Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыңланым тау түбәһендә тынлыҡты көпә-көндөҙ...
Тыңланым тау түбәһендә тынлыҡты көпә-көндөҙ...Бәхтейәр

Әрем

Тыуған өйҙөң урынында
Башын эйә күк әрем.
Ул әле баш эймәҫ борон
Бында башым күтәрҙем.

Анау сөрөк ятҡан ерҙә
Тора ине утъяҡҡыс.
Шул сөрөктән йөрәгемдә
Уяныр һымаҡ ялҡын.

Тимәк, кибеп бөтмәгәндер
Тамырҙарымдың һуты.
Бында ҡабынған йән-усаҡ
Хәҙер ҙә, тимәк, утлы.

Тимәк, ғүмер аҙағынаса
Башым эймәй йәшәрмен.
Ә баш эйер сағым етһә,
Баш күтәрер йәш әрем.

Диоген һымаҡ

Күпме мөмкин аунап ятыу
Өйөм — мискәлә?
Кеше эҙләп сығып китәм —
Етте миңә лә!

Тотоп алдым ыҫмаланған
Күҫәктәй сыраҡ —
Сыраҡ менән ҡояшлы көн
Була яҡтыраҡ.

Киттем шау-шыулы урамдан
Атлап-һеңгәҙәп.
Һарыҡтармы тиһәм, күрәм —
Мыжғый мең әҙәм.

Маңлайҙарға маңлай менән
Төкөйҙәр, килеп.
Ҡартмы, йәшме, — юҡ күҙгә лә
Бер-берен элеү.

Яндырып, күҫәк ҙурлығы
Сыраҡ тотҡандар —
Улар ҙа кеше эҙләргә,
Баҡһаң, сыҡҡандар.

* * *
Ғибрәтең күп һинең, эй шиғриәт!
Мәңге дауам итер тамашаң:
Фәҡирлектә шағир йән биргәндә,
Хандар шиғыр ялғап маташҡан...

Әйҙә, улар шағир булалмаҫтай,
Шағирға ла тәхет яҙмаһын! —
Шул көндә үк ярлы-ябағаға
Елгәрер бит дәүләт ҡаҙнаһын.

Урал — Арал

Ауырлы йылҡы малылай,
Ҡарынҡайын ҡабартып,
Талғын үтә яңғыҙ болот
Урал — Арал араһын.

Гел тулғаҡлы күңелем дә
Шул болот кеүек ауыр.
Тау-далаға яумай бары
Йәшерен һыҡтауҙарым...

Күҙ алдыма килеп баҫа
Борон-боронғо Ватан.
Тарта уға, заман еле
Иҫһә лә ҡайһы яҡтан.

Әйтерһең дә, ҡасҡалаҡ мал —
Ара тимәй, һаман да
Уралда тулған күңелем
Ҡолонламаҡ Аралда.

Уҙһа ла ғүмер

Ул тауҙарҙан түбән йөҙөр
Күләгәһе болоттоң.
Илаһтарға Олимп* булһа,
Музаларға — Геликон*.

Илаһтарҙың тәғәмдәре
Хуш еҫле амброзия.
Музалар ҙа астан үлмәҫ —
Улар өсөн борсолма.

Уҙһа ла ғүмер, маңлайҙан
Аҫтараҡ йөҙһөн хәсрәт:
Кәкре мөрйә ҡыйыш донъям
Китмәгәйеме сәсрәп!..

Геликонға юл табылмай,
Менерлек түгел Олимп.
Барыбер йән күккә һөйрәй
Тыуа-тыуғандан алып.

Барыбер ҙә донъя ҡыуып
Ғүмеркәйҙәр уҙалар...
Илаһтар ҡарай Олимптан,
Геликондан — музалар.

Йөрәк һүҙе

Тыңланым тау түбәһендә
Тынлыҡты көпә-көндөҙ.
Ундай тынлыҡ алдында мин
Һәр ваҡыт ҡалам өнһөҙ.

Селек һынһа, тауыш китер
Ян-яҡҡа шартлау булып.
Ымлап сәләм күндергәндәй
Йөҙөп үтте аҡ болот.

Йәндә изге эштәр өсөн
Әҙерлек булһа әгәр,
Ишетелер хәҙер күктән
Илаһи бөйөк хәбәр.

Тәрән тынлыҡ... Асылманы,
Ярылманы күк йөҙө.
Еткермәне һис бер ауаз
Өҙөлөп көткән һүҙҙе.

Сәнсеп ҡуйҙы үтәләйгә
Сатнарға әҙер күкрәк.
Йөрәгемдән зарығыуҙар
Аштылар аяҙ күккә...

Өлгөрмәнем аңларға ла
Үҙемде шул саҡ үҙем:
Ишеткән кеүек тойолдо
Күк, тетрәп, йөрәк һүҙен.

* * *
Ниндәй елдә шаулайһың һин,
Ғәзиз урманым?
Һинең йомшаҡ тауышыңды
Тыңлап туйманым.

Нисек аға төпкөлөңдә
Йүгерек шишмә?
Кемгә һөйләй эс серҙәрен,
Кемдәр ишетә?

Мин үткәйнем һинең аша —
Бер сабый ғына —
Ҡулым саҡ-саҡ еткән саҡта
Әсәй ҡулына...

Мин алыҫта хәҙер һинән,
Күптән ҙур үҫтем.
Улай ғына түгел, хатта
Хәтһеҙ бирештем.

Юҡ шул инде тотонорға
Әсәйҙең ҡулы.
Эҙләһәм дә, таба алмам
Донъяла уны.

Аһ, үҙем бит уға аҙаҡ
Терәк булманым!..
Ниндәй елдә шаулайһың һин,
Ғәзиз урманым?

Үтте болот

Үтте болот кешнәп-күкрәп,
Саҡма итеп тояғын.
Үтте! —
Яуып өлгөрмәне
Яуа-ҡояһыларын.

Үтте!
Форсат бирмәне ел
Һуғарырға донъяны.
Туйманы болот уйнаҡлап,
Тайҙай тулап туйманы!

Мөлдөрәмә ине болот —
Ауыр ине күкрәге.
Үтте!
Йән ярһытты ғына
Яуынһыҙ күкрәүҙәре.

Үтте болот, алыҫайҙы
Әрнеүҙәрен йәшереп...
Күкрәүҙәре тынғанда ла
Ялтлай һаман йәшене.

—————
*Олимп, Геликон — грек мифологияһында илаһтар һәм музалар йәшәгән тауҙар исемдәре




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572