Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңғандарҙан илһам алып
“Тарих биттәре” фестиваль-марафонында – ғафуриҙар.

Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында район халҡының барлыҡ өлкәләге уңыштары, тарихы хаҡында бай күргәҙмә ҡуйылған. Ошо төбәктә тыуып үҫкән әҙиптәр, ғалимдар, хеҙмәт батырҙары, ғөмүмән, күренекле шәхестәрҙең ижады тураһында һөйләгән экспонаттарҙы тамаша ҡылыусылар ҡыҙыҡһынып ҡарай.

Ана, Игенйылға ауылынан Смирновтар ойошторған күргәҙ­мә янында ла халыҡ шаҡтай йы­йылған. Берәүҙәр “Ошо буламы?” тип дөйәғоштарҙың йо­морт­ҡа­һын тотоп-тотоп ҡарай, икенселәр бө­төнләй икенсе ҡитғала йәшәгән ҡош­тарҙың һалҡын Башҡортостан ерлегенә нисек ерегеүе менән ҡыҙыҡһына.

Әйткәндәй, Әлфиә менән Виталий Смирновтар ҡалала тыуып үҫһә лә, олатай-өләсәйҙәре янына йыш ҡайтып йөрөй. Бер көндө атай-әсәйҙәренең тыуған ауылында дөйәғош фермаһы асырға тәүәккәлләйҙәр. Бөтмөр йәштәр ауылдың бер мөйөшөн­дә ферма асып, эш башлап та ебәрә. Бөгөн бында дөйәғоштар ғына түгел, дөйә, йәнә бихисап экзотик ҡош ереккән. Хәҙер был ғәжәп ферманы республикала ғына түгел, илдең башҡа төбәк­тәрендә лә яҡшы беләләр. Яҡында ғына “Красноусол” шифа­ханаһы, балаларҙыҡы ла шунда. Ял итергә килгән меңәр­ләгән кеше фермаға ла инеп, рәхәтләнеп тамаша ҡыла. Дәрт­ле йәштәр ҙур хыялдар менән йәшәй. Махсус программаларҙа ла әүҙем ҡатнашалар, 1,5 миллион һумлыҡ грант отоп, шул аҡсаға “Беларусь” тракторы һатып алғандар.

Шыйыҡ таштан төрлө уйын­сыҡтар, һындар эшләгән Роман Бәшировтың әйберҙәре менән дә күптәр ҡыҙыҡһынды, һатып алды. Бер урында Бурлы мәк­тәбе уҡытыусыһы Вадим Ғүмә­ров үҙенең тал сыбыҡса­лары­нан үрелгән төрлө һауыттарын ҡуйған. “Был шөғөл менән хатта сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыналар. Күптән түгел Италиянан килеп, оҫталыҡ дәрестәре алып, өйрәнеп киттеләр”, – тине оҫта. Районда ғына түгел, республикала оҫта думбырасы булып танылған Илһам Байбулдин халҡыбыҙ­ҙың уйын ҡоралдарын үҫтереү­гә ҙур көс һала. Ул ойошторған күргәҙмәлә думбыра, ҡурай урын алған.

Икмәк-ҡалас, ҡымыҙ, сыр, һөт аҙыҡ­тары, ыҫланған ит... Өҫтәлдәге ауыл хужалығы аҙыҡ­тарының төрлөлөгөнән күҙ ҡамаша. Күренеп тора: район уңғандары тырыша, урындағы экологик йәһәттән таҙа сеймалдан сифатлы аҙыҡ-түлек етештерә. Халыҡ уларҙы тәмләп ҡарай, ҡайҙан алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһына.

Йыр-моң менән үрелеп барған тамашала Ғафури хал­ҡы­ның был осорҙа ил күргәнде күреп, төрлө ваҡиғаларҙы кисереп, төрлө шарттарҙа юғалып ҡалмауына, республикабыҙҙың данлы юбилейын ҙур уңыштар менән ҡаршылауына шаһит булды залдағылар.

1940 йылда районда 89 колхоз иҫәпләнә. Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәләрендә район вәкилдәре лә ҡатнашып, юғары наградаларға лайыҡ була. Алдынғы быҙау ҡараусы Зөлфиә Нәҙершина 1936 йылда тырыш хеҙмәте өсөн Беренсе Бөтә Союз социалистик малсылыҡ алдын­ғылары кәңәшмәһендә “Почет Билдәһе” ордены менән бүләк­ләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы баш­лан­ғас, Ғафури яу ҡырына 13 меңдән ашыу улын һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың 10 ме­ңе миҙал­дар һәм ордендар менән бүләк­ләнә. Алты меңдән ашыу яугир яу ҡырында башын һал­һа, өс меңе хә­бәрһеҙ юғала. Район­дың биш улы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Тиҫтәләрсә йылдар буйы район халҡы тырышып эшләй. Ә ауыл хужалығы эшсәндәре араһынан ун кеше – Ленин, ун уңған – Октябрь Революцияһы, 55 кеше Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Бөгөн дә төбәк халҡы хеҙмәт дәрте менән сәмләнеп йәшәй. Районда ауыл хужалығы – төп тармаҡтарҙың береһе. Йыл һайын тулайым продукция күләме арта. Ер эшсәндәре иген культуралары, көнбағыш, кукуруз үҫтерә. Нут, люпин кеүек яңы культураларҙы етеште­реүгә иғтибар бирелә. Йыл һайын шәкәр сөгөлдөрө сәсеү­лектәре арта. “Татлы тамыр” үҫтереү буйынса район республикала һуңғы йылдарҙа иң алдынғы төбәктәр иҫәбендә йөрөй. Малсылар һөт, ит, сыр, ҡымыҙ етештереүҙе арттыра.

Районда сәнәғәт етештереүе лә заман алымдарын әүҙем үҙләштерә бара, һәм уңғандар төбәктәге тәбиғи байлыҡты әүҙем файҙалана. “Тере һыу”, “Красноусол минераль һыуҙа­ры”, “Красноусол минераль һыуын сығарыу һәм ҡойоу заводы” йәмғиәттәре үҙ эшен ныҡлы йәйелдергән. Данлыҡлы Красноусол һыуының шөһрәте республиканың ҡала-райондарында ғына түгел, сит төбәктәр­ҙә лә арта, уны һораусылар күбәйә. Минераль һыуҙың сифаты Рәсәй күләмендә юғары наградалар менән билдәләнгән. “Термопласт” йәмғиәте полиэтилен пленкаларҙы күпләп етештерә.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: эш менән мәшғүл булғандарҙың 45 проценттан күберәге үҙ булмышын йүнселлектә тапҡан. Муниципаль программаға ярашлы 2010 йылдан 151 эшҡыуар 20 миллион һум аҡсалата ярҙам алған. Уңғандар “Йыл эшҡыуары” республика конкурсында йыш еңеү яулай. Мәҫәлән, былтыр йүнсел Николай Фомин “Аҙыҡ етештереү өлкәһендә яңы эшҡыуар” номинацияһында республика конкурсы еңеүсеһе булған, “Уңыш” йәмғиәте механизаторы Альберт Мәүлетҡолов төбәк­тәге иң яҡшы ун комбайнсы иҫәбендә “Нива-Шевроле” автомобиле менән бүләкләнгән.

Райондың ауыл хужалығы етеште­реүселәре республика Хөкүмәтенән һиҙелерлек күләм­дә даими субсидия ала. Былтыр ул 31,8 миллион һум тәшкил иткән. Муниципаль программаға ярашлы, урындағы ҡаҙнанан 2014 йылдан дүрт крәҫтиән (фермер) хужалығына 2,27 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. “Ғаилә малсылыҡ фер­маһы”, “Эш башлаған фермер” республика программалары нигеҙендә 2012 йылдан 22 хужалыҡ 40,9 миллион һум аҡсалата ярҙам алған.

Төбәктә торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара. Был юҫыҡта Ғафу­ри республикала иң күп йорт күтәргән ун район иҫәбенә инә.

Ауыл биләмәләре урындағы башланғыстарға булышлыҡ ҡылыу программаһында әүҙем ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа “Реаль эштәр”, “Ҡала мөхите”, “Кес­кәй Ватандың мәҙәниәте” проекттарына ярашлы ҙур күләмле эш башҡарылған. Йәш быуынға сифатлы белем биреүгә төбәктә ҙур иғтибар бүленә. “Башҡорт­остандың 100 йыллығына – 100 объект” акцияһы буйынса 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙа­ланыуға тапшырылған.

Әйткәндәй, 2017 йылда Ға­фури, райондар араһында үҙ­ида­ра органдарының һөҙөм­тәле эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса алтын диплом менән бү­ләкләнеп, 23 миллион һум күләмендә грантҡа лайыҡ булған.

Районда йүкә урмандарының күп булыуы ҡортсолоҡто үҫтереүгә етди булышлыҡ итә. Бөгөн бында 500-ҙән ашыу умартасы иҫәпләнә, улар бөтәһе 20 мең тирәһе күс тота.

Белеүебеҙсә, Ғафури ере Башҡорт­остандың ҡап уртаһын­да урынлашҡан. Район­дың тә­биғи байлығы туризмды үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар булыуын күрһәтә. Тау үркәстәре буйлап аҡҡан таҙа һыулы Еҙем йылға­һы буйында бихисап мәмерйә, ғәжәйеп тәбиғәт ҡомарт­ҡылары Рәсәйҙең төрлө төбәгенән кил­гән туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Бөгөн Толпар, Имәндәш ауылы биләмә­ләрендә дүрт туризм фирмаһы бар. Был урын­дағы халыҡҡа аҡса эшләргә мөмкинлек бирә. Йәнә шуныһы мөһим – быйыл Рәсәйҙә берен­селәрҙән Ғафу­риҙа “алтын ҡаҙаҡ” ҡағылды. Ғалимдар Усолка киҫеле­шендәге тау тоҡомдарының 294 миллион йыл элек барлыҡҡа килгәнен раҫлаған.

Күренеүенсә, баш ҡалаға Ға­фури халҡы ҙур хеҙмәт уңыш­тары менән килгән. Тимәк, бер аҙ күңел асып, йырлап-бейеп алырға ла мөмкин. Ә быныһын улар тағы ла шәберәк бул­дырҙы. Өфө халҡы Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури исемен йөрөткән район эшсәндәренең хеҙмәт уңыш­тарына бер һоҡланһа, йыр-бейеүҙәр гөлләмәһенән байрам дәрте, илһам алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566