Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡытыусы бәхете
Бөгөн Ғәлиә Әхмәтовнаның көтөп алған, яратҡан байрамы – Белем көнө. Мәктәптә эшләгән йылдарын, уҡыусыларын иҫләп, уйланып ҡына ултыра ине, ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Кем килде икән, моғайын, берәй уҡыусыһылыр. Ҡырҡ йыл буйы мәктәптә эшләп, йөҙәрләгән уҡыусыһы булған хаҡлы ялдағы уҡытыусыны был көндә, ғәҙәттә, ҡотлаусылар күп була торған.

Ишекте асып ебәргәйне, ысынлап та, бынан егерме йыл тирәһе элек мәктәпте тамамлап сыҡҡан Мотаһар баҫып тора, эргәһендә — бер сибәр ҡатын. Ғәлиә Әхмә­товна Мотаһарҙы шунда уҡ таныны, ә эргәһендәге йәш ҡатын­ды сырамыта алманы.

— Минең кәләшем Хәбирә, беҙҙән ике класс түбән уҡығайны, — тине Мотаһар.

— Ә-ә-ә, Хәбирәме ни! Иҫемә төштө, шиғырҙар яҙа тор­ғай­ның. Бер һин яҙған пьеса бу­йын­са спектакль ҡуйған инегеҙ. “Өс мө­йөшлө хаттар” инеме әле? Мота­һар — яугир егет, һин уны көтөп алған ҡыҙ ролен баш­ҡарғайны­ғыҙ. Һеҙҙең дуҫ­лыҡ шунан башланып китте буғай.

— Иҫегеҙҙәме икән, һеҙ миңә: “Хәбирә бигерәк итәғәтле, аҡыл­лы күренә, үҙе сибәр. Күҙ һал әле ошо ҡыҙға”, — тигәйнегеҙ.

— Ә-ә-ә, эйе, эйе, иҫемдә. Мотаһар бәхетле булһын, тигәй­нем шул.

— Илнур исемле улыбыҙ үҫеп килә.

Ғәлиә Әхмәтовна уҡыусыла­рын күреүгә, уларҙың матур ғаи­лә ҡороп, ул үҫтереп йә­шәүҙәренә шат ине. Йәше етмеш­тә булһа ла, еңел кәү­ҙәле, алсаҡ холоҡло уҡытыусы сәй табыны әҙерләй һалды, ҡу­наҡтарҙы өҫтәл янына саҡырҙы. Артабан ихлас һөйлә­шеү табын эргәһендә дауам итте. Әсәйҙәре кеүек күреп ихтирам иткән уҡытыусы менән ҡунаҡ­тар­ҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.

— Мин нефть институтын тамамланым, төҙөлөш начальнигы булып эшләйем, — тине Мотаһар.

— Ә мин һеҙҙең юлды һай­ланым, башҡорт теле уҡытыу­сыһымын, — тине Хәбирә ғо­рур­лыҡ менән. – Һеҙ гел туған те­ле­беҙҙең байлығы, матур­лығы ха­ҡында һөйләй торғай­нығыҙ. Мин дә ғүмеремде туған телебеҙҙе һаҡлауға бағыш­ланым. Иҫегеҙ­ҙәме икән, минең бер шиғырым һеҙгә бик ныҡ оҡшағайны?

— Иҫемдә, әлбиттә,
иҫемдә!
“Ҡулға икмәк тотоп ант
итәбеҙ,
Беҙ торорбоҙ милләт
һағында”, —
тип яҙғайның. Бындай һүҙҙәрҙе онотоу мөмкинме ни?!

Бына мине шатлан­дырҙығыҙ, рәхмәт яуғырҙары. – Ошо тиклем ҡыуаныслы һүҙҙәрҙе ишетеп, ысынлап та, Ғәлиә Әхмәтовнаның күңеле шатлыҡ менән тулды. — Алдағы тормоштарығыҙ ҙа шулай матур булһын.

Утыҙ биш йыл буйы янып-көйөп эшләп йөрөүҙәре, төндәр буйы дәфтәр тикшереп арыу­ҙары, дәрес пландары яҙыуҙары иҫенә төшһә, ошо тиклем йылдар буйы нисек эшләй алдым икән, тип Ғәлиә Әхмәтовна үҙенә үҙе аптырап ҡуя. Әммә уҡытыусының да бәхетле көндәре була шул ул.
Уҡыусыларының үҙ юлдарын табып, бәхетле йәшәүен, иманлы, әҙәпле булыуын күрһә, шул саҡта уҡытыусының да ҡыуа­нысы арта. Ә инде уҡыусы­ларын башҡалар маҡтағанды ишетһә, уларҙың юғары дәрәжә­ләргә күтәрелеүен күрһә, түбәһе күккә тейә яҙа. Әле лә ветеран үҙен бик тә бәхетле хис итте, Мотаһарҙан класташтары ха­ҡын­да һорашты. Шулай һәүе­темсә генә һөйләшеп ултыр­ғанда, Мотаһар һораша ҡуйҙы:
— Иҫегеҙҙәме икән, туғыҙынсы класта уҡығанда һеҙ миңә бер кәңәш биргәйнегеҙ?

– Әллә инде, – тине уҡы­тыу­сы. – Уҡытыусының кәңәш бир­мәгән сағы булмайҙыр ул. Бары­һын да иҫтә тотоп буламы ни?
— Ә мин һеҙҙең ул кәңәше­геҙҙе бер ҡасан да иҫемдән сығарманым.

— А-ба, егерме йыл буйы иҫтә тоторлоҡ ниндәй кәңәш булды икән һуң ул?

Мотаһар, хәтирәләргә бирелеп, эстән генә йылмайып ҡуйҙы ла, һүҙҙе икенсегә бора һалды.

– Бына Хәбирә бер шиғыр яҙ­ғайны, һеҙгә шуны уҡып ишет­терергә теләй.

— Ғәлиә Әхмәтовна, һеҙ үҙ-үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ, тип өйрә­тә инегеҙ. Бер класс сәғә­тендә үҙ-үҙеңде ҡулда тота белеү, ауыр саҡта аптырап ҡаушап ҡалмау, ихтыяр көсө хаҡында һөйләштек. Ҡайттым да ошо шиғырҙы яҙҙым:
Класс сәғәтендә уҡытыусым
Беҙгә йәшәү серен аңлата:
“Бәхет матурҙарҙы түгел,
Бәхет әҙәплене ярата”.
“Иң ҙур еңеү – үҙ-үҙеңде еңеү” —
Шул фекерҙе аңға һеңдерә.
Рухы көслөләргә хас сифатты
Уйландырыу аша белдерә.

— Һин бит, Хәбирә, торғаны менән шағирә, — тине уҡы­тыу­сы, уның яҙғанын хуплап. — Уҡыған сағыңда уҡ яҙыша инең. Ижа­дыңды ташлама! Онотма, үҙе һәләтле уҡытыусы ғына бул­дыҡ­лы уҡыусылар тәр­биәләй ала.

— Эйе, класташтарыбыҙ һы­натмай. Алты йыл буйы уҡытып, беҙгә тормошта дөрөҫ йәшәү юлын өйрәттегеҙ, рәхмәт.

Был саҡлы маҡтау һүҙҙәрен ишетеп: “Ғүмерем бушҡа үтмә­гән икән, илен, ерен, телен һөйгән бер армия булырлыҡ балалар уҡытып сығарғанмын”, — тип уйланы хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Ҡыуанысын нисек аңлатырға белмәй торғанда, Хәбирә уның иңенә матур шәл һалды:
— Беҙҙе иҫләп, ябынып йөрөгөҙ!

Хушлашып, ишеккә йүнәлгәс, Мотаһар сығып китә алмай тапанып торҙо. Тамағына төйөр тығылғандай булып, ыҡ-мыҡ итте, ниһайәт, телгә килде.

— Теге саҡтағы изге кәңә­шегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәм. Ул минең тормошомдо үҙгәртте.
— Ниндәй изге кәңәш, иҫлә­мәйемсе.

— Минең бер ҡырын эште онот­тоғоҙмо ни? Ҡорбан байрамы ине... Дәрестән һуң ҡалып һөйләшеү...

Ошоларҙы әйткәндән һуң Мотаһар башҡаса асылманы. Бары шым ғына өҫтәп ҡуйҙы:
— Шул саҡтан алып мин ул ҡылығымды ташланым, ә теге янсыҡты һаҡлайым.

Ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, Ғәлиә Әхмәтовна уйға ҡалды. Ә-ә-ә, эйе, эйе, иҫләне. Мотаһар үкһеҙ етем бала ине. Класта ваҡ-төйәк әйбер, аҡса, дәфтәр юға­ла башланы. Уҡыусылар: “Беҙ беләбеҙ, был Мотаһарҙың эше, ул урлаша. Әйҙәгеҙ, уның тәр­тибен класс сәғәтендә тикше­рәйек”, – тип әйт­келәй башланы, әммә етем бала­ның күңе­лен аяған уҡытыусы ашыҡ­маны. Былай ҙа күңеле китек үҫмерҙе нисек класташтары хөкөмөнә ҡуйырға? Күңелһеҙ хәл уны яҡшы яҡҡа үҙгәртмәҫ, бары рухын һындырыр. Әҙәбе асылған кеше оятын юғалта, аҙаҡ хая­һыҙға әйләнә. Шулай төрлөһөн уйлап йөрөгәндә, Ҡорбан байрамы килеп етте. Мәсеттән бер төр­көм мөсли­мәләр (дини инәй­ҙәр), ин­тернатҡа килеп, бала­ларға бүләк, күстәнәс тапшырып китте. Уҡытыусының башына: “Ни­ңә әле беҙгә лә аҡса йыйып, үкһеҙ бала­ларға ярҙам ит­мәҫ­кә?” – тигән уй килде. Уйын кол­легаларына әйткәс, ҡаршы килеүсе булманы.

Дәрестәр бөткәс, Ғәлиә Әх­мә­товна Мотаһарға ҡалырға ҡушты. Бына уҡытыусы менән уҡыусы икеһе генә класс бүлмә­һендә. Шелтә һүҙҙәре, әр ише­тергә йыйынып, башын аҫҡа эйгән Мотаһарҙың күҙҙәре уйсанланған.

– Ҡорбан – бик ҙур дини байрам. Уны беҙ, уҡытыусылар ҙа, байрам итәбеҙ. Ошо күркәм ваҡи­ға айҡанлы үкһеҙ етем балаларға бүләктәр ҙә әҙерлә­нек, – тип башланы һүҙен уҡытыусы. – Һиңә лә бүләгебеҙ бар. Ошо янсыҡта – аҡса, уны кәрәк-ярағы­ңа тотон, уҡыу әсбаптары ал. Ә янсығын һаҡ­ла, ул һиңә бәрәкәт килтерер.

Шулай тине лә уҡытыусы аҡса һалынған янсыҡты ни эшләргә белмәй, уңайһыҙланып торған үҫмерҙең ҡулына тот­торҙо. Үҙе һаман сығып китергә ашыҡманы, Мотаһарҙың хәлен һорашты, һүҙ араһында: “Һин математика, физика фәндәре­нән көслөһөң, нефть институтына әҙерлән”, – тип кәңәш бирҙе. Аҙаҡтан: “Теге насар ҡылығыңды ташла, йәме, Мота­һар. Шул холҡоң арҡаһында яман кешеләргә юлығырһың, ә һин бит уҡып кеше булырға тейешһең! Мин һине бик бә­хетле итеп күрәм. Был һөй­лә­шеү икебеҙҙең арала ғына ҡа­лыр”, – тип тә өҫтәне. Инде был хәлгә егерме йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән, оноторлоҡ та шул.

Тулҡынландырғыс кисереш­тәр­ҙән күңеле үҫеп, шатлығы ал­ҡынып торған уҡытыусы ҡу­лы­на ҡәләм алып, көндәлегенә ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйҙы: “Донъя­ла иң ҙур мөғжизә: кеше­нең насар холҡон ташлап, яҡ­шы яҡҡа үҙгәреүе. Ә быға тик изге ниәт, мәрхәмәтлелек, яҡ­шы­лыҡ аша ғына өлгәшеп була”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 650

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 748

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 381

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545