Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнбәковтар ижади ғаилә ине...
Йәнбәковтар ижади ғаилә ине...Тап шулай хәтерләргә генә ҡалды улар хаҡында. Башҡорт сәнғәте бер-бер артлы талантлы, моңло артистарын юғалтты, әммә тамашасы күңелендә улар һәр саҡ мәңгегә хәтерҙә ҡалды. Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәков, уның ҡатыны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡоҙашева, улдары талантлы артист, йырсы һәм режиссер Арыҫлан Йәнбәковтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булды. Алма төшөрлөк тә урын булмаған залда талантлы артистарҙың туғандары, класташтары һәм уларҙың ижадын яратҡан тамашасы йыйылды.

Һәр кешенең тормошо һәм ижады уның тыуып үҫкән ғәзиз ере менән тығыҙ бәйләнгән була. Әсғәт Йәнбәковтың да ижадының рухи сығанаҡтары бәрәкәтле Баймаҡ ерендә. Сәнғәткә ғашиҡ ишле ғаиләлә донъяға килә буласаҡ артист. Атаһы Ҡотлоғужа Йәнбәков Ишмырҙа ауылының ғына түгел, төбәктә маһир ҡурайсыларҙың береһе була, халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара, сәсән телле ир-уҙаман булараҡ дан ала. Әсәһе Маусафаны ла ауылдаштары моңло тауышлы йырсы булараҡ хәтерләй. Әсғәт Йәнбә­ковтың бала саҡтан һыҙҙырып ҡурайҙа, өҙҙөрөп гармунда уйнауы, моңло йырлауы һәм ойоҫҡотоп бейеүе ата-әсәһенән бирелгәндер, күрәһең. Әйткәндәй, Йәнбәковтарҙың барыһы ла йыр-моңдо үҙ итә, сәнғәткә һәм мәҙәниәткә ғашиҡ.
Тыуған ауылында һигеҙенсе класты тамамлаған егет артабан белем алыу маҡсатында Баймаҡ мәктәп-интернатына уҡырға килә. Интернат йылдарын класташы, әле Әбйәлил районында йәшәгән Сәғит Сафин былай тип хәтерләй:
Йәнбәковтар ижади ғаилә ине...— Әсғәт менән Баймаҡ интернатында бергә уҡыныҡ, ғүмерлек дуҫтар булдыҡ. Ул уҡыған саҡта ҡыҙыҡ, шуҡ малай булды, оялсанлығы ла бар ине, әммә таланты ҙурҙан һәм Хоҙайҙан. Ул йырлап ебәрһә, бүлмә тар тойолдо, гармунда уйнаһа, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын сиртер ине, ҡурай тартһа, моң тирә-яҡҡа тарала, бейеһә, сәхнә етмәҫ кеүек тойола. Йәл, ғүмеркәйе бик ҡыҫҡа булды, әммә сағыу хәтирәләр ҡалдырҙы. Күпме образ тыуҙырҙы, иң әрнеткәне — уйнамаған образдары ҡалды. Ғаиләһен ныҡ яратты, ҡатыны менән бер бөтөн булып йәшәне, улы Арыҫлан торға­ны бер талант эйәһе ине. Класташым ме­нән сикһеҙ ғорурланам, бергә уҡығаныма, дуҫ булыуыма шул тиклем һөйөнәм, — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Уның һүҙҙәренә тағы ла бер класташы, Баймаҡ районының Йылым ауылынан Хәмзә Солтанов та ҡушылды. “Талантлы ине Әсғәтебеҙ. Яҡлай, һаҡлай алманыҡ шул...”
Мәктәпте тамамлағас, Әсғәт Йәнбәков яңы асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға керә. Студент йылдарында ғүмерлек мөхәббәтен, бергә уҡыған һабаҡташы Рәмзиәне осрата. Йәштәр хеҙмәт юлын Сибай драма театрында башлай. Кәшфи Ғәҙелшин сәхнәләштергән “Алһыу таңдар” спектаклендә Әсғәт Йәнбәков менән Рәмзиә Ҡоҙашева тәүге ролдәренән үк тамашасы күңелен яулай. Талантлы йәштәрҙе сибайҙар шунда уҡ ҡабул итә һәм оҙаҡ йылдар тик улар уйнаған спектаклдәрҙе ҡарарға йөрөй, алҡыштарын йәлләмәй.
Ижади яҡтан бергә үҫкән, эҙләнгән пар бер-бер артлы бик сағыу образдар тыуҙыра. Бер кемде лә ҡабатламаған матур тауыштары, килешле буй-фиғелдәре, бар яҡлап талантлы булыуҙары үҙҙәре уйнаған образдарға онотолмаҫлыҡ биҙәк өҫтәй.
Әсғәт Йәнбәков башҡарған бер нисә ролде һанап киткәндә лә, тамашасы күңелендә уның тере һыны килеп баҫыр кеүек. Г. Әхмәтшиндың “Туй күлдәге”ндә — Ғәфүр, М. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙ­ҙәр”­ен­дә — Закир, Б. Бикбайҙың “Ҡоҙаса”­һында — Мөхәмәтша мулла, Ә. Мирза­һитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”да — Тайфур, “Утлы өйөрмә”һендә — Ильяс, Х. Ибраһимовтың “Башмағым”ында – Сыщик, Н. Островскийҙың “Ғәйепһеҙгә ғәйеплеләр”ендә — Незнамов, М. Буран­ғоловтың “Башҡорт туйы”нда — Юлдыбай... Шуныһы ҡыуаныслы: Әсғәт Ҡот­лоғужа улының тырыш хеҙмәте һәм сағыу образдары үҙ мәлендә билдәләнә бара. 1981 йылда — Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы, 1991 йылда, ни бары 37 йәшендә, халыҡ артисы исеменә лайыҡ була.
Рәмзиә Ҡоҙашева ла, талантлы актириса булараҡ, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры йылъяҙмаһына тос өлөш индерә. С. Ямалдың “Ҡара сәскәләр”ендә — Гөлшан, Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”да — Илгизә, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә — Сажиҙә, Н. Ғәйетбайҙың “Төн”өндә икеһе Рәми һәм Надя ролдәрен башҡарып, халыҡ күңелендә әлеге көнгә тиклем йәшәй.
Йәнбәковтар ижади ғаилә ине...Әммә тормош һин уйлағанса ғына бармай шул. Өс балаға ғүмер биргән ижади ғаилә, төрлө сәбәп арҡаһында, 1996 йылда асылған Стәрлетамаҡ драма театрына эшкә юллана. Бында ла бихисап образдар ижад итә улар, балаларына белем бирә. Розалия менән Яҙгөл ҡыҙҙары икенсе һөнәрҙе үҙ итә, улдары Арыҫлан иһә ата-әсәһенең юлын һайлай. Ул да хеҙмәтен Сибай театрында башлай. Бик талантлы, шул уҡ ваҡытта моң-йырға ғашиҡ егет тиҙ арала башҡарған ролдәре менән тамашасы һөйөүен яулай. Уның Н. Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт”өндә — Рә­фил, “Аҡбуҙат”та — Һәүбән, Ә. Яхинаның “Ҡайырылмаһын, ҡанаттар”ында — Илшат, Т. Ғарипованың “Бәхеткә ҡасҡан­дар”ында — Саяр, “Тәңкәле ҡыҙ”ында Юлғотло ролдәрен әле булһа Сибай тамашасыһы һағынып иҫкә ала. Тап ошонда ул буласаҡ кәләше Розалияны осрата. “Ул ваҡытта мин Сибай сәнғәт учи­лищеһында белем ала инем, театрҙа күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша торғайныҡ. Арыҫлан менән беҙҙе тап сәхнә осраштырҙы, ҡауыштырҙы ла. Улыбыҙ Ильяс донъяға килде. Ул шул тиклем хәстәрлекле атай булды, тоғро тормош юлдашым ине. Уның вафатын ауыр ҡабул иттем, әммә улымдың булыуы, уны артабан кеше итеү теләге миңә көс бирҙе. Бөгөн улым атаһына оҡшап, матур йырлай, торғаны әртис тиерһең! Яңыраҡ “Урал аръяғы йондоҙҙар ҡабыҙа” тигән конкурста өсөнсө урынды алды”.
Сәхнәлә күрһәтелгән фотослайдтарҙа Арыҫлан Йәнбәков йырын улы Ильястың тас атаһы кеүек башҡарыуын ишеткәс, тамашсылар күҙ йәштәрен тыя алманы. Бына ул ысын талант емеше, рухи бәйләнеш сылбыры, күсәгилешлектең сағыу өлгөһө. Моң шишмәһе ырыуҙан урғыла, талант кешегә бирелә йәки юҡ. Шулай уҡ Крыловтың мәҫәлен Ильястың шул тиклем оҫта һөйләүе лә уның киләсәктә олатаһы, атаһы кеүек талантлы булыуын күрһәтте, буласаҡ сәхнә йондоҙоноң үҫеп килеүен аңғартты.
Сибай театры артистары — Баш­ҡорт­остандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова менән Арсен Шәйхисламов алып барған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе бер тынала үтеп китте. Тамашасының күҙ алдынан бер-бер артлы Әсғәт менән Арыҫлан Йәнбәковтар һәм Рәмзиә Ҡоҙашеваның уйнаған спектаклдәренән күренештәр үтте, улар башҡарған йырҙар йөрәктәрҙе һыҙландырҙы, сөнки башҡорт театры тотош Йәнбәковтар ижадында ни тиклем оло юғалтыу кисергән. Улар тарафынан тыуҙырылмаған күпме сағыу образ, күпме йыр, ҡуйылмаған әҫәрҙәр ҡалған. Күңелде әрнеткәне: арабыҙҙағы таланттарҙы ваҡытында баһалай, күрә һәм яҡлай алмайбыҙ шул. Кәрәк саҡта иңде ҡуя алмайбыҙ, йылы һүҙҙе әйтеүҙән тартынабыҙ. Ә бит йортоноң ишеген шар асып, бәхетһеҙлек килеп кергәндә, яратҡан ҡатыны Рәмзиәне, улы Арыҫланды алып киткәндә, Әсғәт Йәнбәков иң яҡын кешеләрен юғалтыу ҡайғыһын кисергәндә, уны бар яҡлап аңлау, яҡлау булғанда, бәлки, ғүмере тиҙ арала өҙөлмәҫ тә ине.
Нисек кенә булмаһын, таланттар арабыҙҙан иртәрәк китә. Шуғалыр ҙа тап улар үҙҙәренең сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары менән күңелдәрҙә мәңге хәтерҙә ҡала, өҙөлгән моңдары ғүмер буйы беҙҙе оҙата бара, йырҙары күңелдәребеҙҙе имләй. Йәнбәковтарҙың да йәне йәннәттә булһын, тамашасыларға бүләк иткән ижадтары мәңге йәшәһен, йәшнәһен!

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566