Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табын иленең изге ҡыҙы
Табын иленең изге ҡыҙы“…Кескенә сағынан Ҡаранйылға ауылында йәшәгән, Ҡөрьән сүрәләренең күбеһен яттан белгән Хәйерниса өләсәйем тәрбиәһендә булғанғалыр, бала саҡтан төрлө мөғжизәләргә, дини хөрәфәттәргә, сер донъяһына ышаныусан булып үҫтем. Сәйетбабанан Ҡаранйылғаға — өс саҡрым. Шул араны өләсәйем менән икәүләшеп үтәбеҙ: ике йылға, ике шишмә кисәбеҙ. Һаман иҫемдә, ул миңә, алты-ете йәшлек кенә балаға, төрлө хәлдәр тураһында эй һөйләй, аңлата.
— Аллаһы Тәғәлә бынау тауҙарҙы, йәнә кешене үҙенә зекер әйтһен өсөн яралтҡан. Күрәһеңме, Мәндем аҫҡа ҡарай аға? Түбәнгә башын эйеп, ана шулай, Аллаһыға Табын иленең изге ҡыҙысәждә ҡыла ул. Йәнә Еҙем йылғаһына барып ҡушылғансы юл буйы көйләй-көйләй зекер әйтеп бара. Тыңлайыҡ әле, ҡыҙым, Мәндем тәсбихен!”
Ана шундай юлдар бар әҙибә Лира Яҡшыбаеваның күптән түгел генә нәшер ителгән “Табын иле изгеләре “ китабында. Өләсәһенең изге ғәмәлдәрен һеңдереп үҫкәнгә лә, заманыбыҙҙың төрлө ҡаршылыҡлы юлдарында ҡыҙҙың күңелендә динебеҙгә ҡарата икеле-микеле уйҙар тыумай. Шуға ла яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, ул халыҡ менән тығыҙ аралашып йәшәй. Уларҙың билдәле дин әһелдәре, әүлиәләр, халыҡ табиптары тураһында һөйләгәнен иҫе китеп тыңлай. Йылдар үтә. Әммә Табын иленең изге ҡыҙышундай бөйөк, иҫ киткес шәхестәр тураһында матбуғатта телгә алынмауы тураһында ғәжәп итә ул. Мин тотонмаһам, кем яҙыр һуң тигән уй-ниәт менән ҡәләмгә тотона Лира Әхмәт ҡыҙы. Эҙләнә, ауылдан ауылға йөрөй, халыҡ менән осраша, берәмтекләп улар тураһында иҫтәлектәр йыя. Иң беренсе булып Баймаҡ районының Манһыр ауылы әүлиәһе, халыҡ бағымсыһы Мөжәүир хәҙрәт тураһында китап нәшер итә. Унан бөйөк ғалим, сер эйәһе “Ғабдулла Сәйеди” тигән китабы донъя күрҙе. Бер аҙҙан халыҡҡа Табын ырыуының күренекле вәкилдәре – Сабир хәҙрәт, Әбйәлил мулла, Әбйәлил ишан, беренсе мөфтөй Мансур хәҙрәт Халиҡов, Шәмсетдин хажи, Мөхәмәтша, Ғиниәтулла муллалар хаҡында күп нәмәләр Табын иленең изге ҡыҙыбилдәле булды. Яңыраҡ Лира Әхмәт ҡыҙының “Табын иле изгеләре” тигән баҫмаһы донъя күрҙе. Ошо айҡанлы әҙибә тыуған ауылы Сәйетбабала матур байрам ойошторҙо.
Иң тәүҙә Красноусол ауылы имам-хатибы Рауил хәҙрәт йыйылыусыларҙы тәбрикләп доға уҡыны. Ғүмере буйы белем биреүсе Лира Яҡшыбаева әҙәбиәткә һуңлабыраҡ аяҡ баҫһа ла, бөгөн ижад донъяһында үҙ кеше. Шуға ла кисәгә ҡунаҡтар төрлө яҡтан эркелеп килде. Һәр береһе хөрмәтен, рәхмәтен белдереп ҡалырға ашыҡты.
Ҙурланылар, сәскәгә күмделәр әҙибәне был көндө. Шағир Салауат Әбүзәр “Башҡортостан” гәзите баш мөхәрриренең ҡотлауын еткерҙе. Штаттан тыш хәбәрсебеҙ, Табын иленең изге ҡыҙыэлекке уҡытыусы Рәйсә Фәйзуллина юбилярҙың бала сағын хәтергә төшөрҙө. “Лира Әхмәт ҡыҙы бәләкәйҙән ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе бала булараҡ иҫтә ҡалған. Ауылды урталай бүлеп аҡҡан Өйә йылғаһын бысратмағыҙ тип малайҙарҙы ҡыуып йөрөгәне бөгөнгөләй күҙ алдында”, – тине ул, хәтирәләрен барлап.
Башҡортостандың халыҡ артисы Лира Фәйзуллина ла аҙашы хаҡында йыл һүҙҙәр әйтте: ”Дин әһелдәре тураһында бығаса яҙған әҙип юҡ ине. Беҙҙең Лира ябай, уҡымлы, халыҡсан тел менән яҙа. Уның китаптарына бер тотонһаң, ярай, аҙаҡ уҡып бөтөрмөн әле тип һалып ҡуйып булмай. Хатта ғүмер буйы китап асып ҡарамаған Табын иленең изге ҡыҙыбер танышым Лираның әҫәрҙәрен бер тынала уҡып сыҡҡан. Яҙыусыға ошонан да оло баһа бармы икән?”
Әҙиптәр Ринат Камал, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина меңәрләгән китап һөйөүселәр исеменән ижадсыны тәбрикләне.
Табын иленең изге ҡыҙы Ауыл йәштәре, уҡыусылар Лира апайға хөрмәтен, үҙҙәренең һөйөүен өҙә баҫып бейеүҙәре, моңло йырҙары аша еткерҙе.
Яҡташтарына оло рәхмәтен әйтте әҙибә.
– Иманлы кешенең йөҙөндә һәр саҡ нур балҡый. Динле халыҡ алға бара. Балалары иманлы, тапҡан малы бәрәкәтле, ҡотло була. Изге дин юлында иң алдынғы сафта булайыҡ, – тине ул.
Тамашаға йыйылыусылар әҙибәнең йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрен алҡыштар менән оҙатты. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул! Уларҙың Лираһы, Табын иленең изге ҡыҙы, ҡасандыр өләсәһе күңеленә сәскән изге орлоҡто халҡы күңеленә, диндәштәре йөрәгенә һеңдерә.
Венер ИСХАҠОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573