Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирмен тигән ирҙең күңелендә...
Шағир Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре”нә бер ҡараш

Таш быуаттан килә минең телем,
Мәмерйәлә тыуған тәүге өнө...
Һөңгө сыңы ишетелә унда,
Һеңеп ҡалған уға ут төтөнө.
Яңғыраған ул йыртҡыс аулағанда,
Йәйәләрҙән осҡан уҡ булып.
Тиртеп сыҡҡан бейә елененән,
Сәскәләрҙән тамған һут булып.

Ошо шиғырҙың тәүге ауаздары яңғырау менән Башҡорт опера һәм балет театры залында тәрән тынлыҡ урынлашты, гүйә, меңәрләгән йөрәк, меңәрләгән күҙ, ҡолаҡ берәүгә әйләнде. О, һүҙ көсө! Уның тылсымлы ҡеүәте, ҡөҙрәте!

Фәрештәләр һәр саҡ яланаяҡ

Күҙ алдына Шүлгән мәмерйәһендә барған тормош, һөңгө тотҡан кешеләрҙең мамонтҡа һөжүме килә, ҡолаҡҡа йыртҡыс йөрәгенә төбәлгән уҡ һыҙғырыуы ишетелә. Йәшәү сәме менән ҡомарланған боғаҙҙарҙы “ура”, “урат” ауаздары ярып сыға; толҡаттан әле генә айырылған балаһын күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнең “бол-бала” тигәне наҙлы бер моң булып эргә-тирәһендәгеләр ҡолағына яғыла: “Бал?! Бала?” Бала шул, бал. Балдан татлыраҡ был донъяла ни бар тағы? Бала. Был затты балдан татлыраҡ иткән нәмә — ғазап. Әҙәми булмаған ауыртыу һәм ғазап аша донъяла тыуғанға ла татлы ул бала. Ғазапһыҙ, көрәшһеҙ килгән еңеүҙең бәҫе булыр инеме улайһа?! Үҙ туған телебеҙҙең яралыуын шағир ана нисек әйтеп бирә алған! Әйтерһең дә, ул телебеҙҙе ҡырҡ ғазап, әсе тир, һыҡтау-ыңғырашыу аша һалҡын һәм еүеш мәмерйәлә шәхсән үҙе тыуҙырған. “Йөрәк һүҙе” тип аталған шиғыр бәйгеһендә Азамат Юлдашбаев аһәңле һәм йөрәкте тетрәтерлек итеп ҡәләмдәше, хеҙмәттәше Салауат Нәзир улы Әбүзәровтың шиғырҙарын, яҙмамдың башында килтергән юлдарҙы, яңғыратты.

Ҡулымда — Салауат Әбүзәрҙең яңы китабы, “Ғәмәл дәфтәре” тип аталған ши­ғыр һәм поэмалар йыйынтығы. Шағирҙың был яңы хеҙмәтен Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы идараһы республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим иткән. Тимәк, идара ағзалары — республикабыҙҙың билдәле әҙәбиәт әһелдәре — ошо йыйынтыҡ авторын юғары исемгә лайыҡ тип тапҡан! Афарин! Китап, әйтергә кәрәк, артыҡ күләмле түгел. Салауат теләһә, бынан алда сыҡҡан китаптарында донъя күргән шиғырҙарын да ҡушып, ишәйтеп, ҡалыныраҡ та йыйынтыҡ нәшерләй ала ине, әлбиттә. Илле йәшлек юбилейға тура килгән эштә форсаттан файҙаланһа ла булыр ине. Ләкин Салауат Әбүзәрҙе белмәйемме инде? Унан да баҫалҡы, унан да ырыяһыҙ тағы бер шағирҙы бөгөн атап буламы һуң?.. Матур гөлдәргә Хоҙай үҙен һаҡларлыҡ сәнскеләр бирһә лә, талантлы бәндәһенә үҙен үҙе яҡларлыҡ, ҡурсырлыҡ башҡа сара бирмәй, ахыры. Юғиһә талант Алиһәһе булған шағир: “Не стыдись, страна Россия, ангелы всегда босые!” — тип аҡ ҡағыҙға көйҙөрөрлөк йән асыуын тамыҙып ҡалдырмаҫ ине.

Алдымда — “Ғәмәл дәфтәре”. Бына “Моң” тип аталған шиғыр. Һәр кемдең үҙенә генә билдәле бер кисерештер ул моң тигәндәре.

Бына минең тыуған ерем —
Тыуған ауылым — Ташаҫтым.
Ошонда күҙҙе астым һәм
Ошонда тәпәй баҫтым.
Тәүге юлдар уҡ шағирҙың ауылда тыуып үҫеүенә ишара. Тимәк, күкрәген тултырыр моңдо ла ул ошонда тиргән. Милләттең йөрәге ауылда һаҡланалыр. Уны йәшәткән дә, йәшәрткән дә ауылымда яңғыраған моңдарҙыр...

Күҙ алдыма килеп баҫты
Яр буйындағы усаҡ.
Йәштәр кисен йыйылышып
Бейейҙәр ине ул саҡ.
Эх, гармунсының уйнауы —
Үҙәкте өҙә генә!
Бындай моң бер ҡайҙа юҡтыр,
Бындай моң беҙҙә генә.
Әммә, нисек кенә уйнамаһын, гармунсыны ла ваҡыт ғали йәнәптәре аямай — ул да ҡартая.
...Бер кисте ҡарт, усаҡ яғып,
Гармун уйнаған икән.
Уйнаған да уйнаған, ти,
Ул арала таң атҡан.
Ҡарап торған ҡарсығының
Күҙенән йәше аҡҡан.
Әйткән, тиҙәр, ҡарсығына:
“Иҫләһен һәр кемегеҙ,
Васыятым булһын һеҙгә —
Гармун менән күмегеҙ!”
Эйе, гармун тауышы хисләндермәй икән, йәштәр ул моңға битараф икән — ололар менән бергә моң да китә. Эйәһе менән бергә ерләнгән гармун кеүек, ул да юғала...


Башҡорт иленең көҙгөһө

Әгәр “Ғәмәл дәфтәре”ндәге һәр шиғырға туҡтай ҡалһам, ҡағыҙ биттәре лә, гәзит киңлеге лә етмәҫ — аңлайым. Төшөнәм. Ләкин Салауат ҡустының ижады шундай: һәр ҡайһыһы хаҡында тотош мәҡәлә йә реферат яҙырлыҡ. Юҡҡамы ни бөйөк Мостай Салауаттың 30 йәше алдынан: “Ҙур талантыңды һаҡла, Салауат!” — тип телеграмма һуҡҡан! Мостай һынлы әҙип йәш шағирға инселәп шундай һүҙҙәр әйткән. Салауаттың ижады Бабич премияһына тәҡдим ителгәс тә, Мостай, үҙ һүҙен әйтеп, йәш ижадсыны ҡурсырға тырыша. Хатта Салауат Әбүзәрҙең ғаиләһен (ул хәҙер дүрт бала атаһы!) фатирлы итеүгә лә Мостай Кәрим булышлыҡ итә. Был бер ҙә юҡҡа түгел: бөйөк талант эйәһе Салауатта үҙенә алмаш күрә — бына нимә!

Былары — юл ыңғайы әйтелгән һүҙҙәр. Төп бурысым — Салауаттың шиғырҙарына аҙ ғына булһа ла байҡау яһау. Бына “Алмағас” әҫәре. Башлыса ул фекерен уратып-суратмай ғына башлай:

“Беҙ — аҡтамыр!” — тибеҙ. Ә уйлаһаң,
Сүп үләне бит ул аҡтамыр.
Ғүмерендә баҡса күрмәгән тик
Сүп үләне менән маҡтаныр.
Беҙ — сүп түгел! Сүптәй беҙ күп түгел,
Быны инде кем һуң аңламаҫ.
Башҡортостан тигән баҡсабыҙҙа
Беҙ бит емеш биргән алмағас.
Шул алманың тәмен татыр өсөн,
Яттар килгән төрлө яҡтарҙан.
Ҡорттар булып төшкән, дуңғыҙ булып
Тамырҙарын уның аҡтарған.
Олононда күпме йәрәхәт бар,
Һындырылған күпме ботаҡтар!
(Йөрәгемә ҡара ҡандар һауа,
Иҫкә килеп төшһә ул саҡтар).

Шиғырҙан мин бер нисә строфа ғына килтерҙем. Ошо юлдарҙан да авторҙың иле өсөн ни саҡлы ғорурланғаны һәм уның бәләһе өсөн ни тиклем әсенгәне асыҡ. Артабан китап биттәрен асҡан һайын үткән һәм бөгөнгө хаятыбыҙ тағы ла нығыраҡ күҙаллана. Шағир күңелендә бөгөнгө донъябыҙ тотош сағыла. Көҙгөләге кеүек, унда бөтә нәмә күренә. Ҡасандыр Белинский Лев Толстойҙы “урыҫ революцияһының көҙгөһө” тип атаған кеүек, Салауат Әбүзәрҙе лә ижадына ҡарап, һис тә икеләнмәйенсә, “башҡорт иленең көҙгөһө” тип атап булалыр. Хатта бынау өс кенә куплетлыҡ “Башҡорт диуары” әҫәрендә лә:
Пирамидаларға таң ҡалабыҙ,
Һоҡланабыҙ Ҡытай диуарына.
Аҡылдарға һыймаҫ мөғжизәләр
Күктән төшә микән Ер шарына?!
Һәм халҡымдың бөйөк рухы йәшәй,
Ниндәй көс бар шунан юғары?!
Мәңгелеккә ҡалҡан булып тора
Башҡорт рухы — башҡорт улдары! —

тип халҡыбыҙҙың бөйөк һәм еңелмәҫ рухына ишара яһай, ҡәлбебеҙгә ҡеүәт өҫтәй, саялыҡты сарлай. Шул уҡ ваҡытта үҙенә (“Йөрәккә һүҙ”) аныҡ маҡсат та ҡуя:

Тумыртҡа түгелһең, йөрәк,
Серегән, тип, күп нәмә,
Ҡортон таҙартырға теләп,
Үҙеңә ҡорт сүпләмә.
Самаһыҙлыҡ башҡа етә,
Һәр ваҡыт самаңды бел.
Юҡ-барға ярһып та барма,
Һин бит барабан түгел.
Ғүмер иҫәпләп маташма,
Сәғәткә ҡалһын ул эш.
Һинең өлөш: маҡсат — сәпкә
Тоҫҡап атылған кереш.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Ошонан да арттырып бәндә үҙенә тағы ни теләһен? Юғиһә бит ҡайһы берәүҙәр хәлдәре бөтөп башҡаларҙан “ҡорт” эҙләй. Сүпләй торғас, билдәле, үҙе ҡортлай. Ысынлап та, әгәр йөрәгеңде кешегә төбәлгән ҡоралға әйләндерһәң, ул ҡорал бит ахыр сиктә үҙ йөрәгеңә атасаҡ. Салауаттың был шиғыры — һабаҡ та, иҫкәртеү ҙә, аҡыллыға ишара ла...


Күңелде тетрәндергән ижад

Ишара тигәндәй, Салауат Әбүзәрҙең “Орден” тип аталған әҫәре шиғыр булараҡ күләмле генә. “Поэма” тип атаһа ла булыр ине. Был әҫәр Чечня һуғышында, хәҙер уны шымалап “кампания” тиҙәр, егет һөйләгәндән бәйән ителгән. Шиғри бәйән. Тетрәндергес әйбер. Ғәҙәттәгесә, йәғни Салауатса, ваҡиғаның ас биленән бөрөп алып башлана әҫәр:
Мәскәү ҡалаһының ҙур залында
Ошо ярсыҡ менән “аттылар”:
“Батырҙарын ил онотмаҫ”, — тиеп
Күкрәгемә тәре таҡтылар.
Пуля тейгән саҡта ауыртыу юҡ,
Һыҙланыуҙар килә аҙаҡтан...
Күкрәгемдән йолҡоп алдым уны,
Тик ҡотолоп булмай ғазаптан.
Салауаттың маңлайына баҫҡан
Утлы тамға кеүек был ҡалай
Нисәмә йыл йөрәгемде өтә,
Нисәмә йыл йәнде язалай!..

Артабан был өнһөҙ язаланыуҙарҙың сәбәбе асылғандан-асыла, тора-бара ул, ил тарихындағы Афған йәрәхәте кеүек, егет тәнендәге бөтәшмәй торған яра-тамғаға әүерелә.
Беҙ “таҙартҡан” ауыл төтәп ята,
Илаш-һыҡташ... “Үҙегеҙ ғәйепле!”
Ҡапҡаһынан сығып етә алмай,
Тәгәрәгән бер ҡарт мәйете.
Түшендәге орден-миҙалына
Күкрәгенән һарҡып ҡан аҡҡан.
Һәләк булды яугир үҙ иленән
Ҡорал тотоп килгән һалдаттан.

Йөрәккә ҡан һауҙырыр был юлдарҙы уҡып өлгөрмәйһең, һуғыш тағы бер ҡырағай йөҙө менән асыла:

Фашистарҙы еңгән яугир ята...
Ә йортонда бер ҡыҙ баланы
(Ун бише лә, бәлки, тулмағандыр)
Ете-һигеҙ һалдат таланы...
Фашистарҙы еңгән яугир ята,
Һәм ҡыҙ бала... Уның кемелер?!
Икеһе лә тиҙҙән “бандит” булыр,
“Бандит” иҫәбендә күмелер.

Эйе, Ер йөҙөндә ҡылынған хәшәрәтлек бихисап. Әммә шулар тураһында һөйләгән, әрнегән, төҙәтергә теләгән кешеләр булмаһа, улар бигерәк тә күбәйер ине. Шулай ҙа була: насарлыҡты төҙәтергә теләү кире һөҙөмтә лә биреп ҡуйғылай. Әммә ҡараны — ҡара, аҡты аҡ тип атау, кешелектең күҙен асыу бөгөнгөбөҙҙө мәғәнәлерәк, киләсәгебеҙҙе өмөтлөрәк яһай. Әҫәрҙәге ошо хәл-ваҡиғаларҙы бәйән иткән һалдат тәүбәһенә килә, ә бит иң ҡыйыны — күңел, йән ғазабы, унан ышыҡланыр, ҡасыр урын юҡ:

Ниндәй һуғыш мәрхәмәтле булған?!
Һуғыштарҙың инде дине юҡ.
Иманһыҙҙар башлай һуғыштарҙы,
Ҡайһылары яҡлай иманын.
Әҙәм атҡан саҡта йәш түкмәнем,
Бөгөн “Ҡөрьән” тотоп иланым...


Нужа һурпаһы эскән егет

Үрҙә әйткәнемсә, “Ғәмәл дәфтәре”нә ингән йөҙләгән шиғыр хаҡында тәфсирләп һөйләп тә, яҙып та булмай. Уның өсөн монография кәрәкле ошо юлдарҙы яҙғанда һикһән йәшлек бер туған ағайым Илдарға Салауаттың ҡайһы бер шиғырҙарын уҡып ишеттерҙем. Тыңлап ултыра биргәс, ул:
— Был егет нужа һурпаһын күп эскәнгә оҡшай. Нужа күрмәгән кеше былай яҙа алмай, — тине.

Ысынында иһә шулай бит: Салауат — ғаиләлә дүртенсе бала — биш йәшендә атайһыҙ ҡала. Ауылдың тракторсы, комбайнсыһы, биш бала атаһы Нәзир утыҙ биш кенә йәшендә үпкәһенә һалҡын тейҙереп донъя ҡуя. Күрәһең, ҡар өҫтөндә, туң ерҙә ятып трактор ремонтлау, көн-төн егелеп, алһыҙ-ялһыҙ колхоз йөгөн тартыу үҙенекен итә, унан бик иртә гүр эйәһе яһай.

Биш баланы Мәрйәм апай яңғыҙы күтәрә. Мәктәп йыйыштырыусыһының эш хаҡы әллә ни күп түгел — ауырға тура килә, әлбиттә. Салауатты ул, зирәклеген иҫәпкә алып, Стәрлетамаҡтың Ленин исемендәге мәктәбенә уҡырға бирә. Дүртенсе кластан ижад ҡомарына сумған бала бында һигеҙҙе бөткәнсә уҡый. Артабан ауылына ҡайтырға, уҡыуҙы ауыл мәктәбендә дауам итергә тура килә, сөнки унан оло ағалары армия сафына алына.

Ваҡыты еткәс, Салауат үҙе лә Көнсығышҡа, Ҡытай сигенә, ил һаҡларға китә. Ике йыл заставала хеҙмәт итә, имен-һау ҡайтып, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас, ҡайтып, үҙенең тыуған Ташаҫты ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, әммә ижад ҡомары уны Өфөгә саҡыра. Баш ҡала уның рухи мәркәзенә, ижад Мәккәһенә әүерелә: “Башҡортостан” гәзитендә, “Һәнәк” һәм “Ағиҙел” журналдарында эшләй.

Ысын шағирҙың яҙмышы — ил, халыҡ яҙмышының айырылғыһыҙ өлөшө. Шулай булмаһа, старшина балаһы Салауат халҡы менән бергә батшаға ҡаршы яуға күтәрелер инеме? Ә бит герой булыу — башҡа бер кемдекенә лә оҡшамаған, тик үҙенә генә хас тәҡдир эйәһе булыу. Әбүзәрҙең үҙе хаҡында һөйләргә яратмағанын белһәм дә, бер һорауҙы бирмәй ҡалдыра алманым:

— Салауат ҡустым, ҡыйыулыҡҡа өйрәнеп булмайҙыр ул. Миңә ҡалһа, ул тыумыштан. Ә бына һиңә “Салауат” исеме йоғонто яһаманымы икән?

— Бәлки... – Салауат көлөмһөрәне.

Ә мин эсемдән уйлап ултырам: ай-һай, “бәлки” генә түгелдер. Ирмен тигән ир күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, ти халыҡ. Салауат Юлаев, Салауат Хәмиҙуллин, Салауат Ғәлләмов, Салауат Әбүзәров. Ошо исемдәр бит күп осраҡта оло бер ҡорға олғаша.

Салауат Әбүзәрҙе ҡәләмдәштәре ололап, уның ҙур талантына баһа һорап, Салауат Юлаев премияһына тәҡдим итте. Төп баһаны халыҡ бирһә лә, рәсми баһаны — комиссия. Ул үҙ һүҙен ваҡытында әйтер, ә әлегә Салауат Әбүзәрҙең донъялағы берҙән-бер һәм ғәзиз телен яҡлап әйткән һүҙҙәре бөгөнгө болғауыр заманда айырым-асыҡ яңғырай, йөрәкте тетрәтеп, намыҫтарға һуғып һиҫкәндереп, үлгән намыҫтарҙы уята:

Ҡылыс булып ҡындан һурылған ул,
Яу килгәндә тыуған еренә.
Ул ағылған ҡурай моңо булып,
Күтәрелеп Урал үренә.
Үртәгәндәр уны һәм аҫҡандар...
Меңәрләгән ауыл көлөнән.
Ул терелеп ҡабат атылып сыҡҡан
Бишектәге сабый теленән.
Ата-бабаларҙың аманаты,
Тере рухы — башҡорт теле ул.
Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы,
Милләтемдең изге түле ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567