Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәлсәрҙә сағылған яҡтылыҡ
Гәлсәрҙә сағылған яҡтылыҡАтаҡлы урыҫ тәнҡитсеһе Виссарион Белинский фекер ҡеүәһен гәлсәрҙә сағылған яҡтылыҡҡа тиңләгән. Китаптар, шул иҫәптән гәзит-журнал алып килгән һүҙ тәьҫире — беҙҙең күңелдәрҙә сағылыусы һәм фекеребеҙҙе уятыусы яҡтылыҡ ул. Хоҙай биргән саф күңел һәм яҡты аҡыл — ысынлап та, тиңе булмаған хазина.

Ә саф күңелдә һәм яҡты аҡылда сағылған һүҙ яҡтыһы, рухи көс уларҙы тағы ла нығыраҡ камиллаштыра, төрлө илаһи төҫтәр менән балҡытып ебәрә. Халыҡтың әхлаҡи таяуҙарын нығытыуҙа һүҙ көсө ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Һәр яҡлап үҫешкән, бай, көслө цивилизацияларҙың әхлаҡи таяуҙар ҡаҡшауы арҡаһында юҡҡа сығыуын тарихтан яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә зыялыларҙың һуңғы ваҡытта Рәсәй күләмендә әхлаҡи сифаттарҙың юҡҡа сыға барыуы, мәҙәниәттең түбән төшөүе хаҡында саң ҡағыуы һис тә юҡҡа түгел.
Шөкөр, ҡаршылыҡтар аша булһа ла һүҙ яҡтылығы халҡыбыҙға барып етә тора. Ошо яҡтылыҡты кешеләргә еткереүсе “Башҡортостан” гәзите хаҡында әйтә торған кәлимә һүҙем. “Башҡортостан” гәзите — яҡтылыҡ, йылылыҡ илтеүсе, халҡыбыҙҙың фекерен уятыусы төп гәзитебеҙ. Һүҙ менән эш итеү, йәғни журналист булыу өсөн талант та, ҡыйыулыҡ та, егәрлелек тә, әрһеҙлек тә кәрәк. “Бар һөнәрҙән ауыр һүҙ эше” тип шағир юҡҡа ғына әйтмәгән. Гәзиттә эшләүсе журналист эшенең ауырлығын үҙ елкәмдә татып та беләм. Миңә “Башҡортостан” (ул ваҡытта “Совет Башҡортостаны”) гәзитендә иң көсөргәнешле — үҙгәртеп ҡороуҙар башланырға бер нисә йыл ҡалған осорҙа эшләргә тура килде. Әйтергә кәрәк, 90-сы йылдар яҡынайған һайын, йәмғиәттә, бигерәк тә әҙәбиәт, мәҙәниәт донъяһында диктаторлыҡ ҡанундары көсәйә барҙы. Яҙыусылар, журналистар, шулай уҡ матбуғат өлкәһендә эшләүсе етәкселәр быны үҙ елкәһендә ныҡ татыны. Миңә, инде журналда, телевидениела байтаҡ тәжрибә туплаған журналисҡа, башта гәзит эше бик ауыр ҙа булмаҫ һымаҡ тойолғайны. Хәтеремдә, тәүге көндә үк әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире Сабир Шәрипов тыңҡыслап тултырылған ете-һигеҙ папканы алдыма килтереп һалды. Ике-өс йыл буйына гәзит уҡыусыларҙан килгән хаттар ине былар. Телевидениела хаттарға (ә унда көнөнә кәм тигәндә йөҙәр хат килә ине) мөмкин тиклем үҙ ваҡытында яуап биреп өйрәнгәнлектән, был “һимеҙ” папкаларға ҡарап, таң ҡалдым. Хаттарҙың күбеһе әҙәбиәткә, шиғриәткә ҡағылышлы. Бер нисә ай эсендә өс-дүрт папканы бушаттым. Гәзит уҡыусыларға 100-ҙән ашыу хат, шиғриәткә ҡағылышлы өс-дүрт мәҡәлә яҙылды. Уның араһында командировкалар, райондарға ҡағылышлы мәҡәләләр һәм башҡа көндәлек мәшәҡәттәр. Был “батырлыҡтарым” радикулит менән тамамланды. Ләкин гәзит эше сирләргә мөмкинлек бирмәй, өйөлөргә генә тора. Шул уҡ ваҡытта, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, гәзиттә хеҙмәт итеү миңә оҡшай ине.
Көсөргәнешле осорҙа эшләргә тура килһә лә, яҙмышыма рәхмәтлемен. Был йылдар мине журналист хеҙмәтенең нескәлектәрен тағы ла тәрәнерәк аңларға, ысын һүҙҙең ҡиммәтен нығыраҡ баһаларға өйрәтте. Шул осорҙа редакцияла минең менән бергә Рәүеф Насиров, Марсель Ҡотлоғәлләмов һәм башҡалар эшләне. Төрлө мәсьәләләр буйынса тәжрибәле Рәүеф Насиров ағай менән йыш кәңәшләшә торғайным. Ғөмүмән, ул үҙенең оло тәжрибәһе, эш һөйөүсәнлеге, сабырлығы менән бөтәбеҙ өсөн дә өлгө булды. Үҙ һөнәренә бирелгән, егәрле, һәләтле журналистар эшләй ине редакцияла. Инде байтаҡ эш атҡарған журналист булараҡ, мин үҙ бурысына мөкиббән киткән редакция хеҙмәткәрҙәренә һоҡлана, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы осорҙоң барыбыҙға булған аяуһыҙ баҫымын да тойомлай инем.
Редакцияла эшләй башлағас, башта мине бүлек мөдире Сабир Шәрипов менән сәкәштерергә тырыштылар. Был хөсөтлөктәр ҡайһы саҡта хатта комик төҫ алды. Баш мөхәрриребеҙ Абдулла Исмәғилев үҙ эшенә бик бирелгән, тәжрибәле, ләкин ҡырҡыу холоҡло кеше ине. Дөрөҫ, миңә ҡарата ул тупаҫлыҡ күрһәтмәне. Матбуғат етәкселәренең ул ваҡыттағы хәлен хәҙер айырыуса яҡшы аңлайым. “Йәшел йорт” әһелдәренә ябай журналистарҙы ғына түгел, гәзит һәм журнал етәкселәрен дә кәмһетеү, эттән алып эткә һалып тиргәү бер ни тормай ине. Бындай хәлдәргә үҙемдең дә шаһит булып, сәстәрем үрә торған саҡтар булды. “Йәшел йорт”тан алып ҡайтҡан был “ялҡын” редакция хеҙмәткәрҙәрен дә утлы табала “бейетә” ине. Ул осорҙа хөсөтсөләрҙең, ошаҡсыларҙың “хеҙмәте” бик үтемле булды. Комик төҫ алған бер шундай хәл әле һаман хәтеремдә.
Бер ваҡыт Абдулла Ғиниәт улы мине үҙенә саҡырта.
— Һеңлем, һинең өҫтән ялыу бар бит әле, — ти был.
— Ниндәй ялыу, Абдулла Ғиниәтович?
— Бына миндә Мөхөтдин Тажи булды. Шиғырҙарын әҙерләмәйһең икән. Абау, шул йәмһеҙҙең шиғырҙарын әҙерләп ултыра буламмы һуң, тигәнһең. (Мөхөтдин Тажи ағай шаҙра, бер күҙе зәғиф ине).
— Һуң Мөхөтдин Тажиҙың миңә шиғыр килтергәне юҡ та. Унан һуң шиғырҙары һәйбәт булһа, бында тышҡы ҡиәфәтенең ни ҡыҫылышы бар?
— Миңә шулай тине. Таһирова шиғырҙарымды әҙерләмәй, ти. Һин, һеңлем, уның менән уртаҡ тел тап инде, ялыу таратып йөрөмәһен.
Был ваҡиға нисек кенә көлкө тойолмаһын, минең йәнем көйҙө. Мөхөтдин Тажи шиғырҙарын алып килгәс, беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды:
— Ағай, һеҙ оло кеше, нишләп улай юҡты һөйләп йөрөйһөгөҙ? Һеҙҙең бит миңә шиғыр алып килгәнегеҙ юҡ.
Ағай уңайһыҙланды, ҡыҙарып, һыңар күҙен сылт-сылт йомғолап алды.
— Әлләсе... Миңә шулай тип әйттеләр...
— Кеше һүҙенә ҡарамаҫҡа, иң тәүҙә миңә килергә кәрәк ине, ағай. Мин, журналист булараҡ, ижад кешеләренең, бигерәк тә һеҙҙең кеүек оло шағирҙарҙың хеҙмәтенә һәр ваҡыт ихтирам менән ҡарайым.
— Үпкәләмә, һеңлем, әллә нишләп ышандым да ҡуйҙым шул...
Ана шулай ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыусылар, төрлө сүрәткә инеүселәр, айырыуса ишәйеп китте ул йылдарҙа. Бына шундай шарттарҙа эшләү өсөн журналистарға сыҙамлыҡ та, сабырлыҡ та, ҡаһарманлыҡ та кәрәк ине. Ә бит, ысынлап та, ҡаһармандарса бөтә ғүмерен журналист хеҙмәтенә арнаусылар бар. Ул йылдарҙа гәзиткә бер туҡтауһыҙ килгән КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Юғары Советы Президиумы, СССР Министрҙар Советы ҡарарҙары бигерәк тә електе һура ине. Беҙҙең корректорҙарҙың, дежур мөхәррирҙәрҙең төнгө сәғәт 3–4-тәрҙә ҡайтып китеүе ғәҙәти бер күренеш ине. Ҡатмарлы был осорҙа гәзиттә эшләгән йылдарҙа журналист хеҙмәтенә булған ихтирамым тағы ла нығый төштө.
Ғөмүмән, һәләтле журналистар — үҙ эшенә мөкиббән кешеләр. Бөгөн дә журналистар сафында бындай хеҙмәткәрҙәр күп. Ә “Башҡортостан” гәзите — мин алдырған баҫмалар араһында иң яҡыны. Гәзиттә, элекке матур йолаларҙы һаҡлау менән бергә, заман һулышын тойған, бөгөнгө көндөң проблемаларын күтәргән мәҡәләләр ҙә етерлек. Хәҙерге болғауыр заманда, ҙур булмаған эш хаҡына үҙен еңел булмаған был изге һөнәргә бағышлаған журналистарға, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт әйтке килә, сөнки талантлы шағир Рәми Ғарипов: “Эй, гәзитем, ғазабым һин минең, һураһың да, ай-һай, електе!” — тип яҙған икән, донъя мәшәҡәте иңдәренә ятҡан ҡатын-ҡыҙҙарға журналистика, ғөмүмән, ижад эше, икеләтә-өсләтә ауырыраҡ. Ләкин Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары түҙемле, эшһөйәр, тырыш һәм шуның менән һоҡландырғыс. “Башҡортостан” гәзитендә лә әллә нисә тиҫтә йыл үҙен журналист хеҙмәтенә бағышлаған һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙар бар.
Гәзиткә ҡайһы бер теләктәрҙе лә еткерге килә. Киләсәктә тәрбиә, әхлаҡ темаларына материалдар күберәк булһын ине. Шулай уҡ шиғри шәлкемдәргә ҡарата талапсанлыҡты көсәйтергә кәрәк, сөнки һуңғы ваҡытта шиғыр яҙыу техникаһын арлы-бирле үҙләштереп, йәнһеҙ әҫәр яҙыусылар күбәйеп китте. “Башҡортостан” гәзите һәр ваҡыт йәшәйешебеҙҙе, республика тормошон сағылдырыусы яҡты көҙгө булды. Тилбер ҡанатлы ҡош кеүек, ул һәр көн йортобоҙға килеп керә, изге хәбәрҙәр еткерә, күңелебеҙҙе нурлай. Киләсәктә лә шулай булһын!
Әнисә ТАҺИРОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567