Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыйыулыҡ ҡалалар яулар
Ҡыйыулыҡ ҡалалар яуларҺуңғы йылдарҙа баш ҡала халҡы театр сәнғәте менән ихлас ҡыҙыҡһына тиһәм, бер ҙә яңылышыу булмаҫ. Беҙ йөрөргә күнегелгән дәүләт театрҙарынан тыш, шәхси театрҙарҙың да ҡанат йәйеүе – быға аныҡ дәлил. Һүҙем шуларҙың береһе “the Театр” хаҡында булыр.


“Быға тиклем ошондай форматта ҡуйылған спектаклдәрҙе бөтөнләй ҙә күргәнем юҡ ине... Хәҙер һеҙ минең яңы һөйөүем”.
“Актерҙарҙың үҙҙәре уйнаған ваҡиғаларға башкөллө сумыуы оҡшай. Бына әҙәпһеҙерәк күренгән егеткә ҡарайһың да, үҙенән-үҙе был асылы менән ул нисек театрҙа уйнай икән, тигән уй килә башҡа. Был театрҙы тағы ла һынлы сәнғәттең импрессионизм жанры менән сағыштырғым килә. Ысын­барлыҡта булған хәлдәрҙе күрһәтәһегеҙ һымаҡ, әммә барыһы ла форма һәм төҫтәр менән көсәйтелгән”.
“Минең тормошом бер ҡасан да элеккесә булмаясаҡ... Был ерҙә ошондай һәләтле кешеләр булғанда, беҙ һәр минуттың, хатта һәр ямғыр тамсыһының мәғәнәһен тойоп йәшәйәсәкбеҙ...”
Былар барыһы ла “the Театр”ҙың Бәй­ләнештә сайтындағы төркөмөнә яҙған тамашасы фекеренән өҙөктәр.
Проект 2013 йылдың 13 сентябрендә З. Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап сыҡҡан бер төркөм йәш актерҙар тарафынан төҙөлә.
“Екатеринбург ҡалаһындағы билдәле “Коляда театр”ға ижади практикаға барған осорҙа шәхси театр ойоштороу уйы тыуҙы ла инде. Николай Владимирович (Николай Коляда, совет һәм рус актеры, прозаик, драматург, сценарист, театр режиссеры – Авт.) мине күҙ йәштәре менән “Коляда театр”ға алыу үтенесемде тыңлап торҙо ла: “Һеҙҙә Өфөлә шәхси театрҙар юҡ та инде? Ҡайт та төҙө!” – тине. Ҡайтҡас, курсташтарым һәм сәнғәт институтының башҡа сығарылыш курс студенттары менән был эшкә тотондоҡ”, – ти “the Театр”ҙың “әсәһе” Алһыу Ғәлина.
Бына нимә ти дөйөм алғанда улар үҙҙәре “the Театр” хаҡында: “the Театр” проекты – ул йәш, текә режис­серҙар ҡуйған спектаклдәр, хәҙерге заман дра­маһы, прозаһы, шиғриәте, бейеүе, теле һәм ауазы. “the Театр” проекты тамашасы ме­нән бөгөн күптәрҙе борсоған темаға һөйләшә”.
Театрҙың репертуары төрлө-төрлө, сағыу булыуы һәм ҡыйыулығы, тура һүҙлелеге ме­нән үҙенә йәлеп итә. Һуңғы сифаты бигерәк тә шатландыра, сөнки нисек бар, шулай тураһын әйтеү күптәребеҙгә оҡшап етмәһә лә, барыбер уйландыра, һиҫкәндерә. Иң мөһиме – күңелдең иң ҡараңғы мөйөштәренә тиклем барып етеп, зиһенде, йоҡлап ятҡан ғәмебеҙҙе уятып ебәрә. Тап “the Театр” сәхнә­һендә ҡуйылған спектаклдәрҙән һуң икенсе төрлө фекерләй башлаған, донъяға ҡараш­тарында нимәлер үҙгәргән кешеләр бар. Әйҙәгеҙ, театр ҡуйған сәхнә әҫәрҙәренә яҡынданыраҡ күҙ ташлап үтәйек.
Анна Яблонская пьесаһы буйынса “Ҡай­ҙалыр һәм эргәлә” (“Где-то и около”) спектакле. Был әҫәр – Надя, Миша һәм Толик исемле өс геройҙың үҙ бәхетен эҙләүе хаҡында йылы, көлкөлө, тетрәндергес һәм тормошсан тарих. Бәхет артынан саба торғас, геройҙар был төшөнсәнең гел үҙҙәре менән булыуын онотоп китәләр, имеш...
Спектакль Өфө сәхнәһендә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа ла үҙ тамашасыһын таба, Ҡазандағы “Һөнәр”, Силәбеләге “Театр кешеһе” (СНЕLoBEK ТЕАТРА), Кишиневтағы “МОЛДФЕСТ. Рампа.Ру” халыҡ-ара фести­вал­дәрҙә ҡатнаша. Һәр ерҙә уны айырыуса һөйөү, алҡыштар менән ҡаршы алалар.
“Ҡояшлы һыҙыҡ” спектаклен дә тамашасы көтөп ала. Хәҙерге заман күренекле драматургы Иван Вырыпаевтың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән тамаша мөхәббәт хаҡында. “Йәнәш тороп та бер-беребеҙҙән алыҫ була алыуыбыҙ хаҡында был спектакль”, – ти ак­тер­ҙар. Әҫәр үтә лә тормошсан булыуы менән арбай, һөйөүҙәрен законлы никах менән беркетеп тә, бөтмәҫ һүҙләшеүҙәр арҡаһында хистәре упҡын ситендә булған ике йөрәк хаҡында һөйләй.
Билдәле замана шағирәһе Вера Полоз­кованың шиғырҙарына ҡоролған “Вера” исемле спектакль шиғриәт һөйөүселәрҙең күңелен­дә ауаз таба. Вера Полозкованың ижады яң­ғыҙлыҡ, үҙ-үҙеңде табыу, йәмғиәттәге ке­ше­нең роле, һәм, әлбиттә, мөхәббәт хаҡында тетрәндергес шиғырҙар аша һөйләй, ә “the Театр” актерҙары Тамара Адамова, Валентина Щиблева һәм Артем Сәмиғуллин шул шиғырҙарҙы сәхнәнән яңғыратып ҡына ҡалмай, ә һәр береһен уйнай, илай, көлә, асыулана, һағышлана.
Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы спектаклдәрҙән башҡа театр шулай уҡ кескәйҙәр өсөн әкиәттәр ҙә ҡуя. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “the Театр”ҙың майҙансығы ҙурҙан түгел һәм бөтә спектаклдәрендә лә тиерлек декорациялар минимализмға ҡоролған, әммә был әҫәрҙе йөрәккә яҡын алып, ихлас күңел менән ҡарарға һис тә ҡамасауламай. Юҡтан да ҡыҙыҡлы, хәтерҙә ҡалырлыҡ сәнғәт өлгөләре тыуҙырып булғанын иҫбатлай был театр әһелдәре.
“Ҡыйыулыҡ ҡалалар яулар”, тиҙәр. “the Театр” Өфөнө яулаған, тип әйтһәм, бер ҙә яңылыш булмаҫ, сөнки ул үҙ тамашасыһын тапҡан, әле табасаҡ, театрҙың үҙенсәлекле репертуары менән танышасаҡ тамашасылары бихисап икәненә ышанам, сөнки заманса рухлы, яңы тауышлы театр майҙан­сыҡтары булғанда, театр сәнғәтенең дә киләсәге бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573