Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ашҡаҙар” ҡайтты
Беренсе башҡорт спектакле йәнә сәхнәлә

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры яңы миҙгелде “Ашҡаҙар” премьераһы менән асты. Спектакль бер юлы өс мөһим ваҡиғаға: Башҡортостанға – 100 йыл, Башҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыныуға шулай уҡ бер быуат тулыуға һәм “Ашҡаҙар” пьесаһы авторы, күренекле шәхес Мөхәмәтша Буранғоловтың 130 йыллығына арналды.

“Ашҡаҙар”ҙы кем генә белмәй ҙә, йырын тыңлап, тарихын уҡып, кем генә тетрәнмәй икән?! Ике йөрәктең иҫ кит­кес һөйөү тарихы, социаль тигеҙһеҙлек сәбәпле ғәҙелһеҙлек, башҡорт ҡатын-ҡыҙының аяныслы яҙмышынан тыш, бында тағы халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре сағыу, еренә еткереп һүрәтләнә. Спектаклдең тағы бер үҙенсәлеге: унда сюжет һыҙығы берәү түгел, икәү. Мөхәмәтша Буранғоловтың эҙәрлекләүҙәргә дусар булған мәлдәре, Стәрлетамаҡта беренсе башҡорт театры асылыу, Башҡорт автономияһы өсөн көрәш – өс сәғәтлек тамашаға быларҙың барыһы ла һыйған.

Беренсе башҡорт театры сәхнәһендә тәүге булып ҡуйылған әҫәр – “Ашҡаҙар” пьесаһы. Шуныһы ҡыуандырҙы: был тарих башынан алып уйнала һәм спектаклдең төп ваҡиғалар үҫешен тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта тамашасы Мөхәмәтша Буранғолов тормошоноң ғына түгел, республикабыҙҙың ул осорҙағы яҙмышының да киҫкен мәлдәрен һынландырған хәлдәрҙе күҙәтте, йөрәге аша үткәрҙе.

Уңға китһәң, юл буйы —
Илау-һыҡтау йыл буйы;
Яуызлыҡта дан алған,
Батшаһынан, башҡаһынан
Ҡайғы, этлек күреүсе,
Ҡанлы йәшен түгеүсе
Ҡатил батша иле бар;
Тау-тау кеше һөйәге,
Ҡанға батҡан ере бар.
Тамашаның “Урал батыр” эпосының ошо юлдары менән башланып китеүе осраҡлы түгел, әлбиттә. Беренсенән, тап Мөхәмәтша Буранғолов был халыҡ гәүһәрен табып яҙып алып, уны тарих биттәренә уйып ҡалыуға өлгәшә. Икенсенән, спектаклдә Мөхәмәтша Буранғоловтың яҙмышына бәйле, шул ваҡытта дөйөм төбәктә ҡуйырған хәл-ваҡиғалар ҡайһы саҡ Ҡатил батша илен хәтерләткәндәй. Тарихта ҡалған ҡанлы эҙҙәр...

Башҡорт автономияһы менән бер рәттән Стәрлетамаҡта беренсе башҡорт театры төҙөү осоро, беренсе сәхнәләштереү өсөн тап “Ашҡаҙар”ҙың һайлап алыныуы... Ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған Мөхәмәтша Буранғолов һынының милли сәнғәт кенә түгел, халыҡ, Башҡортостаныбыҙ яҙмышы хәл ителгән сәйәси өлкәлә лә мөһим урын алып тороуы бик яҡшы яҡтыртылған әҫәрҙә.

Тәү ҡарашҡа спектаклдәге ике сюжет һыҙығы араһында, “Ашҡаҙар”ҙы Мөхә­мәтша Буранғолов яҙыуын иҫәпкә алмағанда, бер ниндәй бәйләнеш юҡ һымаҡ. Әлбиттә, пьесаның башынан алып аҙағына тиклем сәхнәләш­терелеүен “тарих эсендәге тарих” алымы тип тә аңларға мөмкин, тамашасы тәүҙә театр асылыу осорон, тәүге башҡорт спектакленә әҙерлек ваҡытын күҙәтә, аҙаҡ Таңһылыу менән Йомағол трагедия­һы уны тулыһынса үҙенә “йота”. Сюжет һыҙыҡтарының бәйләнеше шунда: “Ашҡаҙар” геройҙары тормошондағы хәл-ваҡиғалар Мөхәмәтша Буранғо­ловтың ғына түгел, шул замандағы башҡа тарихи шәхестәр яҙмышына параллель киҫкенләшә, был спектаклгә үҙенә күрә бер көсөргәнешлек өҫтәй.

Минимализм күренеше һуңғы йылдарҙа театр сәнғәтендә киң ҡулланыла башланы. Әлеге спектаклдә лә яһалма театр сәхнәһен, сәңгелдәкте, мендәрҙәрҙе һәм башҡа өй ҡаралдыһын, һорау алыу өҫтәлен, ултырғысты, лампаны иҫәпкә алмағанда, декорация ҡорамалдарынан милли орнаменттар менән биҙәлгән һандыҡтар ғына. Уларҙы актерҙар үҙҙәре спектакль дауамында күсереп алып йөрөтә. Был М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарындағы “Хыялға ҡаршы” әҫәрендә хәрефтәр яҙылған кубтар, “Прометей”ҙа “аҡыл”, “намыҫ” һәм “выждан” һүҙҙәре менән алымдарҙы хәтерләтә. Үҙенсәлекле, уңышлы һәм уңайлы, ә иң мөһиме – ниндәйҙер мөғжизә менән ваҡиғалар барышындағы урынды тулыһынса күҙ алдына килтереү өсөн бер ҙә ҡамасау түгел.

Мөхәмәтша Буранғолов ролендәге Рафиҡ Хәсәновтың уйынына һоҡланмау мөмкин түгел: уның һыҙланыуҙарына ышанған йөрәк ҡуша һыҙыла. Ә бына Марат Зөбәйеров бер юлы ике ролде башҡарыуы, секунд эсендә бер кешенән икенсеһенә әүерелеү һәләте менән барыһын да хайран ҡалдырҙы: ярҙамға плащ, фуражка, таяҡ һәм әле генә Буранғоловтан һорау алған тәфтишсе урынына бөтөнләй икенсе тарихи шәхес – Карл Муценик баҫып тора. Мимикаһы ғына түгел, тауышы ла икенсе хатта.

– Әлбиттә, был ролдәрҙе ике кеше лә уйнай алыр ине, әммә режиссерға тап минең төрлөгә әүерелеүем оҡшаны, – тине был хаҡта актер үҙе спектаклдән һуң.

Резеда Әмәкәсованың Таңһылыуы күҙ алдына ябай булмаған шәхес булып баҫа: башҡорт ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ һәм саялыҡ, тыйнаҡлыҡ менән ҡыйыулыҡ, һылыулыҡ, нәзәкәтлек һәм батырлыҡ, рух ныҡлығы кеүек тәү ҡарауға ҡапма-ҡаршы сифаттар, бергә тупланып, актриса тыуҙырған образды сағыу яһай.

Илфир Баймырҙин спектаклдә ике ролде башҡара: ул Вәлиулла Мортазин-Иманский ҙа, Йомағол да. Икеһендә лә бирелеп китеп уйнаған актер ихласлығы менән арбай, тамашасыны үҙе менән бергә ҡыуанырға, көйөнөргә, ҡайғырырға ла мәжбүр итә.

Кире геройҙарҙы уйнау өсөн айырым оҫталыҡ кәрәктер ул. Рәсил Сынбула­товтың Вәлиәхмәтенә ҡарап күңелдә нәфрәт тойғоһо ҡайнаны, ә актерҙың уйыны һоҡланыу хисе тыуҙырҙы: артыҡ ҡыланыу ҙа юҡ, барыһы ла тормошсан һәм үҙенә ышандыра.

Башҡортостандың халыҡ артистары Рауил Ғәлин (Ғәҙелша), Зөлфиә Хәли­лова (Бибиғәйшә), Фәим Әхмәтйәнов (Сәфәрғәли), тәжрибәле оло быуын вәкилдәре булараҡ, “Ашҡаҙар”ға йәм өрҙөләр: тамашасы улар менән бергә көлдө лә, иланы ла.

Гөлнара Йәрмәева, Таһир Фәтҡуллин, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Илгиз Аҡым­бәтов, Револь Ғималов, Илнур Атйе­тәров – барыһы ла дөйөм спектакль күренешенең биҙәге, бар нескәлегендә күрһәтелгән йәштәрҙең киске уйыны, туй йолаһы, фажиғәле хәл-ваҡиғалар барышында йә бер, йә икенсе ролде килештереп уйнауы менән иҫтә ҡалды, тейешле мөхит булдырыуға уңышлы булышлыҡ итте.

“Йомағол ағай боҙ аҫтына киткән! Харап ҡына булған бит!” – Фәнил Ҡарасурин был үҙәк өҙгөс үлем хәбәрен яңғыратҡан саҡта залда тетрәнмәгән кеше ҡалмағандыр. Һәләтле егет – театрҙың өмөтлө киләсәге, хеҙмәт юлын бер ай элек кенә башлаған.

– “Ашҡаҙар” – дәүләт театрында уйнаған беренсе спектаклем. Көткән өмөттәр тулыһынса тиерлек аҡланды, әммә камиллыҡтың сиге юҡ, артабан тағы ла нығыраҡ тырышып эшләргә кәрәк. Үҙ-үҙемдән түгел, дөйөм спек­таклдән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙем, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йәш актер саранан һуң.

Спектакль әле тамамланмаған да, Рафиҡ Хәсәнов һуңғы һүҙҙәрен әйтеп тә бөтмәгән, ә шығырым тулы зал аяғүрә баҫып алҡышлай, “Шәп!”, “Афарин!” тип ҡысҡыра, актерҙарға сәскә бәйләмдәре һуҙа. Шаршау ябылғас та таралышырға ашыҡманы тамашасы, һәр кемдең күңелендә спектакль ҡалдырған тойғолар менән бүлешкеһе килә ине.

Актерҙар, режиссерҙар өсөн халыҡ һөйөүенән дә юғарыраҡ баһа бармы икән?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 675

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 564

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 592

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 448

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 660

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 399

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 565