Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Туғандарың ҡәҙере

Асия еңгәм менән иркенләп ултырып сәй эсәбеҙ. Күптән күрешмәгәс, яңылыҡтар ҙа күбәйеп киткән икән шул. Бер хәбәргә икенсеһе ялғана: бала-сағаның уҡыуы, эштәге хәлдәр, донъя мәшәҡәттәре... Шул саҡ телефоным йырлап ебәрҙе. Экранды йәһәт кенә ҡарап алам да, еңгәмдең һүҙен бүлдергем килмәйенсә, уны ситкә һалып ҡуям.

– Бикәс, кем шылтырата? Ниңә алмайһың?

– Эй, Рима апайым. Уның менән һөйләшеү өсөн кәмендә бер сәғәт ваҡыт кәрәк. Оҙон тәбәрәккә төшә лә китә ул. Ҡайтҡас ләпелдәшербеҙ әле, – тинем, аҡланғандай.

– Алыр инең телефоныңды, бикәс. Бәлки, берәй мөһим йомошо барҙыр апайыңдың? Икенселәй улайтма, йәме? – тип еңелсә генә шелтәләй еңгәм.

– Юҡтыр, йомош төшкәндән түгел инде. Көн дә шылтыратып, үҙенең хәл-әхүәлен һөйләп, беҙҙекен һорашмаһа, апайымдың күңеле булмай ул, — тим рыя ғына.

– Ҡуй, улай тимә, бикәс. Рима ситтә бер үҙе бит, һағынып та китәлер инде. Ярай, һинең ҡырҙа булһа ла, апайың бар, бында ағайың йәшәй. Ифрат бәхетле кеше һин. Бына минең күҙ төбәп барыр туғаным да юҡ хәҙер, япа-яңғыҙ торҙом да ҡалдым.

Былтыр уның берҙән-бер һеңлеһе вафат булып ҡалғанын белгәнгә, тиҙерәк еңгәмдең хәленә керергә ашығам:
– Ах, яңғыҙ түгелһеңсе, еңгә?! Ағайым, бала-сағаң, бына беҙ бар бит...

– Шулайын-шулай ҙа, тик бер ҡарында ятып, бер әсә һөтөн имеп үҫкән ҡан туғаныңа берәү ҙә етмәй икән шул. Шул тиклем һағынам һеңлемде...

– Еңгәм моңһоу күҙҙәре менән миңә бер һирпелеп ҡарап алды ла, шул арала һығылып сыға һалған йәшен күрһәтмәҫ өсөн, ҡарашын тәҙрәгә күсерҙе. Байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырғас, ауыр итеп көрһөндө лә тағы һүҙ башланы. – Бикәс, тыңла, бер үкенесем тураһында һөйләйем әле һиңә. Ғүмерем буйы йөрәгемде һыҙлатыр ҙа торор инде ул. Үлеренән бер көн алда Айсиләм шылтыратҡайны. Ә мин ул ваҡытта баҡсала ҡаңғыра инем. Йыл һайын суғым ғына булып емеш биргән ҡарағаттарыма ҡорт төшкән дә, көйәләнә-көйәләнә шуларҙы ағыулап маташҡан ваҡытта ҡайҙан телефондан һөйләшеү ҡайғыһы булһын? “Ошо Айсилә булһа, мәлһеҙ шылтырата ла ултыра! Ауылда йәшәмәгәс, йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигән нәмәне уйлап та бирмәй инде!” – тип, эстән генә һуҡранып, әрләп тә алдым әле һеңлемде. Кис шылтыратырмын, тип уйланым да алманым. Ә ауылда, беләһең бит инде, кистең үҙ мәшәҡәттәре. Айсилә тураһында бөтөнләй онотҡанмын. Иртәнсәк, һыйырҙарҙы һауып бөткәс, ағайыңды көтөү артынан ебәрә һалайым тип өйгә инһәм, ул телефонын тотҡан да бер нөктәгә ҡарап ҡатҡан. “Һаман йоҡоңдан уяна алмай, иҫең китеп тораһың бында!” – тип тегене әрләйем бит әле, етмәһә. Балдыҙының үлем хәбәрен ишетеп шаңҡыған булған икән.

Һин дә мин йәшәп ятҡан, һаулығына бер ҡасан да зарланмаған Айсиләбеҙ, ана шулай, инсульттан уйламағанда ғына китте лә барҙы. Ғүмеренең ҡыҫҡа ғына булырын белгән кеүек, кешеләргә, бигерәк тә туғандарына, шул тиклем иғтибарлы, ихтирамлы булғандыр инде һеңлем. Байрам етһә, күстәнәстәрен тейәп, килә һалып төшөрҙәр ине. Көн һайын шылтыратып, хәл белешергә лә онотманы. Мин генә ул, туң йөрәк, һеңлемдең ҡәҙерен белмәгәнмен. Шылтыратһа, эш күплеккә һылтанып, телефонды йәһәтләп һалыу яғын ҡараным. Ҡунаҡҡа саҡырһалар ҙа, йөҙ сәбәп табып, тороп ҡалыр инек. Ярай үҙе ихлас булды, бер ҡасан да үпкәләп ултырманы, ауыл кешеһенең эше күп инде, тип хәлемә инә белде.

Ана шул һуңғы шылтыратыуын иҫләйем дә, йөрәгем әрней хәҙер. Ниңә генә яуап бирмәнем икән, тим. Нимәләр генә әйтергә теләне икән һеңлекәшем, тип уйланам. Ашамағаным ҡарағатмы ни?! Бер йыл емеше булмаһа, икенсе йылына булыр ине әле. Бөтөнләй ҡороһа ла, йәл түгел! Һатып алыр ҙа ултыртыр инек. Уның яғымлы тауышын, сылтыратып көлгәнен ишетер өсөн телефондан сәғәттәр буйы һөйләшергә лә ризамын хәҙер, тик Айсиләм генә юҡ... Йыназа ваҡытында, әллә ҡаңғырыҡтан, әллә шаңҡыуҙан, ошоғаса таянысым да, серҙәшем дә булған берҙән-бер туғанымды юғалтыуымды аңлап та етмәгән булғанмын, ахыры. Ныҡ йөрөнөм. Ә ҡайтҡас башланды... Илай-илай хәл дә, күҙ ҙә ҡалманы. Үҙәк өҙгөс һағыштан саҡ алйып китмәнем хатта. “Айсилә, шылтырат миңә!” – тип телефонымды онтай һуҡҡанымды ла, төнөн сығып, теге ҡарағаттарҙы йән асыуыма сапҡылап бөткәнемде үҙем беләм дә ағайың ғына белә...

Бына шулай, бикәс, бөгөн барбыҙ, ә иртәгә кем йәшәрен-йәшәмәҫен Аллаһы Тәғәлә үҙе хәл итә. Донъя мәшәҡәтенә һылтанып, ярай, һуңынан һөйләшермен йәки аҙаҡ күрешербеҙ әле, тип һуңлап ҡуйыуың да бар. Туғандарыңдың ҡәҙере...

Еңгәмдең һүҙен бүлдереп, әрһеҙ телефоным тағы йырларға кереште. Экрандың зәңгәр фонында “Рима апай” тигән яҙыу балҡыны.
– Алло! Һаумы, апай!..

Сәсүрместәге асҡыс

Кепес* урамының урта тирәһендә, ергә һеңеп бөткән бәләкәй генә өйөндә, яңғыҙы йәшәне Нурикамал өләсәй. Тәпәшәк буйлы, һылыу ғына йөҙлө һәм үтә лә уйсан ҡарашлы ине ул. Ә иң иҫтә ҡалғаны – сал сәсенә өй асҡысы бәйләнгән бауҙы ҡушып үреп ҡуя торғайны.

Яҙып ябынған яулығы аҫтынан күренеп торған оҙон толомо осонда һәр саҡ асҡыс ялтырап йөрөгәс, беҙгә, бала-сағаға, был хәл сәйер ҙә, шул уҡ ваҡытта мәрәкә лә тойола ине. “Нурикамал өләсәйҙең матур сәсүрмесе юҡмы икән?” – тип һорағас, “Ҡартайған кеше хәтерһеҙ була. Шуға ҡайҙа һалғанын онотмаҫ өсөн, асҡысын сәсенә ҡуша үрә инде”, – тип аңлатҡайны әсәйем.

Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булғанғамы икән, өләсәй кешеләр менән әллә ни ҡатышып йәшәмәне лә шикелле. Тыптыр-тыптыр ғына йөрөп бер үҙе донъя көттө. Ауып барған бәләкәй ҡапҡаһын уның үҙенән башҡа асып-япҡан кеше лә булмағандыр, тип әйтер инем, әлеге лә баяғы шул беҙ, Кепестең бер өйөр бала-сағаһы, ҡайһы мәл аҙашып барып инә торғайныҡ. Уйнап ялҡып, тағы нимә эшләп ҡарарға белмәй йонсоп китһәк, Нурикамал өләсәйҙе йәшеренеп күҙәтеүҙән ҡыҙыҡ таптыҡ. Тәҙрә аша уның тәрән уйҙарға батып, сынаяҡ аҫтына ҡойған сәйен әкрен генә шөрпөлдәтеп эсеүен йә эрзинкә менән тарттырып ҡуйған иҫке күҙлеген кейеп, кейем-һалымын йүрмәп ултырыуын күҙәтәбеҙ ҙә шырҡ-шырҡ көлөшәбеҙ. Эй, иҫәр булғанбыҙ ҙа инде! Бының өсөн хәҙер оялып китәм хатта. Үҫә төшкәс кенә, өләсәйҙең ире һуғышта ятып ҡалыуын, ике ҡыҙын ҙур ыҙалыҡтар менән яңғыҙы ғына тәрбиәләүен, уларҙы инде үҙаллы иттем тип ҡыуанғанында, бәләкәй ҡыҙының һәм кейәүенең үлемен кисереп тетрәнеүен, етем ҡалғас, төрлө балалар йорттарына таратылған ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ғүмере буйы йөрәге өҙөлөп йәшәүен белдем. Уның ни өсөн моңһоу ҡарашын бер нөктәгә төбәп, оҙаҡ итеп уйға батып ултырғанын хәҙер аңлайым да, өләсәйҙе йәлләп йөрәгем һыҡрай. Һағыш, икһеҙ-сикһеҙ һағыш ятҡан бит уның күңелендә... Ҡартлыҡ тигәндәре тотоп йөрөгән асҡысыңды ҡайҙа һалып киткәнеңде онотторһа ла, яҡын кешеләреңде бер ҡасан да хәтерҙән юйып ташлай алмай икән шул...

Аҡ яулығын талғын елгә елберләтеп, сал толомо осондағы өй асҡысын ҡояшта ялтыратып, Нурикамал өләсәй әле лә Кепесемдең киң урамынан яй ғына атлап үтәлер кеүек миңә. Ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын ауылым ағинәйенең...
*Кепес – тыуған ауылымдағы урам исеме.

Һағыш

Бер ваҡыт күрше ауылда йәшәгән Гөлдәр апайыма ҡорбан ашына барҙыҡ. Туғандар бергә йыйылып алғас, һый тулы табында һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй: яңылыҡтарыбыҙҙы уртаҡлашабыҙ йә хәтирәләргә төшөп китәбеҙ. Оло ғына йәштәге Хәмдиә инәйем дә килгәйне. Тик үҙе ниңәлер бер ҙә һүҙгә ҡыҫылмай, матур ғына йылмайып ҡарап тик ултыра. “Хәмдиә инәй, апам* үлгәс, ныҡ биреште әле ул. Ҡолаҡҡа ла ҡатты, хәбәрегеҙҙе янына барып һөйләгеҙ!”, ̶ тип хәлгә асыҡлыҡ индерә һалды ҡунаҡ йыйған апайым. Ысынлап та, әсәйем уның эргәһенә яҡынлап ултырып, ҡысҡырыңҡырап өндәшкәйне, ошоғаса шым ғына ултырған инәйемдең теле асылды ла китте. Бала-сағаны һорашып, донъя хәлдәре тураһында ихлас ҡына әңгәмәләшеп алғас, әсәйем, мәрәкәләп:
– Апай, Әхәт еҙнәм ҡолағыңды үҙе менән “тегендә” алып киткән түгелме? ̶– тине. Инәйем ауыр итеп көрһөндө лә әсәйемә шулай тип яуапланы:
– Эх, һеңлем, һеңлем... Ҡолаҡты ғына алып китһә, бер хәл әле, йөрәгемде алып китте еҙнәң үҙе менән, йөрәгемде...

Уның һағышлы күҙҙәренән ысыҡ тамсыһындай ғына ике бөртөк йәше һығылып сыҡты ла йылдар һалған бураҙналы сикәһе буйлап ағып төшөп китте. Ә мин ул тамсыларҙа инәйемдең мәрхүм иренә булған саф мөхәббәтен, ихтирамын һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыныу тойғоһон уҡып өлгөрҙөм.

*Апа – атай-әсәйҙән олораҡ ир туған (диалект).

Эт менән эт булма

Ҡала ситендә төҙөлә башлаған микрорайонда йәшәйбеҙ. Йәйрәп ятҡан яландың яртыһында яңы урамдар хасил булды, әммә яртыһы һаман да буш әле. Уның ҡарауы, мал көткән кешегә хөрриәт бында. Үлән емерелеп үҫә. Йәй булһа, ошонда көтөү ҡыуалар, шунда уҡ бесәнен дә эшләп алалар. Хас та ауылдағы һымаҡ инде. Урамға сыҡһаң, бер яғыңда йылҡы өйөрө, икенсе яғыңда һыйырҙар үлән уртлай...

Эҫенән йәшенер өсөн бер ҡулына ҡулсатырын тотоп, икенсеһенә гәзит-журнал эләктергән әбей-бабайҙар кәзәләре артынан сабыр ғына эйәреп йөрөй. Ауылда ғына түгел, хәҙер ҡала ерендә лә ит-май, һөт һатып табыш алғандар бихисап шул. Эш, аҡса юҡ тип зарланып ултырмай, нисектер яйын табып йәшәргә тырышҡан кешеләргә һоҡланам ғына. Әлегә иһә һүҙем ул турала түгел.

Ошо яланды мал-тыуар ғына түгел, ә ҡала эсендә йөрөгән берәҙәк эттәр өйөрө лә төйәк итеп ала йәй көндәре. Ҡала урамында яңғыҙ-ярым йөрөгәндәрендә шундай йәлләткес ҡиәфәттә булып, үткән-һүткәндең күҙенә мөлдөрәп кенә ҡарап, аҙыҡ һораған был мәхлүктәр, бергә ҡушылып алһа, уҫаллана ла китә. Кешегә лә, мал-тыуарға ла, хатта машинаға ла ажарланып ташланалар. Урамға сығыуы ла ҡур­ҡыныс улар яланда йөрөгәндә.

Бер ваҡыт шул эттәрҙең йылҡы өйөрөнә һөжүм иткәнен күҙәтергә тура килде улым менән икебеҙгә. Кинәнеп үлән уртлап йөрөгән малдарҙы ян-яғынан ҡамап алып, сыр-сыу ләңкелдәшергә керешкәй­неләр, тегеләр ялан буйлап топтор-топтор сабып сығып киттеләр бит әй! Ҡыуып тотоп ҡара һин елдәй елгән толпарҙарҙы! Ҡыҫҡа ботло сәүектәре иң алда ятып ҡалды. Ҙурыраҡ тоҡомло эттәр тәүҙә ҡалышмай эйәреп маташһа ла, аҙаҡ уларының да хәле бөттө, берәм-һәрәм тороп ҡала башланы. Үҙҙәре һаман туҡтамай өргән була, йәнәһе лә, ҡурҡыттылар инде аттарҙы. Аҙаҡ тағы бергә тупланып, еңеүсе ҡиә­фәтендә ғорур баҫып, оло юл буйын­дағы кафе яғына, юлаусыларҙан ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән һый­ланырға юлландылар.

– Аттарҙы әйтәм, хәлдәрен бөтө­рөп, ни ҡәҙәрем ерҙе сабып йөрө­гәнсе, әйләнә килеп кенә ҡаты тояҡтары менән берҙе тибеү ҙә етер ине шул эттәргә. Берәүһенә эләкһә, ҡалғандары ла ҡойроҡтарын һыртҡа һалыр ине, моғайын, – тип фекер йөрөттө улым.
– “Эт менән эт булма” тигән бик аҡыллы әйтем бар халыҡта. Әлеге аттар шикелле ҡайһы бер боҙоҡ әҙәмдәрҙән дә йыраҡ тороуың хәйерле. Улар әрләшә тип һүҙ әрәм итергә йә иһә улар һуғыша тип ҡул бысратырға ярамай, улым, – тип яуапланым уға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 564

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 591

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 448

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 504

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 398

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 565