Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ветеран (Хикәйә)
Өсөнсө көн тигәндә мәҡәлә гәзиттең беренсе битендә донъя күрҙе. Һүҙ менән һаҡ эш иткән тәжрибәле журналистың яҙғандары халыҡты тетрәндерерлек ине. Ал галстук тағып, аҡ күлдәк, затлы костюм кейеп йөрөүҙе кеше тормошоноң иң юғары нөктәһе итеп һанаған айырым түрәләрҙең ҡайһы ерендәлер “аҙашҡан”, “онотолған” намыҫына ла ҡағылырлыҡ ине мәҡәлә.

Нәфис Хафизовичҡа ла нәҡ шулай тәьҫир итте ул. Кәйефе былай ҙа юҡ ине. Оператив кәңәшмәнән һуң иҫенә килергә лә өлгөрмәне, секретарь ҡыҙ гәзиттәр индерҙе. Иң өҫтә ятҡан “Яңы тормош” гәзитенең алғы битендә ветерандың моң-зары түкмәй-сәсмәй, сәйлән кеүек теҙелгән. Бер ҡат уҡыны мәҡәләне, ике тапҡыр… Графиндан ҡойоп һыу эсте, сәсәне, йән тирҙәре бәреп сыҡты. Пинжәген һалып, йәнәшәләге ултырғысҡа осорҙо. Нәҡ шул минутта секретары, эске телефондан шылтыратып, район үҙәгендә йәшәгән ветерандарҙың ҡабул итеүгә килеүен әйтте.

– Ваҡытым юҡ! Ашығыс эшем бар. Башҡа көндә килһендәр! – Ярһыуын тыя алмай трубкаһын асыу менән урынына һалды.

– Вәт, Мулланур ҡарт, ә?! “Яңы тормош” гәзитендә эшләүселәренә нимә етмәгән? Әмировтың башы ике микән? Ут менән уйнайһың, иптәш Әмиров! Ут менән!

Ҡала-ара телефондан шылтыратҡан Хәлим Ғәлиевич мәҡәләне уҡыған икән.

– Белмәнем бит, Хәлим, килгәндәрен. Юҡ, хәбәр итеп торманылар. Мулланур ҡарт­ты танып белмәйем. Райондағы һигеҙ мең­дән артыҡ пенсионерҙы танып бөтө­рөрһөң! – тип аҡланды ул. Хәлим менән Нәфистең “һин” тип һөйләшеүенә аптырай­һы түгел. Биш йыл институтта бер факуль­тетта уҡып, бер бүлмәлә йәшәгән әшнәләр.

– Карьераңды һаҡлағың килһә, барыһын да төҙәт!

– Нисек?

– Нисек, нисек… Ҡарттарҙың күңелен күреп. Берәр ҡапсыҡ он, шәкәр, тартмаһы менән сәй, перәник-кәнфит ише әйберҙәр йүнәтеп илтһендәр. Көрттәрен көрәт, дауахананан табип ебәр, шифаханаға, йә булмаһа, ҡартты госпиталгә ебәреү яғын ҡара. Магазиндарына тауар ҡайтарт. Оҙаҡҡа һуҙма, үҙең дә барып хәлдәрен бел. Был ҡәҙәр этлеккә барғандарына үкенерлек булһын.

– Рәхмәт, туған, рәхмәт. Эшләйем мин быларҙы. Барыһын да!

– Ҡарттар, гәзиттә баҫылғандар береһе лә дөрөҫ түгел, тип ҡаршы фекерҙәрен белдерһен. Үҙең дә ныҡ тор. Әмиров менән үҙем һөйләшермен. Гәзиткә тираж йыйғанда, подписка осоронда һеҙҙе иҫтәренә төшөрәләрме? Төшөрәләр. Ниңә был осраҡта башлыҡты уҙғандар?
– Ну баш үҙеңдә, Хәлим! Мин был ҡәҙәрен уйлай ҙа алмаҫ инем әле.

– Донъя өйрәтә ул, Нәфис. Хуш булып тор…

“Таш йорт”тан иҫкән йылы ел Нәфистең күңеленә ҡанат үҫтерҙе. Урынбаҫарҙарын ашығыс кәңәшмәгә йыйып, һәр ҡайһыһына Хәлим әйткән заданиеларҙы биреп сыҡты. Улар таралышҡас, кәңәшмәлә әйтергә онот­ҡандарын телефондан еткерҙе. Иртәгәһенә төштән һуң үҙе лә Оло Күлгә юлланды. Ауылға ҡәҙәр юл асылған, ҡарттарҙың ҡап­ҡа алдары, йорттары ҡарҙан таҙартылған.
* * *
Әмиров үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙо. Бындай намыҫлы, егәрле журналис­тар булғанда, гәзиттең тиражын артты­рыр­ға булыр, тип уйланы. Әммә ел кө­төл­мәгән яҡтан иҫте. Төш алдынан телефоны шылтыраны. “Таш йорт”тан Хәлим Ғә­лие­вич икән. Һалҡын ғына һөйләште, хәлен һорашты, унан һүҙен түңәрәкләп ҡуйҙы:
– Бөгөн Балыҡлы районы хакимиәтенән киләсәк яуапты иртәгәһе һанға урын­лаш­тырырға онотма, ҡара уны! – тине лә трубканы һалды.

Әмиров бер ни ҙә аңламаны. Хәлим Ғәлиевич тиклем Хәлим Ғәлиевич шулай дорфа һөйләшкәс, ниҙер бар… Мө­хәр­рирҙә төшкө аш ҡайғыһы ҡалманы, түҙемһеҙлек менән Балыҡлынан хәбәр көттө.
* * *
– Хәлдәрегеҙ нисек? Һау ғына йәшәп ятаһығыҙмы? – Нәфис ауыл хакимиәте рәйесе оҙатыуында Мулланур ҡарттарға килеп инде.

– Имен генәбеҙ, балам. Һеҙ кемдәр булаһығыҙ һуң әле? – Мейес буйындағы диванда ултырған Мулланур ҡарт, ҡулын һуҙып, Нәфискә боролдо.

– Мин – район башлығы Нәфис Хафизович, Мулланур бабай. Беҙҙе маҡтап, бик ҙурлап өлкә гәзитенә яҙғанһығыҙ икән. Рәхмәт әйтергә килдем… – Ҡунаҡ ипле генә итеп ҡартҡа көрәктәй ҡулын һуҙҙы.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡарт кәүҙәгә кесерәйеп ҡалғандай булды, ҡалтырана башланы.

– Кисәгенән көн буйы ишегебеҙ ябылманы, балам. Нимә булды икән, тип торабыҙ. Ул ауыл хакимиәтенән шылтыраттылар, дауахананан килделәр, ҡапсығы менән он, шәкәр, ярма, тартмаһы менән сәй, кәнфит-перәник килтерҙеләр. Күмделәр ризыҡҡа, ниғмәткә! Көрттәрҙе ялт иттереп көрәп ҡуйҙылар. Дарыуҙар ҡалдырып киттеләр. Бабаңды госпиталгә дауаланырға ебәрәсәктәр әле, балам… – Әсмә ҡарсыҡ, онотҡансы барын да әйтеп ҡалайым тигәндәй, хәбәрен теҙҙе. – Ул да булһа, беҙҙең көнитмешебеҙ һүрәтләнгән мәҡәлә баҫылған икән. Гәзит беҙгә һуң ғына килә. Шунда уҡ ҡуҙғалғандар, балам. Килделәр шул, бабаң шылтыратып үҙе саҡырҙы, күпме интегеп йәшәргә була?!

Ишек яңағына таянып баҫҡан Хәкимә Мансуровна тамаҡ ҡырып алғас, йомшаҡ ҡына һөйләй башланы:
– Улай ҙурҙан ҡубаһы түгел ине инде, Мулланур бабай. Бында ла аңлашып булыр ине. Аңлайбыҙ ҙа һуң хәлегеҙҙе. Һеҙҙең ке­үек оло йәштәгеләр биш ауылға 422 кеше йыйыла. Ҡайһығыҙға ғына етешәйек? Ә район етәкселеген бысратыу ниңә кәрәк ине? Уның эше ҡарттар менән эшләү генә түгел бит…

Мулланур ҡарттың башы эйелгәндән-эйелде.

– Ҡыҙыбыраҡ кителгән инде, балалар, ҡыҙыбыраҡ кителгән… Әллә нишләп шылтыраттым шул… кисерег-г-геҙҙ… – тине ҡарт.
– Кисереүен-кисерербеҙ ул, бабай. Уныһы беҙҙән тормаҫ. Бына һеҙ хатағыҙҙы төҙәтһәгеҙ ине. – Нәфис, яҡ-яғына ҡаранып алғас, түрҙәге ултырғысты шыуҙырып ул­тырҙы. – Хәҙер үк ултыраһығыҙ ҙа, гәзиттә яҙылғандарҙың береһе лә дөрөҫ түгел, барыһы ла ялған, тип яҙаһығыҙ. Шул етә.

– Яҙабыҙ! – Ҡарт һикереп торҙо, ғәрип аяғының ауыртыуын да онотоп, өтәләнеп өҫтәл янына килеп, ҡәләм, дәфтәр бите алып, эшкә тотондо… Ҡунаҡтар әйтеп торҙо, ҡарт яҙҙы.

– Ни бит әле, балалар. – Әсмә ҡарсыҡ устарын ыуа-ыуа Нәфистең ҡаршыһына килеп баҫты. – Теге ҡыҙым алдында оят бит әле… Һөйләнек бит барыһын да…

– Һин тик кенә ултыр! Бында район башлығы һөйләй! – Бабай шунда уҡ ҡарсығын урынына ултыртты. Уныһы шым булды. Ҡунаҡтар бер-береһенә ҡарашып йылмайышты ла, күҙ ҡыҫышып, ҡарттар менән һаубуллашып, юлдарын дауам итте.

…Баш мөхәррир бүлмәһендә ишеткән хәбәр өнһөҙ итте Рәлиәне. Ҡарттарға шылтыратып һөйләшеү ҙә файҙа бирмәне.

– Ҡарт кеше ни генә һөйләмәҫ, балам? Беҙҙе исемләп шул тиклем мыҫҡыл итмә­һә­геҙ ҙә ярар ине… – тине ҡарсыҡ. Рәлиә үҙҙәре менән осрашып һөйләшкәндәрҙе ҡабат яңыртып ҡараһа ла, Әсмә ҡарсыҡ яйға килмәне.

– Башҡаса беҙҙе борсомағыҙ, балам… Бабайығыҙ иртәгә госпиталгә китә. Әле ун­да һеҙҙең ҡайғы юҡ… – тине лә трубкаһын элде…

Бына һиңә ветеран! Бына ышан кешегә! Утыҙ йылға яҡын ғүмер эсендә кемдәр менән генә осрашманы, ниндәй генә ғәҙелһеҙлекте асып һалманы Рәлиә, бындай ауыр хәлгә ҡалдырған кеше булманы. Тормошто күргән оло йәштәге кеше, бөгөн килеп, барыһында ла Рәлиәне ғәйепләгән! Башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит был! Яҡташтары, уҡыусылар ни уйлар, ни әйтер?!
* * *
Таң менән эшенә килеп еткән Рәлиә госпиталдең номерын йыйып, Балыҡлы районынан Мулланур Асаев ҡарттың нисек килеп етеүе, нисек урынлашыуы тураһында һорашырға булды.

– Ул килмәне, – тинеләр.

Ныҡлап ҡыҙыҡһынғас, төндә ҡарттың вафат булыуы тураһында хәбәр килеүен еткерҙеләр. Рәлиәнең трубкаһы ҡулынан төшөп китеп, бик оҙаҡ тауыш биреп торҙо: “пип-пип-пип…”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 679

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 050

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 574

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 774

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 667

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 405

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 569