Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фекер уғы ҡаурый ҡанатлы
Фекер уғы ҡаурый ҡанатлыКүренекле шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, тиҫтәнән ашыу шиғри йыйынтыҡтар авторы Тамара Искәндәриә һуңғы йылдарҙа поэма жанрында уңышлы эшләй. Быға уның “Моң-тәлгәш” (“Китап”, 2013) тигән йыйынтығында урын алған “Самурай”, “Тулҡындар”, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында донъя күргән “Аҙнабикә” (“Ватандаш”, 2004), “Тимер быуат” (“Ағиҙел”, 2014) поэмалары дәлил.
Тәүге ике әҫәрҙе шағирәнең поэма жанрында сирҡаныс алыуы, тәжрибә туплауы тиеберәк ҡараһаҡ, “Аҙнабикә” һәм “Тимер быуат” поэмалары иһә хәҙерге башҡорт шиғриәтендә генә түгел, тотош милли әҙәбиәтебеҙ тарихында жанр үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен күрһәтеү, тәрәнәйтеү йәһәтенән яңы һүҙ, яңы күренеш булды.


Ваҡытында “Аҙнабикә” поэмаһы хаҡында авторҙың ҡәләмдәше, ижадташ фекерҙәше, билдәле прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова һәм ошо юлдарҙың авторы “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарында үҙ фекерҙәрен әйткәйне инде. Ҙур булмаған был мәҡәләлә халҡыбыҙҙың азатлыҡ өсөн көрәш тарихын, ғөмүмән, шәхес азатлығы темаһын бик үҙенсәлекле итеп асып биргән “Тимер быуат” поэмаһында милли ерлек, милли колорит тыуҙырыуҙа ҡәләм оҫтаһы ҡулланған поэтик деталдәрҙең, символик образдарҙың роле тураһында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ.
Иң тәүҙә шуны билдәләргә кәрәк: бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең йөҙөн, үҫеш кимәлен билдәләгән ҡәләм оҫталарының береһе Тамара Искәндәриәнең күпселек әҫәрҙәренең төп лейтмотивын тарих һәм шәхес, халыҡ рухы тураһында тәрән, фәлсәфәүи уйланыуҙар тәшкил итә. Әлбиттә, шәхес һәм халҡыбыҙ яҙмышына арналған бындай әҫәрҙәрҙә ҡәләм оҫтаһы милли ерлекле деталдәрҙе, символик образдарҙы, йәнәшәлек күренештәрен бик мул һәм уңышлы ҡуллана. Ғөмүмән, шиғриәтендә юғары поэтик образлылыҡҡа, тәрән эстетик һәм фәлсәфәүи мәғәнәлеккә ынтылған шағирәнең “Тимер быуат” поэмаһында ла бихисап бындай поэтик табыштар. Уларҙың күбеһе хатта символ-образдар дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Поэмалағы уҡ, толпар, бөркөт, даға, дуға, әүлиә, шәжәрә, “Урал батыр” ҡобайыры, Шүлгән, Әзрәҡә, Ҡәһҡәһә, Етегән йондоҙ, Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо, Ҡош юлы һымаҡ ысын мәғәнәһендә тәрән фәлсәфә менән һуғарылған сағыу милли деталь-образдар менән хәтерҙә ҡала шағирәнең был ижад емеше. Һәм, әлбиттә, поэманың идея-эстетик йөкмәткеһен асыуҙа был поэтик образдар ҙур роль уйнай. Әйтәйек, бөгөнгө йәшәйеш-булмышыбыҙҙы асыҡларға ынтылған лирик герой, үҙен борсоған һорауҙарға яуап табыу маҡсатында, тарих төпкөлөнә “уҡ ата”, ләкин ябай түгел ул, ә “фекер уғы”. Ана, нимә ти халҡы тарихын биш бармағы һымаҡ белгән шағирә-тарихсы был хаҡта:
Фекер уғым
Ҡаурый ҡанатлы ла,
Һәлмәк һәм төҙ,
Ҡорос башаҡлы.
Башҡорт уғы, тиҙәр уны.
Фәндә
Башҡорт уғы инде атаҡлы!
Башҡорт уғы осҡан Мысырҙа ла,
Дамаск-Шамды торған
Ҡурсалап.
Тәре һуғыштарын
Ҡайтарған ул,
Бәләләрҙән
Ерҙе арсалап.
Француз яуын әйтеп тораһы юҡ,
Иҫкә төшөр “төньяҡ амурын” –
Башҡорт уғы
Баҫҡынсыға етеп,
Башҡарылған
Хоҙай әмере!
Әйтәләр, бер йорттоң
Ҡыйығында,
Һаҡлап изге һуғыш ҡомарын,
Европаға бер аманат ҡалған –
“Башҡорт уғы” тигән ҡомартҡы...

Аҡыллыға – ишара, тиҙәр. Ошо һәр юлы ике-өс, хатта ҡайһылыр урындарҙа берәр һүҙҙән генә торған өс строфаға халҡыбыҙҙың быуаттарға һуҙылған тарихы һыйған.
Поэманың артабанғы юлдарында авторҙың фекер уғы “ваҡыт төпкөлөнә” оса: “Осто уғым, дәүерҙәрҙе үтеп, ғәрәсәтен үтеп һыу-уттың”. Ә “ваҡыт төпкөлө” ҡайҙа һуң? Әлбиттә, башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр” ҡобайырындағы бөтә кешелек донъяһына нигеҙ һалған Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ йәшәгән заманда! Бына шул рәүешле, быуаттар төпкөлөнә үтеп ингән уҡ-фекер, әҫәрҙең үҙенсәлекле сюжет-композиция ҡоролошон хасил итешеп кенә ҡалмайынса, халҡыбыҙҙың оҙайлы, данлы һәм шанлы тарихын уҡыусының күҙ алдына баҫтырыуға ярҙам иткән символик образ рәүешен ала. Уҡ-фекер артынан барған уҡыусы лирик геройҙың “хыялында толпар-аттың ялдарын үргән” ағаһы, быға тиклем ғаиләләрендә тыуған бер ир бала үлеп торғанлыҡтан, Тимерғаҙыҡ тигән йәшерен исем (йүргәк исеме) ҡушыу арҡаһында иҫән ҡалып, нәҫелен артабан дауам иттергән, “Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, бар донъяны урап ҡайтҡан” атаһы Ишбулды Әйүп улының, һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ҡартатаһы – элекке буденовсы, кавалерист Камалетдин Баһауетдиновтың, уның береһенән-береһе бәләкәйерәк биш балаһы менән тол ҡалған ҡатыны Нәҡиәнең һәм башҡа ауылдаштарының яҙмышы менән таныша. Ул яҙмыштар, сылбыр кеүек бер-береһенә ялғанып, шәжәрә ағасы, уның айырым ботаҡтары, япраҡтары рәүешендә уҡыусының күҙ алдынан үтә.
Был шәжәрә ағасында тимерсе Барый бабайҙың яҙмыш-булмышы айырым иғтибарға лайыҡ. Ошо ҡарттың ғына түгел, ғөмүмән, тотош халҡыбыҙ яҙмышын талантлы ҡәләм оҫтаһы үҙ-ара рифмалашып килгән бары өс һүҙ – өс поэтик деталь ярҙамында асып биреүгә өлгәшкән:
Күптән инде мәрхүм
Барый бабай,
Зарланмай ул ҡорҙо тормошто...
Даға.
Дуға.
Доға.
Ошо өс һүҙ
Билдәләмәй микән булмышты?

Даға нимә?
Ҡаты ихтыярмы?
Оло маҡсат, ныҡлы холоҡмо?
Әллә әүлиәлек, суфыйлыҡмы?
Һуғышмы ул, әллә солохмо?
“Саңҡ! Саңҡ!” – итеп сүкеп,
Тимерсе ҡарт
Яҙмыштарға тамға һалғанда,
Хоҙай үҙе
Ҡыҙыу ыҙғарында
Сүкегәндер беҙҙе һандалда.

Бына шулай һүҙ ҡәҙерен, һүҙ бәҫен яҡшы белеп ижад иткән, һәр саҡ шағирәнә камиллыҡҡа ынтылған Тамара Искәндәриәнең “Тимер быуат” поэмаһында һәр поэтик образ милли яңғыраш алыуы, ғәжәп тәрән фәлсәфәүи мәғәнә нескәлегенә эйә булыуы менән хәтерҙә ҡала, күңелдәрҙе арбай.

Ғәҙилә БҮЛӘКОВА,
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы ғилми хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 563

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 590

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 501

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 395

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564