Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был ерҙәрҙә эпос яралған

Дәүләкән боронғо тарихҡа эйә икәнен күрһәтте.

Һәр яҡтың үҙенсәлеге була. Дәүләкән районы тиһәң, иң тәүҙә, әлбиттә, мәшһүр Асылыкүл, ошо ерлектә тыуған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы хәтергә төшә. Хәйер, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бында килеп эшләй башлаған аяҡ кейеме фабрикаһы ла, Дәүләкән оно, бөгөн инде һөт ризыҡтары ла райондың йөҙөн билдәләй. Бына ошолар һәм башҡа ҡаҙаныштар менән таныштырҙылар баш ҡала халҡын Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙған республика райондарының “Башҡортостан тарихы биттәре” тип аталған марафон-фестивалендә.

Сара башланғансы уҡ халыҡ ҡул эштәре, төбәктә етеште­рел­гән ауыл ху­жалығы продукцияһы, картиналар, мә­ҙәни, социаль, спорт сараларын яҡтырт­ҡан күр­гәҙмәләр менән таныша торҙо.

Шығырым тулы залға был төбәктән сыҡҡандар ғына түгел, ә баш ҡаланан ситтә йәшәгән­дәр­ҙең рухын, ҡотон тойоу­сылар йыйылғайны. Бына сәхнәгә Дәү­ләкән районы артистары, һәүәҫ­кәрҙәре сыҡты. Республиканың үҙе кеүек үк, Дәүләкән — күп мил­ләтле төбәк. Сығыш­тар баш­ҡорт ҡурайынан, халыҡ йырҙа­рынан, милли бейеүҙәребеҙҙән башланды һәм мәҙәни сыл­быр­ҙы башҡа милләт вәкилдәренең йырҙары, хореографик композициялары дауам итте. “Бер­ҡаҙан”, “Әхирәттәр”, “Вояж”, “Баш­ҡортостан сәс­кәләре”, “Гәү­һәр”, “Ивален” ансамблдәре сы­ғыштары бер-береһенә үрелеп, бер туҡ­тауһыҙ тамаша булараҡ ҡабул ителде.

Һирәк һәм ошо төбәктә генә баш­ҡарыла торған башҡорт ха­лыҡ йырҙарын башҡарыусы Рә­лиә Әйүпованы республикала ла яҡшы беләләр. Был юлы ла ул моңо менән таң ҡалдырҙы. Би­герәк тә йырҙы боронғоса башҡарыуы менән йәлеп итте. Ошо уҡ һүҙҙе “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын башҡарған Зөләрәм Снигиреваның көйлә­үенә лә ҡарата әйтеп булыр ине. Юҡҡа ғына Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булманы бит ул! “Юлдаш” йыр конкурсы лауреаты Эльвира Ҡолоева, һәүәҫкәр йырсылар Рафаэль Дәүләтбаев, Гөлфиә Шәүәлиева тамашасыларға моңдарын бүләк итте.

Һәр сығышта, һәр һүҙҙә тө­бәктең үҙенсәлеге күренеп торҙо. Район электән ҡымыҙ етештереү менән дан тотҡан. Ә уҙған йыл Республика ҡымыҙсылар ярышында беренсе урынды яуланы һәм даими рәүештә ҡатна­шып, лайыҡлы сығыш яһап килә. Дәүләкәндәрҙең бейеүе лә “Ҡымыҙ бешеү” тип атала.

Элекке дәүерҙәрҙән алып бө­гөнгөгә килеп ялғанған тарих биттәре төбәктең батырҙарын да, хеҙмәт алдынғыларын да хә­тергә алды. Видеояҙмаларҙа ра­йондың үҙенсәлекле тәбиғәте генә түгел, уңған, хеҙмәт һөйгән халҡы ла сағылыш тапты. Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит: халыҡ — ил­дең төп байлығы. Концертта бигерәк тә төрлө быуын вәкил­дә­ренең сығыш яһауы, өлкән­дәрҙе йәштәр, балалар алмаштырыуы иғтибарҙы йәлеп итте, күңелде йылытты.

Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов фестиваль-мара­фондың штандартын Ишембай районы хаки­миәте етәксеһе Марат Ғайсинға тапшырып:
— Сараны ойоштороусы Мә­ҙә­ниәт министрлығына, Халыҡ­тар дуҫлығы йортона, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йы­на, районыбыҙҙың таланттарына рәхмәт! Эстафетаны Ишем­бай ра­йонына тапшырыу беҙҙең өсөн шул яғы менән дә әһә­миәт­ле: хакимиәт башлығы — сы­ғы­шы менән Дәүләкән егете! — тине.

Ә Марат Ғайсин үҙ сиратында штандартты ҡабул итте һәм изгеләрҙән-изге Торатауыбыҙ төшөрөлгән картинаны дәүлә­кәндәргә бүләк итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 678

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 049

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 572

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 773

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 666

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 404

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 568