Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бәхет юлыДахау концлагерҙарын үтеп, иҫән ҡалған аталары балаларына ике тапҡыр үлемде урап үтеүен бына нисек итеп еткерә. Әсирлеккә эләккәс, уларҙы ҡол итеп тараталар. Бына ул да баҙарға бара һәм булған тауарҙарын хужа киткән арала талап алып бөтәләр. Хәлһеҙ кеше нишләй алһын инде. Уны аҫырға булалар. Муйынына бау элеп, дар ағасына мендергәс, хужаһы килеп сығып, кәрәкмәй, ярар, ебәрегеҙ, тип әйтмәһә, бәлки, ул ғаиләһен ҡайтып күрә лә алмаҫ ине. Икенсе тапҡыр ҙа үлемдән ҡалыуы Германия ерендә була. Әсирҙәр ашаһын типме икән инде, немкалар бәрәңге, теләһә ниндәй йәшелсә ҡабығын лагерь рәшәткәһе буйына түгеп китә икән. Ас-яланғас меҫкендәр ябырылып ашай башлауы була, овчаркаларҙы уларға табан ысҡындыралар. Күҙ алдында тотҡондарҙы сәйнәп өҙгән эт уның да яурынына килеп йәбешә. “Нимә аңлағандыр ул эт, белмәйем, әммә мин уның күҙҙәренә ҡараным. Әле лә ажғырып тын алып торғаны хәтеремдә, әммә эт миңә теймәне, ебәрҙе”, — тип хәтерләй ул үлемесле мәлдәрен.
Дим буйындағы Сыуаш табыры, Ятыу яр башы, Баҡа соҡоро, Оло әйләнмә кеүек йәмле урындарҙы атаһы менән генә нисәмә тапҡыр буйланы икән тәбиғәткә, йәнлектәргә ғашиҡ ҡыҙ бала. Атаһы кеүек, ул да ат яратып, йылҡы малы менән аралашып үҫә. Әйтерһең, аттар әйтергә теләгәнеңде аңлай, йәлләй, тоғро була белә. Атаһынан йылҡы еҫе килеп тороуын ярата Нурия. Әле лә ат күрһә, иң беренсе атаһын иҫенә төшөрә. Яҡын кешеһе һаман да үҙенең тоғро юлдаштары менән ҡайҙалыр йөрөй кеүек булып китә.
Хәтирәләрендә бала сағына ҡайтырға ярата артистка: тап ана шул йылдарҙа уның буласаҡ һөнәренә нигеҙ һалынған да инде. Ана, Заһира апаһы таҡмаҡ әйтә, ул осоп китеп бейей, шунан йырлай башлай. Ошо апайҙарым, әхирәттәрем мине сәхнә кешеһе яһаны, тип күп тапҡыр ҡабатлаясаҡ әле Нурия Ирсаева. М. Кәримдең күп тамашасы яратып өлгөргән “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектаклендәге Әсхәт — Һары серәкәй образына ла, әйтерһең, бала саҡта “репетиция” эшләнгән. Хыялға бай, шиғри күңелле был малай нимәһе менәндер уға үҙен хәтерләтә: шул уҡ бер ҡатлылыҡ, хыялға ынтылыш, ышаныс, юҡлыҡты, аслыҡты ла актриса үҙ иңендә татыған. Һуғыш осоронда һәр телем икмәк ғәзиз, һәр кейем ҡәҙерле. Юҡҡа ғына тамашасы ғына түгел, театр тәнҡитселәре лә был образды айырым баһаламаны. Күрше өлкәләрҙә, Урта Азия республикаларында гастролдәр ваҡытында ла һиҙгер тамашасы Һары серәкәйҙең тормошсанлығын таныны. Һүҙ сыҡҡанда был роле өсөн Нурия Ирсаеваның республикабыҙҙың иң ҙур бүләге — Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булыуын да әйтеп китәйек. Бөтә нәмәне ана шулай тормоштан алып, күңелгә һеңдереп үҫкәнгә лә театр оҫтаһының тәбиғилеге, ихласлығы арбай, ышандыра. Театр сәнғәтенә ғашиҡ итә. Рим Сыртланов, Зәйтүнә Бикбулатовалар быуынынан һуң килгән артистарға тамашасыны яулауы, ай-һай, еңел булмағандыр. Әммә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров кеүек артистар балҡытҡан айырым бер дәүере бар!
Әсәһе йыр-моңға ғашиҡ булһа ла, аҙ һүҙле була. Мәктәптә уҡығанда, етем ҡыҙ Гөлсәсәк хаҡында спектакль ҡуялар, һәм унда төп ролде Нурия башҡара. Әсәй кеше ҡыҙын маҡтамай ҙа, яманламай ҙа, бары тик: “Башҡа ундай роль уйнама, ҡыҙым”, — ти. Үҙе һигеҙ йәштән етем ҡалған ғәзиз кешеһе уның яҙмышын тормошта ҡабатлап ҡуймаһын тип ҡурҡҡандыр, бәлки. Күңел ҡыйралыштарынан, бәхетһеҙлектәрҙән ҡурсалап ҡалырға теләп шулай тип әйткәндер. Матур ролдәр башҡарған, бәхетле мөхәббәт сәхнәләрен уйнаған Нурияға тормошта хыянатты ла, бәғерһеҙлекте лә кисерергә тура килә. Кем белә, бәлки, ошо рәүешле уны Яҙмыш үҙе һынағандыр: бирешмәһәң, әжерем ҙур, һынһаң, мәйелең, тигәндер. Әсәһе нимәнән ҡурсаларға теләһә, тап шул күңел етемлегенә дусар була ул. Әммә һынмай, үҙе әйтмешләй, кешеләрҙән биҙмәй, тормошто яратыуҙан туҡтамай.

Бәхет юлыОсраҡлылыҡ осраҡлы хәлме?!

Алда әйтелгәнсә, бары тик артист булырға хыяллана бәләкәй Нурия. Ул хатта үҙен башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтермәй. Ағайҙары-апайҙарының береһе табип, икенсеһе — инженер, өсөнсөләре — уҡытыусы. Бер ҡараһаң, араларында сәнғәт юлын һайлаусылар ҙа юҡ. Әммә тап улар янында, әхирәттәре менән бейеп, сәхнә әҫәрҙәрен сәхнәләштереп үҫеү уны оло сәнғәт юлына әҙерләгәндәй. Ижад кешеһе башҡаларҙан нимәһе менән айырыла һуң? Ул, әйтерһең, үҙенең төбәгенең мөмкин булған тиклем ижади ҡомарын, байлығын үҙенә һеңдереп үҫә, һәм һөҙөмтәлә бөтәһе әйтер һүҙҙе ҙур майҙандарҙан, сәхнәләрҙән тап ул халыҡҡа еткерә, кире ҡайтара. Таланттар — Күктәр тарафынан һайлап алынған кешеләр, әммә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, бында ҙурлауҙан бигерәк оло яуаплылыҡ ятыуын да аңлау мөһим. Үҙенең тап шундай заттарҙан булыуын тойҙомо икән йәш Нурия, әллә күңел ынтылышы артынан эйәрҙеме, эске аңы саҡырыуына иғтибар иттеме икән, белмәйем, әммә ул үҙенең йөрәге ҡушҡанға хыянат итмәгән һәм яңылышмаған!
Мәктәпте бөтөүенә тап шул йылда сәнғәт училищеһы асыла. Ә унда белем алғанда, студент Ирсаева бер генә премьераны ла ҡалдырмай, опера булһа — операға, бейеү концерты икән — шунда, драма театры артистары сығыш яһаһа, уларҙың уйынын ҡарарға бара. Бәләкәйҙән пианино, рояль күреп үҫмәгән бала был йылдарҙа сәнғәтте тойор, аңлар өсөн бик күп белем дә кәрәклегенә төшөнә һәм үҙ өҫтөндә ентекле эшләй. Училищены тамамлауға Башҡорт дәүләт академия драма театрының яңы бинаһы төҙөлөп бөтә. Бер ҡараһаң, осраҡлы хәл кеүек, икенсе яҡтан, бәлки, ошо рәүешле Яҙмышы уға дөрөҫ юлда булыуына ишара яһағандыр?!
Ул театрға килеүгә, әлбиттә, берәү ҙә һине генә көтөп ултыра инек тип ролдәр бирергә ашығып бармай. Бер килке диктор булып эшләй, дөйөм сәхнәләрҙә уйнай актриса. Зәйтүнә Бикбулатова, Шамил Рәхмәтуллин, Рим Сыртланов кеүек уҡытыусылары менән бер сәхнәлә йөрөүенә ҡыуанып, сабыр ғына роль биреүҙәрен көтөп йөрөй ул.
Ә бейеү ансамбле етәксеһе Фәйзи Ғәскәров уны үҙҙәренә саҡыра башлай. Бер нисә тапҡыр концерттарын алып барырға ризалашҡан Нурияның тауышы, йәш кенә булһа ла, талапсанлығы оҡшап китә уға. Етмәһә, матур бейей. Бейеүсе Мөхәммәт Шәмсетдинов махсус рәүештә Нурия Ирсаева өсөн ике бейеү һала: башҡорт һәм татар бейеүҙәре. Әленән-әле сит илдә гастролдә йөрөгән, матур кейенгән бейеүселәргә ҡарап, йәш актрисаның күҙе ҡыҙып та ҡуя. Бәлки, ысынлап та, бейеүсе булырғалыр, ул бит бәләкәйҙән бейей, осоп-осоп сәхнәләрҙе әйләнер ине. Фәйзи Әҙеһәм улы ла бик ныҡыша башлай: кисәләрҙе алып та барырһың, бейерһең дә! Ике ут араһында ҡалған артист аптырап торғанда, режиссер Вәли Ғәлимовтан кәңәш һорай: “Юҡ, Нурия, ризалашма. Һин бейеүсе түгел, һин — драма артисы!” — ти ул. Шәүрә Мортазина ла ҡушыла уның фекеренә. Был һүҙҙәр хатта ҡәтғи рәүештә тыйған төҫлө тойола йәш ҡыҙға. Өлкән коллегаларының шундай етди һүҙҙәре уны уйлаған уйының дөрөҫлөгөндә шикләндермәй. Театр, бары тик театр! Хоҙай насип итһә, моғайын, ролдәре лә килеп сығыр тип ижад усағына һыйынып, ул үҙ мәлен көтә. Һәм көтөп ала, минеңсә!

“Мөхәббәтем — башҡорт театры”


Эй илерткес, хыялыйҙар булып үҙенә ғашиҡ иткән театр донъяһы! Онотолоп, бар булмышы менән уға табыныусы артист үҙе лә һиҙмәҫтән театрҙың төп көсөнә әйләнеп китә. М. Кәримдең “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектаклендә — Әсхәт, Х. Ибраһимовтың “Башмағым”ында — Сәрүәр, Ә. Мирзаһитовтың “Һалдат улы”нда — Луиза, С. Кайтовтың “Минең балаларым”ында — Вера, А. Вампиловтың “Йәшлек менән хушлашыу”ында — Таня, З. Ихсановтың “Кәкүк саҡыра”һында — Рабиға. Ә М. Кәримдең “Айгөл иле”ндәге Айгөл образы Нурия Ирсаеваға бигерәк тә ҙур уңыш алып килә. Был роль дә уға үҙенең бала сағына яҡын булыуы менән үҙ, ҡәҙерле була. Айгөл дә бит ана тыуған яғынан, аралашып үҫкән апайҙарынан башҡа йәшәүен күҙ алдына ла килтермәй. 1972 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мәскәүҙә гастролдә була. Тап Айгөл образын тыуҙырған актрисаның профессиональ оҫталығы әсир итә лә инде ят тамашасыны. Күрәһең, үҙ һөнәреңдең маһирына әүерелгән сәнғәт әһеле тыуҙырған образдарға тел, милли сиктәр юҡ, ундай рәссамды зауыҡлы тамашасы таный. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Нурия Ирсаева ижады хаҡында әйткән ошондай юлдары ла бар: ”Мин шуға бик ризамын: башҡорт театрының сәхнәһендә Нурия Ирсаева менән беҙҙең рухтарыбыҙ бер нисә тапҡыр осрашты һәм уй-фекерҙәребеҙ ҡауышты. Фәрештә һынлы тәбиғәт балаһы Айгөлмө ул, йәйәүле Мәхмүтте ташлап яҙмышын үҙгәрткән, әммә бәхет таба алмаған Мәҙинәме, Салауатҡа табынып ғашиҡ булған Анумы, сая холоҡло, алсаҡ күңелле Уңғанбикәме, хыялдар донъяһында аҙашып ыҙаланып йәшәгән Әсхәтме ул — шуларҙы бар итеүҙә, аңлауҙа һәм аңлатыуҙа актриса менән бер-беребеҙгә тап килдек, рухташ булдыҡ һәм фекерҙәш булдыҡ”. Дон Кихот рухын йөрөткән шағирҙың юғары баһаһы был артист ижадына.
В. Ғәлимов, Ш. Мортазина, Л. Вәлиев, В. Сәйфуллин, Ф. Бикчәнтәев, А. Нәҙерғолов кеүек данлыҡлы режиссерҙар менән ижад итеү бәхете эләгә йәш артисҡа. Әммә уны төрлө йүнәлештә асҡан һәм тамашасыға айырыуса яҡынайтҡан режиссер — Рифҡәт Исрафилов. Халыҡты йыйған, драма театрының романтик рухын дауам иткән йәш режиссер ярҙамында башҡорт сәнғәтендә Нурия менән Фидан йондоҙлоғо балҡый башлай. Беҙҙең бала саҡҡа тура килде М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”, Ғ. Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар”, Т. Таһировтың “Ғәлиә” пьесаларының сәхнәләштерелгән мәле. Әле лә хәтерләйем: билеттар әллә нисәшәр ай элек һатылып бөтә торғайны. Ә сираттарҙың оҙонлоғо! Мөхәббәт тарихының шаһиты булырға теләүселәр иҫәбендә милли телле республика ғына түгел ине, сит өлкәләрҙән ҡунаҡҡа килеп ҡараусылар ҙа булды. Ижади партнерынан да уңған актриса. Миләүшә менән Иншар, Булат менән Мәйсәрә, Айһылыу менән Камил, Таня менән Коля, Ғәлиә менән Искәндәр, Ғәлиәбаныу менән Хәлил образдарын улар Фидан Ғафаров менән бергәләп сәхнәләштерҙе. Исемлек әллә ни ҙур булмаһа ла, тап тамашасылар үҙ иткән ролдәрҙе башҡарған сәхнә оҫталары. Уларҙы бөгөн дә өлкән быуын вәкилдәре бергә хәтергә ала. Геройҙарҙың үҙҙәренә оҡшаш яҙмышлы, ауыл кешеләре булыуы ла яҡынайтҡандыр сәхнә менән тамашасы араһын.
К. Тинчуриндың “Зәңгәр шәл” спектакленә лә туҡталып китәйек. 1982 йылда ул ваҡыттағы Ленинградта үткән IV Бөтә Рәсәй фестивалендә был сәхнә әҫәре I дәрәжә дипломға лайыҡ була. Унда моңло тауышлы актриса йырлай. Драма артисы өсөн йырлай белеү мотлаҡ түгел, әлбиттә. Әммә Нурия Ирсаеваның нурлы ижадына нур өҫтәп йырлап ебәреүе уның образдарын тамашасыға тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Беҙҙең халыҡ көйләргә ярата бит. Бер генә табын да, мәжлес тә йырһыҙ үтмәй. Спектаклдәрҙәге халыҡсан моңдар шулай уҡ халыҡ күңеленә инеп ояланы. Бөгөн кемдәр генә белмәй Заһир менән Ғәлиә, Ғәлиәбаныу менән Хәлил йырҙарын. Йәшерәк быуын йырсылары ул йырҙарҙы үҙ репертуарына алған. Эйе, Нурия Ирсаева көслө драматик актриса һәм ул йырҙар башҡармаһа ла, тамашасы күңеленә юл таба алыр ине. “Зәңгәр шәл” спектаклен ҡараған Рәсәйҙең күренекле тәнҡитсеһе В. Калиштың һүҙҙәре лә быға асыҡ дәлил: “Нурия Ирсаеваны тамашасы “Зәңгәр шәл”дән һуң сәхнәлә бүтән күрмәгән осраҡта ла үҙендә актриса хаҡында мәңге юйылмаҫ хәтирәләр һаҡлаясаҡ”.
Артистың драматик көсө ниҙә сағыла һуң?! Ул образ менән бергә һыҙланыу, тетрәнеү мәлендә таҙарыныу йәштәре булып тамашасы күҙенән тамған саҡта күренә. Героиняларҙың ҡайһыһын ғына алһаҡ та, ул иң беренсе сиратта тормош ниндәй генә һынау ҡуйһа ла, кешелек сифаттарына эйә булып ҡалған, ҡатын-ҡыҙ дәрәжәһен күтәргән заттар, сөнки Нурия Ирсаеваның да тормош принциптары мәрхәмәткә, миһырбанлыҡҡа хеҙмәт итеү кеүек төшөнсәләрҙән тора. Уның героинялары өҙгөс, йолҡҡос холоҡло, кеше йөҙөн йырта торған заттарҙан түгел. Былар барыһы әлеге лә баяғы күңел сифаттарынан килә. Образдары йөҙөндә ул, әйтерһең, сабырлыҡ, итәғәтлек, инсафлыҡ кеүек башҡорт ҡатындарына хас сифаттарҙы тәрбиәләй. Нурия Ирсаеваның ижады халыҡ ижадына ныҡлы таянған, тип баһалаусылар ҙа бар. Улай ғына түгел. Халыҡ ижады ғына булһа, ул фольклор булыр ине. Актриса ижадында беҙ профессиональ театр сәнғәтенең балҡышын, яңыса яңғырашын ишетәбеҙ!
Образдар галереяһын барлауҙы дауам итәйек. Н. Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә”, “Рәйсә + Фәйзи”, Т. Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар”, “Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”, “Хушығыҙ, хыялдарым!”, Ф. Бүләковтың ”Шайморатов генерал”, “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”, “Әбейҙәргә ни етмәй?”, М. Фәйзиҙең “Аҫылйәр”, Ә. Атнабаевтың “Ул ҡайтты”, А. Островскийҙың “Аҡ ҡанатлы хыялым”, “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” спектаклдәре аша Нурия Ирсаева тамашасы яратҡан образдарын тыуҙырыуҙы дауам итте. Артист — ул ниндәйҙер кимәлдә режиссерға буйһонған һөнәр эйәһе. Роль бирһәләр, уйнайһың, юҡ икән, үҙ мәлеңде көтәһең. Н. Ирсаева бер ҡасан да роль таптырып, коллегаларын уңайһыҙ хәлгә ҡалдырған артист түгел. Төп ролдәрҙәге яҡты, сағыу образдар тыуҙырыу уның ижадын мәңгеләштерҙе, был уның сәхнәгә тоғролоғона лайыҡлы баһа, тип ҡабул итәм. Ул, ысынлап та, үҙен ҡорбан итеү дәрәжәһенә етеп, сәхнәгә бирелеп уйнаған актриса. Ә сәхнә — ул тере организм, ул үҙенә булған мөхәббәтте, тоғролоҡто бик нескә тоя. Хәйер, һәр һөнәргә ҡарата быны әйтергә була. Еңел-елпелек ҡылығы холоҡҡа, холоҡ яҙмышҡа йоғонто яһай, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Быны шуның өсөн яҙам, сәхнәгә сыҡҡан йәштәр араһында ғына түгел, олораҡ артистар араһында ла сәхнәне уйын урыны тип ҡабул итеп, етди мөнәсәбәт күрһәтмәүселәр бар. Сәхнә — ул ижадсының күңел көҙгөһө, унда ялған ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Тамашасыһының күҙенә тура ҡарап һөйләшкән, сәнғәт йәндәрҙе сафландырырға, тәрбиәләргә тейешлеген тәрән аңлаған Нурия Ирсаева — бәхетле актриса! Ул бәхетте, күңел талпыныштарына, ижади ынтылыштарына тоғро ҡалып, үҙе ҡойған. Ул сәхнәлә үҙен тапҡан, шуның менән ифрат мөхәббәтле лә ул.
Уның ижад галереяһы әленән-әле яңы образдар менән тулылана. Р. Шарттың “Минең ҡатынымдың исеме — Морис” тигән әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә тамашасы нескә юморлы, бер ни тиклем сарказмлы Ирсаеваны күреп башта ғәжәп итһә, тора-бара артист йөҙөндә диапазон киңлегенә шаһит булды. Хәйер, нисек кенә тимә, бөтә теләгән ролдәр ҙә уйналмай ҡалған осраҡтар ҙа юҡ түгел. “Ромео менән Джульетта”ла Джульеттаны бик уйнарға теләй актриса, әммә репетициялар башланғас, ул, төп ролде башҡарыусы, исемлектән төшөп ҡала. Сәнғәт донъяһы шулай шул, унда вазифа, таныш-тоношлоҡ килеп ҡыҫылһа, ижад бөттө тигән һүҙ! Талантлы булған өсөн ижад итәләр, ә тырышҡан һәм теләгән өсөн генә түгел. Классика аҙ ҡуйылыу сәбәпле, ана шулай бик күп классик әҫәрҙәрҙә уйнарға теләгән, әммә өлгөрмәй ҡалған образдар, әйтерһең, актриса күңелендә тыумаған бала кеүек сеңләй…

Бәхет юлыБалам — бауыр ите

Бала тигәндән, Нурия Ирсаеваның берҙән-бер ҡыҙы Гөлназ да сәнғәт академияһының актерлыҡ оҫталығы бүлеген тамамлаған. Бөгөн ул “Башҡортостан” радиоһында режиссер булып эшләй. Асия, Кәримә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләй. Нурия Ирсаева өләсәй ҙә әле ул.
Ҡыҙы хаҡында бик яратып телгә ала Нурия апай. Бәләкәйҙән сәхнә артында үҫкән, хатта бер нисә спектаклдә уйнарға ла өлгөргән Гөлназ театр сәнғәте юлын һайлаһа ла, унан китмәй. Уның күңел талаптары башҡаса. Кем белә, бәлки, ул сәхнәнең үҙ-үҙеңде ҡорбан иткәнде яратҡанын әсәһе миҫалында тәрән аңлағандыр. Күп балалы әсәй булырға теләгән Нурия Исхаҡ ҡыҙы ла хыянат, тәкәбберлек кеүек сифаттарға саф күңеле менән абынғандан һуң, сәнғәтте, сәхнәне үҙ итмәгән кешеләр менән юлы уртаҡ түгеллеген күрһәтеп, үҙен тотошлай сәхнәгә бағышлай. Әлбиттә, йылдар үткәс, ул үҙен ҡыҙы алдында бер ни тиклем ғәйепле тоя: балаһының һәләттәрен бәләкәй сағында үҫтерергә, уны бейеүгә, рәсем түңәрәгенә йөрөтөргә ваҡыты ла ҡалмаған була. Әммә өләсәй булыу шатлығы, ҡыҙының күҙендәге шатлыҡ осҡондары уның әрнеү-һыҙланыуҙарын юйып ташлағандай итә.

Һайлап алған яҙмыш

Нурия Ирсаеваның бәхетле артист булыуы хаҡында әйтеп киткәйнек инде. Күңел ынтылыштарына хыянат итмәйенсә, тырышлығы менән ул сәхнәләге бәхетен үҙе лә бар итешкән. Данлыҡлы театрҙа иң сағыу сәхнә әҫәрҙәрендә уйнаған сәнғәт әһеленең бөгөнгө театрға, йәштәрҙең уйынына үҙ ҡарашы бар. Урыҫта бер ҡыҙыҡ ҡына әйтем йәшәй: таштар йыйыр мәл булған кеүек, уларҙы ташлар ваҡыт та етә. Нурия Ирсаеваның Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында “Ғәлиәбаныу”ҙы, Туймазы татар драма театрында “Йәш йөрәктәр”ҙе режиссер булараҡ сәхнәгә алып сығыуы ла юҡҡа түгел. Үҙен режиссер ярҙамсыһы вазифаһында күптән һынап ҡараған Ирсаеваның артистарҙың уйынына үҙенсә ҡарашы, күңел түрендә йөрөткән әйтер һүҙе лә бар. Йолаларға, милли асылға нигеҙләнгән әҫәрҙәрҙе саманан тыш үҙгәртеп, тамашасы зауығы артынан ҡыуып, бөтөнләй башҡа сүрәттә биреүгә ҡаршы ул.
Сәхнә тәрбиәләргә тейешлеген онотмаһын ине йәш ижадсы! Әгәр тамашасыға оҡшай, уға ҡыҙыҡлы икән тип беҙ уның талаптары буйынса эш итә башлаһаҡ, театр сәнғәте лә, үҙәк телевидение каналдары кеүек, рухты сатнатыуға юл ҡуясаҡ. Тере кешеләр уйыны менән тамашасы күңелендә яҡтылыҡҡа, йәшәүгә өмөт уятҡан әҫәрҙәр ижад итергә кәрәк. Буталсыҡ заманда бәндәләргә ҡиблаларҙы билдәләшкән пьесалар яҙыу зарур, тип иҫәпләй ул. Ҡайһы бер йәш артистарҙың эшенә мөнәсәбәте лә уны ваҡыты-ваҡыты менән уйға һала. Танылған артист Лановой әйтмешләй, бер ҡараһаң, бөтәһен дә дөрөҫ эшләйҙәр, техника көслө, һәйбәт уйын күрһәтәләр, әммә йөрәкте семетмәй, тәндәрҙе зымбырлатмай. Ә был нимәнән килә һуң? Әлеге лә баяғы онотолоп китеп ижад итергә теләү, сәхнәгә мөкиббән ғашиҡ булыу юҡ. Бөгөнгө заман бәләһеме был: кешеләр ҡайҙан да булһа, нимәнән дә булһа алырға тырыша, ә бирергә теләүселәр аҙ. Сәнғәт, ысынлап та, гөл баҡсаһы инде. Сүп үләндәрен сәсмәһәң дә үҫә, ә сәскәләрҙе көн дә тәрбиәләп, ҡарап, һыу ҡойоп, ҡыйҙан утап торорға кәрәк. Ә бит бәндәләрҙең күңеле лә шулай: яҡшылыҡ орлоҡтары оҙаҡ шыта, ә яманлыҡ ояларға ғына тора. Кем белә, бәлки, йәштәрҙең әйтергә теләгән һүҙҙәре лә юҡтыр. Бының менән актриса ҡайһы берҙәрен юҡҡа сығарып ташларға теләмәй, киреһенсә, уйсанлыҡ, тәрәнлек көтә уларҙан. Эйе, һәр нәмәгә ваҡыт кәрәк, әммә сағыу балҡыштарҙың булмауы сәхнәне лә төҫһөҙләндергән кеүек уға. Драматургтарға ла әйтер һүҙе бар актрисаның: сит ил, Рәсәй яҙыусылары бөгөнгө тормош һәм кешеләр яҙмышы араһында уйландырырлыҡ деталдәр таба бит, нишләптер беҙ һаман шул өс-дүрт бөртөк драматургыбыҙға ҡарап торабыҙ. Күрәһең, әйтер һүҙең булыу ғына етмәй драматургияла, сәхнә ҡанундарына буйһонған әҫәрҙе ҡора ла белеү мотлаҡ. Ә былай драматургия менән шөғөлләнеүселәр юҡ түгел бит ул, бар, хатта күп, тик режиссерҙың да күңел ҡылдарын сиртерлек әҫәрҙәр генә етешмәй. Уйланырлыҡ урын бар…
Бөгөн актриса Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” (“Бесприданница”) әҫәрендәге Огудалова образы өҫтөндә эшләй. Авторҙың геройҙарын ҡырҡыу хәлдәргә ҡуйыуы Нурия Исхаҡ ҡыҙының тәбиғәтенә тап килеп етмәй, әлбиттә, әммә пьесалағы, әйтәйек, Лариса образы уға яҡын. Чеховтың пьесалары ҡыҙыҡлы миңә, ти ул. Уларҙағы нескәлек, образ эсенә йәшенгән йомаҡты сисергә тырышыу мауыҡтыра уны.
Хөрмәтле гәзит уҡыусы, бөгөн һеҙгә үҙем күргән Нурия Ирсаева хаҡында һөйләнем. Әйткәндәй, ул һеҙ тойомлаған яҡты күңелле заттан әллә ни айырылмай. Героинялары ла үҙенә оҡшаған. Ҡайһы бер пьесаларҙағы хәл-ваҡиғаларҙың аҙаҡ яҙмышымда ҡабатланғаны булды, ти ул. Был да бит уның бирелеп, онотолоп уйнауынан, сәхнә менән Яҙмышы араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйыуынан килә. Яҡшылыҡтан яҡшылыҡ ишәйә, тигән һымаҡ, бәхетле актриса сәхнәнән тамашасылары күңеленә лә бәхет орлоҡтары сәсә. Уның яҙмышына күҙ һалам да, ысынлап та, Хоҙай тарафынан һайланған зат булыуына инанам. Атаҡлы Раневскаяның: “Сәнғәт ҡорбан талап итә. Онотолоп китеп ижад итһәң, Күктәр һине баланан мәхрүм итә йәки яҡындарыңды үҙе янына иртәрәк алыуы ихтимал…” тигән киң билдәле һүҙҙәре бар. Ә бит яҡын-тирәбеҙгә әйләнеп ҡараһаҡ, аҙмы ни уның был һөйләменә миҫалдар?! Берәү ҙә Нурия Ирсаева башҡорт сәхнәһендә, күрше Татарстан майҙандарында, Мәскәүҙә, сит илдә көскә йәки ярты тауышҡа ижад итте тип әйтә алмаҫ. Ике туғандаш республиканың, Рәсәйҙең халыҡ артисы исемдәре менән уның ижады лайыҡлы баһаланды. Ул, ысынлап та, ғүмерен сәхнәгә бағышлаған артист. Был юлы ла уға әсәлек наҙы, өләсәй булыу бәхете бүләк итеп, Күктәр уны ҙурлаған! Ә беләһегеҙме ни өсөн шулай? Минеңсә, ул үҙ юлына, яҙмышына, Хоҙай һәҙиәһе булған талантына хыянат итмәй мөхәббәтле юлдан атлай. Был уның бәхете юлы. Ошо сәфәрендә ул тамашасыларына күпме нурлы, йырлы мәлдәр бүләк итте, күңеленә һалынғанды һис йәлләмәй кире ҡайтара белде. Рәхмәт уға мөхәббәткә тулы йөрәге һәм булмышы өсөн! Юбилейың менән, яратҡан артисыбыҙ!
(Аҙағы. Башы 198 – 201, 203-сө һандарҙа)
Лариса АБДУЛЛИНА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 679

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 050

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 574

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 774

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 667

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 405

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 569