыштырырға мөмкин!”
Эйе, Мостай Кәрим — башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул.
Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566