Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талант ҡанаттары талмаһын!

“Яблонька” ғаилә ансамбле төрлө байрамдарҙа ҡатнаша.

“Матур ғаилә – ил күрке” тигән әйтемде йыш ишеткәнем бар. Эргә-тирәбеҙгә күҙ һалайыҡ әле. Кемде осратырбыҙ тиһегеҙме? Һәммәбеҙҙе үҙ артынан әйҙәгән, айырыуса балалары өсөн өҙөлөп торған күркәм ғаиләләр бихисап. Улар эштә лә алдынғы, өйҙә лә тырыш. Шундай уңғандарҙың береһе – “Өлгө ал” республика конкурсында ҡатнашҡан Бәләбәй ҡалаһы үҙәк мәҙәниәт һарайының рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры дирижеры Павел Крылов менән күрештек. Әйткәндәй, биш балаға ғүмер бүләк иткән Зинаида менән Павел Крыловтар “Ата-әсә даны” ордены менән дә бүләкләнгән.

– Конкурстың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, һәр ғаилә алтын бөртөгөнә тиң, – тип башланы һүҙен Павел Николаевич. – Өфөнән Зәйнет­ди­новтар менән танышыу бәхетенә өлгәштем, мәшһүр ҡумыҙсының ҡулын ҡыҫыу үҙе ни тора! Бәйге тураһында уйламай ҙа инек, туғандарҙың кәңәшен тотоп, унда ҡатна­шырға йөрьәт иттек. Форсаттан файҙаланып, беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең бары­һына ла ғаиләм исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

“Реченька” рус халыҡ йырҙары ансамбле етәксеһе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләк­лән­гән ҡатыным Зинаида Тимофеевна ла, шәх­сән үҙем дә сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ бул­ғас, улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәре лә һиҙмәҫ­тән серле мәҙәниәт донъя­һына ылыҡты. Теләктәренә һис кенә лә ҡаршы килмәнек, киләсәктә артист һөнәрен һайламаһалар ҙа, йыр-моң һөйөп үҫһәләр, насар түгел дә инде тигән ҡарашта инек икебеҙ ҙә.

Һуңынан ошо хаҡта үҙҙәренә лә еткерҙек. “Ҡайһылай фекерҙәрегеҙ тап килгән, әгәр ҙә һеҙҙең арала үҙ-ара аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡһа, беҙ ҙә ни эшләргә белмәйенсә баҙап ҡалыр инек”, — тип ҡыуана хәҙер улар. Әйткәндәй, яҡындарым менән таныштырып үтәйем әле.

Улыбыҙ Владимир Өфөлә йәшәй, ул ғаиләлә иң өлкәне, һөнәре — юрист. Бәләкәй сағында балалайкала уйнарға өйрәнеп алды ла ҡулынан төшөрмәне. Хатта беҙ йоҡлап киткәс тә көйҙәр сығарып ултыра торғайны. Григорий Чайковский исемендәге Мәскәү дәү­ләт консервато­рияһының концерт бүле­гендә эшләй, ул – контрабаста уйнай. Студент тормошоноң күңелле булыуы тураһында йыш һөйләй Егор. Төрлө вузда ойошторолғанынан тыш йәмәғәт тормошондағы бүтән сараларҙа ла ҡатнашалар икән.

Уртансы балабыҙ Өфө дәүләт авиация техник университетында инженер һөнә­рен үҙләштерә. Ҡыҙҙа­рым­дың икеһе лә йырлай. Юғары белем алыу өсөн Дарья Екатеринбург ҡалаһына юлланды, бөгөн Урал дәүләт архитектура-художество университеты студенты. Ә Мария иһә Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерва­торияһында белем ала. Беҙ “Яблонька” ғаилә ансамблен төҙөнөк. Илебеҙ буйлап йыш йөрөнөк, республикабыҙ тураһында әйтәһе лә түгел.

Минеңсә, сәнғәтте үҙ иткәндәр һәр ваҡыт изге уй-ниәттәр менән яна, киләсәк хаҡында хәстәрлек күреп йәшәй. Ундай кешелә белемгә ынтылыш та көслө була.


Автор: Венер ИСХАҠОВ, Илдар АҠЪЮЛОВ
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567