Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуңлаған үкенес
Һуңлаған үкенесБыл мөһабәт, бай тарихлы ҡаланы бик ярата Хаким Ҡарға. Әле йомортҡаһын ватып, яҡтылыҡҡа күҙе сағыла-сағыла ошо донъяға аяҡ баҫҡан ваҡытында уҡ был ҡаланың тын алышын һиҙә ине кеүек. Унан, көндәр үтә биргәс, оя ситенә килеп, әле нығынып етмәгән тәпәйҙәренә ослайып ҡына баҫып, тирә-йүнен күҙәткәндә, был ер уның хакимлығында буласағын да тойҙо. Әсәләренең ем алып ҡайтҡанын көтөп, ауыҙҙарын ипһеҙ асып ултырған туғандарына ҡарап, сирҡанып ҡуйыр ине: юҡ, ул бейектә, юғарыла осор ҡош... Әсәһен бары тамағын туйҙырыусы, киләсәген хәстәрләүсе итеп күрһә, атаһы менән һоҡланды: ул һәр ваҡыт ҡайҙалыр оҙаҡ-оҙаҡ юғалып тора, арманһыҙ булып ҡайтып йығыла, әммә эргәләге бар ҡоштар унан шөрләй, уның алдында ҡойолоп төшә... Ҡорған оялары иң бейектә: ҡаланың ҡап уртаһына төҙөлгән бөйөк, мөһабәт йорт, үҙенең ҡупшылығына маһайып, күктәргә олғашырға тырыша кеүек... Иртән моңланып ҡына ҡояш ҡалҡҡанда, Ҡарға әсә ҡуйынынан кинәт айырыла ла, мышнап йоҡлаған туғандарын этә-төртә, ҡанат-тәпәйҙәренә баҫа-баҫа оя ситенә ашыға. Ниәте — яңы көндөң сәләмен беренсе булып яулау, ҡояш нурҙарын башҡаларҙан алда тотоп өлгөрөү... Бар нәмәлә лә беренселекте ярата шул: әсәһе алып ҡайтҡан иң тәмле, иң оло киҫәк аҙыҡ — уға, йоҡларға ятҡанда ла әсә ҡосағына беренсе булып керҙе, туғандары араһынан беренсе булып осоп китте, атаһы ла тәү башлап уның менән эш серҙәрен, тәжрибәһен бүлеште... Шулай итеп, ҡул араһына тиҙ керҙе ул. Оҙаҡламай атаһы уны үҙе менән ала башланы, һис нимә алдында баҙап ҡалмаҫ улы менән ғорурланып, үҙ шөғөлөнә йәлеп итте. Дан, шөһрәт кеүек төшөнсәләр күңеленә оло кинәнес бирә ине Ҡарғаның. Ныҡышмалылығы саманан ашҡан, шуға өҫтәп, ҡурҡыу белмәүе уны яйлап Хаким яһаны. Атаһының тәжрибәһен тиҙ үҙләштерҙе лә, уның яйлап дарманы һүрелә барыуын күреп, өлгәшкәндәрен үҙ файҙаһына ауҙарҙы ла “остазын” ситләштереүҙе өҫтөн күрҙе. Башҡа туғандары тормоштоң һис рәтен белмәй: әйҙә улар ҡараһын ҡартласты...
Хаким Ҡарғаның даны ҡоштар араһында көнләп артты. Башҡалар менән нисек идара итергә белә ине шул. Янындағыларҙың күңеленә ҡурҡыу тойғоһо һалып ебәрә лә рәхәтләнеп үҙ файҙаһына егә тегеләрҙе. Һәр ваҡыт үҙеңдең өҫтөнлөгөңдө күрһәтеп, шөрләтеп торорлоҡ яйын тапһаң, өйөрҙәре менән алдыңа теҙләнә, бисаралар. Барыһы ла йомортҡа эсенән сыҡҡанлығын, тигеҙ хоҡуҡтарға эйә икәнлеген уйлап та бирмәйҙәр... Хаким Ҡарғаға шул кәрәк тә: рәхәтләнеп үҙ ырыуҙаштары менән шашка уйнаймы ни: береһен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя, икенсеһен ғәйепле ҡалдыра, өсөнсөһөнөң яҙмышы менән зәһәр ҡыланып, кинәнес ала...
Бер нәмәгә табынмай, бер нәмә өсөн дә бошонмай Хаким Ҡарға. Ҡурҡыу белмәгәс, юғалам тип ҡурҡыр нәмәһе булмағас, үҙен ирекле һанай. Ә ирек ул бына — алдында йәйрәп ята! Бейек йорттар, бормалы юлдар, иге-сиге күренмәй йымылдап ятҡан ҡала уттары — шул үҙе ирек түгелме ни? Ярата ул ошо ҡаланы. Баш әйләндерер был ерҙә үҙеңде хаким тойоу оло ләззәт, кинәнес уның өсөн. Бер генә теләге үтәлмәй ҡала ине уның: ҡаланың яңы төҙөлөш барған урынында иң бейек, күккә олғашҡан йортто үҙенеке итеү. Төҙөлгән йорттарҙың барыһының да бер тигеҙ, бер ҡиәфәтле булыуын күреп, нәфрәте йөрәген шартлатыр кеүек булып китә ине. Ә бына ошо арала ғорур, тирә-яҡҡа ирәйеп баҫҡан йорт хасил булды. Уның төҙөлөп бөтөүен көтөп йөрөгән Хаким Ҡарға, оҙаҡ уйлап тормай, хыял-йортҡа атлыҡты. Был осошон мөһабәт йорт сүрәтенә тап килтерергә тырышты, үҙен күҙәткән башҡа ҡарғалар алдында өҫтөнлөгөн тағы бер иҫбат итмәксе булды.
Ҡанаттары талсыҡҡас, бейек йорттоң түбәһенә ҡабаланды. Иң кинәнес минуттары алда бит әле! Әммә... күпме хыял иткән урында ул Бөркөттө күреп, һағая төштө. Шул. Үҙе. Үтә ғорур, баш бирмәҫ Бөркөт... Шөрләй унан Хаким Ҡарға. Тик... бөгөн түгел. Хыялына бер аҙым ҡалғас, артҡа сигенеп, был бөйөк урынды уға биреп ҡуясағы юҡ! Бөркөттөң ҡарашынан тоя: ул бирешмәйәсәк. Әммә Хаким Ҡарға ныҡышмалылығы менән дан ҡаҙанған, ҡан ҡойоп булһа ла моратына ирешер...
Ҡайҡайып, эре баҫҡан йорт башында шулай көрәш башланып китте. Бөркөттөң өҫтөн сығыры көн кеүек асыҡ булһа ла, ҡарғалар үҙ хакимының ажарланып дошманына ташланыуын күреп, иҫтәре китте... Ҡомһоҙлоҡтоң көсө шулай зәһәр була икән...
Хаким Ҡарға иһә, әжәленең һулышын яҡында ғына тойһа ла, бирешергә уйламаны ла. Ул бит — хаким, ул бит — һәр ваҡыт беренсе!.. Ҡанһыраған тәнен тоймай башлағайны инде, шул ваҡыт уны Бөркөт ситкә алып осорҙо. Хаким Ҡарға тәкмәсләп ялсыһы алдына барып ятты. Бар көсөн йыйып башын күтәрҙе лә уның күҙҙәренә ҡараны. Ҡараны ла хайран ҡалды: әрнеү ҙә, йәлләү ҙә, хәлен аңларға тырышыу ҙа юҡ ине уның ҡарашында... Майҙан тирәләй ҡатып ҡалған ҡарғалар өйөрөн күҙ ҡырыйы менән барлап сыҡты ла, онталған суҡышын көскә ҡыбырлатып, әрнеүле тауыш бирҙе:
— Үҙ ырыуым... үҙ ырыуым мине ят күрә... Ҡурҡыу орлоғо сәскәнсе, хөрмәт емеше сәсһәмсе...
Тик һуң ине инде, һүҙҙәренең аҙағын янында әжәле һағалап торҙо...
Рита ХӘСӘНОВА.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545