Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һемәйтте

Шағир Рәмил Сурағол менән Мәскәүҙең “Внуково” аэропортында торабыҙ. Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһына осорға тейешбеҙ. Самолетҡа ултырыу өсөн теркәү урынында сират ҙур. Рәмил ағай сиратһыҙ үтергә булды. Пассажирҙарҙы яҙып торған ҡыҙға барҙы ла үҙенең визиткаһын һуҙҙы.
— Я поэт-песенник из Башкортостана. Наверное, вы слышали мою песню “Әйтмә син авыр сүз”. У меня к вам есть просьба: пропустите без очереди.
Ҡыҙ аптырап ҡалды. Шунан:
— Уважаемый поэт, я вас без очереди никак не могу пропустить. Не положено. Там в очереди стоит и Игорь Крутой. Встаньте, пожалуйста, за ним, — тине.
Тик Рәмил ағай былай ғына китергә ашыҡманы:
— Как вы можете со мной так разговаривать?! А я ведь написал песню про аэропорт “Внуково”. Я автор вашего гимна!..
— Серьезно?
— Конечно! Эту песню все башкиры и татары поют.
— Извините тогда. Дайте ваш паспорт, — шуны ғына көткән Сурағолдоң ауыҙы йырылды. — А я ведь не один. Пропустите меня с братишкой.
Шулай итеп, Рәмил ағай менән йәһәт кенә сиратһыҙ теркәү үттек. Самолетҡа ултырғас, бая әйткәне хаҡында һорашып ҡуйҙым:
— Рәмил ағай, һеҙ Внуково тураһында ысынлап йыр яҙҙығыҙмы?
Сурағол шарҡылдап көлөп ебәрҙе:
— Эйе. Оныклар турында жырым бар бит.
Шунан көйләргә тотондо:
“Мут булсыннар, ут булсыннар,
Жан пәрәсе оныклар.
Кем генә булса да алар,
Тәүдә кеше булсыннар”.

Бушлай

МәҙәктәрМысырҙа туризм ныҡ үҫешкән. Урындағы халыҡ та килгән кешеләрҙән аҡса һыпырып алырға әллә нисә ысулды өйрәнеп алған. Шуларҙың береһе — туристарҙы дөйәлә йөрөтөү. Ҡайҙа барма — мәктәп йәшендәге малайҙар хайуанын йүгәнләгән дә аҡса эшләү менән мәшғүл.
Беҙҙең халыҡ бушлай булғанды ярата бит инде. Әгәр дөйәлә йөрөү өсөн түләргә кәрәк тиһәң, күптәр баш тарта. Ә бушлай уксус та эсергә ризалар, тигәндәй. Мысыр халҡы шунан бик уңайлы ҡуллана. Шундай ваҡиғаның шаһиты булдым.
— Кто хочет покататься? Бесплатно, бесплатно! — тип руссалап ҡысҡырҙы малай. Шуны ғына көткәндәй, төрлө яҡтан туристар уны һырып алды. Бөтәһен дә төртөп, бер ҡатын алға үрелде. Дөйәгә ултырғас, ҡәнәғәтлектән ауыҙы йырылды. Малай дөйәһен йүгәненән тотоп, тегеләй йөҙ метр барҙы ла инде беҙҙең яҡҡа боролдо. Хайуаны туҡтағас, ҡатын төшөргә итте, тик хужаһы быны эшләргә ашыҡманы. Мут йылмайып, аҡса бир тигәндәй, бармаҡтары менән уйнатып күрһәтте.
Ҡатындың кәйефе боҙолдо. Отолға­нына йәне көйөп тиргәшергә тотондо.
— Вы же сказали “бесплатно”! Мошенник какой...
Рәсәй туристары күп булғас, урындағылар русса ла әҙ-мәҙ һөйләргә өйрәнгән:
— Кататься бесплатно, слезать — платно! — тине ул.
Ә дөйә бейек, ат ише генә түгел. Унан былай ғына төшөрмөн тимә. Хужаһы бойороҡ бирмәһә, хайуаны сүгәләмәй. Алданған ҡатынға түләүҙән башҡа әмәл ҡалманы. “Бушлай ҡапҡанда ғына була”, ти бит урыҫтар. Инереңдән алда сығырыңды уйла, тиҙәр беҙҙә.

Ҡотҡарҙы

(Ҡарағандала ҡаҙаҡ шағиры Ғалым Жайлыбайҙың юбилей кисәһендә әйтелгән ҡотлау һүҙе)

Ҡаланың төнгө урамынан өс егет китеп барабыҙ. Кинәт юлыбыҙға мыҡты кәүҙәле биш егет килеп сыҡты. Һөйләшеүҙәренән аңланым: ҡаҙаҡтар икән. Тегеләр эргәбеҙҙән былай ғына үтергә уйламаны. Юлыбыҙҙы быуып туҡтаттылар. “Хәҙер һуғыш башлана” тигән уй башыма ҡылт итеп ҡалды. Беҙ ҙә бер сама яҡшы кәйефтә инек, тегеләр ҙә.
— Ҡайҙа, тәмәкегеҙ бармы? — тине улар ҡәтғи тауыш менән. Ғәҙәттә, кешегә бәйләнергә булһалар, гел шул һорауҙан башлайҙар.
— Юҡ, — тинек. — Тартмайбыҙ.
— Әгәр тапһам... — Әзмәүерҙәй егеттәр былай ғына китергә ашыҡманы. — Кеҫәгеҙҙе әйләндерәйемме?
Шул саҡ егеттәрҙең береһе беҙҙең ҡайҙан, кем икәнебеҙҙе һорашырға тотондо.
— Ул — яҙыусы! — тип минең яҡҡа бармағы менән күрһәтте юлдашым.
“Яҙыусы” һүҙен ишеткәс, тегеләр һағайып китте.
— Был хәбәр дөрөҫмө? — тип төпсөндө улар. “Эйе” тинем. Яҙыусы тип атауҙарын да әйтәйем инде, ул саҡта тәүге китабым яңы донъя күргәйне. Һуғышырға әҙер торған ҡаҙаҡтарҙың ҡыҙыҡһыныуы артты, төрлө һорауҙар бирә башланылар.
— Ә һин берәй ҡаҙаҡ яҙыусыһын беләһеңме?
— Беләм! — тинем ғорур ғына, — шағир Ғалым Жайлыбайҙы. Уның менән Ҡазанда бергә булғайныҡ.
— Кит әле! Беҙ бит уның яҡташтары. Ә һин алдамайһыңмы?
— Юҡ, ниңә алдайым, ти. Йәйәүле Муса хаҡындағы “Аҡ сия” тигән поэмаһы бар. Шул китапты ул миңә автографы менән бүләк иткәйне.
Ҡаҙаҡтарҙың береһе шатланып мине ҡосаҡлап алды:
— Бына бит ниндәй осрашыу. Үҙебеҙҙең брат икән дә­һә. Киттек беҙҙең менән ресторанға — үҙебеҙ һыйлайбыҙ.
Ана шулай, шағир Ғалым Жайлыбай менән танышлығым арҡаһында таңға тиклем ҡунаҡ булдыҡ. Әгәр уны белмәһәм, ул хәлдең нисек тамамланырын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

Петяны кем ашаған?

Беҙҙең ауылда мәрйә әбей йәшәне. Ҡайҙан күсеп килгәнен, исем-шәрифен дә белмәйем. Уны бөтәһе лә Панночка тип атай торғайны. Бәлки, украин милләтенән булғандыр.
Кәзәләрҙе ныҡ яратыуы менән тирә-яҡҡа даны тиҙ та­рал­ды. Үҙе оло булыуға ҡарамаҫтан, кәзәләрҙең иҫәбен илле баштан кәметкәне булманы. Хатта бәрәстәрҙе өйөндә тота, уларҙы балалары һымаҡ күреп, бергә ятып йоҡлай, тип һөйләйҙәр ине ауылда.
Панночка ҡарсыҡтың тағы бер үҙенсәлеге — бөтөн кәзәләренә лә кеше исеме ҡуша торғайны һәм уларҙың һәр ҡайһыһын яҡшы айыра белә.
“Маша, суҡынсыҡ, ҡайҙа юғалып йөрөйһөң?”, “Ваня, Ва­ня, әйҙә ҡайт!” Шундайыраҡ уның “һөйләшеүҙәре” урам­да йыш ишетелә ине. Быға ауыл халҡы ла күнеп бөттө.
Көндәрҙең береһендә әбейҙең бер кәзәһе ҡайтмаған. Көнө буйы эҙләй торғас, ҡурҡыныс табышҡа юлыҡҡан. Тояҡтары, тиреһе генә ҡарағайлыҡта ятып ҡалған. Кемдер һуйып ашаған. Ауыл тирәһендә төрлө ял йорттары, турбазалар етерлек. Бәлки, ситтән килгән кеше бындай енәйәткә барғандыр.
Әбей кисекмәҫтән район үҙәгендәге милицияға шылтыратҡан. Ауылдаштар хәбәренсә, яҡынса ошондайыраҡ һөйләшеү булған:
— Һаумыһығыҙ, һеҙҙе Абҙаҡтан борсойҙар. Бәләгә тарыным, ярҙам итегеҙ. Кемдер бөгөн Петямды һуйып ашаған. — Бындай хәбәрҙе ишеткәс, милиционерҙарҙың нимә уйлағанын яҡынса аңлағанһығыҙҙыр.
— Инәй, һеҙ бер нәмә лә бутамайһығыҙмы? Ниндәй Петя?!
— Ниндәй булһын, ти. Минең бәләкәсем, балаҡайым ул. Иртән күмәкләшеп урамға сығып киткәйнеләр. Башҡа бәпестәрем ҡайтты, ә быныһы юҡ. Эҙләмәгән ер ҡалманы. Аҙаҡ ҡарағай урманында ҡалдығына юлығып, йөрәгем туҡтай яҙҙы. Тирә-яҡ ҡан! Башы ғына ятып ҡалған.
— Һеҙ ниңә юҡты һөйләйһегеҙ? Бындай ҡот осҡос хәлдең булыуы мөмкин түгел.
— Нисек булмаһын, ти. Былтыр ана Олям да көпә-көн­дөҙ юҡ булды. Аҙна үткәс, тояҡтарын ғына табып алдым.
— Тояҡтарын?!
— Эйе, ниңә аптырайһығыҙ?
— Кешенең тояғы буламы? Оля һеҙгә кем була һуң?
— Кәзәм минең. Петя ла кәзәм. Хәҙер инде икенсе бәпесемдең башына еттеләр.
Петя менән Оляның кеше түгел, ә кәзә икәнлеген аңлағас, милиционер шарҡылдап көлөргә тотонған.
— Һеҙ ниңә көләһегеҙ? Кешенең шундай ҡайғыһы...
Бурҙарҙы тапҡандармы-юҡмы, уныһын белмәйем. Панночка әбей ҙә күптән был донъяла юҡ. Ә бит ул ҡарсыҡ ауылыбыҙҙың бер биҙәге булған икән...

Бутағандар

Башҡортостандың көньяҡ районына әҙәби сараға барҙыҡ. Төркөм дүрт кешенән тора: халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, күренекле әҙибә Гөлфиә Юнысова (ул ваҡытта халыҡ шағирәһе исемен алмағайны әле) һәм мин.
Тәғәйен ауылға барып еткәс, беҙҙе шундағы СПТУ-ның ятағына урынлаштырырға булдылар. Унда ике ятаҡ бар икән: береһендә — ҡыҙҙар, икенсеһендә егеттәр йәшәй. Беҙҙе төрлө бинаға һалырға ҡарар иткәндәр.
— Ҡәҙим ағай менән йәш егет теге корпуста йәшәйәсәк, ә апайҙар бында ҡала, — тип комендант асҡыс һуҙҙы.
Программа буйынса клубта, училищела, мәктәптә осрашыуҙар булырға тейеш. Ә ауылда телефон тотмай. Әгәр ҡайҙалыр барайыҡ тиһәк, йә берәй һорау тыуһа, беҙгә бер корпустан икенсеһенә йүгерергә тура киләсәк. Улай уңайһыҙ. Үҙ-ара кәңәшләштек тә, беҙҙе бер бинала урынлаштырыуҙарын һорарға булдыҡ. Ҡәҙим ағай менән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина коменданттың эргәһенә килеп баҫты. Ә беҙ Гөлфиә апай менән ишек төбөндә тороп ҡалдыҡ.
— Беҙҙе айырмағыҙ. Ошо корпуста бергә урынлаштырһағыҙ, шәп булыр ине, — ти Фәрзәнә апай.
Һүҙгә Ҡәҙим ағай ҙа ҡушылды:
— Эйе, беҙгә улай уңайлыраҡ. Ни тиһәң дә, беҙ бала-саға түгел дә инде.
Комендант аптырап уларға ҡараны. Шунан беҙҙең яҡҡа боролдо.
— Һеҙ ҙә ошо егет менән бергәме?
— Әлбиттә, — тине Гөлфиә Юнысова. — Беҙ бит бер төркөмдә.
Нимә тип әйтергә белмәй, ҡабул итеүсе ҡатын бер аҙ шымып торҙо. Шунан “хәҙер етәкселек менән һөйләшеп алам” тип юҡ булды.
Күп тә үтмәй, комендант кире килде:
— Һеҙ ни тиклем генә абруйлы кешеләр булһағыҙ ҙа, теләгегеҙҙе үтәй алмайым. Ир менән ҡатынды бер бүлмәгә һалып булмай.
— Туҡтағыҙ әле, ниндәй бер бүлмә? — Көтөлмәгән хәбәрҙән Фәрзәнә апай шарҡылдап көлөп ебәрҙе. — Беҙ бит бер корпуста, әммә ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы айырым бүлмәләргә урынлаштырыуҙы һораныҡ.
— Ниңә беҙҙән көләһегеҙ? Шул тиклем әҙәпһеҙ кешеләргә оҡшағанбыҙмы әллә? — Гөлфиә апай ҙа сығырынан-сыҡты.
Комендант беҙҙе дөрөҫ аңламаған икән. Уңайһыҙланып, бите ҡып-ҡыҙыл булды. Тиҙерәк ғәфү үтенергә ашыҡты:
— Бында ситтән гастролгә килгән артистар гелән бер бүлмәгә урынлаша, шуға бындай хәлгә өйрәнеп тә киткәнбеҙ, — тине ул, аҡланып.

Рәхмәт!

Мең кешелек зал шығырым тулы. Кемгә урын етмәй, баҫып тыңлай, ә кемгә баҫырлыҡ та түгел — тәҙрәнән күҙәтә. Сәхнәгә бер-бер артлы олпат яҙыусылар күтәрелә икән. Билдәле инде — ҡәләм әһелдәре оҙаҡ һөйләргә ярата. Һәр ҡайһыһы кәм тигәндә ярты сәғәт телмәр тота.
Халыҡ арый башлаған һәм һәр яҙыусы сәхнәгә күтәрелгән һайын, тамашасылар яйлап ҡайтыша башлаған. Залда халыҡ кәмегәндән-кәмей икән.
Иң аҙаҡ һүҙҙе йәш яҙыусыға биргәндәр. Ул, моғайын, Айгиз булғандыр. Залға ҡараған да “аһ” иткән. Мең кешенән бары берәү генә ултырып ҡалған икән.
Әлбиттә, йәш әҙип уңайһыҙланған, бындай хәлгә тарыуына ғәрләнгән. “Ярай, бер кеше ултыра бит. Исмаһам, уның өсөн һөйләрмен” тип йыуатҡан үҙен.
Егет сығыш яһап бөткән. Теге берҙән-бер тамашасы ҡул сапҡан булған. Тулҡынланыуын йәшерә алмай йәш егет сәхнәнән төшкән дә тегенең янына килгән:
— Һеҙ берҙән-бер тәртипле кеше булып сыҡтығыҙ. Иң аҙаҡҡа тиклем ҡалып, докладымды тыңланығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Шул һүҙҙәр менән тамашасыға ҡулын һуҙған.
— Юҡ, юҡ! Рәхмәт әйтмәһәгеҙ ҙә була, — тигән тегеһе, — сөнки мин һеҙҙән һуң сығыш яһарға тейешмен.
* * *
Хөрмәтле дуҫтар! Бына мәҙәктәремдең иң һуңғыһын да һөйләнем. Һеҙҙең алдығыҙҙа эскерһеҙлек менән үҙем тураһындағы, йә иһә ҡайҙалыр күргән, ишеткән хәл-ваҡиғаларҙы йәшермәй бәйән иттем. Ысынлап та, ҡыҙыҡ бит ул был тормош. Ә һеҙ түҙемлек һаҡлап, аҙаҡҡы битенә тиклем уҡынығыҙ. Шуға һеҙгә оло рәхмәтемде еткерәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571