Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Минең бер кем алдында ла ғәйебем юҡ...”

“Биғылый” премьераһы тамашасыны тетрәндерҙе.

Тормош ауыр, яҙмыш күтәрә алмаҫлыҡ, тип зарланабыҙ. Ғәмәлдә шул яҙмышты, йәшәйеште үҙебеҙ яҙабыҙ түгелме ни?! Бер-беребеҙ өсөн дә... Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрындағы премьеранан һуң күңелдә ошондай уйҙар ярала. Бер әсирҙең — ябай һалдаттың әсе яҙмышында шәхестең генә түгел, тотош кешелектең трагедияһы сағыла.

Спартак Ильясовтың “Биғылый” романы донъя күргәс, башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡтар уны шунда уҡ күтәреп алды. Һутлы тел менән мауыҡтырғыс итеп яҙылған был әҫәр — һуғыш, күңел азатлығы темаһына яңы күҙлектән бағыу, минеңсә. Һуғышта әсирлеккә эләгеп, ошо арҡала үҙ илендә лә ситкә тибелеп, ғүмеренең һуңғы секундына тиклем ҡасып йөрөргә мәжбүр булған Биктимер Йомағолов тураһында тет­рәнмәй уҡыу мөмкин түгел.

Ә бына ошо әҫәр буйынса (“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Бәләкәй Тыуған ил мәҙәниәте” проекты сиктәрендә) ҡуйылған спектакль (режиссеры – Айрат Абушахманов, сценарий авторы – Гүзәл Ғәлиева) геройҙар күңеленә, ваҡиғалар ағышына тәрә­нерәк үтеп инергә ярҙам итте.
Роман менән таныш булмаған тамашасы башта урманда януар тиреһенә ябынып йөрөгән ҙур кәүҙәле Биғылыйҙы ниндәйҙер ғифрит менән дә сағыштырып ҡуйғандыр (көсөр­гәнеш тыуҙырыу алымы ла ярҙам итмәй ҡалманы һымаҡ). Әммә бында күңелгә орлоҡ ҡына һалына, спектаклде ҡарай-ҡарай, шул йөнтәҫ кейемле кешенең күңелендә тамсылай яуызлыҡ, бер кем алдында ла ғәйебе юҡ икәнлегенә инанаһың. Улай ғына ла түгел, кешеләр, тотош ҡоролош, киреһенсә, уға ҡарата баш китерлек яуызлыҡ ҡылған икән дә!

Башта һуғыш юлы үткән атаһын “сәйәси дошман” тип иғлан итәләр. Аҙаҡ иһә тормош михнәттәрен үҙенә лә татырға тура килә йәш егеткә. Ғағауыз ҡыҙына ғашиҡ булғас, уны үҙе менән алып ҡайтырға күпме генә уҡталмаһын, йәмғиәт ҡанундары ике йәш йөрәккә ҡауышырға ирек бирмәй: паспорт юҡ, хәрби хәл...

Тик Биғылыйҙың михнәттәре башланып ҡына тора икән әле. Һуғыш бәрелештәрендә әсирлеккә эләгә, унан ҡасыу юлын таба ла бит, тик үҙебеҙҙәге әсирлектә лә шул уҡ хәл. “...80 грамм икмәк – шыр ағас оно. Һеҙ аслыҡ кисергәнегеҙ бармы? Аслыҡ ул – тойғо, булмыш! Аслыҡтан ашҡаҙан ғына интекмәй...” – геройҙың был монологын тыныс ҡына тыңлай алмайһың һәм уның ҡайһы илдәге әсирлеккә бәйле икәнлеге лә мөһим түгел. Кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәте – бына хикмәт нимәлә! “Һауыттары булмағандар ботинкаларына һалдырып алдылар. Әҙ генә булһа ла ашап ҡалайыҡ тиһәң, башҡа сара юҡ...”

Әҙәм балаһы барыһына ла күнегә, түҙә, Биғылый ҙа күтәрә был мих­нәттәрҙе. Уны ошо әсирлектән ҡасырға ла бит ауырлыҡ түгел, ә башҡа сәбәп этәрә: азатлыҡты һөйгән Урал балаһы “концлагерь ҙа, зона ла түгел” ғәзиз урмандарына килеп эләккәс, әсәһен, һеңлеһен, ҡустыһын күрәм тип хыялланып ҡаса. Тик яҡындарының барыһы ла гүр эйәһе шул, туғандары ла, һөйгән ҡыҙы ла фашист афәтендә үлә. “Эй, Хоҙайым, ниңә ул тиклем ҡайғыларҙы бер ғаиләгә өҫтәйһең дә өҫтәйһең?!” – тип мөрәжәғәт итә Биктимер был мәлдә. Тик бер ғаилә тарихына меңдәрсә ғаилә яҙмышы ауаздаш. Ә шулай ҙа... өмөт йәшәтә кешене. Биғылыйҙың да ҡарурманда – был донъяла үҙ-үҙе менән генә ҡалғанда ла өмөтө бар. Кешеләр араһында ла яуыздарҙан барыбер изгеләр күберәк – кемдер һуңғы икмәген бирә, кемдер үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ярҙам итә...

Тетрәндергес спектакль, тарихҡа башҡа күҙлектән бағыу. Шул уҡ ваҡытта уның бөгөнгө көнгә ауаз­дашлығы хаҡында ла оноторға ярамай. Һаман да Биғылый менән урманда аралашҡан яугир һымаҡ, киҫелгән аяғыңдың юҡлығын иҫбат­лап, белешмә юлларға, мәғәнәһеҙ түләүҙәр индерергә кәрәкмәйме ни?! Бөгөнгө заман тигәндән, геройҙың һүҙҙәре йәнә иҫкә төшә: “Кешеләр, илдәр һуғышһыҙ ғына йәшәй алмаймы ни?.. Мин ғаиләм өсөн көнө-төнө эшләр инем. Ә ул бер ҡасан да бошонмаҫ, һәр саҡ күңелле, барлыҡ тирә-яҡҡа сафлыҡ таратып, тормо­шобоҙҙо биҙәп, миңә иң ҙур таяныс, ҡыуаныс булып торор ине. Беҙ бер ваҡытта ла асыуланышмаҫ инек!” Эйе, ҡәһәрле һуғыш булмаһа, ниндәй бәхетле булыр ине шул дәүер ғаиләләре.

Ә беҙ тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләбеҙме һуң? Һәр хәлдә Стәрлета­маҡта ғына, мәҫәлән, бер аҙнала егерме ете никах теркәлгән, ә егерме пар тарҡалған...

Был һығымтаға персонаждарҙың телмәрен тыңлап ҡына килмәйһең, әлбиттә. Һәр хәрәкәт, деталь, ым-ишара хәҡиҡәтте һөйләй. Режиссер ҡорған сәхнә күренештәре иҫ китмәле. Спектакль өс сәхнәлә барҙы. Беренсе сәхнәлә төп ваҡиғалар бара. Залдың һул һәм уң яғында ла ваҡиғаларҙы күҙ алдына тулыһынса баҫтырырлыҡ эпизодтар алмашынып тора. Алға ҡарайһың: Биктимерҙәр һөжүмгә ташлана, секунд эсендә һул сәхнәлә немец офицерының һорау алған тауышы яңғырай, уңда – беҙҙекеләр. Йә иһә береһендә геройҙың әсәһе көйләй, икенсеһендә һеңлеһенең ҡәбер ташы күҙгә ташлана. Окоп ситтәренән сәхнә геройҙары үҙҙәре үк уйнай-уйнай бураҙналар эшләп ҡуя – барыһы ла режиссерҙың ижади уңышы. Иманым камил: һәр тамашасы “ваҡиғаларҙың” уртаһында тойҙо үҙен.

“3D” алымына тартым табыш был. Ошо күренеште үҙең татыуы ифрат үҙенсәлекле икән. Шул уҡ ваҡытта тамашасының уйҙары декорация­ларға күмелеп ташланмай. Баҙ, фонарь, поезд-бура һәм шуға илткән аҡ орлоҡ сәселгән өмөт бураҙналы юл-баҫыу... Бына ошо ябай ғына күренештәргә лә күпме мәғәнә һа­лынған. “Минимализм”дың уңышы­лыр был.

Әммә режиссерҙың новаторлығы ошондай үҙенсәлектәрҙә генә са­ғылмай. Проза әҫәрен сәхнәгә сы­ғарыу һәр саҡ уңышлы килеп сыҡмай, ә бында иһә, киреһенсә, романға яңынан бағаһың, Биғылыйҙың эске тауышы булып яңғыраған монологтар ҙа килешле, һәммәһе лә урынлы.

Ә актерҙар һуң, актерҙар! Илнур Атйетәров, Азат Вәлитов, Зиләрә Юлтаева, Марат Зөбәйеров, Револь Ғималов, Илфир Баймырҙин, Ләйсән Кәримова, Рәсил Сынбулатов, Әлиә Зарипова, Айһылыу Фазылова, Нурзиҙә Сәлимгәрәева – һәммәһенең оҫта уйнауы һоҡландыра. Юҡ, бында уларҙың образ тыуҙырыу һәләте хаҡында ғына әйтмәйем. Бит сәхнәлә нисәмә персонаж пәйҙә булды, ә спектаклдә ҡатнашҡан актерҙарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бер үк тамашала йә йәлләт булып килеп сығыу, йә, киреһенсә, изге йәнле кешене кәүҙәләндереү еңелдән тү­гелдер, сөнки тышҡы ҡиәфәт менән бер юлы эске донъяла ла “костюмды алмаштырырға” кәрәк бит әле! Немец телендәге текст, өс ерҙә барған күренештәр һәм башҡалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Башҡорт сәнғәтен шаулатҡан спектакль был, минеңсә. Ижади труп­паның Театр йылын нәҡ ошо тамаша менән асырға ниәтләүе лә осраҡлы түгелдер. Ябай тамашасы фекерен генә түгел, театр белгестәренең дә матур-матур һүҙҙәрен ишетербеҙ әле был спектакль хаҡында.
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе эшмәкәр­леге тураһында артабан да йылы һүҙҙәр булыр, сөнки учреждениела гөрләп барған тамашаларға битараф ҡалыу мөмкин түгел. Театр ҙа, филармония ла бер-бер артлы премьера артынан премьера менән ҡы­уандырып тора.

Әле генә Башҡортос­таныбыҙҙың, милли театр сәнғәтенең тарихын сағылдырған “Ашҡаҙар” спектаклен ҡарап ҡыуанғайныҡ. Филармония Башҡортостаныбыҙҙың тәби­ғәтен, унда йәшәгән халыҡтың күңел донъяһын күрһәтеп, “Урал легендалары” исемле мюзикл да әҙерләгән. Былар әле һуңғы осорҙағылары ғына.

Шуныһын да әйтергә кәрәк, театр-концерт берләшмәһе тамашасы йыям тип, көлкөгә ҡоролған еңел-елпе әҫәрҙәр артынан ҡыумай, етди проекттар өҫтөндә эшләй. Спектакль-концерттарҙа әленән-әле тетрән­дергес яҙмыштар, эске торошобоҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ сағылып тора. “Биғылый”ға әйләнеп ҡайтҡанда, уның да, халыҡ яратып өлгөргән башҡа спектаклдәр һымаҡ, театрҙың алтын фондына инеренә шик юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566