Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!
Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ. Бына булған бит шундай йылдар: мәктәптең һәр пионеры “Пионер”лы ине. Был, бер яҡтан, илдәге идеология күренеше булһа, икенсе яҡтан, беҙ, ысынлап та, был журналда тәрбиәүи, әҙәби, сәнғәти, илһөйәрлек тойғоһо ҡиммәттәре хаҡында күп мәғлүмәт алып үҫтек.

1990 йылда башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһына килгәс, Матбуғат йортонда урынлашҡан “Пионер” журналы редакцияһын да барып күреү теләге менән шунда юлландым. Был мөһабәт бинаны күреп, хайран ҡалдым. Балалығым менән: “Бәхетле кешеләр генә ошондай урында эшләйҙер!” – тип уйланым. Беҙ журналды алдырған йылдарҙа уның баш мөхәррире Юлай ағай Кәримов ине. Был килеүемдә уны күрҙем, беҙҙең менән бик йылы итеп аралашты. Ә хаттар аша ситтән тороп күптән таныш булған Венер ағай Йәнбәков китаптар бүләк итеп оҙатты.

Йылдар үтә торҙо. Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға инергә теләгем барлығын белгәс, журналда эшләгән ағайҙар юғары уҡыу йортоноң ректоры исеменә хат яҙҙы, журналда баҫылған һәр мәҡәләмде атап, хуплап Маҡтау ҡағыҙы ла тотторҙо. “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе лә инем! Былар барыһы ла уҡырға ингән саҡта бик ярҙам иткәндер, тип уйлайым, сөнки имтихандарҙан тыш, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү ҙә бар ине. Шунда БДУ уҡытыу­сыларының был хатҡа, грамоталарға ҙур әһәмиәт биреүен хәтерләйем.

Был ваҡытта баҫманың баш мөхәррире Камил ағай Яйыҡбаев ине. Журнал редакцияһы Һәҙиә Дәүләтшина урамында урынлашҡайны. Әле булһа мәңгелек йорттарына күскән ағайҙарҙың беҙгә булған иғтибарына, ярҙамына хайран ҡалам. Мин бит уларҙың береһенең дә яҡташы ла, туғаны ла түгел, ә әүҙем яҙышып торған ҡәҙимге ауыл балаларының береһе инем.

Журналистика бүлегендә уҡығандар тәүге йылдан уҡ практиканы матбуғат баҫмаларында, радио, телевидениела үтергә тейеш ине. Мин инде, әлбиттә, “Аманат”ҡа юлландым. Ә ул ваҡытта журнал һәр һанын Башҡортостандың райондарына, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренә арнай ине. Мин практика үткән һан Силәбе өлкәһенә тура килде. Силәбенән сыҡҡан күренекле шәхестәр – фән докторы, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Дамир Жәүәт улы Вәлиев, мәшһүр йырсы Вәкил Йәләлетдинов менән әңгәмә ҡорорға ҡуштылар. Ҡаушап ҡалдым. Мин кем инде уларға барып һүҙ ҡушырға?!. Венер Йәнбәков әйтмәҫтән алда һәр һүҙемде тойоп тора. “Хәҙер мин уларҙың телефондарын табып бирәм, башта шылтыратып, әңгәмә көнөн һөйләшерһең, аҙаҡ һорауҙар төҙөрбөҙ. Шунан инде барып яҙып алырһың!..” Әйтеүе генә рәхәт... Венер ағай телефондарҙы табып бирҙе, ә бына нисек һөйләшергә анау хәтлем күренекле кешеләр менән? Бында ла ул үҙе ярҙамға килде. Телефондан һөйлә­шергә өйрәтте. Ә бит уның да рәте бар. Тота килеп кешегә әңгәмә кәрәк, тип хәбәр һөйләй башламайһың. “Аманат” журналы коллективы миңә бик ҙур тәжрибә майҙаны булды. Башҡа редакцияларҙа практика үткәндә лә улар менән хеҙмәт­тәшлекте өҙмәнем.

Ә Дамир Жәүәт улы менән әңгәмә бик матур килеп сыҡты, сөнки тәрән мәғәнәле һорауҙарҙы Венер ағай менән бергәләп төҙөнөк. Был ваҡытта Дамир Вәлиев матбуғаттағы сығыштары аша миңә таныш ине инде. Йәмәғәт ойошмаларында ла уны йыш күрәм, ҡыйыу, ярһыу сығыштарын да ишетәм. Тик тап ошо әңгәмә алдынан ул аяғын ҡазалап, өйҙә ултыра ине. Шуға күрә һорауҙарҙа булмаған, әммә әйтергә теләгән фекерҙәрен дә өҫтәп ебәрҙе. Уның менән аралашыу ғүмере ахырынаса дауам итте.

Бөгөн Силәбе ерендә йәшәп ижад иткән, батырлығы менән дан ҡаҙанған йәштәргә ҡараһам, иң тәүҙә ул иҫкә төшә. Хәтәр бит улар Силәбе башҡорттары! Ата-бабалары еренән көс-ҡеүәт алып, ана нисек ғәм халыҡҡа үҙҙәрен таныталар!

Вәкил Йәләлетдинов ағай менән әңгәмә уның ятаҡ бүлмәһендә барҙы. Был минең өсөн ғәжәп тә күренеш кеүек ине: телевизор аша йырҙары йыш яңғырап торған ағайҙың Өфөлә йәшәргә фатиры юҡ икән, тип аптыраным мин. Хәҙер генә ул ауылдарҙан сыҡҡан, Өфөгә һыйынайым, баш ҡалала белем алайым тип килгән һәр башҡорт балаһын ошо юл көткәнен аңлайым, был ваҡиғаларға үҙемсә баһа бирәм.

“Пионер” журналы менән үткән бала сағым, “Аманат” журналында уҙған ижади практика миңә ғүмерлек һабаҡ булды. Журнал һәр заман уҡыусыһы зауығын үҫтерер, күңеле талаптарына яуап бирер темалар тапты, бала йөрәгендә тыуған яҡҡа, телгә һөйөү тәрбиәләне. Илдең киләсәге лә тап ана шул балалар баҫмалары аша төҫмөрләнә. Бөгөн сайттар, социаль селтәрҙәрҙә махсус биттәр асылған йылдарҙа был мөмкинлек тағы ла нығыраҡ артты.

Рәхмәт һиңә, “Аманат”! Һинән алған һабаҡтарға һәр ваҡыт тоғро ҡалырға тырыштым!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 1 108