Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Шәп ҡоҙам бар минең. Һәр ваҡыт ихлас, ауыҙы ҡолағына еткән. Уны күреүем була, минең дә ауыҙ үҙенән-үҙе йырыла. Ҡоҙам шунда уҡ ҡосаҡлап ала ла, рәхмәт төшкөрө, хәл-әхүәлде һораша башлай.

– Хәлдәр нисек? Донъя, балалар? Ҡоҙаса ни хәлдә…

Ҡоҙа тигәс тә, улымдың йәки ҡыҙымдың ҡайныһы түгел инде. Һеңлемдең иренең еҙнәһе. Бик йыш булмаһа ла, улай-былай мәжлестәрҙә бергә булырға тура килгәне бар. Харап күңелсәк, ихлас кеше ул. Бигерәк тә әҙ-мәҙ һуғып алһа, табындың бер биҙәгенә әүерелә. Гармунын ҡулына тотоп ала ла, күректәрен ҡолас етмәҫлек итеп тартып-тартып, үҙе уйнай, үҙе йырлай башлай.

Эй дуҫтарым, дуҫтарым,
Дуҫтарым-бәғерҙәрем.

Гел ошо йырҙы һуҙа ул. Айырыуса “беләйек ҡәҙерҙәрен” тигән юлдарын бер нисә тапҡыр ҡабатлай. Унан рюмкаһын һоноп, сәкәштерә башлай.

– Әйҙәгеҙ, шул хөрмәткә!

Бер аҙҙан бейергә төшөп китә. Уның өҙҙөрөп баҫыуына барыбыҙ ҙа хайран ҡалып ултырабыҙ. Хоҙай берәүгә бирһә бирә бит талантты! Белмәгән кеше уны бер ҙә төҙөлөштә эшләй тип уйламаҫ. Өҫтәл янына ултырғас, йәнә рюмкаһын һоноп:

– Ҡоҙа, әйҙә бер еппәрәйек әле, – ти.

Ҡоҙа үҙе йомарт та. Һәр ваҡыт өҙөлөп-өҙөлөп ҡунаҡҡа саҡыра.

– Исмаһам, бер ултырып алыр инек, был донъя фани ғына, – ти. Унан ҡатынын маҡтай башлай:

– Ой, минең кәләш, ой, минең кәләш!.. Аш-һыуға харап оҫта. Ул бешергән бәлеш, ҡоймаҡтар телеңде йоторлоҡ бына. Шуға ла берәйһе ҡунаҡ-фәлән йыя башлаһа, гел уны саҡыра. Харап шәп бешерә.

Ҡоҙам, майлы ҡоймаҡ ашағандай, иренен ялап ҡуя. Минең танау осонда тәмле бәлеш еҫе таралған кеүек була.

Көндәрҙең береһендә йәнә ошо шәп ҡоҙам тап булды. Хәл-әхүәл һорашҡас:

– Ауылға ҡайтып килергә ине, бәрәңгене ҡаҙып алырға кәрәк, – тинем. Был хәбәр уға етә ҡалды:

– Ҡоҙа, мин дә һеҙгә барам, ярҙам итешәм.

– Унда бәрәңге күп түгел, ярай, мәшәҡәтләнмә, үҙебеҙ ҙә өлгөрәбеҙ, – тип ҡарайым, ҡайҙа ул, ишетергә лә теләмәй.

– Әллә бер-ике сынаяҡ сәйеңде йәлләйһеңме? – тип һалдырҙы. – Теләмәйһең икән, бармайым әтеү, бармайым.

Ул балалар һымаҡ турһайҙы, күҙендә йәш бөрсөктәре күренгән һымаҡ булды. Уның был ҡыланы­шынан үҙемә ҡыйын булып китте. Ҡара, кеше ихлас күңелдән ярҙамла­шам тип тора, ә мин ҡырт киҫәм.

– Әйҙә, бергә-бергә күңеллерәк тә булыр, – тим.

Юлға сыҡтыҡ. Ысынлап та, телдәр кеше менән ифрат күңелле. Үҙе һөйләй, көйләп тә ебәрә. Ҡоҙам юл буйы тәбиғәткә, донъяның хозурлы­ғына һоҡланып килде лә йыр һуҙып ебәрҙе:

Был ғүмерҙәр ике килмәй,
Беләйек ҡәҙерҙәрен.

Һөйләшә-һөйләшә ауыл­ға ҡайтып еткән дә һиҙелмәне. Бәрәңгене сы­ға­рып бөткәс, кисен шәп итеп мунса яҡтым. Унан ҡоҙам сабыйҙарса ҡыуа­нып, ҡып-ҡыҙыл булып килеп сыҡты.

– Ой, мунса шәп! Яңынан тыу­ған­дай булдым. Шул мунсаны яҡҡан ҡоҙа үҙе шәп. Ә быны бер йотоп ебәрһәң, тағы ла шәп. – Ауыҙы ҡолағына еткән ҡоҙам, мут йылмайып, рюмкаларға ҡоя. – Әйҙә әле, ҡоҙа, шул хөрмәткә берҙе дөмбәҫ­ләйек.

Унан йәнә дәртләнеп китә. Үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра.

Иртәгәһенә кире ҡалаға йыйындыҡ. Ҡоҙама тип багажникка бәрәңге лә һалып алдым. Машинаға ултырғас та ул ҡатынына шылтыратты:
– Аппағым, һин аш-һыуыңды ҡараштыр, ҡоҙа менән ҡайтабыҙ, ҡоҙа менән!

Унан кәләшен маҡтай башланы:

– Ой, минең кәләш, ой, минең кәләш! Аш-һыуға харап оҫта бит. Ул ҡоймаҡтың әллә нисә төрөн бешерә. Ах, супылдап майы ағып торған ҡоймаҡҡа ни етә?! Барғас, үҙең күрерһең. Үҙеңде бер һыйлайым әле.

Ысынлап та, ҡоҙаса мул итеп табын әҙерләп торғайны. Өҫтәлдә нимә генә юҡ: ике-өс төрлө ҡоймаҡ, бәлеш... Ни арала өлгөргән? Юл шаҡтай алыҫ булғас, ҡорһаҡ аҫты бушаған. Асыҡмаған хәлдә лә, бындай тәмлекәстәрҙе ауыҙ итмәй сара юҡ. Ҡоҙасамдың берсә ыуылйып торған ҡоймағын, берсә өйрәк бәлешен маҡтай-маҡтай ашайым.

– Ҡоймағың бигерәк тәмле, ҡоҙаса! Ашап туйғыһыҙ. Ну ҡоҙа һиңә өйләнеп отҡан! Тамағы һыйлы икән.

– Шулай ул минең кәләш.

Бәхетле ҡоҙа ауыҙын йырҙы. Унан гармунын алып, йыр һуҙҙы.

– Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,
Дуҫтарым- бәғерҙәрем.
Был ғүмерҙәр ике килмәй,
Беләйек ҡәҙерҙәрен.
Беләйек ҡәҙерҙәре-е-н-н-н-н-н!

Йырҙың аҙаҡҡы юлын һуҙып тамамлап ҡуйҙы ла минең ҡулды ҡыҫты:

– Шәп ултырабыҙ, ибет, ҡоҙа? Ҡара әле, ни эшләп бер нәмә лә ашамайһың ул? Ана ҡоймағына үрел. Минең кәләш харап тәмле бешерә.

– Ашаным бит инде, туйҙым, рәхмәт. Ысынлап та, кәләшең шәп бешерә.

– Юҡ, мин күрмәнем. Аша әле. – Ҡоҙам бер ҡоймаҡты тәрилкәнән алып ҡулыма уҡ тоттора.

Өҫтәлдән ҡуҙғалғас, ҡоҙам кәләшенән күстәнәскә ҡоймаҡ та һалдыртты. Инде машинаға ултырам тигәндә, туҡтатып, бергә йәшәйек, тип ҡулымды бер нисә тапҡыр ҡыҫты.

...Иртәгәһенә һеңлемә инһәм, ҡоҙасам ултыра. Ике ҡыҙы ла шунда. Ҡоҙасамдың кәйефе юҡ. Бәй, ҡулына гипс һалынған түгелме?

– Әллә йығылдыңмы? – тип ҡыҙыҡһынам.

Ҡоҙасамдың хәсрәтле йөҙөнә еңелсә йылмайыу йүгерҙе. Кисәге ваҡиғаны һөйләне. Беҙҙе оҙатҡас, шәп ҡоҙам өйгә бөтөнләй ен алмаштырған кеүек килеп инә. Килеп инә лә, ни эшләп һинең ҡоймағыңды маҡтай, ни эшләп һиңә рәхмәт әйтә, моғайын, арағыҙҙа берә нәмә барҙыр, тип бәйләнә башлай. Ул ғына етмәй, өйҙәге барлыҡ әйберҙе ватырға тотона, тәҙрә өлгөләрен ҡыра, ишекте емерә. Алып бәргән ултырғысы ҡоҙасаның ҡулына килеп тейә. Ике ҡыҙы менән көскә өйҙән сығып ҡасҡандар...

Көндәрҙең береһендә Өфө урамында йәнә ҡоҙам осраны ла ҡосаҡлап уҡ алды.

– Ҡоҙа, ни хәлдәр? – Үҙенең ауыҙ йырыҡ.

– Бер көйө.

– Әйҙә беҙгә ҡунаҡҡа! – Ҡоҙам тағы ла үҙенә саҡыра башланы. – Минең кәләш ҡоймаҡты тәмле бешерә, майы супылдап тора...

Теге ваҡиғанан һуң үҙенә ныҡ асыуым килһә лә, был юлы ла ауыҙым үҙенән-үҙе йырылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 664

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567