Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт...
Бай тарихы, үҙ йөҙө, тамашасыһы булған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының республикабыҙ сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Айырыуса халыҡсанлығы менән абруй, хөрмәт, һөйөү ҡаҙанған ул. Олпат тарихына күҙ һалғанда, театрҙа заманында әллә күпме сәнғәт оҫтаһы хеҙмәт иткән, күптәре мәртәбәле исемдәргә лайыҡ булған.

Ҡалала актерҙар йәшәгән йорт бар, ул В. Маяковский урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханова әйтеүенсә, ул, 2015 йыл Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгәс, халыҡтан ҡултамға йыйып, ҡасандыр Сибай театрының йөҙөк ҡашы булған артистар йәшәгән ошо йортҡа таҡтаташ ҡуйҙыртыу маҡсатында эш башлай. Әммә етәкселектә уның тауышын ишетеүсе табылмай.

Өҫтәүенә йорт иҫке. Заманында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, уның ата-әсәһе – Башҡортостандың халыҡ артистары Шәмсинур Сиражетдинова менән Закирйән Ханов, Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмзә Ҡурсаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәзинә Ҡаһарманова, Башҡортостандың халыҡ артисы Мулланур Ниғмәтуллин, Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғәйфулла Сарбаев, атаҡлы ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, БАССР-ҙың атҡаҙанған артистары Йәмилә Абитаева, Мөнирә Әхмәтғәлиева, Кифая Хәбибуллина һәм башҡалар йәшәгән һәм ижад иткән йорт оло хөрмәткә лайыҡ түгелме ни?

Уға ағымдағы Театр йылында, бәлки, иғтибар күрһәтелер: төҙөкләндерелер һәм ошонда ғүмер кисергән артистарҙың исеме яҙылған таҡтаташ ҡуйылыр?


Автор: К. ИШБУЛДИНА.
Фото: Автор фотоһы.
Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Альниса алдырханова-Каримова
    Альниса алдырханова-Каримова от 20.01.2019, 20:53
    Эйе, мәҙәниәт йылында ҡултамғалар йыйып, Сибай драма театрына беренсе нигеҙ һалыусы данлы артистарыбыҙға таҡтаташ ҡуйҙырыу өсөн етәкселәр тупһаһын күп тапаным, мәҙәниәт министры алтынбаевҡа, хатта Башҡортостаныбыҙ башлығы Рөстәм Зәки улына ла хаттар яҙып ҡараным, яуап хаттары килде, тик улар "эт эткә эт ҡойроғона"тигәндәй бер-береһенә һылтанып эште туҡтаттылар. Ҡалалағылар Әлнисәнең йорто емерек бит, шуға фатир өсөн йүгерә тигән мыҫҡыллы һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килде. Эйе, мин йәшәгән йорт элек актерҙар йорто тип йөрөтөлгән, хатта ҡалала был йортто белмәйҙәр ҙә. Театрға нигеҙ һалыусы ун ике артист ошо йортта йәшәгән (беҙҙең ике ҡатлы йортта ун ике фатир, һәр береһендә атҡаҙанған артистар йәшәгән), миңә күптәре менән күрешеп аралашыу бәхете тәтене. Беҙ иһә данлы ҡурайсы Ишмулла Длмөхәмәтовтың әсәһе актриса Йәмилә Абитаева йәшәгән фатирҙа йәшәйбеҙ. Кәримә Усманова яҙған мәҡәләлә мин биргән данлы артистарҙың исемдәре телгә алынды. Исмаһам, быйылғы театр йылында таҡтаташ ҡуйҙыртырға ине лә, тик был йорт хәҙер инде емерек хәлдә, артистарҙың , театр хеҙмәткәрҙәренең туғандары йәшәй, йылына һәр өйҙә бер нисә тапҡыр түбәнән емеректәр, торбалары шарлауҙары һ.б. борсоуҙар кисерә был йорт. Ошондай емеректе күреп , гүйә артистарҙың йөрәге һыҡтай.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573