Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙ хәбәрсе йөгөн тартҡанда...
Үҙ хәбәрсе йөгөн тартҡанда...Ниндәй генә матбуғат баҫмаһын ҡулыңа алһаң да, мәҡәләләр аҫтында “үҙ хәбәрсебеҙ” тигән яҙыуҙы күрәһең. Кем һуң ул үҙ хәбәрсе? Билдәле, гәзит эшенә бәйләнеше булмаған кешеләр быны бөтөнләй белмәй ҙә. Ә бит гәзит көндәлек эшендә үҙ хәбәрселәргә лә таяна, сөнки ул редакцияның урындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын үтәй, үҙе йәшәгән төбәктә алып барылған эштәрҙең тере шаһиты булып тора.

Мин “Совет Башҡортостаны” гәзитендә утыҙ йылдан ашыу үҙ хәбәрсе йөгөн тарттым. Әйтеп тораһы ла юҡ, ул даими гәзит уҡыусылар араһында ҡайнай, һәр яңылыҡты шунда уҡ күреп ала һәм уны тиҙерәк халыҡҡа еткерергә ашыға. Уның эше мәшәҡәтле һәм тынғыһыҙ.
Бигерәк тә ураҡ, бесән, көҙгө эштәр осоронда колхоз, совхоздарҙан ҡайтып килмәйһең тиерлек. Уңыш йыйыуҙың барышы даими яҡтыртыла, артта ҡалған хужалыҡтар, райондар тәнҡит утына тотола. Ҡыҫҡаһы, нисек кенә булмаһын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнеп киттек, һынатмай торғайныҡ.
Урындарҙан килгән хаттарҙы гәзиттең төп терәге, көҙгөһө тип әйтергә була, сөнки улар ауылдарҙағы, ҡалаларҙағы хәлдәрҙе белеп торорға ярҙам итә. Хат тикшереү нигеҙҙә үҙ хәбәрселәргә йөкмәтелә ине. Мин дә байтаҡ хат тикшерҙем, һөҙөмтәләре гәзиттә баҫылды, ә авторҙар ваҡытында тейешле ярҙам алды. “Хат юлға саҡыра” рубрикаһында баҫылған мәҡәләләрҙе халыҡ көтөп алды, кинәнеп уҡыны.
Дөрөҫөн әйткәндә, үҙ хәбәрсе, ситтән ярҙам булмаһа, алдына ҡуйылған бурысты үҙ көсө менән генә атҡарып сыға алмай. Шуға ла мин һәр районда ауыл хәбәрселәре, фотоһәүәҫкәрҙәр табып, эшкә ҡуштым. Улар гел халыҡ араһында булғас, урындағы яңылыҡтарҙы миңә еткереп торҙо.
Бына миҫалдар. Шишмә район халыҡ контроле комитеты рәйесе Сәғит Сәлимгәрәев “Башҡортостан”да ай һайын сығып килгән халыҡ контроле битен хәбәрселәрҙең рейдтары, тәнҡит мәҡәләләре менән тәьмин итеп торҙо, контроль постары, контролерҙар хаҡында һүрәтләмәләр яҙҙы. Хәбәрсенең ваҡытлы матбуғат менән дуҫлашыуы ижади үҫешенә булышлыҡ итте, оло әҙәбиәткә юл асты. Тәүге хикәйәләре “Башҡортостан” гәзите биттәрендә донъя күрҙе, “Китап” нәшриәтендә повесть һәм хикәйәләре тупланған өс китабы баҫылып сыҡты.
Әлшәй район гәзите мөхәррире урынбаҫары Солтан Ғәлиев беҙҙең гәзиткә ҡыҫҡа-ҡыҫҡа көнүҙәк хәбәрҙәр ебәрә ине. Мин уға редакцияға килгән хаттарҙы тикшереү эшен дә тапшыра инем. Әлбиттә, был бурысты еренә еткереп башҡарҙы ул.
Йәрмәкәй районынан — Р. Фәйзуллин, Дәүләкәндән — М. Хужиев, Бәләбәйҙән Ш. Хәйруллин гәзит менән даими бәйләнештә булды, ә һәүәҫкәр фотохәбәрселәр Д. Макиша (Дәүләкән), Х. Ҡотлобаев (Әлшәй), Н. Руденко (Миәкә) һүрәттәр менән тәьмин итте.
Матбуғатҡа яҙылыу осоронда баш мөхәррирҙән алып үҙ хәбәрселәргә тиклем көсөргәнешле эшләһә лә, ҡаршылыҡтар килеп сыҡҡыланы, “Союзпечать” хеҙмәткәрҙәре менән һүҙгә килешкән саҡтар күп булды, сөнки улар квитанция тултырғанда “Сов. Баш.” тип яҙып ҡуя ине. Ә яңы йылдан подписчиктарға “Советская Башкирия” гәзите килә башлай. Күптәр “өлөшөмә төшкән көмөшөм ошолор” тип өндәшмәй ҡала, йыл буйы туған телендә гәзит уҡыуҙан мәхрүм ителә.
Ҡайһы бер хужалыҡ, учреждение, предприятие етәкселәре “Советская Башкирия” менән “Совет Башҡортостаны” — бер үк гәзит, бер үк материалдар тәржемә итеп баҫыла тигән фекерҙә булды. Хатта “Союзпечать” хеҙмәткәрҙәре лә ошо хатаны ҡабатланы. Райондарға барған саҡта башҡортса гәзит алдырмауҙарының сәбәбен һорағас:
— Беҙ ул гәзиттең урыҫсаһын алабыҙ, сөнки башҡортсаһында ла, урыҫсаһында ла бер үк хәбәрҙәр баҫыла тиҙәр бит, — тип яуап ҡайтара ине.
— “Кызыл таң” тураһында нисек уйлайһығыҙ?
— Уның исеме башҡа бит, тимәк, айырым, үҙаллы гәзит, — тигән һүҙҙе ишетәһең.
Бер саҡ Дәүләкәндә сәйер хәлгә юлыҡтым. Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында бер коммунист ҡатынға коллективта матбуғатҡа яҙылыу үткәрергә ҡушҡандар. Был хәсрәт “матбуғат таратыусы” барыһына ла “Советская Башкирия”ға квитанция тултырған. “Беҙгә башҡортса гәзит кәрәк” тип даулашҡас, “Советская Башкирия” на татарском языке” тип квитанцияны үҙгәрткән.
Әҙәм көлкөһө бит! Башҡортса баҫма барлығын да белмәгән, ғүмерендә гәзит уҡымаған, уны ҡулына ла алмаған сеп-сей наҙанға шундай мөһим сәйәси сараны ышанып тапшыр инде! Коммунист, имеш, партияның күрһәтмәһен үтәй, йәнәһе. Гәзитебеҙҙең хаттар бүлеге хәбәрсеһе Абдрахман Баязитов республика “Союзпечать” бүлегенә шылтыратып, байтаҡ әрләшкәс кенә, дәүләкәндәр туған телдә гәзит алдырып уҡыу бәхетенә ирешә.
Шишмә ҡасабаһында иһә матбуғат таратыуҙа башҡорт, татар телдәрен белмәгән, хатта милли телдәрҙе ек күргән әҙәмдәр ултырғас, гәзиткә яҙылырға килгән һәр кемде, “башҡортса гәзиткә лимит бөттө”, тип бороп ебәргәндәр. Аптыраған подписчик, гәзитһеҙ ҡалмайым тип, теләмәһә лә урыҫса матбуғат баҫмаһына яҙылырға мәжбүр була.
“Үҙ хәбәрсе беренсе булып “амбразураға” ташлана, эҙәрлекләүҙәр ҙә, шантаж да, ғәйбәт тә ҡурҡытмай уны”, — тип бик тапҡыр әйтә “Башҡортостан”дың элекке үҙ хәбәрсеһе, танылған журналист, филология фәндәре кандидаты Ризван Хажиев “Журналист булып ҡалам...” тигән китабында.
Ысынлап та, эреле-ваҡлы бюрократ түрәләр, уларҙың ҡуштандары менән күп сәкәләшергә тура килде. Халыҡ ихтыяжына төкөрөп ҡараған етәкселәр “Өлгөрбай яҙмалары”на һәм “ҡыҙған табаға” эләкте.
Эйе, үҙ хәбәрсе мөһим ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай, кәңәшләшер өсөн эргәһендә хеҙмәттәштәре булмағас, күп мәсьәләне ашығыс рәүештә үҙ белдеге менән хәл итә. Үҙен гәзиттән өҫтөн ҡуйырға маташыусы түрәләргә ҡаршы көрәшеүе лә еңелдән түгел. Шуға ла үҙ хәбәрсенән бөтә яҡлап әҙерлек талап ителә.
Үҙем утлы өйөрмәле һуғыш юлдарын үткәнгәлер инде, Бөйөк Ватан һуғышы күп яҡтыртҡан темам булды. Яугирҙәрҙең һуғышта күрһәткән батырлыҡтары тураһында байтаҡ очерк-иҫтәлектәр яҙҙым. Ошо мөһим теманы матбуғатта даими яҡтыртып барыуымды юғары баһаланылар — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булдым.
Ғөмүмән, үҙ хәбәрсенең бурысын һәм атҡарған эшен яҙып бөтөрөп булмай. Уның бармаған ере, ҡыҫылмаған эше юҡтыр, моғайын. Ул — редакцияның ышаныслы таянысы, гәзит һүҙен тәүгеләрҙән булып халыҡҡа еткереүсе.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, редакцияла ете йыл эшләнем. Яңы баш мөхәррир Мансур Әйүпов иҫке гәзит төпләмәләрен ҡарарға ярата ине. Бүлмәһенә ингән һайын ҡалын төпләмәләрҙе аҡтара-аҡтара:
— Ҡайһылай һәйбәт гәзит сығарғанһығыҙ, ағай, һәр бите тәрән йөкмәткеле, үҙенә тартып тора, — тип әйтер ине.
“Башҡортостан” гәзитендә үткән утыҙ йыл арауығында миңә дүрт баш мөхәррир менән эшләү насип булды. Уларҙы сағыштырып ҡараһаң, бер-береһенә оҡшашлыҡтары юҡ, һәр береһенең үҙ фиғеле булды, ләкин улар барыһы ла гәзиттең йөҙөн матурайтыуҙы, тиражды арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
“Башҡортостан” гәзите журналистары болғансыҡ осорҙа ла хаҡ юлынан ситкә тайпылманы, иң мөһиме, халыҡтан айырылманы, уның мәнфәғәтен яҡлап, хәстәрләп арымай-талмай иленә хеҙмәт итә.
Фәтих АБДУЛЛИН,
“Башҡортостан” гәзитенең
элекке үҙ хәбәрсеһе.
(“Башҡортостан”,
2006 йыл, 22 февраль).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571