Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен.

Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның сираттағы “Бетеү” исемле йыйынтығында повестар, хикәйәләр һәм эсселар тупланған. Әҙибәнең был китабын да әҙәбиәт һөйөүселәр бик йылы ҡабул итте. Ошо уңайҙан Гөлшат Фәйзи ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Һәләт тота килеп бар­лыҡ­ҡа килмәй. Моғайын, һеҙ­ҙең затта ла яҙыуға маһир кешеләр булғандыр...
— Ғөмүмән, әсәйем менән атайым яғынан да бәйет, шиғыр йә булмаһа мөнәжәт сығармаған берәүҙе лә белмәйем. Уҡы­мыш­лы, дини кешеләр булған олатай-өләсәйҙәрем. Хатта араларында ишан менән суфый ҙа бар. Һәр береһе донъяуи ижадҡа ла яҡын. Исмәғил ишан, Вәли су­фый хаҡында күптәр хәбәр­ҙарҙыр, улар ике туған олатайҙарым.

Атайымдың атаһы Ғариф хәҙ­рәт Баймаҡ районының Иҫән ауылында арҙаҡлы мулла ғына булмаған, сирлеләрҙе лә дауа­лаған, мөнәжәттәр ҙә ижад иткән. Мәжит Ғафури менән яҡындан аралашҡан, был хаҡта Иҫән ауылы аҡһаҡалы, педагогия хеҙмәте ветераны Зөлҡәрнәй апа һөй­ләгәйне. Ҡартәсәйем Гөлзәғифә — Сыңғыҙ ауылынан, бында уларҙың ғаиләһе Ҡазан тарафтарынан күсеп килгән. Бик үткер, егәрле ҡартәсәйем йырға һәм таҡмаҡҡа оҫта булған. Әсәйем­дең атаһы Ҡорманғәле олатайым бәйет һәм шиғырҙар яҙа ине, бәйеттәре “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығында донъя күргән.

Ә Ғәлиә өләсәйем ғибрәтле хикәйәт һәм таҡмаҡтарҙы эш ара­һында беҙҙең күңелгә һең­дерә барҙы. Иҫ китмәле матур күңелле кеше, ауылда уны бөгөн дә әүлиә инәй тип хәтерләйҙәр. Ҡорманғәле олатайымдың әсәһе Факиһа өләсәйем дә оҫта хикәйәтсе булды, уны тирә-яҡ ауылдарҙан әкиәт һөйләтергә килеп алғандарын хәтерләйем. Әкиәттәре бик оҙон, өс-дүрт кискә һуҙылыр ине. Шиғыр менән дә көйләп, әкиәт геройҙары булып һөйләшеп тә, тотош бер тамаша күрһәтә торғайны.

Кистәрен беҙҙең бәләкәй генә өйгә һәр саҡ халыҡ йыйыла. Олатайым егермеләп гәзит-журнал алдыра, уҡығандарын баш­ҡа­ларға ла еткерә. Беҙ, балалар, кескәй урындыҡты сәхнә яһап, концерт күрһәтәбеҙ. Факиһа өләсәйҙең әкиәттәрен мөкиббән бирелеп тыңлайҙар, унан кем ниндәй мөғжизәле хәл ишеткән — шуны бәйән итәләр...

Атайым бик көслө шиғырҙар яҙған, тиҙәр. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған. Былтыр август айында Талҡаҫ буйында туғандар Шәжәрә байрамы ойошторҙо. Атайымдың малай ғына сағында скрипка яһауын һоҡланып һөйләнеләр. Ә инде әсәйемдең шиғыр яҙыуына үҙем шаһит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъя менән хушлашыр алдынан уның дәфтәре юғалды, үҙе яндырманымы икән, тип уйлайым. Ниңәлер ул яҙышыуын сер итеп тотто, асылырға теләмәне.

Шул тиклем үкенесле, яҡын­дарымдың ҡомартҡыһын һаҡлай белмәгәнбеҙ, быны мин ғәмһеҙ­лек бәләһе тип атар инем. Һәр береһе күңелендәген аҡ ҡағыҙға күсергән дә тынысланған, ижадсы булам тигән уй башына ла инеп сыҡмаған. Хәйер, ундай ынтылыш миндә лә булманы, этәрмәләп тороусыларым бул­маһа, бәлки, яҙғандарым үҙем өсөн генә ҡалыр ине.

— Тимәк, һеҙҙә яҙыусы булыу теләге һуңынан ғына барлыҡҡа килгән, шулаймы? Ә кем быға “ғәйепле” һуң?
— Әгәр яҙыусы булам тип ын­тылһам, күберәк һәм емешлерәк ижад итеп ҡалған булыр инем. Ә ижад юлына баҫыуымдың төп сәбәпсеһе — әсәйем. Филология факультетына барып инеүемә лә ул сәбәпсе. Мин юрист бу­лыр­ға хыяллана инем. Һәр ши­ғы­рыма иғтибар биреп, мине әҙәбиәт донъяһына илткән кеше — әсәйем.

Һуңынан ижадыма битараф ҡалмай, файҙалы кәңәштәре ме­нән үҫергә ярҙам иткән әҙиптәргә рәхмәтем сикһеҙ. Һүҙ ыңғайы шуны әйткем килә: беҙҙең ғаилә­лә гел әҙәбиәт һәм музыка мөхи­те тантана итте. Шәхси китап­ха­набыҙ бай булды. Башҡорт, татар йырҙарынан тыш, ҡаҙаҡ, инглиз, немец тел­дәрендәге йыр­ҙар яҙылған пластинкалар күп ине, ул заманда әсәйем ҡайҙан тапҡандыр — белмәйем. Сәнғәт һәм әҙәбиәт әһелдәре хаҡын­да­ғы диафильм­дарҙы ҡарарға бөтә дуҫтарым йыйыла торғайны.

— Үҙегеҙҙең тәүге шиғы­рығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Уға ниндәй баһа бирәһегеҙ?

— Әлбиттә. Бесәй тотҡан сысҡанды йәлләп, үҙемсә ҙур “поэма” яҙып ташланым. Беренсе класта уҡый инем. Әсәйем уҡып ҡараны ла: “Тәбиғәт тураһында яҙ”, — тине. Ә сысҡан бөгөн дә миңә мөләйем бер йән эйәһе булып күренә...

Ә баһаға килгәндә... Шиғыр­һыҙ, йыр-моңһоҙ йәшәгән кеше юҡтыр, әммә әҙәби әҫәргә талаптар көслө. Яҙышҡан-һыҙыш­ҡандар артҡандан-арта, күңелгә барып еткәне аҙ. Үҙемдең баш­ланғыс ижадымды ла баҫҡыстың иң түбәнге баҫмаһы булараҡ ҡа­бул итәм. Ул баҫманың булыуы мотлаҡ, әм­мә ул саҡта “мин — шағир”, “мин — прозаик” тип һөрән һа­лырға намыҫым ет­мәҫ ине, бө­гөн дә икеләнгән мәл­дәрем күп: мин яҙғандар кемгә­лер йә­шәр­гә, ауырлыҡтарҙы еңергә, ма­турлыҡты танырға ярҙам итә­ме? Ғөмүмән, кәрәкме? Минеңсә, яҙышҡан һәр кем үҙенә шул һорауҙы бирергә тейеш. Юғиһә мин бөйөк тип мәленән алда “йондоҙ сире” эләктер­гәндәр күбәйҙе.

— Һеҙ – драматург, шағирә, прозаик. Ни өсөн бер генә жанрҙы һайламанығыҙ?

— Әҙәм балаһының төрлө ва­ҡыты була. Минең тормошом да гелән генә шыма барманы. Төр­лө мәлдә төрлө хис-тойғо кисе­рәһең. Һәм әлеге кисерештәр төрлө жанр талап итә. Шиғырға һалғанды прозала әйтеп булмай, драматургияға ла ниндәй ҙә булһа һорауға яуап эҙләгәндә мөрәжәғәт итәһең. Шиғриәт, проза, драматургия — улар барыһы ла күңелемә яҡын, барыһы ла минеке.
— Тимәк, әҫәрҙәрегеҙ башлыса автобиографик тиергә була?

— Түгел. Ләкин яҙыусы нин­дәй әҫәр яҙһа ла, тормошҡа, хәл-ваҡиғаларға, геройҙарына үҙ ҡарашын, мөнәсәбәтен, фекерен һалмай ҡалмай.
— Мине балалар өсөн яҙ­ған әкиәттәрегеҙ бик мауыҡ­тырҙы. Хатта бер нисәүһен рус теленә ауҙарҙым, балалар менән күңелле генә сара ойошторҙом. Ғөмүмән, әкиәт нисек тыуа?

— Ул тәржемә миңә лә бик оҡшаны, рәхмәт. Әкиәттәргә кил­гәндә... Сабый был донъяға килгәс тә, тирә-яҡ мөхит, үҙен урат­ҡан донъя, йән эйәләре ме­нән таныша башлай. Уның тәүге һорауы ла: был нимә? Әкиәт­тә­ремдә мин сабыйҙың шул һорау­ҙарына яуап бирергә тырыштым. Геройҙарым — ерҙә йәшәүсе тереклек: йәнлектәр, ҡоштар, ба­лыҡ­тар һәм башҡа­лар. Ни өсөн шулай? Ниңә былай түгел. Ми­неңсә, бала әкиәт аша мәғлүмәт­те йәһәтерәк үҙләштерә.

— Яңы китабығыҙ “Бетеү” тип атала. Ни өсөн?

— Был китабыма, эссе һәм хикәйәләрҙән тыш, дүрт повесть ингән. Улар араһында китапҡа исем биргәне лә бар. “Бетеү” повесында халҡыбыҙ тарихын­дағы фажиғәле ваҡиғалар һүрәтләнә. Баҫҡынсылар тарафынан ҡыуып алып кителгән һәм имсәк балаһы менән сит мөхиттә йәшәргә мәжбүр булған йәш ҡатын баҡыйлыҡҡа күсер алдынан улына васыят итеп бетеү ҡалдыра.

Әҫәрҙә урыҫҡа әүерелгән башҡорттоң һәм уның тоҡомоноң яҙмышы һүрәтләнә. Мин башта китабыма “Әүермән” (“Оборотень”) тигән атама биргәйнем, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә ул оҡ­ша­маны. Әйткәндәй, йыйынтыҡ­ҡа ингән ике повесть һәм бер нисә хикәйә детектив-мажара жанрында яҙылған.

— Заман кешеһе өсөн нимә ул бетеү?

— Ата-бабаларыбыҙ өсөн ул ҡурсалаусы, һаҡлаусы ролен үтәгән. Элек Аллаға инаныу, табыныу ихлас булған. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, бөгөн ул модаға әйләнде. Күңелдәре менән иманлы йәштәр хаҡында әйтмәйем. Һүҙем — хәйер-саҙаҡа өсөн дин тотоп, тыштан балҡып, аҫтыртын боҙоҡлоҡ ҡылған бәндәләр тураһында.

Һорауға килгәндә, беҙ ул бе­теүҙе күңелебеҙҙә йөрөтөргә тейеш. Ул — именлек хаҡына ке­ше­ләрҙе яратыу, игелек ҡыла ал­маһаң, һис юғы яманлыҡ ҡылмау.

— Ә башҡа дин, милләт вәкилдәренә ҡарашығыҙ?

— Уларҙы ла Аллаһ яратҡан. Тимәк, улар ҙа имен тормошта йәшәргә хаҡлы. Минең өсөн кешенең һәйбәте һәм йүнһеҙе бар, ниндәй милләттән булыуына, ҡайһы динде тотоуына ҡарамаҫтан. Әлбиттә, был минең үҙ халҡымды яратмауымды, уның яҙмышы өсөн борсолмауымды аңлатмай. Мин — баш­ҡорт, шуға күрә башҡорт халҡы­ның киләсәге бәхетле булыуын теләйем.
— Һеҙгә ниндәй тема яҡы­ныраҡ һәм асылырға ярҙам итә?

— Тормоштоң үҙен, әҙәми зат­тың күңел кисерештәрен, үҙ-үҙе менән көрәшеүен сағыл­дырған темалар үҙ. Әҙәбиәт, театр сәнғәте өлгөләре һәр ваҡыт тәрбиәүи йүнәлеште күҙ уңында тоторға тейеш, тигән фекерҙә­мен. Юғиһә ниндәйҙер модалы темаларға, ә театрҙа уйын-көл­көгә генә ҡоролған сюжет­тарға мөрәжәғәт итеү ғәҙәткә инеп бара. Минеңсә, әҙәбиәт һәм сәнғәт уҡыусыны, тамашасыны үҙе артынан әйҙәргә тейеш, ә уның бигүк камил булмаған ихтыяжына эйәрергә түгел...

— Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

— Уй-хыялдарым иҫ киткес. Әммә хәл итәһе донъяуи мәсьәләләр күбәйеп китте. Насип итһә, барыһы ла булыр.
— Көн дә яҙышаһығыҙмы?

— Йылдар буйы яҙмайым. Унан бер нисә көн баш баҫып ултырып, яҙып алам. Әгәр көн дә яҙһам... Ҡуй, үкенмәйек. Шундай яҙмыш бүләк иткән икән Хоҙай, шундай холоҡ бүләк иткән икән, шөкөр тиергә ҡала.

— Һүҙ оҫталарынан кем яҡын?

— Улар бик күп. Шуға үҙебеҙ­ҙең башҡорт әҙәбиәте менән генә сикләнәйек. Шағир­ҙар­ҙан Рәшит Назаров, Рәми Ғариповты ҡат-ҡат уҡыйым. Мостай Кәрим­дең аҡылына, тота­наҡлығына ға­шиҡмын. Гөлсирә Ғиззәтул­линаның хикәйәләрен нисә ҡабат уҡыһам да ялҡма­йым. Йәштәр араһында һәләттәр бик күп — шул ҡыуандыра.

— Киләсәк әҙәбиәтте нисек күҙаллайһығыҙ?

— Әйтә башлағайным бит, әҙәбиәт уҡыусынан алда барыр­ға тейеш тип. Ни өсөн, әйтәйек, Шекспир, Джек Лондон, Гете, Чехов бөгөн дә заманса яңғырай, сөнки улар үҙ замандары өсөн яҙһа ла, дөйөм кешелек проблемаларын күтәргән, йылдар ҡатламы аша киләсәккә ҡарай белгән. Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт­тең тәрбиәүи әһәмиәте лә онотолмаған.

Уҡыусыны әүрәтер, әҫәрҙе үтем­лерәк итер өсөн әҙәм бала­һының билдән түбән яҡтарын тәмләп тасуирлауҙы ҡабул итә алмайым. Йәмғиәттә үҙгәртеп ҡороуҙар менән йәнәш бәндәнең иң түбән һыҙаттарын ҡабартып күрһәтеү модаға әйләнде. Әгәр әҙип был хаҡта яҙмай булдыра алмай икән, ул герой йә анти­геройының психологияһын асыр­ға, “ни өсөн шулай?” тигән сетерекле һорауға яуап бирә алырға бурыслы.

Киләсәк әҙәбиәтен мин аҡыл­лыраҡ, фәһемлерәк, тормош ҡуй­ған һорауҙарға яуап би­рер­ҙәй, кешегә теге йәки был ауыр­лыҡтарҙы еңергә ярҙам итерҙәй итеп күргем килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 678

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 049

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 572

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 773

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 666

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 404

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 569