Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таймаҫтағы парнас гөрләне

Шағирәне тыуған яғында тәбрикләнеләр.

Юҡҡа ғына Таймаҫ ауылының исеме “парнас” һүҙе менән ауаздаш түгелдер. Көйөргәҙе районының үркәс-үркәс тауҙар төбәге – башҡорт әҙәбиәтенә һиҙелерлек өлөш индергән күп әҙиптәрҙең тыуған ере. Баязит Бикбай, Рәшит Солтангәрәев, Тимер Ниәтшин, Зөһрә Ҡотлогилдина, Миңлегөл Хисамоваларҙы телгә алыу ҙа етә.

Башҡортостандың әҙәбиәт һөйөү­се­ләре яҙыусыларҙы яҡындан күреп, аралашып алырға ярата. Күп­тән түгел Таймаҫ ауылының мә­ҙәниәт йортона тирә-яҡтағы ауыл­дар­ҙан, район үҙәгенән осрашыу кисә­һенә йыйылдылар. Кисәнең ху­жабикәһе был юлы үҙенең 70 йәшен тултырған шағирә Миңлегөл Хисамова ине.
Шығырым тулы залда шиғыр яңғырай:
...Сит-ят ерҙе урап ҡайтам,
Һағынып үҙ яғымды,
Йырҙарымдың иң моңлоһо
Тыуған ерҙә табылды.
Үҙ төйәгем кешеләре
Мәрхәмәтле, яғымлы.
Илһамымдың аҡ ҡанаты
Ошо ерҙә ҡағынды...

Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында тыуған Миңлегөл Сәлим­йән ҡыҙы Хисамова – Рәсәй Феде­ра­ция­һының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, мәғариф ветераны, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, тиҫтәнән ашыу шиғри йыйынтыҡ авторы. Ул ғүмерен уҡытыусы, тәрбиәсе булыуға арна­ған. Шуға ла шиғырҙарында, һәр остаз кеүек, барыбыҙҙы ла намыҫ­лы, итәғәтле, сабыр булырға өндәй.

Үҙенсәлекле моңға эйә шағирәне ғүмер байрамы менән ҡотларға яҡташтары, ауылдаштары, Көйөр­гәҙе районы хакимиәтенән, мәҙәниәт бүлегенән яуаплы хеҙмәткәрҙәр һәм Өфөнән ижадташтары килде. Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, прозаик, драматург Таңсулпан Ғарипова ҡотлау һүҙҙәренә, баш­ҡорт халыҡ йырын ҡушып, кисәне йәмләне. Шулай уҡ яҙыусылар – Миңлегөл Хисамованың бер туған апаһы шағирә, публицист Зөһрә Ҡотлогилдина, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, шағирә, драматург Лилиә Һаҡмар, журналист, шағир Нияз Мәһәҙиев әҙибәнең моңло ижадына баһа бирҙе, Башҡортостандың бар яҙыусылары исеменән тәбрикләне.

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Азат Ҡотләхмәтов, Таймаҫ ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Юлдыбаев, Рәшит Солтангәрәевтең туғаны, Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы Хәҙисә Кинйә­баева юбилярға изге теләктәрен еткерҙе. Ә райондың мәҙәниәт бүлегенән йырсылар Азамат Туйгилдин, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Венера Усманова, Айҙар Хөснөтдинов, Йәмилә Рамаҙанова, Мәүсилә Исмәғилева, Рәсимә Сафиуллина, район мәҙәниәт йортоноң “Етегән” халыҡ йыр ансамбле (етәксеһе В. Усманова), бейеүселәр Татьяна Исҡужина, Аделина Үтәгәновалар йырлы-моңло күстәнәс өләште.

Сығыш яһаусыларға Таймаҫ урта мәктәбе директоры, мәктәп уҡыу­сы­лары, ябай ауыл эшсәндәре – хеҙмәт ветерандары, ауыл старос­таһы, туғандары ла ҡушылды. Яҡташтары Байрамғәли Абдрахманов, Нәжидә Хафизова, Рәҡит Ҡотлогидин, Фәнүзә Сарбаева, Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия директоры Гүзәл Усманова һәм уҡыусылар шағирәнең балалыҡ йылдарын иҫкә алды, шиғырҙарын һөйләне. Ауылдаштары, класташтары – Хәлимә Аҡсу­рина, Зәлифә Исмәғилева яҙыусыға тыуған ҡырҙарында үҫкән бойҙайҙан бешерелгән ҡалас та бүләк итте. Барыһы ла Миңлегөл Хисамованың кешелекле, йомарт, ихлас булыуын һәм тормош һынауҙары алдында саф күңел, рух ныҡлығы менән ижадына тоғро ҡалыуын билдәләне, уға сәлә­мәтлек, яңы үрҙәр теләне. “Бәхетле әсә, өләсәй, оло йөрәкле, кеселекле, сабыр холоҡло, ябай һәм изге йәнле шағирәбеҙҙең шиғырҙарында мө­хәббәт, кешелек, намыҫ төп урын алған. Һеҙҙе Ялсыҡай ауылы халҡы бик тә ихтирам итә. Беҙҙе ижадығыҙ менән ҡыуандырып, балаларығыҙға, ейән­дәрегеҙгә, туғандарығыҙға терәк-таяныс булып оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Беҙ – яҙыусыны, яҙыусы беҙҙе данлай. Әҙәбиәт әһелдәре бәләкәй генә ауылыбыҙҙың данын бар донъяға тарата бит!” – тине көйөргәҙеләр.

Өфөнән килгән ҡунаҡтар Таймаҫ мәктәбендә Рәшит Солтангәрәев исемендәге музейҙы ҡараны. Ниндәй генә экспонаттар йыйыл­маған бында! Хатта ҡәләм, ручкалар, саҡырыу ҡағыҙҙары ла юғал­маған. Әҫәрҙәргә ҡарата яҙылған сикһеҙ һоҡланыу һүҙҙәре уларҙың яҡташ яҙыусыларҙы нисек ҡәҙер­ләү­ҙәрен раҫлай.

Шик юҡ, әгәр ҙә тыуған ерендә ижадсыны данға күмәләр, әленән-әле юбилейҙарын үткәреп торалар икән, был халыҡ араһынан килә­сәктә лә бик күп һәләтлеләр тыуа­саҡ, улар тыуған яғын данлаясаҡ, тимәк, ауыл да йәшәйәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566