Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалаға ҡыҙҙар килде
Ҡалаға ҡыҙҙар килдеӨфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған Нәзифә Аласова менән Гөлсәсәк Зарипова Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эш башланы. Әйтеүҙәренсә, улар V клас­тан бергә – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатында белем алғандар.


Дәүләкән ҡыҙы Гөлсәсәк бәләкәйҙән һүҙгә оҫта була. Уҡый-яҙа белмәгән сағында уҡ яҡындарын, ауылдаштарын шиғыр ятлауға әүәҫлеге менән хайран итә. Нәзифә иһә йырларға ярата. Моңло тауышлы ҡыҙ төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, “Баймаҡ йондоҙсоғо” конкурсында төп бүләккә лайыҡ була. Ғөмүмән, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына осраҡлы килмәй ҡыҙҙар. Артабан сәнғәт институтына, унан Салауат театрына ҙур теләк менән аяҡ баҫалар.
– Таныш булмаған ҡалаға юлланыр алдынан икеләнеү тойғоһо кисермәнегеҙме? – тип ҡыҙыҡһындым ҡыҙҙарҙан.
– Баштараҡ дөрөҫ аҙым яһайбыҙмы, яңылышмайбыҙмы тигән һорау тыуҙы, әлбиттә, – тип яуапланы улар. – Әммә коллективтың ихлас ҡаршы алыуы, оло апай-ағайҙарҙың арҡанан һөйөп яратыуы бөтә шиктәрҙе таратты. Театр директоры Илдар Маннапов, ижади коллективҡа идара итеүсе Рөстәм Фазылов, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев алдан уҡ имтихандарға килеп, һәләте­беҙҙе самаланы, фатиха бирҙе. Ҡала йәш, матур, халҡы ихлас. Беҙгә тырышып, янып ижад итергә генә ҡала.

Салауат ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 645

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 014

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 531

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 741

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 562

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 427

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 482

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 374

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 635

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 365

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 535