Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмғиәт ҡалыптарымы, әллә шәхси кисерештәрме?!
“Мин – Марат” спектаклен ҡарағандан һуң тыуған уйҙар.

М. Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры репертуарында бик ҡы­ҙыҡлы афиша күҙгә салынды: “Мин – Марат”, ҡуйыусы-режиссеры – Айрат Абушахманов. Календарь формаһындағы анонста Гиппократтан цитата яҙылған: “Ғүмер – ҡыҫҡа, сәнғәт – мәң­гелек, ваҡыт – тиҙ үтеүсән, тәжрибә – алдаусан, хөкөм итеүе – ҡыйын...” Етмәһә, режиссермы, героймы, әллә шул заман рухымы, кемдер: “Һағынып! Көтәм! Үбәм!” – тигән. Нимә хаҡында һуң был саҡырыуҙар? Йәнә лә театрҙың сайтында ла үҙен­сәлекле фекер теркәлгән: “1980 йылдар. Телевизорҙа – Брежнев, илдә – торғонлоҡ. “Ғаилә – йәмғиәт нигеҙе”. Төп герой Марат – ябай совет табибы, намыҫлы эшләй, төнгө дежурлыҡтар ала, тәртипле ғаилә башлығы һәм яҡшы атай, уның ҡатыны – уҡытыусы. Көн һайын бер үк хәл: өй – эш, эш – өй. Барыһы ла шулай барырға тейеш һымаҡ, әммә бер көн уның күнегелгән тормошона мөхәббәт килеп инә!..

Ысынбарлыҡ үҙгәрә, урыны менән ул хатта иллюзияға оҡшап китә. Быларҙың ҡайһыһы ысын икәне аңлашылмай: телевизор, яңылыҡтар, эш, фатир, ғаилә булған ҡәҙимге тормошмо, әллә һөйгәнең менән аҙ ғына ваҡытҡа йәшертен осрашыуҙармы? Ҡайһыһы уның әкиәт һуң?
Тағы ла ул йылдарҙа, нисек кенә сәйер булмаһын, “шәхси тормошҡа йәмәғәтселек хужа була”. Барып ҡарарға кәрәк, шунһыҙ был заман сағылышын, шәхес йәшәйешен көн үҙәгенә ҡуйған әҫәр тураһында фекер йөрөтөп буламы ни?!

Тамаша залына килеп ингәс тә йәлеп итеп торғаны ул театрҙың Кесе залы, үҙе актерҙар уйыны менән бер бөтөн булып, хатта ике рәт сәхнә ролен үтәүе булды. Әйтерһең, беҙ ҙә шул ваҡиғаларҙың шаһиты, бары­һының уртаһында ҡайнайбыҙ. Уҙған быуаттың билдәле йыр­ҙары, көйҙәре, махсус йыһаз, әйберҙәр – бөтәһе лә беҙҙе 80 – 90-сы йылдарға алып ҡайтты. Ностальгия... Шәхсән минең бала саҡ тап шул йылдарҙа үтте. Сервант (уныһы ла һирәк кешеләрҙә генә булды тәүге осорҙа), элекке карауаттар, өҫтәлдәр, әйтерһең, бала сағымдан түгел, ә уҙған ғүмеремдең сағылышы төҫлө тойолдо. Рәссам Альберт Нестеров ижади мөхите арбап алды. Ә Илшат Яхин һайлаған көйҙәр, музыкаль мөхит күңел торошон шул йылдарға алып ҡайтты. Ә унда нимә?

Ә унда беҙҙе ҡәҙимгесә тормош көткән һымаҡ ине лә, әммә тәбиғәте менән полигам зат булараҡ, ир-егет ойоп барған көнитмешен биҙәр кешене таба. Идеаль ғаилә башлығы табип Марат (Илсур Байымов уйнай) “Ашығыс ярҙам” машинаһында дауаханаға эләккән етем ҡыҙ Әлиәгә ғашиҡ була. Бер ҡараһаң, ғашиҡ булыу гонаһмы ни, ти­ерһегеҙ? Ә ғаиләле кеше ғашиҡ булған хәлдә лә үҙ хистәренә ирек ҡуйырға хоҡуҡлымы? Етмәһә, совет дәүләтендә? Етмәһә, алдынғы профессионал? Етмәһә, идеаль ғаилә башлығы?

Хоҡуҡтар... Бурыстар... Тейештәр... Тейеш түгелдәр... Кешенең йөрәген һөйөү уты ялмап алһа, ул аҡылына буйһонамы һуң? Хәйер, ундай хәлдәге әҙәм балаһы аҡылын тыңлар хәлдә булмай шул. Марат та йәш ҡыҙға ғашиҡ булып, бар донъяһын онотоп, өйөнә ҡайтмай башлай, эшендә уның был ҡылығы күҙгә салына, йыйылыштар, тәртип тикшереү...

Әлиә (Лилиә Ғәлина уйнай) образы йәшлек шаталаҡлығы, йәшлек эскерһеҙлеге менән арбай. Әммә героинялар эске кейемдәренә тиклем ҡалып сисенеп бөткәс, эргә-тирәлә ултыр­ған ир-атҡа, өлкән йәштәгеләргә күтәрелеп ҡарарға уңайһыҙ булды.

Юҡ, мин улай кәмселектәр комплексына эйә ауыл балаһы түгел, әммә сәхнә тигәс тә мотлаҡ ярым-шәрә йөрөргә кәрәкмәй бит! Был, бәлки, заман талаптарына ярашлы тамашасыны йәлеп итеү ысулылыр? Хәҙер бит уҡыусы, тыңлаусы, тамашасы ҡыҙыҡлы таба тип, әҫәр ижад иткән кешеләр ниндәй генә ысулдар ҡулланмай. Әммә был бит сәнғәт әҫәре, шуға күрә уның маҡсаты фекер уятыу, тетрәндереү, таҙартыуҙан тыш, тәрбиәләү ҙә булырға тейеш! Тамашасыға оҡшай икән тип, беҙ XXI быуатҡа килеп еткән кешелек цивили­зацияһының мәҙәни кимәле, зауығы хаҡында ла онотоп ебәрергә тейеш түгелбеҙ! Һәр хәлдә бына ошолар хаҡында уйланырға мәжбүр итә был сәхнә әҫәре. Ир менән ҡатын араһын­дағы яҡын­лыҡты күрһәтеү өсөн мотлаҡ шәрә ҡалыу эпизодтары ҡул­ланылырға тейешме? Эйе, был тәбиғи хәл, әммә бөтә тәби­ғилекте нисек бар, шул сүрәттә сәхнәгә сығырыу кәрәкме? Етмәһә, яйлап сисендереү. Был осраҡта мин һорау ҡуям. Режиссерға ғына түгел, ә үҙемә лә: бәлки, мин театр сәнғәтен дөрөҫ аңлап етмәйемдер?

Ир-ат “һунарсы” затынан, тинек. Баҡтиһәң, Мараттың был ҡылығы башҡа ирҙәргә лә ят түгел икән дәбаһа! Виктор Андреевич Теплыхтың да (Артур Ҡунаҡбаев уйнай) башынан үткән был хәлдәр. Ә ҡатындар һәр ваҡыттағыса көтә: Эльвира ла (Гөлназ Хайсарова уйнай), Маргарита Эрнест ҡыҙы ла (Римма Ҡаһарманова уйнай). Эльвира образындағы күңел үҫеше йәлеп итә, әлбиттә. Ул тормошто нисек бар шулай ҡабул итә: башта хәбәргә ышанмай, сәсен йолҡоп илай, ирҙең ҡайтыуын үтенә, һөйәркәне һүгә, ә инде аҙаҡ...

Хәйер, һәр ғаилә үткән һынау этабы, айырма шунда ғына: кемдәрҙер ошонан һуң да бергә ҡала, уртаҡ тормош менән йәшәй, икенселәр өйҙәге сүпте тышҡа сығара, өсөнсөләр ғүмерлеккә айырылыша. Классик әйткәнсә, бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, бәхетһеҙҙәре үҙенсә бәхетһеҙ. Совет осоро идеоло­гияһы йоғонтоһо: Эльвира иренең был ҡылығын партия йыйылышына ҡуя!.. Ә ни өсөн улай эшләмәһен ти: һуң партия бит үҙе, ғаилә – йәмғиәттең ячейкаһы, тине.

Быуаттар буйы дауам иткән шәхес һәм йәмғиәт, власть һәм кеше көрәше! Бәндәләр ғүмер баҡый үҙенең үҙенсәлеген, ҡабатланмаҫ зат икәнен раҫларға тырыша. Кешегә фекерләү менән бергә илаһи тойғолар ҙа бирелә. Нимәһе өҫтөнлөк итергә тейеш?

Быныһын инде һәр кем үҙе хәл итә. Беҙ әҙәм балаһын тап теге йәки был юлды һайлағаны өсөн маҡтай йәки ғәйепләй алабыҙмы? Бер ҡараһаң, юҡ! Икенсе яҡтан, әгәр һин ошо йәмғиәттә йәшәйһең икән, бер нисек тә ундағы тәртиптәрҙе инҡар итә алмайһың!

Ҡатындарҙың Ерҙәге бурысы нимәлә һуң? Уларҙың яҙмышы тап ошо сәхнә әҫәрендә күр­һәтелгәнсәме? Борон заман­дарҙан, таш быуаттан, мәмерйә осоронан алып шулай килә: гүзәл зат һунарҙан ҡайтырға тейешле ирен көтә... Уның бурысы шулай, әммә Аллаһ Тәғәлә кешегә һайлау мөмкинлеген биргән. Ир алдаша, фатирының ҡайһы яҡта икәнен дә белмәй, әммә уға әле ошо тормош ҡыҙыҡлы. Тик партия бындай аҙымға юл ҡуя буламы? Кучуков (Морат Рафиҡов уйнай) уны утлы табала бейетә.

Партия органдары элек прокурорҙан һис кәм булмаған. Был – заман һулышы, идеология фекере... Эйе, юҡ инде, “йәм­ғиәттең ячейкаһы булған ғаилә” ҡара таплы булырға тейеш түгел. Һөҙөмтәлә, ир – урам буйында. Дуҫтар, эскелек. Альберт (Азат Вәлитов уйнай) менән улар бөтә билдәһеҙлекте, бөтә проблема­ларҙы шешә төбөнә һалып ҡуйырға булды. Тик тормош былай ҙа бармай. Инде Мараттан бала тапҡан Әлиә уны эҙләй, мөхәббәтен, үҙ-ара мөнәсәбәт­тәрен һаҡлап ҡалырға теләй.

Ә Лена (Юлиә Ғәләүетдинова уйнай) ҡатын-ҡыҙ затынан булһа ла, ике яҡта тормош алып барған табип Маратты һатмай. Дөрөҫ позиция: кешеләрҙең, бигерәк тә ир менән ҡатындың араһына ҡыҫылма, тиҙәр бит. Ваҡыт үтә, улар аңлаша, яраша, ә һин – ҡыҫылған кеше – дөрөҫ кәңәш бирмәгәнһең, яңылыш фекер әйткәнһең, ҡыҫҡаһы – һин ғәйепле!

Сания инәй (Гүзәл Маликова уйнай) образы нимәгә кәрәк булды икән был спектаклдә, тигән фекер уянды. Ул бит өҙөп кенә ғаиләне яҡлап, аҡылыңа таян, тигән һүҙ ҙә әйтмәне, йә булмаһа, мөхәббәтеңде, бөгөнгө тойғоңдо юғалтма, тип иҫкәртмәне? Ә, бәлки, махсус рәүештә сәхнә әҫәре үҙе үк тамашасыны ана шундай икеле уйҙар менән сы­ғарыуҙы маҡсат итеп ҡуйғандыр? Һорауҙар, һорауҙар, һорауҙар... Тойғо юҡ. Ҡабул итеүе ауыр булды был тамашаны, әммә ул күпме фекер, уйланыуға этәрҙе. Сәнғәт әҫәренең төп маҡсаты ла шул түгелме икән? Исеменә ҡарағанда, ул бит кешенең шәхесен, уның кисерештәрен алға ҡуйырға тейеш ине кеүек...

Был – Айрат Абушахмановтың ҡуйған сәхнә әҫәре. Дөрөҫөн әйткәндә, ул – башҡорт сәх­нәһендә генә түгел, хәҙер төрки донъяһында иң шәп режис­серҙарҙың береһе. Һәр тамашаһы әсир итә. Ә бына быныһы күңелдән бигерәк аҡылды эшкә екте! Ошо инеме маҡсатың, режиссер?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566