Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү.

Башҡортостан халҡы республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙы байрам итергә йыйына. Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел” журналы менән берлектә иғлан ителгән “Минең данлы Башҡортостаным!” тип аталған поэмалар конкурсы ла республикабыҙҙың 100 йыллығына арналды һәм республика Башлығы Грантына тормошҡа ашырылды.

Көнүҙәк мәсьәләләр асыла

“Минең данлы Башҡортостаным!” проекты – башҡорт әҙәбиәте тарихында поэмалар буйынса үткәрелгән тәүге конкурс. Ярыштың төп маҡсаты — башҡорт хал­ҡының, Ватаныбыҙҙың тарихына, бөгөнгө проблемаларына иғтибарҙы арттырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу, шулай уҡ поэма жанрын үҫтереү, йәш ижадсы­ларыбыҙҙы дәртләндереү.

Хәҙерге башҡорт поэмаһы – үҙендә төр­лө башланғыстарҙы берләштергән, тормоштоң иң киҫкен поэтик миҙгелдәрен күр­һәткән жанр. Үҙенә ул лириканы ла, эпос­ты ла, драматик һыҙаттарҙы ла ала. Шу­лай булмаһа, бер поэма менән генә лә тотош тамаша ойоштороп булыр инеме ни?
Поэмалар конкурсына барлығы 40 әҫәр ҡабул ителде. Авторҙар араһында билдәле шағирҙар ҙа, яңы ҡәләм тибрәтә башла­ғандар ҙа бар.

Ҡулъяҙмалар араһында жанрҙың бар талаптарына яуап биргән, лиро-эпик композицияһы, образлылығы менән һоҡландырған өс поэма шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте: улар – Р. Бик­баев­тың “Һуңғы төн”, Т. Ғәниеваның “Тәгәрмәс” һәм М. Ямалетдиновтың “Көҫәбикә” әҫәрҙәре.

Рауил Бикбаев “Һуңғы төн” поэма­һының башында уҡ әҫәрҙең бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың һәләк булыуына 100 йыл тулыуға, Башҡортос­тандың 100 йыллығына арналыуы хаҡында әйтеп үтә.

Төп герой – Шәйехзаданың Йылайыр уртаһындағы таш йорттан ҡасыу мөмкин­леге бар: әммә ул тыуған еренән, халҡынан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.
Күрә алмам атлар юлҡайымды,
Күҙем йәшле, донъя томан һымаҡ.
Йүгермәҫ ер арттан әсәй һымаҡ,
Атай һымаҡ көтмәҫ хәстәрләп.
Һуңғы ҡабат ерем ҡарар һынап,
Илем менән бергә һынһам һынам!

Заманыңдан да, халҡыңдан да ҡасып булмай тигән фекер поэманың сюжетына трагик мотивтарҙы өҫтәй. Бабичтың психологик һәм драматик кисерештәр тәрәнлегенә лирик геройҙың да ғазаплы уйланыуҙары ҡушыла:
Үтте ғазаплы көн.
Аҙаҡҡы төн.
Тоташырмы көнгә һуңғы төн?
Уҙған, бөгөнгө көн, киләсәк таң –
Буласаҡмы улар бер бөтөн?
Халҡым яҙмышында был быуындар
Хыял ғына булып беленерен,
Кем уйлаған ошо аҙаҡҡы төн
Милләтемдең ижад үҫешендә
Ҡара кәртә менән бүленерен?

Поэманың “Аҙанлы йорт”, “Йөҙлөк менән тыуған сабый”, “Китаптар ҡосағын­да”, “Пушкинды белеп ҡайтты” бүлек­тә­рендә Ш. Бабичтың тормошо һүрәтләнһә лә, кешенең рухи һәм шәхси үҫешендә уны уратып алған мөхиттең роле кеүек бө­гөн дә актуаллеген юғалтмаған мәсьәлә­ләр асыла. Әҫәр сюжетында Бабичтың яҙмышында эҙ ҡалдырған Ғәзиз Әлмө­хәмәтов, Зыя Камали кеүек данлыҡлы шәхестәрҙең исемдәре, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе, Каруанһарай кеүек данлыҡлы мәҙәниәт һәм мәғариф усаҡтары быуат башындағы социаль-ижтимағи, әҙәби ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.

“Һуңғы төн” поэмаһының аҙағында:
Аҡмулланың үлгән йылы
Бабич тыуған йыл ине.
Бабич һәләк булған йыл
Мостай тыуған йыл ине.
Мостай Кәрим вафатында
Кем тыуҙы һуң? Кем тыуған? –
тигән юлдар үткән, бөгөнгө һәм киләсәк пландарын бәйләп ҡуя.

Төп идея нимәлә?

Тамара Ғәниеваның “Тәгәрмәс” поэма­һы – тарихи-фәлсәфәүи поэма. Был әҫәр ҡайҙалыр тәрәндә, бик тәрәндә ойоп ятҡан тарихи үҙаңды, борондан килгән хәҡиҡәтте уятыу көсөнә эйә: бик боронғо халыҡ бит беҙ!

Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме? –
Башҡортостан илгә – күп меңдәр.
Ана шуға Ер-Күк бәйләнешен
Зиһененә ҡартлас һеңдергән.

Әҫәрҙәге Һәүбән образы – дөйөмләш­терелгән эпик-романтик образ: ул бик күп мәңгелек проблемаларҙы (фәлсәфәүи, тарихи, милли, мөхәббәт, һуғыш һ.б.) аса, ваҡыт пландарын бәйләй.

Бик тәрән йөкмәткеле метафорик-символик тәгәрмәс образы тарихты тулыһын­са күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә:
Урала ер тәгәрмәскә,
Урала йылдар, юлдар.
Ҡояш нуры, йырҙар моңо
Күңелгә һыйынғандар.

Сикһеҙ тартыу көсөнә эйә аҫыл Урал, тәгәрмәстәй ҡала – Арҡайым… Тик ни өсөн изге төшөнсәләр һуғыштар аша яулана, ни өсөн шул тиклем ҡорбан? Ни өсөн “башҡорт иле – утрау тынғылыҡһыҙ, башҡорт иле – терелеү, ҡыйралыш” һуң ул? Ошо тетрәндергес мотивҡа ғаилә һәм тәбиғәт һиллеге, донъя именлеге ҡапма-ҡаршы ҡуйыла, поэма сюжетында романтизм һыҙаттары көсәйә.

Ә был тәгәрмәс-донъяны рух-сәкүшкә ҡөҙрәте тота. Шағирәнең әйтер һүҙе лә киләсәккә төбәлә, поэма асыҡ финал менән тамамлана:
Тәгәрмәс ныҡ әле. Бирешмәҫ ул,
Таймаһын тик өмөт, аң көсө.
Милли аңды әйтәм. Юғалтмаһаң,
Онотмаһаң ерҙә кемлегеңде,
Киләсәкле, тимәк. Һин – КЕШЕ!

Мәүлит Ямалетдиновтың “Көҫәбикә” әҫәре эпик поэмаларҙың бик һирәк осрай торған төрө – шиғри повесть формаһында ижад ителгән.
Сюжет үҙәгендә тарихтың иҫ китерлек фажиғәле биттәре (яуҙар, баш күтәреүҙәр, башҡорттарҙың ерҙәрен баҫып алыу, көс­ләп суҡындырыу һ.б.) урын ала. Ҡат­мар­лы, даулы осорҙа халыҡ араһында ил-ерен һаҡлап, йәнен-тәнен аямай көрәшкән көҫәпҡолдар ҙа, үҙ мәнфәғәтен генә ҡай­ғырт­ҡан Үтәғол кеүек “вирнай”ҙар ҙа бар...

Поэмала тарихи проблематика менән бергә социаль-әхлаҡи мәсьәләләр ҙә күрһәтелә: Көҫәбикәне Зиннәтулланан көнләшеп йөрөгән Менәүәрә карателдәр башлығына уның тураһында хөсөт һала, яу башлығы Көҫәпҡолдоң ҡыҙы булыуын ошаҡлай. Көҫәбикә Жуков тигән алпауытҡа ҡоллоҡҡа һатыла, көсләп суҡындырыла. Ләкин ҡыйыу ҡыҙ насрани динен тыштан ғына ҡабул итә, олатаһы һөйләгән Йәсир менән Сөмәйә хаҡындағы ҡиссаларҙы аңынан үткәреп, күңеле менән барыбер үҙ динендә ҡала. Һағышына түҙә алмайынса ике ҡабат ҡасып ҡайта ул тыуған яҡтарына. Икенсе ҡабат тотолғас, уны ислам диненә тоғро ҡалғаны өсөн Соймонов фарманы менән утта яндырыуға хөкөм итәләр.

Төп героиняның прототибы итеп Кисен­бикә (исеме буйынса төрлө версиялар бар) Байрасова алынған. Тарихтағы бындай хаталар, фажиғәләр ҡабатланмаһын ине тигән идея үткәрелә әҫәрҙә.

Заман проблемалары

Ғөмүмән, тарих һәм кеше бәйләнеше темаһы конкурсҡа килгән бик күп әҫәрҙәрҙә сағылыш таба. Гөлнур Яҡупованың “Шаң­дау” әҫәрендә тарихи сәйәхәт алымы аша мәмерйәләге һүрәттәр заманынан башлап бөгөнгө көнгә тиклемге тарихи һәм ижти­мағи-сәйәси ваҡиғалар һүрәтләнә, Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Аманат” поэмаһында символик образ – Ҡая телгә килеп үткәндәрҙе һөйләй, киләсәк быуынға аманат (телде, илде, ерҙе, тәбиғәтте һаҡ­лау) еткерә, Тимер Ниәтшиндың “Башҡорт кармаһы” әҫәрендә милләтте йәшәтеүсе изге төшөнсәләр, тарих менән ғорурланыу, шәхестәрҙе ололау кеүек сифаттарға өҫтөнлөк бирелә, бер нимәнең дә был донъяла эҙһеҙ булмауы, үҙ-ара бәйлә­нешенә баҫым яһала, Дилә Булгако­ваның “Дин әһеле”, “Эй, ғүмерҙәр” әҫәрҙә­рендә иман, әхлаҡ хаҡында һүҙ бара.

Гөлназ Ҡотоеваның “Ҡот тамғаһы”, Гөлсирә Шафиҡованың “Себер” поэмалары репрессияға эләккән тетрәндергес яҙмышлы геройҙары, үҙ тарихыңды, нәҫел ебеңде онотмау, кешенең әҙәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтарға ла бирешмәүе, быуындар бәйләнеше кеүек идея-проблемаларҙы күтәреүе менән иҫтә ҡала.

Фәнүзә Биктимерованың “Ил яҙмышы – ир иңендә...” әҫәрендә һуғыштың ҡот осҡос фажиғә булыуы, ғаиләгә ҡара ҡайғылар килтереүе бәйән ителә.

Тарихи тематика йыш ҡына легендалар сюжетына мөрәжәғәт итеүҙе (М. Ҡыҙра­со­ва, “Ҡанифалар ҡайтыр юлдар бар”), шиғ­ри хикәйәт алымдарын ҡулланыуҙы (З. Мур­сиев, “Шишмә”, С. Тимерғәлиева, “Күк бүре”, Р. Ғәлимов, “Ете ырыу”) талап итә.

Күп кенә әҫәрҙәрҙә заман проблемаларын ҡыйыу күтәреү күҙәтелә: тарих һәм рух көсө (Л. Абдуллина, “Шағирәләр”, Р. Сө­ләймәнов, “Ҡош юлы”), сәйәси-ижтимағи мөхит, бөгөнгө ауылдың аяныслы хәле (Р. Сөләймәнов, “Туй көткәндә”, “Ҡабанлы”), мәғариф системаһындағы проблемалар (Р. Фәтҡуллина, “Мөғәллим”), туған тел, милли тәрбиә (М. Иҡсанов, “Өс яҙмыш”), ипотека, ҡомарлы уйындарҙың кеше яҙмыштарын боҙоуы (З. Бағышаева, “Ахмаҡлыҡтың юҡтыр сиктәре”) һәм башҡа әһәмиәтле темалар яҡтыртыла.

Был поэмалар барыһы ла, асылда, бө­гөнгө кешенең әхлаҡи эҙләнеүҙәрен, тормошҡа ҡараштарын, дәүерҙең үткер со­циаль мәсьәләләрен сағылдыра. Ысын­барлыҡты поэтиклаштырыуҙа төрлө яңы алымдарға ынтылыш күҙәтелеүе лә – ыңғай күренеш.

Әйтәйек, Лариса Абдуллинаның “Шағи­рә­ләр” әҫәре поэмаларҙың бик үҙенсә­лек­ле төрө – “бәләкәй поэма” жанр фор­маһына яҡын. Лирик геройҙың кисе­реш­тәрен, күңел торошоноң төрлө хәлдә­рен, ваҡиғаларға ҡарашын “өҙөк-өҙөк” сюжет аша биреү психологик монолог композицияһын ала.

Шағир яҙмыштарын аң-зиһене аша үткәргән лирик героиняның йөрәге әрней:
Саф шиғриәт менән йәшәү бит был!
Шиғыр менән генә тын алыу.
Сираттарҙа үлеп ҡалыу шунда,
Сираттарҙа ҡабат яралыу.
[…]
Ялбыр эттәр һаман хәтеремдә,
Сатраш күктәрҙә лә Ай балҡый.
Бында һин кем?
Хатта эттәрҙән кәм –
Ҡәҙерлерәк бында төпсөк ҡый.
Шағирҙарҙың иҫкәртеүҙәрен, “ҡайын, йырсы йүкә телдәрендә” яҙған табаҡ-табаҡ хаттарын ил-халыҡтың үҙ ваҡытында ишетмәүе, намыҫһыҙлыҡтың алға сығыуы кеүек фекерҙәр әҫәрҙең драматизмын көсәйтә.

Туҡайҙы һеҙ, эйе, белгәнһегеҙ!
Шундай уҡ зат бар – Шәйехзада!
Уның менән шанлы уҙған быуат,
Милләтемдең ҡаны саф, таҙа.
Тағы бер зат – алтмышынсыларҙан...
Ғүмер юлы уның – намыҫ, сәм.
Һүҙ сәнғәте тигән асмандарҙа
Балҡый Рәми атлы бер үлсәм!

Илһөйәрлек, фиҙакәрлек тойғолары менән һуғарылған эпик проблематика уҡыусы аңында дауам итә һәм уйландыра.

Рухи асылыңды һаҡла

Рита Фәтҡуллинаның “Мөғәллим” поэма­һы иң тәүҙә форма яңылығына ынтылышы менән иғтибарҙы йәлеп итә: “Кисәге һәм бөгөнгө көн”, “Иртәгәһе көн” тигән ике ҙур бүлек дәрестәр, класта эш, өйгә эш, имтихан кеүек бүлексәләргә бүленә. Проблематика күп яҡлы: туған тел, милли тәрбиә мәсьәләләре, шәхестең үҙаңын үҫтереүҙәге хаталар, уҡытыусы роленең бәҫе төшөүе, мәғариф система­һындағы заман тыуҙырған ҡаршылыҡтар һ.б. урын ала.

Мөғәллимдәренән яҙған ҡәүем
Зыялыларынан яҙыр, бел!
Киләһе сик квадрат планеталар,
Робот-кеше, робот-халыҡ, ил.

Рухи асылыңды һаҡлау, тарихи тамыр­ҙа­рыңды, шәжәрәңде, туған телеңде бе­леү, халҡың өсөн кәрәкле кеше булыу кеүек мотивтар әҫәрҙең буйынан-буйына үҫтерелә.

Ринат Сөләймәновтың “Ҡабанлы” әҫәре көнүҙәк проблемаларҙың береһе – бөгөнгө милләт яҙмышы темаһын күтәрә. Социаль проблематика (сәйәси ваҡиғалар, ассимиляция, ҡатнаш ғаиләләр, бөгөнгө ауылдың хәле, замандаш башҡорттоң әхлаҡи йөҙө һ.б.) кинәйә, үткер шарждар, сатирик алымдар аша ла асыла:
Сусҡаһын да һыйланыҡ,
Бәшмәген дә тоҙланыҡ,
Ҡандар бөттө буталып,
Телем бөттө тоҙланып.
Ҡымыҙҙы алыштырҙыҡ
Һыраға һәм хәмергә,
Ҡурайҙы – тәмәкегә.
Хәмер тотоп,
Төтөн йотоп
Йөрөйбөҙ ауа-түнә.

Лирик геройҙың Ҡабанлы тауында йә­шә­гән бүре тауышында Бейеш батырҙар ауазын ишетеүе, бала сағы үткән тыуған ауы­лына әсенеп һәм һыҙланып бағыуы уҡыусыны киләсәк хаҡында уйланырға мәжбүр итә…

“Минең данлы Башҡортостаным” конкурсында беренсе урын Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа бирелде. Икенсе урынға Тамара Ғәниева һәм Мәү­лит Ямалетдинов сыҡты. Өсөнсө урынды Лариса Абдуллина, Рита Фәтҡуллина, Ринат Сөләймәнов уртаҡлашты. Мөнир Иҡса­новҡа дәртләндереү призы тапшырылды.

Ижади конкурстарҙа, ғәҙәттә, еңелеү­селәр булмай. Шуға ла ҡулдарына ҡәләм алып поэма яҙған барлыҡ ҡатнашыу­сыларға ла ҙур рәхмәт. Илһамлы осоштар, яңы уңыштар юлдаш булһын киләсәктә! Ҡыҫҡа ғына арауыҡта дүрт тиҫтә поэтик әҫәр яҙыуға этәргес биреп, айырыуса йәш ижадсыларҙы дәртләндерҙе ошондай матур сараны ойоштороусылар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567